-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
12 Декабрь 2022, 10:16

Бурыс дәфтәре

Хикәйә Элек Сабурҙарҙың ауылында ике магазин бар ине. Береһендә – аҙыҡ-түлек, икенсеһендә промышленность, гәзиттәрҙә яҙылғанса әйткәндә, сәнәғәт тауарҙары һаттылар. Донъялар буталып, колхоз тарҡалып, халыҡ эштән яҙғас, береһе генә ҡалды. Берҙән-бер булһа ла берәгәйле, унда ширпотреб мул: кейем-һалым, балта-көрәк, ҡаҙаҡ; сәй-шәкәрен, һыра-араҡыһын, тәмәкеһен әйтеп тә тораһы түгел.

Бурыс дәфтәре
Бурыс дәфтәре

Магазин – Ғәшүрә атлы сос ҡатындыҡы. Теләгәндә – аса, теләмәгәндә – юҡ, күберәк өйөндә һатыу итә. Хәмер, тәмәке кеүек үтемле тауарҙарҙы тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә алырға мөмкин, аҡсаң булыу ғына шарт. Ул халыҡтың күҙ терәп торған сауҙа нөктәһен йоҙаҡта тотоуын былай аңлата: «Тиле әҙәмдәй нишләп магазин һаҡлап ултырайым. Барыбер килеүсе һирәк». Килеүсе күп булыр ине лә ул, аңлап тороуығыҙса, халыҡтың кеҫәһендә елдәр уйнай. Пенсия таратҡан көндәрҙә генә Ғәшүрә эш урынында була. Магазиндан кеше өҙөлмәй: кемдер аҡсаһын ҡат-ҡат һанап кәрәк-ярағын ала, кемдер бурысын түләп ҡыуана.

Бурысҡа алыуҙың Ғәшүрә булдырған үҙ тәртибе бар: һораған әйбереңә мотлаҡ һаҡлау мөҙҙәте сыҡҡан балыҡ консервалары, һуттар, ҡатып бөткән кәнфит, перәниктәрен ҡушып бирә. Ризалашмаһаң – буш ҡул менән сығып китәһең, ризалашһаң –  дәфтәргә бурысың теркәлә.

Бурысҡа һатыуҙы аҡса һуғыуҙың иң ҡулай ысулы, тип иҫәпләй Ғәшүрә. Дәфтәрҙә ир-аттың исем-шәрифе күберәк, улар магазинға тәмәке, һыра, араҡы алырға ғына йөрөй. Һатыусыға шул ғына кәрәк, бурысыңды ҡыуана-ҡыуана яҙып ҡуя. Ә үҙен аҙамат тип иҫәпләгән ҡайһы ир-аттың бер ярты менән генә мөрхәтһенгәне бар? Ул магазиндың ишеген мотлаҡ ҡабат аса йә төндә Ғәшүрәнең тәҙрәһен ҡаға. Дәфтәрҙән бурысыңды һыҙҙырғанда алдан иҫәпләп барған аҡсаң бер ваҡытта ла етмәй. Етер ине лә, хаҡты ҡатын өс яртыға таптыра. Һүҙ көрәштереү урынһыҙ, яуабы әҙер:

– Онотҡанһыңдыр, аяғыңда саҡ баҫып тора инең, бында бөтәһе лә яҙылған, – тип дәфтәрен танау төбөңә терәй.

Бәхәсләшеүҙән ни файҙа? Барыбер күҙ төбәп уға бараһы. Донъя көткәс, ҡунаҡ-төшөмһөҙ, табынһыҙ булмай. Бесән йә утын килтертһәң дә, иң төп һый – хәмер. Шуға күрә ир-аттың дәфтәрҙе яндырып, көлөн хужабикәнең күҙенә һибеп, унан үс алырға теләүе аңлашылалыр. Тейешлеһен генә яҙһа бер хәл, өҫтәп яҙғанға йәндәре көйә уларҙың.

Яңыраҡ маҡсаттарына иреште ҡорҙаштар. Бында теләһә-теләмәһә лә Сабурға ла ҡатнашырға тура килде. Хәйер, уның ризалығын һорап та торманылар.

Сабур ауылға ялға ҡайтҡайны. Ҡорҙаштары балыҡ тоторға саҡырҙы. Ҡармаҡтарын барлап, күл буйына барып еткәндә улар йыйылып бөткәйне. Баҡтиһәң, балыҡ тотоу һылтау ғына икән, кәңәш ҡормаҡсылар, йыйылыш үткәрмәкселәр.  Ғәҙелша яһаған телмәр ҡыҫҡа, ләкин тос ине. Ул ауыр хәлдән сығыуҙың берҙән-бер дөрөҫ юлын күрһәтте:

– Дәфтәрҙе нисек тә ҡулға төшөрөп, юҡ итергә!

Күл буйында тынлыҡ урынлашты. Батырхан телгә килде:

– Күптән кәрәк ине, әтеү үҙен Алланың ҡашҡа тәкәһе кеүек тота.

Уны башҡалар күтәреп алды:

– Ҡыланышы ҡырға һыймай, түҙемлектең дә сиге бар.

– Әйберҙәрҙең хаҡын икеләтә арттырып һатыуы етмәгән, алмаған араҡы өсөн беҙҙән аҡса ҡайыра.

– Быға сик ҡуйырға, иманын уҡытырға кәрәк!

– Һыҡмыр, бер тин өсөн иманын шайтанға һатырға әҙер.

– Махмурҙан сирләгән иренән йөҙ грамын йәлләмәһә, ул аяғын һуҙмаҫ, әле беҙҙең арала ултырыр ине.

Йыйылыш бер төптән ҡарар ҡабул итте: олигарх, халыҡтың ҡанын эсеүсенең дәфтәрен урларға!

– Кем дә кем ошо ҡарар менән риза, ҡул күтәрә.

– Ҡарар сығарыуын сығарҙыҡ та ул, ә дәфтәрҙе нисек ҡулға төшөрәбеҙ? – Батырхан шөбһә белдерҙе.

– Тәҙрәне ҡыйратып, магазиндың эсенә факел ырғытайыҡ. Ғәшүрә саҡыртҡан янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, көл-күмер генә ҡаласаҡ.

Тәҡдим кире ҡағылды. Уттың ауылға таралыуынан ҡурҡтылар. Бәхәсләшә торғас, Ғәҙелшаның тәҡдимен ҡулай күрҙеләр: иң яҡшыһы – магазинға төшөү. Бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән.

– Ә кем?..

Ҡорҙаштар бер-береһенә ҡарашты. Теләк белдереүсе табылманы.

– Улайһа, былай итәбеҙ, – тине Ғәҙелша. – Шыбаға, шыбаға!

Ул ҡырҡып алып килгән оҙон талды ҡорҙаштар ҡурҡа-ҡурҡа ғына ус аялап тотошто. Батырхан осҡа сыҡты.

– Шулай булыр тип уйлағайным да, – тине ул, ауыр көрһөнөп.

– Атайың менән әсәйеңә рәхмәт уҡы, исемеңде белеп ҡушҡандар. Үҙең батырһың, үҙең ханһың. Бындай исем тағы кемдә бар? Исемеңде аҡлар форсат та табылды, – тип йүкә сөй ҡаҡты Ғәҙелша.

– Башымды төрмәлә серетергә йыйынаһығыҙ. Аҙағы хәйерле булһын. – Батырхан бала-саға һымаҡ киреләнде.

– Борсолма, – тип тынысландырҙы уны сабырлығын юя башлаған Ғәҙелша. – Беҙ һиңә шундай шәп алиби әҙерләйәсәкбеҙ, райондан түгел, Мәскәүҙең үҙенән килеп тикшерһәләр ҙә, эҙеңә төшә алмаҫтар.

– Әле әтәсләнеп ултыраһығыҙ ҙа ул, һуңынан белмәмеш тә күрмәмешме? – Батырхан иҫенә килмәгәйне әле. – Мин бит колхоздан һалам да урлаған кеше түгел.

– Выжданың ғазапламаһын. Был урлашыуға инмәй, ә йәмғиәткә зарарлы элементтың эш-ҡылыҡтарына сик ҡуйыу. – Ғәҙелша ҡаты торҙо. – Алиби тигәнебеҙ ошолайыраҡ: һин кискә беҙҙе, – ул ҡарашын Сабурға күсерҙе, – ҡунаҡҡа саҡыраһың. Һин, – Батырханға боролдо, – төнө буйы беҙҙең менән булдың.

– Ә водяра? Закусон?

– Асыуҙы килтереп, төрмәлә ятҡан кешеләй блатной һүҙҙәр һөйләп ултырма әле.

– Эш шуға бара түгелме һуң? Алдан өйрәнә торайым, тием. – Батырхандың йөҙөндә йылмайыу ишараты сағылды.

– Сабурҙың беҙҙе һыйларлыҡ ҡына рәте барҙыр әле, шулаймы?

– Һеҙҙән йәлләгәнде эт ашаһын! – Сабур ризалығын белдереп баш ҡаҡты.

– Уха бешерербеҙ, күптән ашаған юҡ.

– Бисәләр ебәрмәһә? – Батырхан тағы сәбәп тапты. – Уларҙың да ҡунаҡ булғыһы килһә?

– Бер бисәңә лә баш була алмаған һин ниндәй ир ул? Хәйер, ир – баш, ҡатын – муйын. – Ғәҙелша уйға батты. – Мальчишник, тиербеҙ. Ир-егеттәр генә йыйылған табын. Сабир үҙе генә ҡайтҡан, ҡатыны ҡалала ҡалған, тиегеҙ. Әйтмәһәм, шуға ла башығыҙ етмәй.

– Минең тағы бер һорауым бар, – тине Батырхан тәмәкәһен ҡабыҙып. – Дәфтәр магазинда булмаһа? Ғәшүрә уны өйөнә алып ҡайтһа?

– Тикшерербеҙ, булмаһа, һиңә унда ничего делать! – Ғәҙелша урынынан ҡалҡынды. – Һүҙ бутҡаһы бешереү етер, эшкә тотонорға ваҡыт.

Балыҡтан ҡайтҡас, Сабур магазинға барҙы. Күптән күрешмәгән яҡын туғаны килгәнме ни, Ғәшүрә уны ҡосағын йәйеп ҡаршыланы. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. Ҡулына әҙерәк булһа ла аҡса инәсәк, сөнки Сабур башҡалар һымаҡ бурысҡа һорамай, ҡалала эшләгәс, бай. Араҡыға ҡушып, тегеһен-быныһын тәҡдим итеп ыу-арама килде.

Иҫәпләшеп бөтөр-бөтмәҫтән, алдан һөйләшкәнсә, магазинға Батырхан инде. Ул бөгөлөп-һығылып:

– Ғәшүрәкәйем, үлтермә, теге дәфтәреңә яҙып, ярты бир әле, – тип ялбарҙы. – Баш сатнай, үләм...

– Тәүҙә бурысыңды түлә, шунан таптырырһың! – Ғәшүрә йәшник аҫтынан йәшел тышлы дәфтәрен тартып сығарҙы. – Миңә күпме тейеш икәнлегеңде беләһеңме? – Ул бармаҡтарын төкөрөкләп биттәрҙе аҡтарырға кереште. – Күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, теүәл өс ярты, йәнә биш килька консерваһы!

– Мин икене генә алдым, бесән килтертергә, берәүһен күрәләтә өҫтәп яҙғанһың.

Батырхан һүҙен бөтөрөр-бөтөрмәҫтән Ғәшүрә туҙынырға тотондо:

– Һинең аҡсаңа ҡалған көнөм юҡ әле. Аллаға шөкөр, эшем бар, ҡайһы берәүҙәр кеүек бот күтәреп өйҙә ятмайым. – Ул дәфтәрҙе кире урынына ҡуйҙы. – Һарыуымды ҡайнатма! Алдыңдан артың! Магазинды бикләйем.

– Кискә беҙгә кил, уха бешерәбеҙ, – тине Сабур Батырханға Ғәшүрә ишетерлек итеп.

Әле генә пыр туҙған ҡатындың йөҙө ҡапыл балҡыны.

– Тыуған көнөңмө ни? – теге таҫма телләнеп һораны. «Әллә беҙҙең менән байрам итергә иҫәбе бар инде?» – тип уйлап ҡуйҙы Сабур.

– Былай ғына, ҡорҙаштар һағындырған.

– Эсерегеҙгә етмәһә, оялып торма, өйгә кил. Һинең өсөн ишек һәр ваҡыт асыҡ.

Урамға сыҡҡас, улар күҙ ҡыҫышты: һәүетемсә барыһы ла!

Әйтелгән ваҡытҡа бөтәһе лә Сабурҙарҙа ине. Тынсыу өйҙә ултырғылары килмәне, табынды баҡсала әҙерләнеләр. Төтөн һеңеп бешкән балыҡ һурпаһы ла телеңде йоторлоҡ була.

Батырхан көндөҙгө һымаҡ дыу килмәй, тыныс ҡына ултыра. Ғәшүрәнең күршеһендә йәшәгән Зыяның шылтыратыуын дүрт күҙ менән көтәләр. Ул һатыусының йоҡларға ятыуын әйтергә тейеш.  

Батырхан тәмәкеһен тартып бөтөр-бөтмәҫтән өҫтәлдә ятҡан телефон шылтыраны. Зыя! Тимәк, барыһы ла улар уйлағанса. Ҡыйыулыҡ өсөн Батырханға араҡы ҡойоп бирҙеләр. Ул рюмканы бушатҡан арала ҡорҙаштарҙың береһе ҡапҡа төбөнән урап әйләнде.

– Урамда бер кем дә күренмәй.

– Кесе телемә лә етмәне, тағы бирегеҙ!

– Әлегә етеп торор, йөрөп ҡайтҡас, йөҙгәнсе эсерһең, – тип ҡаршы төштө Ғәҙелша.

Батырхан урынынан ҡалҡынды.

– Ни пуха ни пера!

– К черту!

– Сыбыҡ алырға онотма!

Ул китте лә батты. Өҫтәлдә йылтырышҡан аҡбаштарға үрелергә, һурпаны тәрилкәләргә бүлеп һалырға йөрьәт итмәнеләр. Үҙенә урын тапмай арлы-бирле йөрөүселәр ҙә күренмәне. Бер-береһенә ҡарашып, ултырҙылар ҙа ултырҙылар... «Барып етеп, ишекте аса алдымы икән?» – һәр кем ошо хаҡта уйланы.

Ҡулына сыбыҡ тотҡан Батырхан баҡса арттарынан тирә-яғына ҡаранып, ашыҡмай ғына атланы. Йәнәһе, көтөүҙән ҡайтмаған башмаҡтарын эҙләй. Берәү ҙә осраманы. Ҡараңғы төшөп бөткәс, кем йөрөһөн инде бында? Магазин тапҡырына еткәс, шып туҡтаны. Ҡолаҡ һалып тыңлап торҙо. Тып-тын. Эре аҙымдар менән артҡы ишеккә яҡынлашты. Ҡорҙаштары дөрөҫ әйткән, ишектә бер генә йоҙаҡ. Күгәне әллә ни ҡалын түгел. Уны ғына һурып сығарырлыҡ көсө бар. Ҡулы ғына ҡалтырамаһын. Батырхан итек ҡунысынан ҡаҙаҡ һурғыс сығарҙы. Ай ҙа, уға ҡамасауламайым, тигәндәй, болоттар араһына боҫто. Бер-ике тартыуы булды, йоҙаҡ күгәне менән бергә ергә килеп төштө. Ишекте һаҡ ҡына асып (шығырлай күрмәһен!), һәрмәнә-һәрмәнә эскә үтте, үлсәү янындағы йәшник аҫтынан дәфтәрҙе алып ҡуйынына тыҡты. Кире сыҡҡанда кәштә янында туҡталды: «Берәй шешә араҡы алғанда эсте тишмәҫ ине... Ярамай! Ҡорҙаштары ни әйтер?» Ишекте япҡас, килгән юлына төштө. Үлтереп тартҡыһы килһә лә, кеҫәһенә тығылманы, уты ҡараңғыла әллә ҡайҙан баҙлап күренер. Шуға күрә үҙен күҙ ҙә ҡаш көткән ҡорҙаштары янына барып баҫҡас та, өҫтәлгә дәфтәр менән ҡаҙаҡ һурғысты ташланы ла, тәмәкеһенә йәбеште.

– Берәү ҙә күрмәне, шикелле... – Ҡомһоҙланып төтөн һурғас, һүҙе шул булды.

Ҡорҙаштарға йән инде. Бер нисә ҡул бер юлы үрелеп, дәфтәрҙе балыҡ һурпаһы бешкән усаҡ ҡуҙына елпене. Кемдер араҡы ҡойҙо, кемдер һурпа бүлде. Тәүге тосты ниәтләгән ғәмәл уңышлы тормошҡа ашҡан өсөн күтәрҙеләр. Алдан килешеп ҡуймаһалар ҙа, табында башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатылманы. Шешә артынан шешә бушаны, ләкин иҫереп боларыусы булманы. Ҡорҙаштар, арттарынан хәләл ефеттәре юллап килгәс кенә, рәхмәт уҡый-уҡый таралашты. Береһе лә Батырхандың ҡулын ҡыҫырға онотманы.

Уларҙың таралышҡанын Ғәшүрә лә ишетеп ятты. Ана килерҙәр, бына килерҙәр, тип күпме генә көтһә лә борсоманылар. «Сабурҙың һыйы мул булғандыр», – тигән фекергә килде.

...Ул магазинды иртүк асты. Бөгөн пенсия таратырға тейештәр. Халыҡ мыжғып торор. Кемдең күпме бурысы барлығын иҫәпләп ҡуйыу кәрәк. Дәфтәр урынында юҡ ине. Ғәшүрә магазиндың аҫтын-өҫкә килтерҙе, әммә эҙләгән нәмәһен таба алманы. Келәт яғына сыҡһа, йығылып китә яҙҙы: ишек асыҡ! Магазинға төшкәндәр! Һатыусы тиҙ-тиҙ тауарҙарын барланы. Улары тәртиптә.  

Ауыл гөжләне. Башта парлашып шыш-быш килешкән ҡатын-ҡыҙҙар, һуңынан төркөмләшеп, ауыл тарихындағы быуатҡа тиң ваҡиғаны тикшерҙе:

– Магазинға төшкәндәр, ти. Бер нәмә лә алмағандар. Кассалағы аҡса ла урынында, ти. Араҡы менән һыраға ла ҡыҙыҡмағандар. Дәфтәр генә юғалған. Бына мөғжизә!

Быны ишетеп, дәфтәрҙә теркәлгәндәрҙең ҡыуанысының иге-сиге булманы. Нисәмә айҙар йыйылып килгән бурыстан ҡотол да, нисек шатланмайһың! Үҙҙәренең хәленә инеүсегә рәхмәт уҡып бөтә алманылар.

Ғәшүрә туҙынды: «Полиция саҡыртам, бер йәшник араҡы ла юҡ, тип әйтәм!» Шунан уйға батты: «Саҡыртыуын саҡыртырмын да ул. Дәфтәреңде үҙең берәй ергә тыҡҡанһыңдыр ҙа онотҡанһыңдыр, тиһә? Магазин һынлы магазинға төшкән кеше буш ҡул менән сығамы, үҙең маташтырған этлектер әле, тиһә?..»

Бошоноп оҙаҡ ултырманы Ғәшүрә. Ниҙер иҫенә төшөп, ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо ла, ашыға-ашыға йәшниктәрҙе күсерергә тотондо. Уларҙың береһенең аҫтында дәфтәр ята ине. Быныһы ла йәшел тышлы, тик ундағы яҙмалар юғалғанынан ныҡ айырыла: ауылдаштарының бурысы теп-теүәл теркәлгән…

 

Факил Мырҙаҡаев.

Артур Василов һүрәте.

Автор:
Читайте нас: