-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
24 Декабрь 2022, 15:35

Китапханасы Райхана

«Һөйләһә – теленән килә, эшләһә – ҡулынан килә» тиҙәр уның кеүектәр тураһында. Һүҙем – Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова хаҡында. Ауылдаштары араһында ябайлығы, эшһөйәрлеге, ярҙам­сыллығы менән хөрмәт яулаған ул. Донъяһы ла гөл кеүек күркәм. Тормош юлдашына – һөйөклө ҡатын, балаларына – хәстәрлекле әсәй, ҡайны-ҡәйнәһенә – уңған килен, әле күптән түгел ҡәйнә һәм өләсәй ҙә булып өлгөргән дәртле, һылыу Райхана апай кеүек гүзәл ханымдар – ябай башҡорт ауылдарының йәме лә, ҡото ла.

Китапханасы  Райхана
Китапханасы Райхана

Өфө китапхана техникумын тамамлаған Райхананы Билал ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ул яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. «Китапханасы булып китеүемә әсәйем булышлыҡ итте. Үҙе ғүмер буйы совхоздың ауыр эшендә йөрөгәс, минең һауын фермаһына барыуымды өнәмәне. Ә беҙ, яңы ғына унынсы класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр, «Бөтә класс менән фермаға!» тигән лозунг менән дәртләнеп эшкә килгәйнек. Тыуған ауылым Таһирҙа китапханасы кәрәк икәнен белеп, мине йәһәтләп шунда күсерҙе...» – тип йәшлек дәрте менән янып йөрөгән йылдарын, ғүмерлек һөнәренә әйләнәсәк шөғөлгә нисек тотоноуын һағынып иҫләп алды Райхана ханым. Билал ауылында ул һөйгән йәре Радмирҙы осратып, мөхәббәтле ғаилә ҡора, һөйөү емештәре булып Илдар, Ләйсән һәм Юлдаш тыуа.
Китапхана эше, бында үткәрелгән осрашыуҙар, кисәләр хаҡында Райхана Эдуард ҡыҙы сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ауылда ойошторолған бер генә сара ла Райхананан тыш үтмәй. Район кимәлендә ниндәй генә конкурс, бәйге уҙмаһын, китапханасы унда ла ихлас ҡатнаша, ауылдаштарын йәлеп итә. Биләмәләге ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы мәктәп менән бергә ҡайнап эшләй. «Бигерәк тә мәғариф ветерандары әүҙем. Ишһылыу Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гүзәл Танғатарова, олораҡ быуын вәкилдәренән Рәйлә Кинйәбулатова, Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Рәмилә Әминева, Фәимә Һибәтуллина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Нурзиә Йәнгилдина, Гөлнур Ишморатовалар, йәштәрҙән Сәғилә Ғайсина, Сәғирә Кәримова, Зөлфиә Байраҡаева, Рима Мырҙина, Дилара Әхмәтова, Рәшиҙә Хәйҙәрова, Люциә Дауытова һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итергә әҙер. Шулай уҡ хөрмәтле коллегаларымдан уңдым. Уларға рәхмәтем сикһеҙ», – ти китап­ханасы.
Бөгөн күп ауылдарҙа китапханалар мәҙәни һәм рухи усаҡ ролен үтәй. Билал китапханаһы янында ла аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡорҙары эшләй, мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре ҡатнашлығында мәҙәни саралар йыш ойошторола. Рухлы, дәртле, эш тип янып йәшәгән мөләйем ханым Райхана Эдуард ҡыҙы әленән-әле яҙыусылар менән осрашыуҙар, ял кисәләре, төрлө бәйгеләр үткәреп, ауылдаштарын әҙәбиәт яңылыҡтары, илдәге хәлдәр менән таныштыра. Ауыл халҡы китапханаға китап уҡыр өсөн генә түгел, ә күңел йылыһы эҙләп тә килә. Райхана һәр кемдең шатлыҡ-ҡыуанысын да, ҡайғы-хәсрәтен дә ихлас тыңлай белә, кәрәк саҡта кәңәштәрен дә йәлләмәй. Өҫтәүенә үҙе – ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары. Райхана Эдуард ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән, әммә уның өсөн иң мәртәбәлеһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты.
Райхана Булатова – оҫта хәбәрсе лә. Уның ауыл тормошон яҡтыртҡан, уңғандарҙы, йүнселдәрҙе данлаған мәҡәләләре район, республика баҫмаларында әленән-әле баҫылып тора. Ауылдаштары араһында милли матбуғатты таратыу, гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ла әүҙем эш алып бара рухлы ханым. Беҙҙең «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәре менән ойошторған осрашыуы ла самауырлы табын артында ихлас аралашыуға ҡоролдо, Билал, Һәмән тарафтарында яңы дуҫтар табыуыбыҙға ҡыуанып ҡайттыҡ.
Эшһөйәр ханымдың өйө лә балҡып тора. Булатовтар ишле мал көтә, баҡса үҫтерә, бал ҡорто үрсетә. Уңған ғаиләнең ауылда үҙ магазины бар. Райхана Эдуард ҡыҙы аш-һыуға оҫта, бәйләү-сигеүгә маһир. Шөкөр, балалары ла уңыштары менән һөйөндөрөп, атай-әсәй, тип өҙөлөп тора. «Быйыл Илдар улыбыҙ менән Айгөл киленебеҙгә шаулап-гөрләп туй үткәрҙек, йәштәргә өй һала башланыҡ, әле яңыраҡ ҡына олатай, өләсәй булыу шатлығы кисерҙек. Ләйсәнебеҙ мәктәпте матур билдәләргә тамамлап, Өфө медицина колледжына уҡырға инде, бәләкәсебеҙ Юлдаш 3-сө класта уҡый. Тормош иптәшем Радмирҙан уңдым. Эшемде аңлап ҡарауы, мине ҡәҙер итеүе өсөн рәхмәтлемен. Инде һикһәнде ҡыуалаған ҡәйнәм Рәйлә, ҡайным Рәфҡәт – беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс. Улар алты балаһына ла яҡшы тәрбиә биргән, туғандар менән аралашып йәшәйбеҙ. Ҡайһы саҡта атай-әсәйем генә ошо бәхетле көндәрҙе күреп, оҙағыраҡ йәшәмәне, тигән үкенесле уйҙар күңелде өтөп ала. Әсәйем Сәүҙә, атайым Эдуард ныҡ тырыш, сәмсел кешеләр ине, икеһе лә алдынғы малсы булды. Әммә тормош дауам итә... Яратҡан ғаиләм, бына тигән балаларым, ейәнсәрем, мине ҡурсалап торған тормош иптәшем, һәр көн ҡыуанып барған эшем, хөрмәт иткән ауылдаштарым менән бәхетлемен. Шул бәхетем өсөн мең шөкөр ҡылып йәшәйем», – ти Райхана ханым.
Ә уңышлы, бәхетле булыуҙың, урғылып торған дәрттең сере нимәлә икән һуң? Мөхәббәттәлер, моғайын. «Бәйләнештә» селтәрендә ҡатынының бер фотоһы аҫтына Радмир ағай шундай шиғырҙы күсереп яҙып ҡуйған:
«Ҡорос арҡандарҙан ҡеүәтлерәк
Хистәр менән сырмап ураным –
Һөйөүемә бәхет юрай-юрай,
Хоҙайымдан һине һораным…»*
Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙы йөҙөк ҡашы итеп балҡытҡан да, йөҙөндә нур уйнатҡан да, эшкә илһамландырған да, яңы үрҙәргә дәртләндергән дә мөхәббәттер ул...

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.

Башҡортостан ҡыҙы №10, 2017

Автор:
Читайте нас: