-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ир үҙ урынында булһын

2020 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ғаиләлә атай тәрбиәһе әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтәнә алған «Атай көндәлегенән» яҙмаларын баҫҡайны. Быйыл иһә ошо уҡ мәсьәләгә һәм шулай уҡ ир-аттың ҡатын-ҡыҙға, ғаиләгә, бөгөнгө йәшәйешкә һәм, ғөмүмән, тормошҡа мөнәсәбәтен, шәхси ҡарашын сағылдырған мәҡәләләр шәлкеме тәҡдим итәбеҙ.Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнгән февраль һанында отставкалағы подполковник, хәрби табип Хәлил Һөйөндөковҡа һүҙ биреү урынлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Бер ҡарауҙан ғашиҡ
Буласаҡ хәләл ефетемде тәүге тапҡыр 8-се синыфҡа Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға килгәс күрҙем.
Матур ғына итеп «Бишбармаҡ»ты бейегән башҡорт һылыуы... «Ошо ҡыҙ киләсәктә минең кәләшем булһа ине» тип ни өсөн аңыма һеңдереп ҡуйыуымды ошоғаса аңлап етмәйем. Бала саҡтан, һәр кеше фәҡәт үҙ милләттәше менән генә йәрәшергә тейеш, тигән инаныу күңелгә оялап алған ине. Атай-әсәйем дә һәр саҡ: «Тормошта үҙ йынысығыҙҙы табырға тырышығыҙ», – ти торғайны. «Ошо ҡыҙҙы оҡшаттым, әммә уға был хаҡта белгертергә ҡыймайым», – тип дуҫыма серемде систем. «Ә һин уға «записка» яҙ», – тине ул. Оҙаҡ ҡына көтөп, «записка»ма ыңғай яуап алғас, ошо донъяла үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Үҫмер саҡта ундай хис-тойғо һәммә кешегә лә киләлер, тим.
Медицина институтының икенсе курсын тамамлағас, уға – буласаҡ шәфҡәт туташына – тәҡдим яһаным. Студент тормошон һис кенә лә еңел, тип әйтеп булмай. Дөйөм ятаҡтарҙа ла, айлыҡ стипендияны түләп, «һаран» фатир хужаларының мөйөшөндә лә йәшәргә тура килде. Иртәле-кисле урам һеперәм, кәләшем дә, ауырлы булыуына ҡарамай, уҡыуҙан тыш, санитарка эшенә өлгөрә торғайны. Баштан алып ауырлыҡтарҙы бергә татығанғамы, араларыбыҙ тик яҡынайғандан-яҡыная барҙы. Тәүге улыбыҙҙың донъяға килеүе беҙҙең өсөн иң шатлыҡлы ваҡиға булғандыр. Уға Салауат тип исем бирҙек. Сабыйыбыҙҙы бала табыу йортонан кескәй генә бүлмәгә алып ҡайтҡас, биләүен тағатып, тәүге мәртәбә йыуындырыуыбыҙ бөгөнгө һымаҡ хәтерҙә. Алдымда ятҡан «Педиатрия» китабындағы һүрәттә күрһәтелгәнсе итеп, улымды усыма һалғанмын, ә әсәһе уны йылы һыу менән ҡойондора. «Күҙенә һыу төшөрмә, кендеген һаҡла…» – үҙ-ара гөрләшеүебеҙ һаман ҡолаҡта сыңлай. Сабый йоҡлаған арала тиҙ генә уҡый һалып алам, сөнки иртәгә – имтиханға барырға…
Дүртенсе курстан һуң Куйбышев хәрби медицина факультетына күсергә ҡарар иттем. Хәләл ефетем дә ғүмер буйы офицер ҡатыны булырға ризалығын бирҙе. Инде өсөнсө йәш менән барған улыбыҙҙы ла алып киттек. Уны етәкләп урамда барғанда, ҡаршы осраған офицерҙарҙы фуражкаға ҡулымды ҡуйып сәләмләһәм, улым да уларға һул ҡулы менән «честь» биреп бара торғайны. Медицина лейтенанты, хәрби табип-хирург булып, ракета ғәскәрҙәренә ҡараған часҡа тәғәйенләндем. Хәләл ефетем дә хәрби хеҙмәт юлын мин эшләгән госпиталдә башланы. Хеҙмәт дәүерендә тағы бер улыбыҙ – Азатыбыҙ тыуҙы. Ҡырҡ биш йәшебеҙ тулыуға, мин – подполковник, ә ҡатыным старшина дәрәжәһендә отставкаға сыҡтыҡ. Оҙаҡламай, фатир алып, Сибай ҡалаһына күсеп килдек.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: