-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
2 Март 2023, 16:51

Кейеҙ тылсымы

Әкиәт урынына олатаһы тарихтарын тыңлап үҫә Зилә. Әсәһенең атаһы Яхъя Күжәхмәтов телдәр, ҡыҙыҡһыныусан ейәнсәрен етәкләй ҙә урман-тауҙарға, ҡырҙарға алып китә. Бүгәсәү һуғышы, аҡтар-ҡыҙылдар хаҡында һөйләй, халыҡ йырҙары тарихын ер-һыу атамаларына бәйләп бәйән итә, сос ҡыҙыҡайҙың хәтеренә һалып ҡалдырырға тырыша. Тик ҡыҙыҡай бик бәләкәй була шул, күп нәмәләр иҫендә ҡалмай. «Их, саҡ ҡына ҙурыраҡ булмағанмын, әллә күпме нәмәне яҙып алыр инем, – ти Зилә Лира. – Ни тиклем мәғлүмәт киткән олатайым менән! Шәғәле Шаҡмандың ҡәберен табыуҙа ла уның ярҙамы ҙур булған»... Тарихҡа һөйөү бәләкәс ҡыҙҙың йөрәгенә шулай иртә һалына. Дүртенсе синыфта таратҡан әсбаптар араһынан тарих китабын һайлай ҙа йотлоғоп уҡып бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡыҙығып китеп, китапхананан барлыҡ кластарҙың тарих китаптарын йыйып, 10-сы синыфтыҡына тиклем уҡып сыға. Теманы һөйләргә баҫтырһа, туҡтата алмай бер була уҡытыусы, етер, беҙ әле ул тиклем төптән уҡымайбыҙ, ти, ә Зилә белгәнен һөйләп ҡалырға тырыша...

Кейеҙ тылсымы
Кейеҙ тылсымы

Икенсе яратҡан дәресе йыр була. Яңы көй отоп килә лә класташтарына өйрәтә. «Әйҙәгеҙ, бөгөн ошоно ҡабатлайыҡ!» – тип таҡтаға сығам да һүҙҙәрен яҙа башлайым. Уҡытыусы ла юл ҡуйған бит әле! Ихласлап шул мин һайлаған йырҙарҙы йырлай торғайныҡ. Шул саҡтағы батырлығыма үҙем дә аптырап ҡуям хәҙер... – тип хәтирәләргә бирелә Зилә апай. – Ғаиләбеҙ музыкаль булды беҙҙең. Әсәйем баянда, гармунда, мандолинала уйнай. Әсәйемдең ағаһы, Ҡәһир, ете музыка ҡоралында үҙе уйнарға өйрәнгән. Ғүмер буйы клубта эшләгән. Ул оҫта рәссам да булған».
Зилә апай ҙа яҡшы төшөрә һүрәтте. Буласаҡ сәхнә кейеменең рәсемен тәфсирләп үҙе эшләй. Байтаҡ йырсыларға кәрәкле фасон табышып бирә. «Былтыр улым шәптән теген машинкаһы алып бирҙе, бәлки, кейемде лә үҙем тегә башлармын тиҙҙән», – ти ул. Һыҙмалар төҙөп, һыҙып ваҡыт үткәрмәй, самалап ҡырҡа ла ҡуя һәм яңылышмай. Һүрәт төшөрөү һәләте беҙ йырсы, популяр башҡарыусы Ян Лираның әсәһе тип белгән Зилә Лирала юғалмаған, бары икенселәй асылған. «Кейеҙ мине бәләкәстән үҙенә ылыҡтырҙы, әллә ниндәй йылылығы, серлелеге менән әсир итте, – ти оҫта апай. – Уны баҫып ҡарау теләге һәр саҡ булды, әммә ауылға ҡайтҡан мәлдәрҙә бер ҙә тотонорға тура килмәне». Тормош, тәҡдир тигәнең ҡыҙыҡайҙы һикәлтәле, бормалы юлдары менән әллә ҡайһы тарафтарҙа йөрөтә, ваҡыт үтә тора...
Стәрлетамаҡта йәшәгән осоро. Йәй. Ҡалала бер үҙе генә тороп ҡалған. Әсәһе ауылдан иләргә тип алып килгән бер тоҡсай йөн ултыра. Әллә ҡасанғы хыялы иҫенә төшөп, шул йөндән кейеҙ баҫып ҡарарға була. Аш бүлмәһендә урын әҙерләй. Һыу ҡайната. Иҙәнгә шыптырҙар йәйеп һала. Кейеҙ баҫҡандарын күргәне юҡ үҙенең, шулай ҙа әсәһе һөйләгәнен иҫкә төшөрә-төшөрә, тәүәккәлләп эшкә тотона. «Һып-һыу булып бөтә инек, тигәне иҫтә. Тағы ла – ҡайнар һыу киткәнлеге... Күп көс кәрәклеге... Әҙер кейеҙ нисек булғанын беләм бит инде, уны баҫыуҙың бер генә сәғәт ваҡыт алмағаны хаҡында ла хәбәрҙармын. Яңылыша-ыҙалай торғас, бер нәмә килтереп сығарҙым бит әй. Әле үҙемә ҡыҙыҡ, һаҡлап ҡалмағанмын, ултырғыс япҡысы хәтлем генә килеп сыҡты кейеҙем. Тағы берәүҙе эшләгәйнем, бәләкәс тоҡтағы йөн ни, күпкә етәме, бөттө лә ҡуйҙы. Олтораҡ итеп ҡырҡтым икенсеһен. Йылылығын шунда тойҙоҡ кейеҙҙең», – тип хәтерләй ул. Эшенән ҡәнәғәт ҡала ла, тик, материал булмағас, туҡтарға мәжбүр була. Ун өс йылға...
«2016 йылда ҡустым ауырып китеп, ул йәшәгән ауылға килдем. Шунда һарыҡ йөнөн яндырыуҙарын ишеткәс, йәнем сыға яҙҙы, – тип һөйләй Зилә Маҙһар ҡыҙы. – Башта ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙың ҡылын тартҡылап ҡараным, кейеҙ баҫа белмәй микән берәйһе, тип ҡыҙыҡһындым, улар хатта иғтибар ҙа бирмәне. Шул саҡ һеңлемдән алып килгән бер аҙ йөнгә күҙем төштө. Инде интернет заманы, мәғлүмәт диңгеҙен байҡаным. Бер нәмә уйламай, тәпешкә баҫып ҡарарға булдым. Килде лә сыҡты теге! Йылылығына, уңайлығына иҫ китте». Бындай шәп әйберҙе иң ҡәҙерле кешеһенә – әсәһенә лә эшләп бирә. Уныһы тағы ла матурыраҡ килеп сыға...
Ҡустыһы ныҡлап ауырып киткәс, уның урынына ауыл мәҙәниәт йортона эшкә төшөргә мәжбүр була. Беренсе үткәрәсәк сара Республика көнөнә тап килә, әммә концерт ойошторорға кәйефе юҡ. Нишләргә белмәй ултыра торғас, кейеҙ буйынса оҫталыҡ дәресен уйлап таба. Кеше килә, бәләкәй генә картиналар баҫалар, бик ҡәнәғәт таралышалар. Киләһендә тәпешкәләргә сират етә, ундай нәмә лә ҡулдарынан килгәнен белгәс, бөтөнләй ҡыуаналар. Шулай оҫтарғандан-оҫтара баралар, төрлөһөн эшләйҙәр. Ауыл халҡы йөндө яндырмай хәҙер. Беҙҙең һарыҡтарҙың йөнө аяҡ кейеменә, еләткәләргә тотонола. Ә төҫлөләрен магазиндан алалар, йәнең теләгәнен һайлап... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙан ҡустыһы донъя ҡуя. «Шул ауыр мәлдәрҙә кейеҙ баҫыу мине ҡотҡарыусы бер көс булғандыр», – ти Зилә Маҙһар ҡыҙы. Көнө буйы эштән ҡайтмай ул. Әбйәлил районы Рәхмәт ауылындағы ҡустыһы төҙөгән «Йәйғор» ансамблен уның һалған бейеүе менән республика «Байыҡ» бәйгеһенә алып килә. Өсөнсө урынға сығалар. Быйыл да ҡатнашыр өсөн уҡыусыһын әҙерләй. Мәскәүҙә цирк артистарының уҡыу йортонда акро­батика, хореография буйынса алған белеменең кәрәге тейә шулай.
«Ошо бер йыл эсендә нимә генә баҫманым. Йәшерен-батырын түгел, ҡулым ипкен минең шундай эштәргә. Ҡайҙалыр саҡырһалар, нимә алып барырға, тип аптырап тормайым. Кейеҙ иҫкермәй, йыуһаң, яңы ғына баҫҡан кеүек була ла ҡуя. Пластилин кеүек ул, йәнең ни теләһә, барыһын әүәләргә мөмкин. Кейеҙҙе боҙоп булмай, – тип һөйләй Зилә Лира яңы мауығыуы хаҡында. – Һатыуға кейемдәрҙе ике яҡлы итеп баҫам. Кеше ҡиммәт аҡса түгеп ала икән, ике әйбер алған кеүек булһын. Заманса биҙәктәрҙе лә ҡулланам, халыҡ орнаменттарын да. Тәҙрәгә ҡорған баҫа башлағайным, әле ҡулым һынып, эшемде туҡтатып торҙом. Мәҙәниәт йорто күп ваҡытты ала, һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен шул. Ысынында, тик кейеҙ менән генә шөғөлләнгем килә». Түңәрәккә ололар ғына түгел, балалар ҙа йөрөй, хәҙер ҡунаҡтарға ла кейеҙ баҫыу тураһында ғорурланып һөйләйҙәр, күрһәтәләр. Ике бала, Рәсәй күләмендәге бәйгелә ҡатнашып, икенсе урынды алған. Һәр уҡыусым эшендә минең дә көсөм бар, тип ғорурланам».
«Әлеге көндә тирмә генә баҫмағанмын. Көндәр йылыныу менән, шуға тотонорға ниәтләйем. Күптәнге хыялым ул! Элегерәк фатирымдың бер бүлмәһен тирмә итеп эшләп алырға уйлай инем. Нисегерәк үҙгәртергә ниәттәр ҡороп бөттөм, хыялымда инде сағараҡ рәүешендә шәмдәл дә эленеп тора... Был хыял һүрелмәй, йылдан-йыл үҫешеп, тулышып бара, инде өй һалыу тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ, өҫкө ҡатында тирмә торасаҡ, Аллаһ бойорһа», – тип ниәттәре менән уртаҡлаша Зилә ханым. Күҙҙе иркәләр матурлыҡтар көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән, Зилә апай!

Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Әбйәлил районы.

Башҡортостан ҡыҙы №3, 2018 йыл

Кейеҙ тылсымы
Кейеҙ тылсымы
Автор:
Читайте нас: