+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә усағы икәү ҡулында

Ир менән ҡатын араһында татыулыҡ нигеҙе булып нимә тора? Ғаиләлә атай урыны ҡайҙа? Тәү ҡарауға ябай һорауҙар, яуаптары ла әллә ҡасан билдәле һымаҡ. Ләкин күпме ғаилә «карабы» уларға төртөлә һәм, әйтерһең, алдарында таш диуар – селпәрәмә килә. Эшҡыуар, киң ҡарашлы һәм тәрән фекерле замандашыбыҙ Айбулат Алек улы Уразбахтинға һүҙ бирәйек. Ул журнал уҡыусыларына 2019 йылда сыҡҡан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәтебеҙҙә тотҡан үҙ урыны тураһында мәҡәләләр шәлкеме аша таныш.

Ҡаҡшатмайыҡ ғаилә нигеҙен
Донъя булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай, ти халыҡ мәҡәле. Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе көйләү, иң элек, аралашыу аша килә. Бер-беребеҙгә тап киләбеҙ, тип өйлә­нешкән йәштәр бит, асылда, яңылыша. Сөнки кешене белеп бөтөү мөмкин түгел. Шуға ла ир менән ҡатын йәшәй-йәшәй генә «һауытына күрә ҡапҡасы» рәүешенә килә. Үкенескә ҡаршы, күптәр тормош һынауын үтә алмай, никахтары тарҡалып, балалары атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ғалимдар әллә ҡасан иҫбат иткән: балалар үҙ тормошонда ата-әсәһен ҡабатлай. Тимәк, беҙ ҡорған ғаилә мөнәсәбәттәре үҫеп килгән быуын яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай. Шуны онотмаһаҡ ине.
Бөгөнгө заманда ғаилә институ­тының ҡаҡшауы бер кемгә лә сер түгел. Уның сәбәптәрен ҡайҙан ғына эҙләмәйбеҙ. Ләкин бер осраҡта фекерҙәр уртаҡлығы ярылып ята. Ул ошо рәүешле яңғырай: көнкүрештә хәҙер ир-егеттәр бәҫһеҙләнә, лидерлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына күсә.
Был – йәмғиәт ҡанундарының емерелеүен күрһәткән кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. Сөнки көслө заттың әйҙәүсе роле кемдеңдер теләге йә ҡушыуы буйынса булдырылмаған, тәбиғәттән шулай килә. Аңлы һәм аңһыҙ рәүештә ир-аттың бәҫен төшөрөү, әлбиттә, яҡшыға түгел. Уның иңендә бит ғәйәт ҙур яуап­лылыҡ ята – ғаиләһенең именлеге, балаларының киләсәге! Кәпәс йөрөткән кешенең ул – ҡанында. Кемдер был бурысына үтә яуаплы ҡараһа, һәлкәүҙәр ҙә етерлек. Һуңғылар өсөн ғаилә проб­лемаларын ҡатындарҙың үҙҙәре хәл итә башлауы, ирекһеҙҙән ауыр донъя йөгөн артмаҡлап алып китеүе ҡыуандыра ғына. Тик уның аҙағы күңелһеҙ. Ҡатын кешенең тора-бара, был әре ҡорт миңә нимәгә кәрәк әле, тип айырылышыу тураһында уйға килеүе көн кеүек асыҡ.
Бөгөнгө тигеҙ мөмкинлектәр заманы дилбегәне ирҙән тартып алырға ынтылыусы гүзәл заттарҙы тыуҙырҙы. Һәлкәү ир, әйтеп үтеүебеҙсә, ҙур теләк менән уны ҡатынының йомшаҡ ҡулдарына тапшырһа, үҙен ысын көслө зат һанаған ғаилә башлығы был хәлгә риза түгел. Шул рәүешле низағтың башланыуына сәбәп тыуа.
Ике осраҡ та ҡыуанырға урын ҡалдырмай – улар никахты емереүҙең башы булып тора. А.С. Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт»ен иҫкә төшөрәйек. Ҡартын булдыҡ­һыҙлыҡта ғәйеп­ләгән, аҙаҡтан самаһыҙ талаптар ҡуйған, янынан ҡыуып ебәргән әбей буй еткеһеҙ бейеклектәргә күтәрелә, сикһеҙ байлыҡҡа эйә була, ләкин кире тәүге хәленә, ярыҡ ялғашына, әйләнеп ҡайта. Бөйөк авторҙың әҫәрендә үтә лә тәрән мәғәнә ята шулай.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: