Иң мөһиме – дөрөҫ маҡсат
«Бер ҡасан да кейәүгә сығам, бала табам, тигәнде алға ҡуйманым. Кемдәрҙер был бурыстарҙы тигеҙ алып китә. Шәхси тормошома аҙ иғтибар бүлеүемде әсәйемдең бик иртә донъя ҡуйыуынан күрәм. Ҡәҙерлем өсөнсө курста уҡығанымда ҡапыл вафат булды. Шул юғалтыуҙы сәнғәт менән баҫырға, онотолорға теләнем. Яҙҙым да яҙҙым. Ҡайғырып ултырмаҫ өсөн эшкә егелдем», – тип талғын ғына һүҙ башлай ул үҙе хаҡында.
Гөлназ көтмәгәндә килгән ҡайғыны Хоҙайҙың һынауы тип ҡабул итә. Театр донъяһына ылыға. Музыка үҙенә ҡармап ала, ҡыҙыҡай унда үҙенең иреп, икенсе халәткә күсеүен аңғара. Мәҡәләләр яҙырға оҫтара. Күңел талабы буйынса ошо донъяны тойоуын, үҙенә асылған сер-белемдәрен киң йәмәғәтселеккә еткерергә ашыға ул. Беренсе яҙмаһы Рим Хәсәновтың аудиопластинкаһына фекер рәүешендә ярала. Тойғоларын, күңелендә ҡайнаған хистәрен белдерергә белем етмәгәнен һиҙә. Кемдеңдер ижады хаҡында әйтер өсөн, уның менән бер кимәлдә фекер йөрөтөү ҙә кәрәк бит. «Ленинец» гәзитендә яҙмаһы баҫылғас осоп йөрөүҙәре! Ижад ҡомарын тойған ҡыҙ ошо тылсымға ҡабат арбала. Иң ҡыйын мәлендә ҡулына ҡәләм алып, үҙен иҫ киткес ирекле, бәхетле итеп тойҙортҡан донъяның асылын кешеләргә лә өләшергә ашыға. «Дон Карлос» операһын ҡарағас тыуған фекер тынғы бирмәй. Төн йоҡоларынан яҙҙыра. Күңелдәген һөйләп биреү ҡыйын, әммә донъяны оноттора. Мәктәптә башҡортса уҡымаған Гөлназ туған телендә яҙа башлай. Атаһы республикала ғына түгел, Мәскәүҙә сыҡҡан барлыҡ баҫмаларҙы ла алдыра. Бер ҡосаҡ гәзит-журналдар араһында музыка, театр тураһында төптән анализ, фекер йөрөтөү юҡлығы Гөлназдың эсен бошора. Телде ныҡлап өйрәнергә ҡарар итә ныҡыш ҡыҙ. Өйҙәге башҡорт теле дәреслектәрен уҡый башлай. Күнегеүҙәрен эшләй. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәгән атаһы Өфөгә бер килгәнендә, БДУ-ға остазы Кирәй Мәргәнде барып күрергә йыйынғанында, Гөлназ үҙен дә эйәртеүен һорай. Әхнәф Нурый улы бәләкәй сағынан белгән ҡыҙҙы коллегалары менән ирекле тыңлаусы булараҡ лекцияларға йөрөйәсәген әйтеп таныштыра. Ярай, ялҡҡас ташлар, тигән һымағыраҡ көлөмһөрәп ҡуйыуҙары Гөлназдың сәменә тейә.
«Һүҙҙәрҙе беләм, әммә мәғәнәһен аңламайым. Аңлашылмағандарын һүҙлектән табып, «ҡараным» тигән билдә ҡуям, ятлап алам. Ҡабатлап һөйләйем», – тип һағынып иҫләй ул ошо ваҡытын. Туған телдә тәүге телмәре Фәиҙә һеңлеһенең дипломын ҡотлағанда әйтелә. Боҙ ҡуҙғала, тел асыла!
Ныҡышып тел өйрәнгәнендә 23 йыл буйына Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына профессиональ музыка, милли композиторҙарыбыҙ хаҡында дәрестәр бирермен, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Башҡорт музыкаһы факультетында туған телдә лекциялар уҡырмын, «Башҡортостан энциклопедияһы» эшмәкәрлегендә ҡатнашып, музыка терминдарын башҡорт теленә тәржемә итеүҙә тос өлөш индерермен, тип хыялландымы икән? Алдан әйтһәләр, күҙ алдына ла килтермәгән булыр ине, әлбиттә.
Бер мөғжизә бит ул моң!
Ҡалала барған бер концертты ла, бер тамашаны ла ҡалдырмай йөрөүҙәре, тәьҫораттары хәтерендә ойотҡо булып ята, бал ҡортондағы тилберлек, ныҡышмалыҡ менән йыйылған белем, тос фекергә төйнәлеп, яҙған мәҡәләләрендә сағылыш таба.
«Музыка ғилемендә ауыл һәм ҡала мәҙәниәте айырып ҡарала. Мөхиттәр төрлөлөгө үҙенсәлекле. Ҡалала музыка европалаштырылған. Шул иҫәптәге опера, балет, симфониялар – күп тауышлы музыка – ҡолағыма яҡынараҡ. Бала саҡтан нимә ишетәһең, шул мейеңә, аңыңа һеңә. Башҡорттар ике тауышҡа ла йырламай. Ауылда ҡурайсылар бер тауышҡа уйнаһа, сәнғәт институтында иһә ике-өс тауышҡа башҡарыу талабы ҡуйыла. Был профессиональ сәнғәт күрһәткесе. Бер яңғырашлы көйҙө ансамбль етәксеһе ике-өс тауышҡа һала. Беҙҙең ҡурайсылар шул айырманы тоймай. Икенсенән, улар академик инструменттарҙың яңғырашына өйрәнмәгән. Уларға шул ҡаршылыҡты үтеү ҡыйын. Миңә, мәҫәлән, фольклорҙы үҙ эсемә индереп ултыртыу ауыр булды. Симфоник партитураларҙан һуң, бер тауышлы көйҙәр үтә лә ябай тойола ине. Оҙон көйҙәрҙең йыш башҡарыла торғандарын түгел, ә иғтибарҙан ситтәрәк ҡалғандарын тыңлай-тыңлай башыма һеңдерҙем. Миллион тапҡыр тыңлағанда ла, күңел аша үткәрмәһәң, уны ишетмәйһең. Музыка тыңлау – һәр ваҡыт уйланыу, күңел эше. Әйләнгән һайын сағыштырып, күренештәрҙе бер-береһенә бәйләп, осон осҡа ялғап фекер йөрөтөргә өйрәнеү кәрәк уның өсөн. Был һәләтте кеше үҙендә шәхсән теләһә генә булдыра ала. Үҙем иһә педагогтарымдан уңдым. Был ике яҡлы процесс. Бөгөнгө студенттарға күңелдәрен эшләтеү етмәй, минеңсә. Уҡыусыңды яндыра белеү өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Уҡытыусы теләһә, ә икенсе яҡ белем алыуҙы алға ҡуйһа, «аш бешә». Кемдер ҡабул итә һүҙеңде, кемдер ҡолағына ла элмәй. Үҙе теләһә, кеше тау аҡтарып һаласаҡ», – ти Гөлназ Салауат ҡыҙы. Үҙенең тел өйрәнеү ныҡышмалығын да, телмәрендәге етешһеҙлекте төҙәтеү өсөн йыл дауамында туҡтауһыҙ күнегеүҙәр яһап, уңышҡа өлгәшеп тә инана ул был фекеренә.
«Оҙон көйҙәрҙе ләззәтләнеп тыңлауға күңел өлгөргәс кенә килдем. 7-cе класта уҡығанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең концерты күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Тамашала Әнүәр Ишбирҙин «Ғилмияза» көйөн ҡурайҙа уйнағайны. Тыңлағанда шул хәтлем ҡатмарлы, аңлашылмаған бер нәмә кеүек тойолдо. Махсус музыка мәктәбендә уҡыйым, моң менән аҙмы-күпме танышмын. Тамашасыңда шул ҡәҙәрем хистәр бураны ҡуҙғатып уйнар өсөн ҡурайсының фекерләүе нисек, ниндәй тойғолар кисерергә тейеш икән, тип уйланып йөрөгәнем хәтеремдә. 2-се курста уҡығанда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Флүрә Ноғоманова оҙон көйҙәрҙән торған концерт ойошторғайны. Ул саҡта был кимәлдә халыҡ йырҙарын башҡарыу башҡа һыймаған бер яңылыҡ, ҡыйыулыҡ ине. Афишаны күргәс, шаҡ ҡатып ҡарап торғаным иҫемдә. Концертта көйҙәрҙең эстәлеген тойорға тырыштым. Әммә күңел иремәне. Хәҙер оҙон көйҙәрҙе яратып тыңлайым. Уларҙы әсә һөтө менән һеңдерергә кәрәк, ул ҡан менән күсә, тиҙәр. Был эмоциональ баһа. Музыка белгесе булараҡ, аңлатма бирә алам. Баланың күңелендәге моң таждары, ниндәй милләттән булыуына ҡара-маҫтан, үҙе ишеткән телдә асыласаҡ. Үҙе үҫкән мөхиттең йырын һеңдерәсәк ул. Фәндә был «ишетеү тәжрибәһе» тип атала. Ҡолағыңда сыңлап, яңғырап торһа, һин уны ҡабатлап, башҡарыу кимәленә етеп аңлай башлайһың. Ҡала кешеләрендә ул тәжрибә юҡ. Таныу өсөн генә лә көс һалырға кәрәк.
«Башҡорт йыры» бәйгеһендә күргәс, кешеләр йыш ҡына, һеҙ үҙегеҙ йырлайһығыҙмы, йыр ижад итәһегеҙме, тип ҡыҙыҡһына. Музыка ғилеме секцияһында эш алып барғанға, Композиторҙар союзында ағза булып тороусы 15 музыка белгесе араһында мин дә бар. Йырламайым, әммә ғүмер буйы бер туҡтауһыҙ нимә ишетәм, шуны – опера, оҙон көй, балет – барыһын да эстән генә көйләп йөрөйөм.
Моң – бик нескә төшөнсә. Уның нимә икәнен 6-сы класта Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге махсус музыка мәктәбенә килгәс кенә аңлай башланым. Фортепиано бүлегендә уҡыным. 6 сәғәт буйына уның артында нисек ултырырға була, тип аптырауҙары бар. Йөҙ тапҡыр бер үк нәмәне ҡабатлайһыңмы? Эйе, ләкин формаль рәүештә түгел. Һәр нотаны кәрәкле яңғырашына еткерергә тырышаһың. Актерҙар ҙа бит бер үк һөйләмде бер нисә төрлө итеп әйтеп ҡарарға мөмкин, музыкала ла шулай уҡ. Тиҙ темпта ла тасуири интонация кимәленә етеү – оҫталыҡ. Дипломымда «музыка тәнҡитсеһе» квалификацияһы бар. Әммә теге йәки был музыканттың башҡарыу оҫталығы хаҡында профессиональ баһа биреү һәләте бөтәһенә лә бирелмәйҙер. Уға китаптан уҡып түгел, ә туҡтауһыҙ күңел эше, тойомлау аша өлгәшәһеңдер.
Башҡорт музыкаһын белһендәр өсөн, пропаганда, мәҙәни-ағартыу эштәре алып барылыуы мөһим. Совет заманындағы лекция-концерттар онотолдо. Шуға күрә лә йәштәребеҙ, халҡыбыҙҙың был байлыҡтары юҡ икән, тип уйлауы ла мөмкин. Ә музыка материалы шундай бай. Ошо йүнәлештә эш һүнеп ҡалғас, күптәр уларҙы белмәй. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә хаҡында әйтәм. Мәшһүр йырсының таланты алдында баш эйеүселәр йыйылғайны унда – яулыҡ ябынған, оҙон күлдәк кейгән 70-80 йәшлек инәйҙәр. Йәштәрҙең килмәүе кәйефте ҡырҙы», – тип башҡорт музыка сәнғәтенә мөкиббән ханым көйөнөүҙәрен белдерә.
Тәрәнәйеү, тимәк, үҫеү
«Ғилми эште алып барыу өсөн донъяны онотоп, уға башкөллө бирелергә кәрәк. Үткәндәрҙе барлап, йәшәп тә ҡарамаған кеүекмен. Ҡайҙа ла кешеләрҙең ихтирамын, иғтибарын тоям. Әлбиттә, мине Салауат Галиндың ҡыҙы тип тә беләләр. Мине айырым шәхес тип таныуҙары һөйөндөрә. Рәсми булмаған танылыу бар, тимәк», – тигәнендә ғорурлыҡ та, һыҙланыу ҙа, һағыш та бар. Төплөлөк, үҙ эшеңде тәрәндән белеү, ошо йүнәлештә һөнәри уңыштарға өлгәшеү – үҙе бер бәхеттер. Был үҙ-үҙеңә талапсан ҡараш, милләтең, кешелек өсөн алған оло яуаплылыҡ та. Әгәр ҙә яҙмышына олуғ шәхестәр хәтерен мәңгеләштереү яҙған булһа, юлындағы билдәләрҙе дөрөҫ аңлап, уларҙың ым-ишараларына яҙлыҡмай эйәргәнгә уның күңеле тыныс, үкенеүҙәр йонсотмай, намыҫ ғазабы кимермәйҙер.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында милли репертуарҙағы тамашалар алдынан сығыш яһарға ихлас тотонған Гөлназды бер ваҡыт саҡырып алып, Заһир Исмәғилевтың «Урал илселәре» операһы хаҡында һүҙ әйтеүен үтенәләр. Композиторҙарҙың V съезы делегаттары менән бергә автор ҙа залда тамаша ҡыласаҡ, тигәнгә ул етди әҙерләнә. Башҡорт милли кейемендә, ҡуйы оҙон толомо матур итеп үреп һалынған ҡыҙ менән ҡып итеп торған егет сәхнәгә сыға. Гөлназ матур итеп башлап ебәрә, әммә егет... һүҙҙәрен онота ла ҡуя. Сәхнәләге бер секунд тотош бер ғүмер булып тойола. Ҡырылмаһа ҡырҡ пар күҙ был икәүгә төбәлгән. Ҡәбер тынлығы урынлаша. «Иң ҡыҙығы – һүҙ-ҙәрен иҫенә төшөрөп әйтеп бөткәс, егетем боролдо ла шаршау араһына ин-де лә китте... Сәхнә артында беҙҙе Мәҙәниәт министрлығы кешеләре көтөп тора ине. Былай ҙа ҡаушаған әртисте, ниңә ҡыҙҙы алдан үткәрмәнең, тип битәрләй башланылар. Ә ул һүҙҙәрҙе онотҡаным өсөн әрләнәм икән, тип уй-лай, башына барып еткәс, шаҡ итеп йәшниккә ултыра төштө», – ти ул, хәтирәләргә бирелеп. Шул сығыштан һуңмы, Заһир Исмәғилев Гөлназды шәйләп ҡала. Таныуын, мәҡәләләрен уҡыуын белдерә. Шул рәүешле ректор уны институтта эшкә ҡалдырырға ҡарар итә.
Китаптарым – хыял емештәре
Ул үҙенә оло быуын вәкилдәре менән аралашыу бәхете яҙыуына ғорурлана. «Махсус музыка мәктәбендә уҡығанда беҙҙең класс институт спорт залы эргәһендә урынлашҡайны һәм унда Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина театралдар менән дәрес үткәрә ине. Унан яңғыраған көйҙәрҙе тыңлай-тыңлай үҙем нисек бейеремде күҙ алдына килтерәм», – ти Гөлназ легендар артистка менән танышыуын хәтерләп. Бәләкәйҙән бейеүсе йә балерина булырға хыялланған ҡыҙыҡай батырсылыҡ итеп Тамара Шәһит ҡыҙынан бейергә өйрәтеүен һорай. Ул һалған башҡортса бейеүҙе Гөлназ мәктәп концерттарында бик яратып башҡара. Шулай танышып китәләр. Гөлназ балеринаның 60 йәшенә ҡарата «Совет Башҡортостаны» гәзитенә мәҡәлә яҙғанда әсәһе, өләсәһе менән аралаша, ғаиләнең бай фотоархивы хайран ҡалдыра. Бер аҙ ваҡыттан һуң сәнғәтебеҙ йондоҙо хаҡында китап сығарыуҙы ниәт итә. «Үҙен сәхнәлә бейеүсе булараҡ күҙ алдына килтермәгәс, уның хаҡта яҙыуы ҡыйын булды», – тип хәтерләй автор. Мәшһүр Хөсәйен Әхмәтов менән, ул ауырып аяҡтан йығылғас, ғүмеренең һуңғы көндәрендә һөйләшеп, һорауҙарын биреп, монографияһын сығарыуға өлгәшә. Ә яҙмышында фәрештәләй үҙен ҡурсалаған Заһир Исмәғилевҡа арналған монография – уға рәхмәте лә, һоҡланыуы ла, ғорурланыуы ла билдәһе.
«Башҡорт халыҡ музыкаһы» уҡыу әсбабының, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәрҙең авторы Гөлназ Галина әлеге ваҡытта студенттарға белем бирә, ғилми хеҙмәт өҫтөндә эшләй. Матбуғат, телевидение, радио аша башҡорт музыкаһын пропагандалай, уны ғилми өйрәнеүгә көс һалып ҡына ҡалмай, башҡаларҙы ла өйрәтә, йүнәлтә, уға һөйөү тәрбиәләй.
Гөлназдың улы Илсен М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла музыка буйынса тауыш режиссеры һөнәрен алып, эшләп йөрөй. Тормош дауам итә. Ҡасандыр быуыны нығынмаған талсыбыҡтай ҡыҙсыҡҡа һынмаҫҡа, бирешмәҫкә таяныс булған моң уның йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Йөрәккә юл алған моңдаръяға кәртә лә, сик тә юҡ. Уның ҡайһы бер боролоштарын, һынланышын тарихҡа күскән кешеләр тыуҙырһа ла, моң – мәңгелек, ул үлемһеҙ. Ошо мөғжизәгә әсир булып, уға хеҙмәт итеү юлын һайлаған тынғыһыҙ йөрәккә талымһыҙ рух көсө, яңы үрҙәр теләйек.
Башҡортостан ҡыҙы №1, 2016 йыл.