-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
19 Октябрь 2022, 18:05

«Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да»

ЯҢЫ ЙЫЛҒА АЛҒЫШИман булһын юлдаш,Һөйөү – моңдаш,Илһам менән йәнәш сабырлыҡ.Күрсе! Ҡанаттарың һинең,Нурҙар сәсеп,Киң күктәрҙе иңләп ҡағырлыҡ!Яңы йырҙар тыуһын күңелдәрҙә,Яңы юлдар беҙҙе әйҙәһен.Ҡот, бәрәкәт тулы Яңы йылым,Түребеҙгә уҙсы, әйҙә, һин!

«Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да»
«Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да»

ӘСӘЙҘӘР
Әсәйҙәр китә шишмәгә,
Шишмәләр юлы йыраҡ.
Иңендә — һыулы көйәнтә,
Өлтөрәп ҡайтыр урап.

Әсәйҙәр китә башаҡҡа,
Баҫыуҙар юлы йыраҡ.
Иңендә — ил хәсрәттәре,
Ҡулында булыр ураҡ.

Әсәйҙәр китә урманға,
Урмандар юлы йыраҡ.
Иңендә — еләкле күнәк...
...Еләктәй ғүмер юрап,

Әсәйҙәр ҡала ауылда.
Әсәйгә юлдар йыраҡ.
Ҡайтып етер һуҡмаҡтарҙы
Бурандар һала бурап.


Әсәйҙәр китә... донъянан,
Әсәйҙәр юлы – йыраҡ...
Мәңгелектең аръяғына,
Именлек беҙгә һорап,
Әсәйҙәр китә...
Әсәйҙәр китә...

ӨЙ
Мин ярата инем ҡар күмгән,
Мөрйәһенән төтөн бөркөлгән
Кескәй генә ауыл өйҙәрен...
Сылтыратып ҡына бер көлгән

Тауыш ишетелә, әйтерһең,
Йәтмәһенән ваҡыт өҙөлә:
Ваҡ-ваҡ балыҡ һымаҡ төн, көндәр
Алдарыма килеп өйөлә...

Терегөмөш һымаҡ һикереп,
Үҙҙәренә-үҙе йыуана.
Йәтмәһенән
Хәтер
Ысҡына;
Терелгәнгә һәр мәл ҡыуана:

Ана, атай лампа ҡабыҙа...
Әсәй усаҡ яға мейескә.
Лампа яҡтыһында нурланып
Апай әҙерләнә дәрескә.

Ә ағайым һаман шаяра,
Ҡамасаулап мин дә йөрөйөм.
Мейес яна...
Ҡоймаҡ ҡабара...
Ә өй — гүйә үҙе тере йән...


* * *
Бәхет китһә, урыны ҡаламы буш?
Өлгөрмәйһең әйтеп хатта
һин «хуш»,
Яңы хәстәр, уйҙар солғап ала,
Бәхет китһә, урыны ҡаламы буш?

Юҡ, китмәй бит бәхет
һис ҡасан да!
Йөрәгемде бына шар асам да,
Таратамын шатлыҡ орлоҡтарын!
Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да.
Бары һиңә генә тәғәйенләп,
Барса бәләләрҙән һине имләп,
Бөйөк бер көс яңы бәхет бәпләй...
Бары һиңә генә тәғәйенләп.

Тик әҙер тор, ҡалма үҙең ҡаушап,
Күңелеңде борсолоуҙан бушат!
Үткәндәргә салауаттар әйт тә –
Һин әҙер тор, ҡалма бер ҙә ҡаушап.

ДӨЙӘҒОШ 
Башын ҡомға тыҡҡан дөйәғошто 
Күреп көлөрлөкмө хәлебеҙ? 
Ысынбарлыҡ, 
Әсе һөрөм булып, 
Күҙгә тула... 
Әрней ҡәлбебеҙ. 

Ислам дине, 
Һиңә быуат аша 
Ҡайтып ҡына килгән мәлебеҙ. 
Исемеңде кемдәр «ҡалҡан» иткән? 
Йә Раббым, тип, 
Әрней ҡәлбебеҙ... 

Ҡорбан түләй дәүер... 
Ҡорбан түләй, 
Тарихтарҙы баҫа ҡанҡойош. 
Заман үҙе ҡорбан мәллә, гүйә, 
Башын ҡомға тыҡҡан 
Дөйәғош? 

Дөйәғошҡа оҡшатмаҫ та инем, 
Белһәң әгәр, дәүер, хәлеңде! 
Ебәк еләндәргә йәшергәнһең 
Ҡанһыраған ҡара тәнеңде. 

«Ебәк елән»еңдең йыртығынан 
Ҡарап тора сабый күҙҙәре. 
Аяулы бул уға, ҡәлбендә бит 
Бер Хоҙайҙың ғәҙел һүҙҙәре!

ЯНАР ТУП
Офоҡ ситендә – янар туп!
Ҡайҙа булған нурҙары?
Әллә үткән көн ғәмәле
Көс-хәленме урланы?

Әллә эштән арып ҡайтып
Әүәләнгән икмәк һин?
Шәфәҡ ҡыҙартып
Ҡасмаҡсы,
Һәләк инде ирмәк һин!

Һин офоҡҡа күмелгәндә
Һиҙәм Ваҡыт ҡәҙерен.
Эй ғүмерем, ҡабатланһаң,
Бирер инем әжерен!

Ни ҡылайым, әйт тиҙерәк,
Ҡояш бата һалғансы?
– Һөйөүеңде
Әйт
Йәреңә,
Үкенескә
Ҡалғансы…

* * *
Йыраҡта – тауышың:
«Һин минең һағышым...»
Сеү! Һағыш булмайым,
Тулһа ла был айым!

Тулыр ҙа был айым,
Яңынан кителер.
Төнгө күк өтөлөр...
Яҡты. Көн бителер...

Ҡайҙан һуң табайым
Йәнемә толҡаны?
Ваҡытты ашаусы
Януарҙың ул ҡаны!

Һунарсы мин, аусы.
Яҙмышта – юлаусы:
Кәрһеҙлек ялҡытты –
Ҡотҡарам Ваҡытты!

Ҡотҡарам мәлдәрҙе –
Ғибрәтле хәлдәрҙе,
Иң сағыу көндәрҙе,
Иң наҙлы өндәрҙе.

Ҡотҡарам үткәндең
Билдәһеҙ «тап»тарын,
Тарихи хаҡлыҡтың
«Йоп»тарын, «таҡ»тарын...

Ай кәмей, ай тула –
Көн, йылдар онтала.
Эй, Ваҡыт!
Кем һинең
Эйәргә ынтыла,

Йүгәнләп ҡараһын –
Табалһа сараһын –
Дүрт яҡҡа саҡырыр
Дүрт яҡты тарафын!

Ваҡыт тар. Ел өрә,
Миҙгелдәр йүгерә.
Йылдарҙа тауышың:
«Мин һинең һағышың...»

БЕСӘНДӘ
Иҫләйһеңме, апай,
Бер йыл төндә
Ҡайттыҡ бесән йөгө башында?!
Яйлап ҡына ҡыуа атты атай...
Беҙ осабыҙ, гүйә, йыһанда!..

Ятҡанбыҙ ҙа бесән өҫтөнә беҙ,
Күҙәтәбеҙ барса ғаләмде.
Етегәне, ана, ялтлап тора,
Иләк йондоҙ ала сәләмде.

Үҙ-үҙенә тоғро Тимер Ҡаҙыҡ
Тотоп торған һымаҡ асманды.
Ҡош Юлы ла тойоп яҡтырғандай
Күңелебеҙ күккә ашҡанды!

Атай һүҙһеҙ генә атты ҡыуа,
Ҡулдарында тыныс дилбегә.
Ғүмерҙәрҙең тылсым сәғәттәрен,
Ҡабатланмаҫ мәлен ул белә...

Ҡыштыр-ҡыштыр бесән эстәренән
Өҫкә үрмәләйҙер бөжәге.
Бакуйында кибеп күбәләнгәс,
Хуш еҫтәрен бөркә еләге.

Бына ҡайтып еттек. Ҡаршы алды
Әней, тотоп айран ҡулына:
«Бер-бер хәлме әллә булды, тиеп,
Яҡтыртығыҙ инде юлына,

Тип һораным алсаҡ йондоҙҙарҙан,
Йондоҙҙар ҙа бөгөн аяулы.
Балаҡайҙар, атайығыҙ барҙа
Донъялар бит, шөкөр, таяулы...»

Биш балаһы менән алтаулашып,
Бесән кертте атай ҡыйыҡҡа...
Шул мәл иҫкә төшә минең гелән,
Иҫкә төшә минең юҡ-юҡта.

 

* * *
Һин саҡырма мине,
шаулы донъя,
Ҡоролғанһың бары алдаҡҡа,
Һеңдерелгән ағыу, үс һәм нәфрәт
Һин кейҙерәм тигән ҡалпаҡҡа.

Алданмайым нурлы киләсәккә,
Ымһынмайым алтын тоҙаҡҡа.
Сарсағанға — һыуҙай, шиғриәтем
Өмөт бирһен берәй уҙаҡҡа.

Йыраҡ йөрөһөндәр саф йәнемдән
Буш хәбәрең, затлы «күләгәң».
Сабыйҙарҙың селтер көлөүенән,
Инәйҙәрҙең серле көйләүенән
Яңғырап торһон минең биләмәм!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.

 

Башҡортостан ҡыҙы №1, 2016 йыл.

Автор:
Читайте нас: