-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
19 Октябрь 2022, 15:26

Бәхет – кешеләргә кәрәк булыу!

«Йәшерәм, йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын артына», – бала саҡта яратҡан уйындың һамағын иҫләйһегеҙме? Кемдер яулыҡты йәһәт кенә аңғарып ҡала, кемеһелер маяның эргәлә генәлеген белмәй-тоймай отола. Берәүҙәр өлөшлө була, икенселәр булғанын да юғалта. Тормошта ла шулай, яҙмыштар бер-береһенә оҡшамай, бәғзеләр һиҙгер һәм сос булып, йәһәт кенә ишен таба, донъяһын ҡора, ә ҡайһы берәүгә, бик теләһә лә, һис яйы сыҡмай, яңғыҙлыҡтан ҡотола алмай.

Бәхет – кешеләргә  кәрәк булыу!
Бәхет – кешеләргә кәрәк булыу!

Белорет ҡалаһында Айгөл Ниғмәтуллина ойоштор­ған «Аулаҡ өй» – шул ҡуласанан сыға алмаған бик күп яңғыҙаҡтың бәхетенә ишек асҡан, парлы ғүмерҙәр насип иткән изгелекле ойошма. Таныштырыу клубының даны Башҡортостанға ғына түгел, хатта күрше Силәбе өлкәһенә лә таралған. Димселәр күп беҙҙә, әммә береһе лә Айгөл Батыр ҡыҙы һымаҡ ҡауыштырған парҙарының күплеге менән маҡтана алмай. «Аулаҡ өй» барлыҡҡа килгәндән аҙаҡ республикала оҡшаш 18 ойошма асылып кире ябылған. Ике йыл дауамында Башҡортостан яусылары араһында Гран-при яулаусы, дүрт йылда 216 парҙы табыштырыусы һылыуҙың уңыш сере нимәлә һуң?
Айгөлдө бар урамды ихлас йылмайыуы менән балҡытҡан, йәштәш­тәрен эргәһендә орсоҡтай өйрөлткән ҡыҙ сағынан беләм, Әбйәлилдәге Шәрип ауылының Фәймә исемле һылыуы тип иҫләйем. Ҡара бөҙрә сәстәрен елберҙәтеп, дәртле баҫып йөрөгән ҡыҙ баланың ни тиклем тормошто яратыуы шул ваҡыттарҙа уҡ йөҙөнә яҙылған ине. Ә һүнмәҫ дарман, башҡалар күңеленә нимәгә булһа ла ынтылыш ойотҡоһо һалыу, ойоштороу һәләте зат-ырыуынан килә. Шәриптәр сәмле, шаян һәм дәртле булыуы менән айырылып тора.
«Әсәйем Хәмиҙә Әхмәҙей ҡыҙы менән атайым Батыр Ҡауый улының ҡотло ояһында үҫкән биш ҡыҙҙың кинйәкәйемен. Күмәк булһаҡ та, йорт-ҡуралағы тәртип һәм бөхтәлек, һәр беребеҙгә бүленгән наҙ һәм иғтибар, йылы аштары боһорап ултырған түңәрәк өҫтәл – бәхетле бала сағым иҫтәлектәре хәтеремдә әле лә сағыу һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым егерме йыл элек вафат булды, ә етмеш дүрт йәшлек әсәйем, нигеҙ ҡоротмай, гөрләтеп донъя көтә. Башланғыс мәктәптән һуң күрше Хәмит ауылында, интернатта ятып уҡыныҡ. Бала ғына килеш өйҙән айырылыу еңелме ни, һағыныуға түҙмәй ҡасып ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Уҡытыусы булам тигән хыялым бар ине, ә интернатҡа килгәс, тәрбиәсебеҙ Гөлсәсәк Фәйз­рахман ҡыҙы Хәлфетдинованың йылы мөғәмәләһенә, эш ысулдарына, һәр беребеҙҙе шәхес итеп ҡарауына һоҡланып, гел ул булып уйнаным. Эйе, эйе, дәрестән ҡайтҡас, юрған-яҫтыҡтарҙы өйөп өй эшләп, кем –әсәй, кем ҡыҙ булып мәж килә инек. Туғыҙынсы кластан һуң Сибай педагогия училищеһында башланғыс клас­тар уҡытыусыһы һөнәрен алдым. Ләкин Гөлсәсәк апайҙың юлын һайланым, һәйбәт коллективҡа эләктем, егерме йылдан ашыу Белорет лицей-интернатында тәрбиәсемен. Ситтән тороп БДПУ-ның филология факультетын тамамланым. Өс балам бар, Илнара үҙем эшләгән лицейҙа икенселә уҡый, Аделинаға биш йәш, Вәрис улым менән Лена киленем бер ҡыҙ үҫтерә.
Мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫтарҙы таныштырыу оҡшай торғайны. «Ҡара әле, анау егет һиңә тап килеп кенә тора, ошо ҡыҙ менән бергә матур күренер инегеҙ, әллә хат яҙаһыңмы, оҙатаһыңмы», – тип теңкәләренә тейеп бөтә инем. Байтаҡтары дуҫлашып та китте, ул саҡта күберәк һын-ҡиәфәттәренә ҡарағанмын. Хәҙер, тәүҙә кешенең булмышына, эске донъяһына иғтибар итеп, кем кемгә тура килерен самалайым. Ниндәй генә яҙмышлылар мөрәжәғәт итмәй, улар үткәргән һынауҙар холоҡтарына, донъяға ҡараштарына ла эҙ һала. Үҙем йәшләй кейәүгә сыҡҡайным. Егерме дүрт кенә йәшендә ирем юл фажиғәһендә һыңар аяғын юғалтты. Ике йыл түшәктә килеш ҡараным, күңелен күтәрергә тырышып йәшәнем. Ләкин ул тән һәм йөрәк яраларын онотоуҙың еңел юлын һайлағас, юлдарыбыҙ айырылды. Хәҙер инде йылдар үткәс, үпкәләр, үкенестәр юйылды, һәр кем үҙ бәхетен тапты. Ә ҡәйнәм, ҡәйенбикәләрем менән арабыҙ өҙөлмәне, әле булһа бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәйбеҙ. Тормош иптәшем Самат Салауат улы мине ете йәшлек улым менән ҡатынлыҡҡа алды, баламды яҡын күреп үҫтереште. «Аулаҡ өй»ҙәр үткәргән мәлдәремдә иптәшем бәләкәстәремде ҡарап ҡала, эшемдә дәртләндереп тора, күңел һалған шөғөлөмдө аңлап ҡабул итеүе өсөн уға бик рәхмәтлемен.
Башлағанда эшмәкәрлегем былай ҡолас йәйер, тип башҡа ла килмәне. «Әйҙә, беҙҙе берәйһе менән таныштыр», – тигәнгә, дүрт йыл элек Ғашиҡтар көнөнә ун бер кешене йыйҙым. Икенсе осрашыуға егерме ете булып килделәр. Хәҙер кисәләрҙә кәмендә йөҙ кеше туплана. Эскән кешеләр беҙҙең сараларҙа ҡатнаша алмай, тигән шартым бар. Ғаилә ҡороу – яуаплы аҙым. Икенсе яртың менән танышыу, киләсәккә нигеҙ һалыу һәм зиһенде иҫерткес эсемлектәр менән ағыулау – бер-береһенә ҡапма-ҡаршы күренеш. Улар йәнәшә була алмай. Был шөғөлгә билдәлелек яулайым йә берәй файҙа күрәм тип тотонманым. Яңғыҙҙарҙы таныштырыу – күңел талабым, мин уны ҡыуанып башҡарам. Барыһы ла үҙенән-үҙе, йомғаҡты һүткән һымаҡ килеп сыға. Баштан уҡ боронғо аулаҡ өй йолаһына таяндым. Кеше бит тота килеп таныша алмай. Оҡшатамы, ыңғайлаймы икәнен самалар мөмкинлек, ә уны булдырыуға сәбәп кәрәк. «Аулаҡ өй»ҙәге уйын-көлкөлө аралашыу форматы беҙҙең өсөн тәбиғи, ул быуаттар дауамында һыналған. Килеүселәр анкета тултырып, үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдыра, бергәләп сәй эсә, уйындарҙа ҡатнаша, һөнәрлеләр йырлап йә бейеп тә күрһәтә. Шул арала күҙләшеп өлгөрәләр, шаярышып һөйләшеп алалар. Йәштәр киске уйындарҙа таныша. Ә бына урта йәштәрҙәге ханым йә ир-ат ҡайҙа бара ала? Дискотекала сәйер күренәсәк, унда башҡа быуын кешеләре. Ә «Аулаҡ өй»гә төрлө йәштәгеләр килә, күмәгебеҙ бер ғаилә һымаҡ. Кемдең тыуған көнө, туйы, бәпесе тыуған, хәҙер күтәреп алалар, бергәләп ҡотлайҙар. Иш эҙләүселәр менән бергә, инде тапҡандары ла, бер күс булып, ҡуша йөрөй. 216 пар ҡауышты тигәндә, никахҡа ингәндәрҙе генә һанайым, йәшәп ҡарайбыҙ, тигәндәрҙе йә осрашып йөрөгәндәрҙе иҫәпкә алмайым. Беҙ өйләндергәндәрҙең 18 бәпесе тыуҙы. Ай аҙағында үтәсәк кисәбеҙ – ике йөҙ ҙә ҡырҡ беренсеһе. Олоғайғас беренсегә аҡ күлдәк кейгән инәйҙәр, ғашиҡ булып яман ғәҙәттәренән арынған ағайҙар, һаулыҡтары сикләнгәнлектән, ғүмерҙә ғаиләм булмаҫ, тигәндәрҙең яртыларын табыуы – һәр осраҡ үҙе бер тарих. Инвалидтар араһынан ун ете пар ғаилә ҡорҙо. Ойошмабыҙҙың яйлап йөҙө билдәләнә, йолалары тыуа. Мәҫәлән, былтырҙан һәр илленсе парға алтын балдаҡ бүләк итә башланым. «Бәйләнештә» селтәрендәге «Аулаҡ өй» төркөмөбөҙгә күпләп яҙалар. Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарына йыш йөрөйбөҙ. Яңыраҡ Өфөлә филиал астыҡ, уны март айында Учалы һәм Баймаҡта ла булдырырға иҫәп тотабыҙ. «Аулаҡ өй»ҙө бер үҙем нигеҙләһәм дә, «беҙ» тип һөйләйем, сөнки мөрәжәғәт иткәндәрҙең күбеһе артабан эскерһеҙ ярҙам итә: концерттарҙы улар үҙ көстәре менән үткәрә, ҡырҙағы аулаҡтарға иш табырға теләгән апай-ағайҙарым мине машиналарына ултыртып алып бара.
Һәр төбәктең үҙенсәлеге бар, төрлө яҡ кешеләре холоҡтары менән дә айырыла. Дәррәүлектәре күңелемә ятҡан Баймаҡ районының Билал халҡын билдәләп киткем килә. Ундағы ауыл хакимиәте башлығы Нәжип Ишбулат улы Заманов та, мәҙәниәт йорто директоры Илшат Радик улы Юлмөхәмәтов та «Аулаҡ өй»ҙөң халҡыбыҙҙы яңғыҙлыҡтан ҡотҡарыу юлы ғына түгел, ә өмөттәре һүрелә башлаған кешеләрҙе башҡалар араһына сығарыу, бер-береһен күрергә, ҡайғыртырға, аралашырға өйрәтеү сараһы ла икәнлеген яҡшы аңлай. Китапханасы Рәйхана Эдуард ҡыҙы Булатованың ярҙамында унда осрашыуҙар һәр саҡ гөрләп үтә. Барыһын да алдан хәстәрләп ҡуйған йыйыштырыусы апай Сәбилә Бикйән ҡыҙы Ғайсинаның тәмле сәйҙәрен эсеп, һәр кем улар һымаҡ үҙ эшен ентекле башҡарғанда, тормош ни тиклем ыңғай һәм матур булыр ине, тип гел һоҡланып ҡайтабыҙ Билалдан. Һуңғы осор ағинәйҙәр хәрәкәте ме­нән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ, бигерәк тә Роза Вәли ҡыҙы Таһирова етәксе­легендә эшләгән әбйәлилдәр әүҙем.
Белореттан утыҙ йыл элек тол ҡалған Рауза апай кисәләребеҙгә ике йыл дауамында йөрөп, 75 йәшендә Әбйәлилдән Урал ағайға тормошҡа сыҡты. Балаларын ғына түгел, ейәндәрен дә уртаҡ күреп, матур йәшәп киттеләр. Йәки бына 52 йәшендә тәүгә никах күлдәге кейгән Зифа апай менән Зариф ағайҙарҙың туйында клуб ағзалары – 217 кеше йөрөп ҡайттыҡ. Шунда уҡ һыу башлау, еҙнә бүләктәре таратыу кеүек боронғо йолаларҙы күрһәттек. Абҙаҡтан 67 йәшлек Камил ағай «Аулаҡ өй»гә йөрөп парын тапҡайны. Салауат районынан Сәриә апайҙы алып ҡайтып, бер йыл ғына бәхетле булып ҡалдылар, яман сирҙән вафат булды ул. Эй яратып өлгөргәйнем үҙҙәрен, бик ҡыҙғаныс булды, ижәптәренә лә, һуңғы юлға оҙатырға ла, етеһенә лә клуб ағзалары менән бергәләп барҙыҡ», – тип үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кем хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер Айгөл Батыр ҡыҙы.
Айгөлгә яңғыҙҙарҙан ғына түгел, ул йәрәштергәндәрҙән дә хаттар килә. Шулар араһында алда телгә алынған Камил ағай мәрхүмдең яҙмаһы ла бар. Яңғыҙҙарға икенсе яртыларын табырға мөмкинлек биргәне өсөн «Аулаҡ өй» хужабикәһенә рәхмәтле булыуын, һоҡланыу хистәрен ул шиғыр юлдарына һалған. Ихлас яҙылған оҙон хаттан бер нисә генә юл:
«Килеп һине күрһәм, мин тынысмын,
Һағыш яраһы ла уңала.
Һинән башҡа мине аңлап торған
Ҡыҙым юҡтыр ошо донъяла.
«Аулаҡ өй» байрамы – оло йола,
Йәшәп килгән борон-борондан.
Рәхмәт, ҡыҙым, мине парлы итеп,
Айырғаның өсөн зарымдан!»
Ысын күңелдән яҙылған был һүҙҙәр Айгөл Ниғмәтуллина алып барған эшмәкәрлекте тулы мәғәнәһендә асып һала. Ул кешеләргә кәрәк! Ғүмерҙе мәғәнәле иткән ошо тойғоно кисереп йәшәү – үҙе бәхеттер.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Белорет ҡалаһы.

 

Башҡортостан ҡыҙы №2, 2016 йыл.

Автор:
Читайте нас: