Был һорауҙы уға журналистар йыш бирә. Миңә ҡалһа, шағир ҡыҙы булыу бәхеттер. Мостафа Сафа улы шул хәтлем йылы, кешелекле, хатта кеселекле кеше булды, ул тормошҡа яратып баҡты, фәлсәфәүи ҡараны. Беҙ, әҙип әҫәрҙәрен уҡып үҫкән йәштәр, уның бөйөклөгө алдында баҙап ҡала инек. Әммә ул тап ижад юлына аяҡ баҫыусыларға иғтибарлы булды. Һәр ҡайһыбыҙҙы йөҙгә таный, ниндәй аҙымдар менән килеүебеҙҙе самалай ине. Миңә русса сыҡҡан «Мгновения жизни» китабына ошондай автограф яҙған: «Славная наша Гульназ – замечательный поэт – прими эту книгу в память совместной работы на поэтической сцене Башкортостана. Мустай Карим. 10.XI.2004».
«Ижад кешеләренең холҡо ауыр, тормоштан улар алыҫ торалар, яҡындарына талаптары юғары, үҙҙәре мыжыҡ була», – тигән ҡараш йәшәй. Был һүҙҙәр менән килешмәйем. Сөнки атайым ундай түгел ине. Яҙырға ултырһа, уға ҡамасауларға ярамағанын бәләкәйҙән белеп үҫтем. Ул Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, Юғары Совет депутаты булды, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Яҙышыр өсөн йыш ҡына ижад йорттарына юлланыр ине: йә Мәскәү янына, йә Рига эргәһендәге диңгеҙ буйына. Әҫәрҙәрен ул оҙаҡ уйлап йөрөй ине, әммә яҙғанда етеҙ һәм төҙәтеүһеҙ яҙа торғайны, – тип хәтерләй Әлфиә Мостай ҡыҙы. – Ул баҡыйлыҡҡа күскәс, шағир ҡыҙы булыу ниндәй яуаплы икәнен тойҙом. Сөнки кешеләр уға бирергә теләгән һорауҙарҙы миңә юлларға тотондо».
Ул атаһының ижади мираҫын һөнәри кимәлдә өйрәнгән, әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итеп, донъя кимәленә сығарған бер туған ағаһы Илгиздең яҡты донъянан бик иртә китеп барыуына ҡайғыра. «Ағайымдың һуңғы ижад емеше – «Һеңлекәш» фильмы. Илгиз проекттың әҙәби-нәфис етәксеһе булды, бик күп көс һалды. Атайыбыҙҙың тулы әҫәрҙәре йыйылмаһы томлыҡтарын төҙөүҙе лә ул атҡарҙы», – ти, ҡәҙерлеһен хәтерләп.
Әлеге көндә Мостай Кәримдең ижади мираҫын һаҡлау менән бергә, уны таратыу, танытыуҙы маҡсат итеп алған шағир ҡыҙы.
– Ул әҫәрҙәрендә бер ҡасан да алдаманы, шуға ла китаптарында уның шәхесен, холҡон, ниндәй кеше икәнен тойоп була.
Аҡыллы, изгелекле, ғәҙел ине һәм ваҡсыл булманы, эстән ирекле ине. Үҙ баһаһын белде. «Өйөмдө һәр кемгә аса алам, әммә күңелемде иң яҡындарыма ғына», – ти ине ул. Дуҫлашҡанда дәрәжәләргә ҡараманы, етәкселәр менән әшнә булманы. Шуға ла дуҫтары – төрлө өлкәнән. Ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашырға яратты, уларҙы хөрмәт итте. Гүзәл затты ишекте асып үткәреү, уға яҡты, асыҡ мөғәмәләлә булыу – ул күрһәткән иң матур өлгөләр. Был уның асылында ине.
Быуаттар киҫелешендә, идеалдар ҡыйралғанда үҙенә тоғро ҡалды, тормошто яратты, зарланманы, килеп тыуған хәлде анализлай һәм дөрөҫ баһа бирә белде. Атайым рухи яҡтан көслө ине һәм ғүмеренең һуңғы көндәренәсә беҙҙең таянысыбыҙ булды. Бошоноп, бирешеп киткән ваҡыттарҙа тынысландырҙы, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдары һәр ваҡыт барлығын иҫкәртте. Һәр кемдә ул, йәшенә һәм социаль хәленә ҡарамай, Кешене күрә белде һәм хөрмәт итте. Шуға ла тормошта уның өсөн иң мөһиме – аралашыу һәм дуҫлыҡ ине.
Олоғайғас ҡына, был бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ, тигән тойоу килде. Һәм шул миҙгелдәрҙе хәтеремә һеңдереп ҡалырға тырыштым. Өсәүләшеп сөкөрҙәшеп сәй артында ултырабыҙ, барыбыҙ ҙа иҫән-һау. Әсәйем ауырый башлағанға күрә шундай уйҙар килгәндер башыма. Атайымды һаҡларға тырыштыҡ, әсәйем уға ҙур хөрмәт, яратыу менән ҡараны. Үҙе ауырып киткәс, ғаиләлә дуҫтар, ҡунаҡтар менән аралашыуҙы сикләмәнек. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған: Энгельс урамына күскән генә ваҡыт. 1999 йыл. Йыш ҡына утты һүндерәләр ине. Тәҙрәгә пәрҙә элә инек, ғәҙәттәгесә ут һүнде. Йырлай башланыҡ. Беҙгә әсәй ҙә ҡушылды... Ғаилә менән урманға сыҡҡанды, күл буйында усаҡ яғып ял иткән ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам, – ти Әлфиә Мостай ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп. – Бала сағым бәхетле үтте, барыһын да кинәнес менән хәтерләйем. Артыҡ иркәләтмәнеләр, әсәйемдең тәрбиәһе өсөн рәхмәт. Үҙе сибек кенә булһа ла: «Ныҡ булайыҡ!» – тип ҡабатларға яратты һәм мин был һүҙҙәрҙе күңелемә һеңдереп ҡалдым. Атайым: «Ҡартлыҡ хуш күңеллегенә бирелеүҙән ҡурҡам», – тип шаяртыр ине. Улар бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәне. Мөһимде мөһим булмаған нәмәләрҙән айыра белгән бик ныҡ быуын ине улар. Юғиһә бит ҡайһы берәүҙәр ваҡ ҡына мәсьәләне лә ҡыйралыш итеп күрә. Атайым менән әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүен ҡабул итәм, әммә улар беҙҙең менән булыуҙан туҡтамай. Атайым бер ваҡытта ла төшөмә инмәй, беҙҙән ризалыр, тип уйлайым, – ти шағир ҡыҙы.
Октябрь айы ғына түгел, тотош йыл Мостай исеме менән үтә. Бөйөк шағирҙың 100 йыллығын һәр кем үҙенсә кисерә, ҡаршылай. Сөнки ул һәр кемдең йөрәгендә йәшәй. Ә тотош республикала бер-бер артлы яңы фильмдарҙың донъя күреүе, милләттәр араһында күпер һалыусы «Алтын ҡурай» кеүек ижади бәйгеләргә йомғаҡ яһалыуы, фотокүргәҙмәләр ойошторолоуы, ошо көндә Мостай рухын тойорға Ер шарының бөтә мөйөштәренән күңелдәштәр тап Өфөгә йыйылыуы, шағирҙың тыуған ауылы Келәшкә зыярат ҡылыуы, Ҡыҙҙар тауында усаҡ яғырға менеүе ижадсының Мәңгелектә тотҡан урыны, халҡы йәшәгәндә, ныҡлы һәм ышаныслы булыуы тураһында һөйләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.