-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
14 Октябрь 2022, 15:15

Бар ул, бар ул тылсым донъяла!

Донъяла шундай мөғжизәсе кешеләр бар. Улар ысынбарлыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ торған кеүек миңә. Кешенең күңелендә нимә ятҡанын түгел, эске торошон тигеҙләй, киләсәген күҙаллай, һауығырға йүнәлеш бирә ала. Халыҡ имсеһе исемен алған Маргарита Зыя ҡыҙы Дауытова ана шундайҙарҙан.

Бар ул, бар ул  тылсым донъяла!
Бар ул, бар ул тылсым донъяла!

Изге төштәр аша ғәмәлгә
Ырымбур өлкәһенән күсеп килергә мәжбүр булған Мор­тазиндар ғаиләһе Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында төпләнә. Маргаританың олатаһы Өмөтбай мәктәп директоры булып эшләй башлай. Ританың әсәһе Рима менән атаһы Зыя Ташкентҡа күсеп киткәс, ҡыҙыҡай Ҡорбанбикә өләсәһе тәрбиәһендә ҡала. Халыҡ ысулдары менән дауалау серҙәрен тап уның аша үҙләштерә. «Элек ундайҙарҙы төрмәгә яба торғайнылар. Шуға изге ғәмәлдәрен күрһәтеп, белендереп башҡарманы, йәшерә торғайны. Быуын ултыртты, мейе ҡаҡты. Уның атаһы Ғатаулла олатайым мулла булды. Иртәнге сәйҙә Өмөтбай олатайым Ҡорбанбикә өләсәйемдән: «Йә, әбей, төшөңдә нимә күрҙең, һөйләп ебәр», – тип өндәшә торғайны», – тип хәтерләй Рита.
Үҙе лә төштәр аша килгән иҫкәртеүҙәргә ныҡ иғтибарлы. «Төштәге ишара өндә серле итеп асылғас, нисек ышанмайһың? Бына берәүһе. Боронғо заманда үгеҙ егеп китеп барабыҙ. Шул ваҡыт беҙҙе юлбаҫарҙар уратып алды. Матронушка килеп сыҡты ла: «Теймәгеҙ, уны кешеләр көтә», – тип юлдарына арҡыры торҙо. Иртән ирем менән иҫке генә машинала юлға сығырға тейешбеҙ. Уянғас, ярай, ҡаршылыҡ булыр, әммә ярҙам килер, тип уйлайым. Юлда бара биргәс, ике юл хәрәкәте хеҙмәткәре тора. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Шул ваҡыт һауала ап-аҡ ғәҙәти булмаған ҡош пәйҙә булды. Берәүһе, шуны шәйләп, ҡарап тора башланы ла беҙҙе туҡтатырға ниәтләнгән икенсеһенең дә иғтибарын шунда йүнәлтте. Беҙ жыуҙап үттек тә киттек».
Ә төштәр күп була. Иң әһәмиәтлеһе, моғайын да, Ер йөҙөндәге ҡыйралыштарҙы, яуызлыҡтың ҡотороуын туҡтатырға тейешлеген аңғартыусы, кешеләргә изгелек нурҙары сәсеүсе тәғәйенләнешен тойҙортоусы билдә булғандыр.
«Ерҙән спираль рәүешендә күтәрелһәң, һәр ҡатламда билдәле диндең доғаһын ишетеп була. Кешенең физик тәндән тыш, йәйғор төҫтәрендәге күлдәге бар. Һиндостанға барғанда тел икенселәй әйләнә лә китә. Бер ваҡыт һинд телендә һуҙып-һуҙып уларҙың сүрәләрен йырлап ебәрҙем. Бәләкәй саҡтан наҙлы, йомшаҡ бер ҡатын-ҡыҙ тауышы оҙата килде. Аҡ сариҙағы һинд ҡыҙы һорауҙарыма яуап бирә ине. Алты йәш ярымдан күрә башланым. Бөтәһе лә мин күргәнде күрә, ишетә ала икән, тип уйлай инем. Ун өс йәш ярымда йәнә ҡабатланды, тауыш йышыраҡ килде. Русса өндәшә торғайны. Һорауҙарыма яуап бирҙе. Егерме бер йәштәр тирәһендә үләндәрҙе әйтә башланы. Эй, кит, һин сихырсылыр ул, ти торғайны әхирәттәрем юлайҡан ғына биргән кәңәштәремә. Иң мөһиме – файҙаһы тейҙе. Утыҙ йәште уҙғас, был һәләттәремә нығыраҡ иғтибар иттем, доғалар килде. Ҡытайҙа ҡыҙылға алтын хәрефтәр менән яҙылған иероглифтарҙы уҡыным. Ҡырғыҙстандан ҡайттым да ҡырғыҙса «һөйләшә башланым». Ниндәй илгә йыйынһам, уларҙың телендә доғалар килә. Һиндостан, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиәлә, Коми Республикаһында булғаным бар. Был һөйләшеү – транс хәлендәге халәт. Хоҙай бер, диндәр төрлө икәненә инанғанмын», – ти Рита Зыя ҡыҙы.


Яҙмышҡа яҙғаны
Балалар баҡсаһы осоронда, башланғыс кластарҙа Ырымбур тарафтарында рус мөхитендә тәрбиәләнеп, Башҡортостанға ҡайтып, Яҡуп ауылы мәктәбендә алтынсы класты тамамлаған Ританы Өфөләге 1-cе мәктәп-интернатҡа уҡырға ебәрәләр. Башҡорт теле урыҫ мәктәбендә уҡыған ҡыҙыҡайға ауыр бирелә. Шуның арҡаһында кире ауылға ҡайтып уҡыуын дауам итергә мәжбүр була. Урта мәктәпте тамамлағас, уны яҙмыш елдәре Сибай ҡалаһына илтә. Сибай педагогия училищеһында белем алыу йылдары күңелендә иң матур тәьҫораттар ҡалдырған.
Яратҡан бәндәмә һынауҙарҙы күп бирермен, тигән Аллаһы Тәғәлә. Көслө рухлылар кисергәнде башҡалар күтәрә алмауы ла мөмкин. Рита йәшлегендәге мөхәббәт хистәрен, ҡыҙының атаһы буласаҡ кеше менән яратышып өйләнешкән мәлдәрен, иренең хыянатын, шул арҡала ғаиләһе тарҡалыуын һынау, яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул иткән.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлауы, медицинаны ныҡлап өйрәнергә маҡсат ҡуйыуы Мәскәүгә, Ҡытайға барып белем эстәргә этәрә. Халыҡ-ара кимәлдәге дипломдарға эйә белгескә яңы офоҡтар асыла. Азия тарафтарында эшләп, донъя күреп йөрөп ҡайта. Бер сәфәрендә паспорт режимын боҙған өсөн ҡулға алына. Үҙенән һорау алған майорға: «Яңы ғына туғаныңды ерләгәнһең икән, ниндәй ауыр ҡайғы кисергәнһең, ҡустым», – тип өндәшкәс, уҙаман илай ҙа ебәрә. Шулай итеп, хоҡуҡ һаҡсылары Ританан ҡаралыр өсөн сиратҡа теҙелә. Рейсҡа һуңлап барған ҡатынды үҙ ваҡытына «джип»та ғына елдертеп алып барып еткереп, автобусҡа күтәреп ултыртып ебәрәләр. Аҙаҡтан да, тағы килегеҙ беҙгә, тип оҙаҡ шылтыратып аптыраталар.
«Икенсе иптәшемде лә төштә күрҙем. Әлеге ваҡытта, әсәһе ныҡ ауырығас, ул тыуған яғына ҡайтып китте. Дуҫы менән поезда килә икән, тип күрәм. Тағы бер күренеш күҙ алдыма баҫа: минең өйҙә ҡамыр баҫып тора. Ысынлап та, ул аш-һыуға оҫта, ҡамыр менән булышырға ярата. Осраштыҡ, таныштыҡ. Ун биш йыл ғүмер бергә үтте. Ташкентҡа эшкә китеп, йәшләй генә мәрхүмә булған өләсәйем уның тыуған ҡасабаһында ерләнгән. Ул да, мин дә әле, балалыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә тип, айырым донъя көтәбеҙ. Бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған әсәйемде ҡарарға тип, Себер тарафтарынан ҡайтып төштөм. Шуға ла Күмертау ҡалаһында төпләндем. Яңыраҡ ҡәҙерлемдең юбилейын гөрләтеп үткәрҙек. Эльвира ҡыҙым да, табип һөнәрен үҙләштереп, ғаилә ҡороп, Өфө ҡалаһында йәшәй. Әминә ейәнсәрем – үҙе бер яҙмыш бүләге», – тип һөйөнөстәре менән уртаҡлаша Рита Зыя ҡыҙы.
Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл эргәһендә ер һатып алып, шунда өй һалырға хыяллана Рита. Уңайы ла сыға. Аҡсаһын түләй, әммә документтарын ҡулына төшөрә алмай. Йылдар үтә. Ер һатҡан егет хушлашҡанда Ританың бағымсылығын белеп, апай, яҙмышымда ниндәй үҙгәреш көтөлә, тигән һорау ҡуя. Тиҙҙән бик юғары дәрәжә биләйәсәкһең, тип юрағаны юш килә. Бер аҙ ваҡыттан ир, мине ҡала мэры итеп ҡуйҙылар, тип һөйөнсөләп шылтырата. Ерҙе үҙ исеменә теркәү мәсьәләһен хәл итеп ҡуйырға уйлап, Рита йәнә Ҡырғыҙстанға килә. Бер нисек тә осона сығырлыҡ түгел. Аҡсаһын булһа ла алып ҡайтам, тип ныҡыша ҡатын. Эштәр һуҙыла. Көндәлек ашау, йәшәү өсөн, аптырағас, эшләй башлай. Ҡунаҡханала йәшәү ялҡыта, етмәһә, бер урындан икенсеһенә ҡырҡ тапҡыр күсенә, аҙаҡ хатта тирмәгә урынлаштырып ҡуялар. Ританың түҙеме бөтә. Әлеге лә баяғы мэрға инеп, аҡсаһын талап итә. Ул һатып алыусылар юҡлыҡҡа һылтанып, болдо тоттороп ебәрергә ашыҡмай. Табығыҙ, юҡһа аяҡ аҫтығыҙҙа ер убылыр, ти, Рита ҡәһәтләнеп. Эргәһендә тыңлап торғандар тертләй, ниңә улай тип әйтәһегеҙ, тиҙәр шөбһәләнеп. Рита ышаныслы ҡиәфәттә, мэриянан сығып, ҡунаҡханаға ҡайта. Шул төндә йоҡо алмай ыҙалата. Уҡынып ята. Сәғәт бер. Ике, өс тула. Дүртенсе ун биш минутта һауа геүләй. Ер тетрәй башлай. Тянь-Шань тауҙарынан сыҡҡан шомло тауыш һауаға күтәрелә лә Ысыҡкүлгә килеп бәрелеп юғала. Кешеләр өйҙәренән сығып йүгерә. Ғауға, мәхшәр ҡуба. Икенсе көнөнә иртүк ҡала хакимиәтенә саҡыртып, ер өсөн аҡсаһын тотторалар. Егерме йылға яҡын булмаған 7-8 баллы ер тетрәүе осраҡлы хәлме, әллә һүҙ тылсымы, әллә бағымсы ҡатындың алдан күреүеме – әйтеүе ҡыйын.

Яраларын өрөп бәйләрмен
Эпилепсия, шизофрения кеүек ауыр сирлеләр менән дә эшләй Рита ханым. «Эскелектән, наркоманиянан арындырыуға ла тотона инем, хәҙер алмайым. Эскелек – ул һынау. Код ҡуйғандан һуң да ысҡыналар. Һамар өлкәһенән килгән егет доға уҡыу менән эскенән ваз кисте, кемгә нисек тура килә бит», – ти Рита Зыя ҡыҙы.
Ультратауыш тикшереүе сеанстарҙан һуң Сания тигән ҡатындың шеше йөҙөм кеүек ҡатып ҡалыуын күрһәтә. Сөйәл кеүек эленеп торған миңе бер сеанстан һуң юҡҡа сығыуын һөйләгән ханымдың һөйөнгәнен күрһәгеҙ!
Бер ваҡыт Ритаға компьютер ҡоллоғона эләккән егетте алып киләләр. Әсәһе әйтеүе буйынса, ул тормоштан ваз кисеп, тик ысын булмаған донъяла йәшәй. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, үҙен бик агрессив тотҡан була. Ританың сеанс­тарынан һуң ул ипкә килә. Донъяға күҙҙәрен аса. Эшкә сыға. Туғандары менән һөйләшә, аралаша башлай.
Бер ҡатын иренең, ниндәй генә антибиотиктар менән дауаланһа ла, үтмәҫ йүтәл менән ыҙалауына зарлана. Ританың дауалау сеанстарынан һуң ғына уның был сире үтә.
Борондан ҡалған ҡот ҡуйыу, һөлөк һалыу, быуын ултыртыу, эс һылау, мейе ҡағыу кеүек бихисап алымдарҙы белгәндәр һәм хәҙерге тормошта ла ҡулланғандарға сирле кеше ахырғы сиктә мөрәжәғәт итә. Ауыр ҡайғынан, тойғоларҙан, һөйгәне менән айырылышыу, өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән ете ҡат күлдәге тишкеләнеп бөткәс, йәйғор төҫтәрен балҡытып, ерҙә һәр аҙымын шатлыҡ, киләсәккә яҡты өмөттәр менән баҫыр өсөн, тап Рита арҡылы, уның тылсымлы һәләте, изгелекле йөрәге ярҙамында, ҡото артынан юллана. Кемгәлер был әкиәт кеүек тойолор. Ышанғандар был серҙе Аллаһ Тәғәләнең уның аша биргән ҡөҙрәтеләй ҡабул итеп, үҙен һау-сәләмәт тойоуҙы өҫтөн күрер. Һынауҙарҙан һуң тағы ла көсәйеп, яңы һулышы асылыр.

Азалия МИРЗАЕВА.
Күмертау ҡалаһы.

Башҡортостан ҡыҙы №8, 2017 й.

Автор:
Читайте нас: