– “Ғүмер – өс көнлөк”, – ти торғайны ололар. Ошо фекерҙең асылын әле саҡ аңланым кеүек. Эшләнәһе эштәр, кешеләргә әйтер һүҙем, өлгөрөп ҡал, тигәндәй, мине етеҙерәк булырға әйҙәй.
Үҙ күңелеңдә лә ҡайһы саҡ бәхәс тыуа. Шағир әйткәнсә: “Сикләнмәгән күңелемде аҡыл менән бикләп ҡуйҙым”, – тигән кеүек, беҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, үҙебеҙгә биктәр ҡуйып йәшәйбеҙ. Ул, бер яҡтан, әҙәп ныҡлығын тотоусы ҡәлғә булһа, икенсе яҡтан, ижади мөмкинлектәрҙе барыбер баҫыңҡырай. Ниәтләгән яҡшы ғына эштәр, тормошҡа ашмайынса, үкенескә лә ҡала.
– Күңелегеҙгә ҡанат ҡуйған уй-ниәттәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙсы.
– Ул уйҙарым мине ҡанатлы ла итә, бошондора ла. Маҡсатыбыҙ – иҫ китмәле бай, күләмле башҡорт әҙәбиәтен, шулай уҡ ауыҙ-тел ижадын кешеләргә тулыһынса еткереү.
Матди байлыҡ өҫтөнлөгө, һалҡын иҫәп көсләп тағылған заманда йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙың бер ҡасан да йөрәк һәм зиһен балҡышынан баш тартмағанын, киреһенсә, быуындан-быуынға аманат итеп тапшырғанын онотмайыҡ. Хатта бөтөнләй өмөтһөҙ күренгән бәндәнең дә күңел ҡылын сирткән йыры бар һәм һәр кем, әкиәткә ышанған балалай, барыбер изгелеккә ышаныс уятҡан сығанаҡҡа ынтыла. Уны шул сығанаҡ – әҙәбиәткә йәлеп итеү – бурысыбыҙ.
Әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәренә уҡыусыны ылыҡтырыу – көнүҙәк мәсьәлә, был маҡсатта матбуғат, радио, телевидение мөмкинлектәрен киң файҙаланырға кәрәк, тип уйлайым.
Үҙебеҙҙең эшмәкәрлеккә ҡағылғанда, китаптағы аҡыл кешеләргә барып етһен, уларҙа камиллыҡҡа ынтылыу теләге уятһын, заман афәтенә ҡаршы торорлоҡ ғәйрәт бирһен тигән ниәттән сығып, йыл әйләнәһенә “Аҡъегет менән Аҡйондоҙ”, “Өс таған”, “Ҡәйнәләр һәм килендәр” һымаҡ саралар үткәрәбеҙ. Күҙ йәше лә, ҡыуаныс та, тетрәнеү ҙә йәнәш был кисәләрҙә.
– Көнитмешебеҙгә компьютер технологиялары көндән-көн нығыраҡ ингәндә, китап уҡыу үткәндә ҡалмаҫмы икән?
– Әлбиттә, компьютер аралашыуҙа, мәғлүмәт-белем алыуҙа ҙур өҫтөнлөктәргә эйә. Ләкин һәр ваҡиғаны, геройҙарҙың кисерештәрен күңелең аша үткәреп, йән таҙарыныуы алып китап уҡыуҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай. Һәм йыш ҡына бер үк әҫәрҙе, йылдар үткәс, күңел торошоңдан, тормош тәжрибәңдән сығып, һин үҙең өсөн өр-яңынан асаһың. Ун биш-егерме йыл элек нәфис әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу һүрелә төшһә, хәҙер кешеләр яңынан шиғриәткә, сәсмә әҫәргә берҙәй тартыла, күңел аҙығы эҙләй. Кешегә нисек кеше булып ҡалырға, тигән мәңгелек һәм тәрән һорауға яуап та берәү генә: көндө ҡояш яҡтыртһа, йән өсөн һүҙ сәнғәте һәм моң бар.
– Бөгөнгө ауыл тормошон бөтә нескәлегендә беләһегеҙ, халыҡ менән даими аралашаһығыҙ. Уның иртәгәһен нисек күҙаллар инегеҙ?
– Ауылда – бөтә башланғыс. Унда йәшәүселәр эскерһеҙерәк. Дәүер үҙгәрештәрен, ҡоролош алмашыныуын да ауырыраҡ кисерәләр. Заман бөгөн кешеләрҙе ныҡлыҡҡа һынай. Рухы, тоҡомо көслөләр бирешмәйәсәк. Беләк көсөнә генә түгел, белем ҡөҙрәтенә, талантҡа, уңғанлыҡҡа эйә булыу ҙа ифрат мөһим.
Бөгөнгө күренештәрҙең иң хафаға һалғаны – бәғзе бер әсәйҙәрҙең балаларына битарафлығы. Уларға ҡарап, элекке өләсәй-инәйҙәрҙең ҡаһарманлығы ҡайҙа икән, тиһең. Яңыраҡ бер ҡатын ун беренсе синыфта уҡыусы ҡыҙы менән килеп: “Зинһар, һөйләшеп ҡарағыҙ әле, ҡулдан ысҡынып бара. Егете ташлағайны, тәмәке лә тарта башланы. Минең бер һүҙем үтмәй”, – ти. Баҡһаң, әсә кеше үҙе йәшлек ғәҙәте буйынса юҡ-юҡ та тәмәке һурғылай икән. Шулай булғас, нисек һүҙе үтһен? Әсә – киләсәк менән бөгөндө тотоп торған сылбыр. Ул сылбыр өҙөлә ҡалһа, фажиғә тыуыуын көт тә тор.
Ауыл кешеһенең тәбиғилеген мин тәбиғәттең үҙе менән сағыштырыр инем. Бер нисә йыл элек районыбыҙҙа шишмәләр ҡороп, ныҡ үрсеп киткән ҡуй тапауҙан туғайҙар яланғасланып ҡалғайны. Ләкин ҡайҙандыр көс алып, шишмәләр бәреп сыҡты – сылтырап ағып яталар, күгүлән баш ҡалҡытты – донъя йәшеллеккә күмелде. Әйтерһең, ергә тереһыу һиптеләр. Ауыл халҡы ла – тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул да, һис шикһеҙ, яңырыу ҡеүәтенә эйә. Әле ул уйлана, яңырыу өсөн ҡөҙрәт йыя, ниндәйҙер тын әҙерлек бара – тормош дауам итә бит. Ҡыш ҡуйынында яралған яҙ кеүек күрәм әлеге торошто. Шулай булһын инде. Шулай ғына була күрһен!
– Һәм ул тормошта иң мөһиме – …
– … мөхәббәт. Минең үҙ бәхетемдең башы ла – мөхәббәтле ғаиләлә үҫеүемдә. Әсәйем менән атайымдың бер-береһен нисек яратыуҙары күҙ ҡараштарында сағылыуын һаман хәтерләйем. Әсәйем атайымдың беренсе ҡатыны өҫтөнә көндәш булып килгән. Ләкин бәләкәй саҡта мин ул апайҙы әсәйемдең апаһы тип уйлап үҫтем – улар бик татыу, апалы-һеңлеле кеүек йәшәнеләр. “Кешенең битен йыртма”, “Өйөңә ингәндең түшенән төртөп сығарма”, “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” – әсәйемдең был һүҙҙәре һаман ҡолағымда сыңлап торғандай. Ябай ғына был әйтемдәрҙә – оло тормош ҡағиҙәләре.
Әле эргәмдә булмаһа ла, “әсәйем ни тип әйтер ине” тип, күп нәмәне уның ҡарашы менән баһалайым. Сабырлығым, ир затын үҙемдән алға ҡуйып, боронғоса ололауым да – әсәйем тәрбиәһе. Был аҡылды ғаиләгә ҡағылышлы сараларҙа башҡа гүзәл заттарға ла, мөмкин булған тиклем, еткерергә тырышам.
Күп ҡатындарҙың хатаһы – ирҙән өҫтөн булырға ынтылыуында. Көслө заттың дәрәжәһен генә түгел, ғаилә, йәмғиәт алдында яуаплылығын да кәметеп, уға тәбиғәттән һалынған сифаттарҙы юҡҡа сығарыуҙан кем ота?! Ҡатын-ҡыҙҙың көсө лә – уның нәфис “көсһөҙлөгөндә”, ир, атай абруйын күтәреп, ҙур эштәргә дәртләндерә белеүендә. Аҡыллы гүзәл зат быларҙың бөтәһе лә ғаиләнең матур тормошо булып әйләнеп ҡайтыуын белә.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та, биләгән вазифама бәйле лә яҡташтарымдың ихтирамы, һәр башҡарылған эшкә оло теләктәшлек белдереүҙәре, ярҙам итергә атлығып тороуҙары минең өсөн бик ҡәҙерле. Татыу һәм уңған коллективыма, ауылдарҙағы китапханасыларға айырыуса рәхмәтлемен. Был донъяла әйләнәңдәге кешеләрҙең күңел йылыһын тойоп йәшәү ҙә ифрат мөһим.
– Һеҙҙеңсә, бөтә бәхетлеләрҙе ниндәй сифат берләштерә икән?
– Улар бөтәһе лә тормошҡа аҡһаҡал аҡылы һәм сабый ҡарашы менән баға. Йыш ҡына кешенең бәхетһеҙлек тип ҡабул иткәне артында тауҙай бәхет тора. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, ул берәүҙе лә өлөшһөҙ итмәй. Бары тик быны күрә белергә кәрәк. Кемдеңдер тормошо бар яҡлап түңәрәк кеүек, ләкин ул ғүмер буйы донъяла үҙен иң бәхетһеҙ бәндә итеп тоя, тимәк, йән тыныслығы тапмай. Йән тыныслығын юғалттырырҙай эштәр ҡылыуҙан һаҡ булырға кәрәк.
– Тыуған көнөгөҙҙә алған иң ҡәҙерле бүләк…
– … ирем Ғүмәр майлы буяу менән яҙған хозур күренеш. Һөнәре буйынса ул юл төҙөүсе булһа ла, күңеле менән дә, тормошта ла – рәссам. Был картина өҫтөндә ул, юбилейыңа өлгөртәм тип, көн дә таңғы дүрттән тороп, ике ай тирәһе эшләне. Мең сәскәле йәйге аҡланда икәү ҡолас ташлап бесән саба. Усаҡтан күк төтөн күтәрелә, ҡаҙан аҫылған. Ул икәү йәш, көслө, матур. Һәм уларҙан да бәхетле кеше юҡ. Ул икәү – беҙҙең йәш сағыбыҙ. Є бөгөнгө ињ ҙур бєхетебеҙ – ейєнебеҙ Тимур.
Баймаҡ районы.