Һыуыҡҡа ҡатҡан ирендәрен, аңҡауына йәбешкән телен көскә йөрөтөп, ҡыҙ кондукторға өндәште:
– Зинһар, алығыҙ инде. Затонға хәтлем. Бер тин дә аҡсабыҙ юҡ. Мынауында, торговый центрҙа, көшөлөгөмдө урлап алып киттеләр. Абайламай ҡалғанмын, асыҡ ауыҙ. Ярты көн торабыҙ инде ҡатып, бер генә лә әмәлен таба алмайбыҙ, – ҡиәфәте лә, тауышы ла ялбарыулы уның.
Егет ҡыҙҙы етәкләгән килеш эргәһендә баҫып тора. Үҙе, башын эйә биреп, өмөт менән кондукторға баҡҡан. Ул да нимәлер әйтергә теләгәндәй.
– Ярай, һуң, ултырығыҙ. Иң алғы урынға түлкә, – кондуктор кеше йәнле булып сыҡты.
«Галле округы» туҡталышында ла, һыуыҡ булғанғалыр, водитель тик урта ишекте генә асты. Автобусҡа биш-алты кеше инде. Тәүге пассажир эскә ынтылғайны, кондуктор урынынан торҙо ла, ишектең ҡаршыһына барып баҫты. «Ғәҙәттә, пассажирҙар урынлашып бөткәс үҙ эшенә тотона кондукторҙар. Нишләп инеүселәрҙе ҡаршы алырға булып китте был?» – тип ҡуйҙым аптырап үҙ алдыма.
– Иптәш, билетығыҙҙы күрһәтегеҙ, - һиҫкәнеп киттем был тауышҡа.
«Бына ҡайҙа икән кондукторҙың әрһеҙлек күрһәтеүенең сере – автобусҡа билет тикшереүселәр ингән дә баһа. «Ҡуяндар»ҙы алды бит ул. Хәҙер ни ҡылыр инде?» – хафаға ҡалдым һәм, кондукторҙың хәлен тоҫмалларға теләп, ул йөрөгән яҡҡа баҡтым. Әлфиә Марат ҡыҙы – түшендәге бейдждан уҡып белдем исем-шәрифен – бер ни булмағандай, баяғы ике йәш пассажирға билет бирҙе лә, сиратлап, башҡаларҙан да юл хаҡы өсөн түләү ҡабул итә башланы. Тиҙ генә эшен тамамлап, тикшереүселәр янына барҙы, улар биргән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы. Былары ла артыҡ әрһеҙлек күрһәтмәгән кеүек. Бер һүҙ ҙә ҡатманылар, сырайҙары битараф килеш ҡалды. «Автовокзал» туҡталышында сығыуға ыңғайланылар. «Ҡуяндар» тотолманы, Әлфиә Марат ҡыҙының хилафлыҡ ҡылыуы фашланманы.
Бәләнән ҡотолоп ҡалған автобус хужабикәһе бер килке уйланып ултырҙы ла йәштәр янына йүнәлде. Урта тоштан ишек янында ултырғас, һүҙҙәрен ишетмәнем. Кондуктор, ҡалай оҫта тикшереүҙән ҡотолодоҡ, тип ҡыуанысын «ҡуяндар»ға еткерә һымаҡ тойолдо миңә тәүҙә.
Һөйләшеү юғары тонда барған кеүек тә баһа. Һағая төштөм. Автобус, Ағиҙел күперен үтеп, Затон биҫтәһе юлына борола башлаған мәлдә, егет урынынан һикереп торҙо ла сығыу яғына уҡталды:
– Ишекте асығыҙ, – тип ҡысҡырҙы ярһыулы тауыш менән водителгә.
Артынан ҡыҙ ҙа эйәрҙе.
– Юҡ, ултыр, бер ҡайҙа ла бармайһың. Урыныңа ултыр! – йәштәрҙән арыраҡ урын биләгән төҫ-башҡа артыҡ күҙгә ташланып бармаған, ябай ғына кейенгән ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы ҡатын егеттең юлын быуҙы.
Ҡапыл юғалып ҡалған кондуктор ҙа иҫенә килде:
– Билетығыҙ бар! Ултырығыҙ, һеҙҙе бер кем дә ҡыумай… Ҡыумайым да баһа, – тип ҡуҙғып киткән пассажирҙың еңенән эләктереп алды.
– Үҙегеҙ рөхсәт иттегеҙ ҙә, ҡыуаһығыҙ… – ҡатын Әлфиә Марат ҡыҙына үпкә ҡатыш ташланы быны.
– Ҡыуманым мин бер кемде лә… Ҡыуманым!
– Үҙем түләйем улар өсөн, мә, ике билет һуғығыҙ, –кондукторға юл йөрөй торған карточкаһын һондо, һаман да егеттән ишеккә юлды ҡамап.
– Кәрәкмәй, билет биргәнмен уларға...
– Мә, билетың!.. Мохтаж түгелмен… Асығыҙ ишекте! – егет ике ҡатын ҡамауында тартҡылаша бирҙе.
– Был һыуыҡта ҡола яланда туңып үлергәме иҫәбең. Йүләрләнмә, тыңла ололарҙы… Мин әсәйең йәшендәмен. Әсәйең ни тиер ине был ҡылығыңа, –ҡатын ҡаты ла, ҡәтғи лә өндәште егеткә.
Әсәһен иҫенә төшөрөүме, әллә тыштағы сасҡау һыуыҡмы аңына ҡайтарҙы егетте. Башын эйеп ул урынына ыңғайланы.
Йәштәрҙе күкрәге менән яҡларға ташланған ҡатын ишек янына килеп баҫты – төшөргә тейешле туҡталышҡа яҡынлағайны, күрәһең.
– Юрамал ултыртылған «өйрәктәр» тип уйланым. «Мир» туҡталышында – былар, ә «Галле»ла тикшереүселәр инде… Шуны ғына беләйем тигәйнем. Ҡыуманым мин уларҙы. Ҡыуырға ла уйламаным. Тикшереүселәр йыш ҡына шулай ҡылана. Уларға ней, нимә, беҙгә штраф сәпәрҙән бөтә этлектәре. «Өйрәктәр» тип уйланым шуға. Белергә генә иткәйнем…– үҙ алдына һөйләнгән кеүек булһа ла, тирәләге барыһы ла ишетте кондукторҙың һүҙҙәрен. Баяғы ҡатын да.
– Мин дә ун ике сәғәт эшләп ҡайтып киләм. Кемде генә күрмәйем, бөтәһе үҙ характеры, үҙ холҡо менән… «Өйрәк», йә шүрәле булмағайылар, буранға ҡыуып сығарырға тимәгән дәһә кешене, – ҡатын да һаман ярһыуын баҫа алмай ине.
– Наркомандарҙы яҡлайһың шунда. Урам буйында һыра һемерергә, үҙҙәренә теләһә нәмә ҡаҙап алйырға тигәндә аҡса табалар. Ә автобуста уларға бушлай йөрөргә кәрәк, – автобустан сығырға йәтешләп, ишеккә яҡынлаған оло ир ҡушылды һүҙгә.
– Йәштәрҙе шулай бинахаҡҡа йәберләгәнде яратмайым. Тоталар ҙа: йәштәр – былай, йәштәр – тегеләй... Үҙ балаларыбыҙ түгелме ни улар? Өҫтән Аллаһ Тәғәлә бөтәһен дә күрә. Ул хөкөмдар!.. Хөкөм ҡылырға түгел, ә ярҙам итергә кәрәк йәштәргә… Кем генә, ниндәй генә хәлдә булһа ла. Наркоман да кеше. Эйе, кеше! Ул да миһырбанлыҡҡа хаҡлы! – ҡатын тормошҡа төплө ҡарашлы ине.
– Зинһар, контакт телефонығыҙҙы бирегеҙсе. Әмәле сыҡҡанда ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән бүләк менән инеп сығырмын, – егет ҡатын янына килде.
– Юҡ-юҡ, ниндәй бүләк, ти. Ошолайтып ауыр саҡта бер-беребеҙгә ярҙамлашмайса нисек ер өҫтөндә йөрөмәк кәрәк. Хафаланма… Үҙеңә һәр саҡ Хызыр Ильяс юлдаш булһын – шул теләгем, – ҡатын бай күңелле, тәрән фекерле булыуын тағы күрһәтте.
– Улай булғас, интернеттан «Бәйләнештәр» селтәрендә Артур Шәриповтың сәхифәһен эҙләп табығыҙ. Шунда яҙырмын рәхмәтемде. Башҡалар ҙа белер, донъяла ниндәй киң күңелле апайҙарҙың булыуын.
Көндәрҙең береһендә ни сәбәплелер автобустағы ваҡиға иҫемә килеп төштө. «Интернеттан эҙләп табығыҙ мине», – тигәйне лә баһа егет. Үҙем шаһит булған ваҡиғаның аҙағын белеү теләге биләп алды. Тейешле битте таптым.
«Утыҙынсы «К» маршруты автобусында Альбина менән мине ҡурсалаған, үҙ ҡанаты аҫтына алған оло йөрәкле апайға рәхмәт йөҙөнән яҙам.
Мин бәхетле булып тыуғайным. Ете йәшемдә өҙөлдө бәхетем. Юл фажиғәһенә эләктек. Атайым да, әсәйем дә вафат булды, мин имгәнеп ҡалдым. Балалар йортонда өс йыл һөйләшмәнем. Телдән яҙған, тип уйланы барыһы ла. Ә мин һөйләшә ала инем: «Әсәй, атай, мин һеҙҙе һағындым. Мине лә алығыҙ үҙегеҙ янына», – тип гел шыбырҙап ҡына үҙ алдыма ҡабатлап йөрөнөм. Бер көн эргәмә кескәй генә, сибек кенә ҡыҙсыҡ килеп ултырҙы. Сәстәре ерән үҙенең. Ҡулымдан һыйпаны, йөҙөмә оҙаҡ итеп баҡты. Шунан ары, форсаты тейгәндә, гел эргәмдә булды. Ҡыйыуланып алды, битемдән, сәсемдән һыйпай башланы. Тик, бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Миңә ағай бул, ағайһыҙ ҡыйын, – тине ул сәйер дуҫлығыбыҙ нығый төшкәс.
– Исемең кем? – тип һораным.
– Һөйләшә! – ҡыҙ ҡурҡып та, ҡыуанып та ҡысҡырып ебәрҙе.
– Ҡысҡырма, башҡалар белмәһен, беҙ икәү генә һөйләшербеҙ, – тинем, киҫәтеп. Ныҡ тотлоғоп әйттем был һүҙҙәрҙе.
– Ишшү йылмая! – ҡыҙсыҡ тағы асыш яһаны. Әсәйем менән атайым үлгәс, мин йылмайып-көлөүҙе лә онотҡайным.
Альбина мине терелтте. Күңелем ирене, башҡалар менән дә һөйләшә башланым, яңынан йылмайырға, көлөргә өйрәндем. Шул саҡтан алып, бына инде ун йыл беҙ Альбина менән бергәбеҙ. Тәүҙә гел «ағай», тине. Хәҙер «һөйөклөм», ти. Минең өсөн дә ул донъялағы иң яҡын кеше. Хөкүмәт икебеҙгә лә айырым бүлмә бирҙе. Бер урындан һораныҡ. Затонда йәшәйбеҙ. Мин – эшләйем, Альбина – колледжда уҡый. Оҙаҡламай, бәлки, өйләнешербеҙ.
Ул – тыңлауһыҙ ҡыҙ (яратып әйтәм). Модный йөрөргә ярата. Шуға йүнләп кейенмәй. Уның ҡарауы – ҡыйыу. Минән ҡыйыуыраҡ, сибек кенә, бәләкәс кенә булһа ла.
Ул көндө беҙ, ысынлап та, бер тинһеҙ тороп ҡалдыҡ. Яңы йыл каникулының һуңғы көнө тип, «Мир»ҙа кино ҡараныҡ, кафела ултырып һыйландыҡ. Кафела ултырғанда Альбина сумкаһын урлатты. Аңшайып ултырғандыр инде. Мин ҡул йыуып килгән арала сәлдергәндәр, күрәһең. Аҙаҡтан ғына, ашаған өсөн түләргә була сумочкаһын эҙләй башлағас ҡына, юғалтыу асыҡланды. Кеҫәләге булған тиндәрҙе һыпырып бирергә тура килде официантҡа. Улар ҙа етмәне, телефонды ҡалдырҙым, аҡсаны аҙаҡтан индерәм, тип.
«Наркомандар», – тип биттән алды бабай бинахаҡҡа. Беҙ хатта һыра ла эсмәйбеҙ. Сөнки бәхетле йәшәгебеҙ килә.
Йәш булыуы рәхәт түгел, апай. Бигерәк тә, етемлектә, зәғиф булһаң ҡыйын. Шуға башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫкә, кеше алдында яңылышмаҫҡа тырышабыҙ. Сүптән сүмәлә өйөргә яратыусыларға ем булмаһын, тибеҙ. Ауыҙ аҙ бешмәне беҙҙең. Боҫоп ҡына ла йәшәп булмай һәр саҡ. Уйламаған ерҙән бәлә-ҡазаға осрап ҡуяһың. Альбина көшөлөгөн урлатмаһа, был хәл килеп тә сыҡмаҫ ине. Күпме кешене борсоноҡ шул арҡала.
Оло рәхмәтемде ҡабул ҡылып алығыҙ, апай. Әгәр һеҙҙең кеүек киң күңелле, изге йөрәкле кешеләр йәшәмәһә эргәлә, ерҙәге тормош торғаны бер мәшхәр булыр ине. Туйыбыҙға әсәйем урынына саҡырыр инем, әгәр ошо юлдарҙы уҡып, бәйләнешкә сыҡһағыҙ. Өмөт менән хәбәр көтөп ҡалам».
Йәшләй генә тормоштоң әсе-сөсөһөн ярайһы татыған икән егет, тип уйланым яҙмаһын уҡып сыҡҡас.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Артурҙың «Бәйләнештәрҙә»ге битенә тағы индем. Мине ҡыуаныслы хәбәр көтә ине унда.
«Артур, рәхмәт! Эйе, изгелек булғанға ғына беҙ ерҙә кеше булмышыбыҙҙы юғалтмайбыҙ шул. Ризамын... Ризамын әсәйең урынына туйығыҙҙа ҡатнашырға ла. Саҡырыу көтөп ҡалам. Дөрөҫ юлдан бер үк тайпылмағыҙ! Рауза апайығыҙ», – артыҡ сурытылмаған ыҡсым хат. Унда, тәғәйен кеше өсөн, – аңлайышлы һәм ҡыуаныслы хәбәр.
Рәсүл Байгилдин.
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.