-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
24 Октябрь 2023, 15:26

«Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!..»

Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылында буй еткергән ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ ижади һәләтен аса. Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» түңәрәгендә үҙе кеүек ҡәләм тибрәтеүселәр менән аралашып, бер ҡабына, бер һүнә. Әммә барыбер ҙә эстә урғылған ижади ялҡын ҡасан да бәреп сығырға тейеш бит ул! Зөлфирәне был ут байтаҡ тормош тәжрибәһе туплағас ҡуҙғыта. Шишмә районы Горный ҡасабаһында рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытып, бер йыл эшләгәс, ағаһының туйына ҡайтҡанда, буласаҡ тормош иптәшен – Йылайыр районы Яманһаҙ ауылы егете Рәсүлде осрата. Ике айҙан һуң йәштәр өйләнешә. Зөлфирә шулай итеп түңгәүер еренә килен булып төшә. Биш балаға ғүмер биреп, ҡәйнәһе менән һин дә мин һыйышып йәшәгән, иренә ныҡлы терәк булған, эшендә байтаҡ уңыштарға өлгәшкән абруйлы ауыл уҡытыусыһы булып танылған ханым Башҡортостан матбуғатында бер-бер артлы тос хикәйәләр менән күренә башланы. «Китап» нәшриәтендә «Сиселмәгән сер» (2004), «Хыялға илтер һуҡмаҡ» (2011), «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш» (2016) йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздарына ағза итеп алынды. Бына биш йыл инде Йылайыр районы «Ауыл уттары» гәзитенә хәбәрсе булып урынлашып, әлеге көндә мөхәррир вазифаһын башҡара. Юҡ, Зөлфирә ауылынан ғаиләһен ҡуҙғытманы. Бары тик тимер атты ауыҙлыҡлап, көн дә юлһыҙ ерҙән эшкә елдерә. Мөмкинлектәрен сикләмәүе, тормошҡа ижади ҡарауы, яңылыҡтарҙан ҡурҡмауы арҡаһында тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы, тос фекерле шәхес кимәленә күтәрелде. Илле йәш ҡатын-ҡыҙ өсөн нимә инде ул? Өлгөрөп еткән саҡ, ижад кешеһенең йөҙөп йөрөп эшләр ваҡыты! Уны ошо күркәм мәле менән тәбрикләп, һүҙҙе үҙенә бирәйек.

«Наҙ ҙа, яҙ ҙа,  ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!..»
«Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!..»

– Ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәт, нисек өлгөрәһең, ижад итергә ваҡытты нисек табаһың?
– Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы арала бик һирәк яҙышам. Элек мәктәптә эшләгәндә ҡәләмемде күберәк, йышы­раҡ ала инем ҡулға. Сөнки әйтер һүҙҙәрем, фекерҙәрем йыйылып китә лә, күңелемә һыймай, ҡағыҙға түгелә башлай: йә шиғыр, йә хикәйә, йә нәҫер булып. Хәҙер ана шундай ҙурыраҡ әҫәргә ойотҡо булырҙай матур башлан­ғыстарым, тос ҡына фекерҙәрем мәҡәләләргә инә лә китә.
– Бына һин үҙ мөхитеңдән, килен булып төшкән ауылыңдан һурылып сығып, район гәзите хәбәрсеһе булып киттең, әле баш мөхәррирһең, был яңылыҡ тормошто ҡабул итмешеңә ниндәй йоғонто яһаны?
– Был минең өсөн, ғөмүмән, минең өсөн генә лә түгел, мине уратҡан мөхит өсөн ҙур батырлыҡ булды! Сөнки кеше ауыл ерендә «аҡсалы, йылы» мәктәптән, уҡытыусылыҡтан сығып китмәй! Хаҡлы ялға ғына ебәрмәһәләр, минән башҡа эш ташлаған кеше юҡ ине. Быны ауыл халҡы, хатта яҡындарым аңлай алманы... Тик мин ике тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләп, байтаҡ тәжрибә туплап, башҡорт теле буйынса «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеп, «Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен алып, эштән китергә мәжбүр булдым. Бик күп сәбәптәр ята был ҡарарҙың эсендә. Иң мөһиме – мин элеккесә эшләй алмай инем. Ә атҡаҙанған исеме йөрөткән уҡытыусы кимәлендә эшләр өсөн шарттар юҡ ине. Шарттар ғына түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә эләкмәне. Ғөмүмән, миңә уҡытыу­сылыҡ дәүеремдә үҙ телемдә ҡолас йәйеп уҡытырға насип булманы, сит тел дәрес­тәрен алып барҙым. Мәктәп, вузда алған белем генә инглиз телен етерлек кимәлдә белеүҙе аңлатмай. Ярым наҙан уҡыусылар сығарырға теләмәнем һәм мәктәптән киттем. Редакция – ул минең стихиям. Йөҙөп йөрөп ижад итәм! Беләһеңме, мәктәптә лә мин илке-һалҡы йөрөмәнем, ныҡ тырышып эшләнем. Ә журналист һөнәрен яратып башҡарам! Ысынлап ашҡынып барам, ҡыуанып ҡайтырға сығам. Яратҡан эштең нисек булырға тейешлеген бик һуңлап аңланым, шуныһы үкенес! Баймаҡ интернат-мәктәбендә инглиз теленән уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Галина Николаевна теләктәр дәфтәремә (элек иҫтәлеккә тип тота инек) шундай яҙма ҡалдырғайны: «Не бойся попробовать себя в разной профессии, в итоге ты все равно придешь к своему призванию». Ныҡ аптырағайным, нисек инде бер генә йәшәгән ҡыҫҡа ғүмереңдә әллә ниндәй һөнәрҙәргә бүлгеләнергә була тип? 45 йәшемдә редакцияға эшкә урынлашҡас, тап ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫ­лөгөнә инандым.
...Донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Үҙем дә үҙгәрҙем: асылдым, ҡурҡыуым бөттө. Элек йомоғораҡ, баҫалҡыраҡ, һәр һүҙемде, һәр аҙымымды уйлап, хатта аҡыллыраҡ булып күренергә тырышып йәшәнем. Бөгөн нисек бармын – шулаймын. Аҡ яҡтарым да, ҡара яҡтарым да – һеҙҙең алда. Донъяны ла нисек бар – шулай ҡабул итәм.
– Ирең һинең яҙыусылыҡҡа нисек ҡарай?
– Ирҙәрсә! Битараф тип әйтер инем, улай уҡ түгел. Матбуғатта әҫәрем баҫылһа, хатта ҡыуанып китә! Тик... «Күберәк яҙ, гонорарың күберәк булһын», – тип шаярта ла... уҡымай.
– Балаларға мөхәббәт бер тигеҙ, тиҙәр. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешлә­һәң дә ауыртамы?
– Шулайҙыр ул! Элек әсәйемдән (беҙ ете бала үҫтек) «Кемебеҙҙе нығыраҡ яратаһың?» – тип һораһаҡ, ул шулай тиер ине. Әммә беҙ балаларға һөйөүҙең тигеҙ бүленмәгәнен һиҙә инек! Үҙебеҙсә, «Атайым – шуны, әсәйем – быны, ҡартәсәйем тегене нығыраҡ ярата», – тип һөйләшә торғай­ныҡ. Бөгөн мин бер баламды ла кәмерәк яратамдыр, тип уйламайым. Төрлө саҡ була: береһе ауырып китһә, ҡурҡыныс янаһа, тап шуныһы ҡәҙерлерәк кеүек тойола. Ә ҡурҡыныс үтһә, барыһы ла ғәзиз икәнен аңлайһың...
– Ижадың романтик рухта, тормош ысынбарлығы барыбер ҙә икенсерәк. Ижад ошо көндәлектән ҡасыумы, әллә был тәбиғилекме?
– Романтик рухтамы икән ни? Уйланғаным юҡ ине ул турала, белмәйем. Шулай ҙа натурализмдан ҡасырға тырышам. Әгәр бары тормош ысынбарлығын ғына һүрәтләһәк, ул ҡыҙыҡ булыр инеме икән? Әҫәрҙәге донъябыҙ ысынбар­лыҡтан саҡ ҡына күркәмерәк, кешеләр матурыраҡ, хистәр ҡыҙыуыраҡ, уйҙар сафыраҡтыр, моға­йын. Әммә мин үҙем шулай тип ҡарар ҡабул итеп, шуға оҡшатып яҙырға тырышам, тигән һүҙ түгел. Үҙе тәбиғи рәүештә шулай килеп сыға.
Күктәр әйтеп торамы, ҡулдан алып йөрөтәме икән? Ижад – ул сер. Уны тик ижадсы ғына аңлай, кешеләргә аңлата алмаһа ла. Ошо бөйөк сергә, илаһи, илһамлы ижад серенә миңә лә төшө­нөргә, уға ҡағылырға рөхсәт иткәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен...
– Һеҙҙең ғаиләлә яратып әҙерләнгән ризыҡтар?
– Бөтәбеҙ ҙә ит ризыҡтарын яратабыҙ: һалма (йәғни бишбармаҡ), билмән, манты, голубцы. Шулай уҡ ҡамыр ризыҡтарын да күмәкләп беше­рәбеҙ. Ҡыҙҙарым миңә ҡарағанда ла оҫта. Эштән һуңлап ҡайтһам, Рәсүл ашарға әҙерләп ҡуя, бер ҡасан да мине көтөп ултырмай. Иптәшем картуфты ныҡ тәмле ҡыҙҙыра, күп итеп май, һуған, кишер һала. Шуға үҙем өйҙә булһам да уға әрсеп, әҙерләп бирәм, ул ҡура.
– Яңынан йәшәп ҡарап, мөмкинлек булһа, тормошоңда нимәләрҙе үҙгәртер инең?
– Ул турала йыш ҡына уйланам. Кешеләр «шулай уҡ йәшәр инем», тиһә, ышанмайым. Йә улар алдай, йә ысын-ысынында ҡәнәғәт кешеләрҙер. Ә мин бөтөнләй икенсе юлдан китер инем, икенсе һөнәр һайлар, икенсе кешегә тормошҡа сығыр инем, икенсе ерҙә йәшәр инем. Бер үк тормошто ҡабатлауҙың ни ҡыҙығы? Бөгөнгө тормошомдан ҡәнәғәт, йәрем менән, балаларым менән бәхетле булһам да, мөмкинлек булһа, өр-яңы юлдан китер инем.
– Һинеңсә нимә ул мөхәббәт?
– Мөхәббәт – ул икенсе яртыңды табыу һәм уның өсөн йәшәү, уны бәхетле итеү. Кешене яратһаң, ул һине яратамы, ҡәҙерләйме, бүләк бирәме, тип уйламайһың, бары уның барлығы өсөн генә һөйөнөп йәшәйһең. Ә был һорауҙар тыуа икән – тимәк, мөхәббәт юҡ. Партне­рың бар, балаларыңдың атаһы бар, тормош юлдашы бар – һөйөү юҡ. Минеңсә шулай, һәр кемдең үҙ фекере, тормошто үҙенсә ҡабул итеүе. Был яҙылған ҡанун түгел, әлбиттә.
– Йәш ғаиләләргә теләктәрең?
– Түҙемлек теләйем. Ғаилә ҡороу еңел түгел. Шаулап-гөрләп туйҙар уҙа, ике йәш кеше үҙҙәре генә тороп ҡала. Һәр береһенең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ булмышы, үҙ холоҡ-фиғеле. Ошо ике яртынан бер бөтөн барлыҡҡа килһен өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк. Әле генә яратышып туймаҫтай булған йәштәр өсөн көндәлек мәшәҡәттәр кәртә булып тойолоуы мөмкин: аҡса етмәү, ашарға әҙерләп өлгөрмәү, магазиндан аҙыҡ алып ҡайтырға онотоу, бысраҡ кейемде таҙа әйберҙәр араһына һалыу, бала илап маҙаһыҙлау... Һанай китһәң, бер мәшә­ҡәтһеҙ буйҙаҡ тормоштан ошондай ваҡ-төйәк мәшәҡәтле ғаилә тормошо түҙгеһеҙ булып китә. Ошоноң өсөн өйләндемме мин, шуның өсөн сыҡ­тыммы кейәүгә, тигән уйҙар ҙа килә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк тә сабыр булыу кәрәк. Уның төбөндәге һары алтынды күрер өсөн күпме йоҡоһоҙ төн үткәрергә, күҙ йәштәрен түгергә, хистәреңде йүгәнләп, аҡылыңды баш итеп, ҡара тырыш­лығыңды һалып, яңы көндө йылмайып ҡаршыларға. Ике яртынан бер бөтөн булғансы! Хәҙер, Аллаға шөкөр, утыҙ йылға яҡын бергәбеҙ. Бер көләмәстәгесә, үҙемдең бер туған ғына ирем, бер туған ғына кәләшем, тигән кеүек, беҙ инде Рәсүл ағайығыҙ менән бер туғандай. Йәш ғаиләләргә лә ошондай күркәм йәшкә парлап етергә яҙһын!
– Башҡорт ҡатыны ниндәй ул?
– Беҙ төрлө: ваҡыты менән оялсан да, ҡыйыуһыҙ ҙа, кәрәк саҡта саҡма­таштай ҡаты ла, батыр ҙа. Ил саҡырһа, яуға күтәрелербеҙ, оран һалһа, ҡулға ҡылыс алырбыҙ. Тыныс тормошта – алиһәләй сибәр, ҡунаҡ килһә – ҡолас йәйер алсаҡ йөҙлө хужабикә, йыйын­дарҙа – сәсрәтә әйтер сәсәниә, бала­ларыбыҙ өсөн – йәнен бүлеп бирер әсә, ата-әсәбеҙ өсөн – терәк-таған булған ғәзиз бала, ирҙәребеҙ өсөн – һөйөклө йәр генә түгел, ҡалҡан һәм йәйәһенән атылыр уҡ. Етерме икән? Беҙ – ҡатын-ҡыҙ. Шуның менән барыһы әйтелгән: наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ. Йәшәйбеҙ, янабыҙ. Һүнһәк, йондоҙға әйләнәбеҙ...

Азалия МИРЗАЕВА әңгәмәләште.
Йылайыр районы.

Башҡортостан ҡыҙы №9_2016

«Наҙ ҙа, яҙ ҙа,  ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!..»
«Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!..»
Автор:
Читайте нас: