– Динис ағайҙы күптәр, иҫ киткес яҡты күңелле, матур кеше ине, тип хәтерләй. Өйҙә лә ул шулай алсаҡ, иғтибарлы инеме?
– Мостай ағай әйтмешләй, ул булған ерҙә бер ваҡытта ла бушлыҡ һиҙелмәне: донъя тулы, күңел бөтөн ине. Был айырыуса баҡсала беленде. Атайым шәп баҡсасы булды. Ял көндәрендә тәбиғәттә йөрөүҙән йәм тапты. Ул килеү менән эргәһенә шунда уҡ кешеләр йыйыла. Иң яратҡан эше – ергә ятып кишер утау. Тағы ла сейә йыйырға яратты. «Мин бөтәһен дә Чехов кеүек эшләйем», – ти ине, көлөп. Атайҙың тағы бер яғы хәтерҙә ҡалған. Гел яуаплы вазифаларҙа эшләне, унда – төрлө хәлдәр, ығы-зығылар. Атай был хаҡта бер ҡасан да өйҙә һөйләмәне, ниндәй генә хәл килеп тыуғанда ла, үҙен ысын ирҙәрсә тотто. Ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә донъяның алһыу төҫтәрҙән генә тормауын аңланым.
– Атайым мөһабәт кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө, күҙҙәре нур сәсеп, янып торған ир-уҙаман ине. Ул яҡшылыҡтың еңеренә ышанып йәшәне, беҙгә лә, һәр ваҡыт, матурлыҡты күрә белергә кәрәк, тип әйтә торғайны. Ғүмеренең ахырынаса халҡым, телем тип йәшәне, хаҡлыҡ һөйҙө, тура һүҙле булды. Һәр саҡ кешеләрҙе хәстәрләп йөрөнө, нисек тә ярҙам итергә тырышты. Бер ҡасан бер кем тураһында насар һүҙ һөйләмәне, кешелә тик яҡшы сифаттарҙы күрергә тырышты. Әҫәрҙәрендә лә бит яҡшылыҡтың еңеүенә, балаларҙың һәйбәт кешеләр булып үҫәсәгенә ышаныс һүрәтләнә.
– Туғыҙ йәшемә тиклем атайлы булып үҫеү бәхете тейҙе. Атай минең өсөн абруй ине. Ул яҡлаусым да, һаҡлаусым да, донъялағы иң-иң ҡәҙерле кешем дә булды. Эштән ҡайтыуын шул тиклем көтөп ала торғайным. Фатир ҡыңғырауына нисек баҫыуынан уҡ танып торам. Кис көнө мин генә түгел, хатта бесәй ҙә ишек төбөнә килеп, сабыр ғына атайҙы көтә ине. Фани донъянан китеүенә 25 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, социаль селтәрҙәрҙә миңә, һин Динис Бүләковтың ҡыҙыһыңмы, атайың бигерәк яҡшы кеше булды, тип йылы һүҙҙәр яҙалар. Ҡайҙалыр барһам, эргәмә килеп, уға булған ихтирам тойғоларын белдерәләр. Әсәйем дә, атайыңдың яҡты хәтере әле лә юл аса, тип йыш ҡабатлар ине...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.