+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
21 Июнь 2022, 14:26

Оҙон бер кис

(повестан өҙөк) Ҡомалаҡлыҡта эшен бө­төр­гәс, Роза өйөнә ашыҡты. Йыуынып, усаҡ яғып ебә­реүгә, ҡыҙы Галяны етәкләп, күршелә йәшәүсе Ундри бабай менән Анна әбей килеп инде.– Беҙҙең ғаилә кәңәшмәһе булды, – тип, хәйләкәр йылмайып, һүҙ башланы Ундри ҡарт. – Минең әбейем һинең ҡошсоғоңдо йәй буйы ҡарап торорға риза. Иртәнсәк инеп алыр­быҙ ҙа кискә килтереп ҡуйырбыҙ.– Риза! – Анна әбей үпкәле төҫтә ҡысҡырып ебәрҙе. – Шундай итеп хәбәр һалаһың, әйтерһең, ҡартлас, Галяны ҡарарға мин үҙем теләк белдермәгәнмен, ә һин инәлеп кенә ризалатҡанһың.

Оҙон бер кис
Оҙон бер кис

– Һин ни, мин ни – унда айырма юҡ, – тип тыныс ҡына уны бүлдерҙе Ундри бабай. – Иң мөһиме – күрше­беҙгә ярҙам итәбеҙ.
Шунан Галяға ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы:
– Ҡыҙың көндән-көн аҡыллана, Роза. Хәҙер бытылдап һөйләшә лә башлаған. Эйеме, ҡыҙым?
Бәләкәй ҡыҙыҡай ҡыуанып яуап бирҙе уға.
– Һиңә беҙҙә күңеллеме?
– Күңелһеҙ.
– Нишләп? – ҡарттың кәйефе ҡырылды.
– Әсәйем юҡ һеҙҙә.
– Әсәйеңә эшләргә кәрәк, ә һин хәҙер бәләкәс түгелһең. Күңелһеҙ­ләнмә. Иртәгә мин һиңә бейей белгән ҡурсаҡ яһап бирермен.
– Алдамайһыңмы? – тип етди һораны ҡыҙыҡай.
Был һорау Ундри ҡартҡа бигерәк оҡшаны. Ул бәләкәй балалар кеүек һөйөнөп көлөп ебәрҙе, үҙе:
– Бына ниндәй аҡыллы ҡыҙ! – тип һөйләнде.
Ә Анна әбей етди һәм итәғәтле ҡиәфәттә ултыра бирҙе. Бының менән үҙенең ире кеүек елбәҙәк түгел, ә күптән аҡыл кергән оло кеше икәнен күрһәтергә теләй ине булһа кәрәк.
Роза уларға һөйөнөп ҡарап ул­тырҙы. Ул ошо һәйбәт кешеләргә күңелендәге рәхмәт тойғоһонан шат ине. Ундри ҡарт менән Анна әбей эргәһендә Роза үҙенең бөтә борсо­лоуҙарын онота. Улар эшләгән яҡшы­лыҡҡа һәр саҡ изгелек менән яуап бирергә тырыша.
Әле лә мөгәрәпкә төшөп, һыра алып менде. Күршеләре һыраны һы­уыҡ көйө эсмәгәнлектән, бер аҙ йы­лытҡас ҡына уны өҫтәлгә ултыртты.
Ихлас күңелдән бирелгән һыйҙан ололар бер ҡасан да баш тартмай. Розаның күршеләре лә өҫтәл эргәһенә инәлтмәй генә килеп ултырҙы. Ундри ҡарт, һыраның әскелт тәмен нығыраҡ тойор өсөн, уны телендә оҙағыраҡ тотоп, ваҡ-ваҡ ҡына йотҡолап, кинәнеп эсте.
– Һәйбә-ә-әт! Минең мәрхүм әсәйемдең һыраһы шулай шәп була торғайны.
– Эйе, хәс уның һыраһы кеүек. Урыны ожмахта булһын мәрхүмәнең, – тип ҡарты менән килеште Анна әбей.
Икенсе стакандан һуң Анна әбейҙең яңаҡтары йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек алланып китте. Тимәк, ҡарсыҡ ныҡ әле. Ә Ундри ҡарт, бер аҙ ҡыҙып алғас, хәтерләүҙәргә бирелде. Ул үткәндәрен һәр саҡ яҡты, ҡояшлы итеп иҫләй. Әйтерһең, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар бөтөнләй булмаған.
– Һинең атайың менән дуҫ йәшәнек беҙ, Роза. Ул һәйбәт тимерсе, ә мин оҫта йылҡы ҡараусы инем. Шуға күрә һуғышта ла йөк ташыуға эләктем бит. Йөк ташыу, бер уйла­һаң, – хөрмәте лә, даны ла күрен­мәгән бер эш. Әммә кем һуғышты китаптан уҡып йәки кинонан күреп кенә түгел, ә үҙ елкәһендә татып белә, ул беҙҙең иңгә төшкән ауырлыҡты яҡшы аңлай. Снарядһыҙ, патронһыҙ оҙаҡ һуғышып буламы? Ә аҙыҡ-түлекһеҙ? Алғы һыҙыҡты кем ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән, тиһең? Беҙ, йөк ташыусылар! Һуғыш беҙҙең иңдә лә барҙы. Мин үҙем – ике тапҡыр ҡамауҙа ҡалып йырып сыҡҡан, бер мәртәбә немец десантынан тере ҡалған кеше. Бына һиңә йөк ташыусы! Хәйер, һөйләп кенә лә...
Ундри ҡарт тынып ҡалды. Кем белә, бәлки, был һүҙҙәрен ул бер малайҙың уның һуғышта йөк та­шыусы булыуынан мыҫҡыллы көлгә­нен хәтерләп һөйләгәндер.
Ә теге «аҡыллы» малай Ундри ҡарттың һуғыш ваҡытында илле йәштән үтеүен белмәй. Фронтҡа алмаһалар ҙа, үҙ теләге менән киткән Ундри бабай. Ә һуғыштан ул күк­рәгенә көмөш миҙалдар тағып ҡайтты. Роза бәләкәй саҡта, Ундри ҡарттың алдына ултырып, шул миҙал­дар менән уйнарға ярата торғайны.
Тағы ла бер стакан һелтәгәс, Ундри ҡарт яй ғына урынынан ҡуҙғалды.
– Ҡара әле, минең әбейем ҡайһылай ҡыҙарып китте. Етер, әбей, йә өйгә ҡайта алмаҫһың. Рәхмәт, Роза, һыйыңа.
Роза тағы ла ултыра бирергә ҡыҫтап ҡараһа ла, ҡарттар тыңла­маны. Рәхмәт әйтеп, ҡайтырға ҡуҙ­ғалдылар. Шулай ҙа уларҙың әле үк йоҡларға ятҡылары килмәй ине булһа кәрәк. Йорттары тәңгәленә еткәс, ҡапҡанан инмәй, туҡтап ҡалдылар.
– Әллә әҙерәк саф һауала ултырабыҙмы? – тип тәҡдим итте Ундри ҡарт.
– Әйҙә, ултырайыҡ, – тип ризалашты әбейе. – Кис матур, тыныс.
Улар ҡапҡа төбөндәге киң эскәмйәгә ултырҙылар. Икеһе лә, ғәҙәттәгесә, ҡулдарын тубыҡтарына ҡуйҙы.
– Розаның һыраһы шәп булды! – тип маҡтаны әбей. – Хатта башҡа сыҡты.
– Һин айрандан да иҫерәһең бит, – тип төрттөрҙө бабайы. Әммә әбейенең фекере менән килешмәй булдыра алманы – Эйе, һыраһы шәп!
Бер аҙ тын ултырҙылар. Ошолай өндәшмәй ултырыу уларға ҡыйын түгел ине. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, бер-береһен ярты һүҙҙән, хатта һүҙһеҙ ҙә аңларға күнеккәндәр. Ҡайһы саҡ уларға бөтә нәмә хаҡында ла ҡат-ҡат һөйләшеп бөткәндәрҙер, инде һөйләшер һүҙ ҙә, яңы фекер ҙә ҡалмағандыр төҫлө тойолоп китә.
Шул мәл һандуғас моңо ишетелде. Үҙҙәренең бик-бик алыҫта ҡалған йәшлеген хәтерләп, ҡарттар моңһоу йылмайҙы. Йәшлегендә кемдең генә һандуғаслы һөйөү төндәре булмай?! Ул айлы төндәр ғүмергә йөрәктә уйылып ҡала. Ваҡыт ҡына кешенең иң бәхетле, ҡанатлы һәм хыялый мәлен оноттора аламы ни?
Оҙаҡламай был һандуғастың тауышына тағы ла бер һандуғас яуап бирҙе. Ә бер аҙҙан был икәүҙең оҫталыҡта үҙ-ара ярышыуын ҡыҙыҡһынып тыңлап торған бүтән һандуғастар, улар моңонан инде шымып тора алмаҫтай булып арбалып, үҙҙәре лә һайрай башланы.
– Ҡайһылай моңланалар! – тип бышылдап ҡына өндәште Ундри ҡарт.
– Йырлайҙар, – тине әбейе. – Ҙур шатлыҡтары барҙыр.
– Ошолай һандуғас моңон тыңлап ултырғанда, тормош иҫ киткес матур күренә, унан хатта китке лә килмәй.
– Ә һин ашыҡма, – тип сәнскеле өндәште әбейе. – Һин минән оҙағыраҡ йәшәрһең әле.
– Әжәл һайлап килмәй бит, – Ундри ҡарт тыныс ҡына яуап бирә башлағайны ла, әбейенең һүҙҙәрен тағын бер уйлап ҡарағас, асыуланып китте. – Кем оҙағыраҡ йәшәр әле, билдәле түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ ирҙәренән оҙағыраҡ йәшәй. Һеҙ беҙҙән көсһөҙөрәк, йомшағыраҡ булып ҡыланаһығыҙ ғына. Оҙаҡламай һиңә минһеҙ ҡалырға тура килер.
– Мин күнеккәнмен инде, – тип көрһөндө Анна әбей. – Хәтерҙә әле – өйләнешеү менән һин һуғышҡа киттең. Тәүҙә – герман, унан граждандар һуғышына. Инде генә тыныслап йәшәй башлағайныҡ – тағы һуғыш. Тағы ла дүрт йыл һинһеҙ.
Улар тағы бер аҙ һөйләшмәй ултырҙы. Ә һандуғастар өҙөлөп-өҙөлөп һайрауын дауам итте. Уйланып ултырған Анна әбей бер аҙҙан:
– Ярай, һин, исмаһам, һуғышҡа китә инең. Ундай ваҡытта бер кемгә лә үпкәләп булмай... Ә бына Петя, Розаһын ташлап, мул аҡса эҙләргә китте – быныһын мин аңламайым.
Ҡарт өндәшмәне. Әллә һанду­ғас­тарҙы тыңланы, әллә әйтер һүҙ таба алманы. Ә әбейе был өндәшмәүҙе үҙе менән килешмәү тип аңланы һәм тауышын күтәрә биреберәк дауам итте:
– Роза – иҫәр. Уның урынында мин Петрҙы ебәрмәҫ инем. Беҙ, сыуаш ҡатындары, аҡылһыҙ шул. Ә мәрйә, бөтә донъяһына ҡул һелтәп, үҙе ире артынан китер ине: яңғыҙ ҡалдырып ҡара уны! Беҙгә донъя, мал йәл. Йәшәйбеҙ инде тере ир булған көйө тол ҡатын кеүек.
– Быныһын дөрөҫ әйтәһең, – тине ҡарты. – Аҡылһыҙһығыҙ!
– Улар беҙгә сит кешеләр түгел. Ярҙам итергә кәрәк. Роза бик ғорур. Петрға, ҡайт, тип хат яҙмаясаҡ ул.
Ундри ҡарт: «Минең әбейем барыбер аҡыллы ул», – тип уйлап алды ла:
– Эйе, беҙгә Петрға хат яҙырға кәрәк, – тине.
Икәүләшеп ошондай фекергә килеп, ҡарттар өйҙәренә ыңғайланы. Һандуғастар һаман һайрай, һаман тирә-йүнгә моң түгәләр.
Розаға ла тиҙ генә йоҡларға тура килмәне. Күршеләре ҡайтып китеү менән, ҡәйнәһе йүгереп килеп инде.
Әллә Петяһы менән бер-бер хәл булдымы икән? Роза йөрәгенең борсолоп тибеүен тойҙо, аяҡ быуындары ҡапыл йомшарып китте. Ә ҡәйнәһе телеграмма бланкыһын биргәс, ҡурҡыуынан хатта күҙҙәре йомолдо.
Үҙенең юҡҡа көйөнгәнен аңлағас, Роза көлөп ебәрҙе – бикәсе кейәүгә сыҡҡан икән!
Роза ҡәйнәһен ҡосаҡлап алды. Ә ҡәйнәһе үҙе көлә, үҙе илай.
– Үҫтерҙем дә, бына инде... Һөйөнөргәме, иларғамы – белмәйем.
– Әлбиттә, шатланырға кәрәк, – Роза ла ҡәйнәһенән кәм тулҡын­ланмағайны. – Кемгә сыҡҡан һуң?
– Ул ҡорос иретә, ти. Эше бигерәк ҡурҡыныс икән! Үҙе янып китеп, Ленаны тол ҡалдырып ҡуймаһа ярар ине, – әбей тағы илай башланы.
– Юҡты уйлап көймә, әсәй, – Розаның «әсәй» тигән һүҙенән ике­һенә лә тағы ла күңеллерәк булып китте. Улар, бер-береһенә ҡарап, шат йылмайҙылар.
– Туйҙары бында булырмы икән, әллә ҡалаламы? Ауылда һәйбәтерәк үтер ине, – тип әсәйҙәрсә ҡайғыртты әбей.
– Оҙаҡламай Лена отпускыға ҡайта, ти инең, – тип иҫенә төшөрҙө килене.
– Отпуск ваҡытына тап килтереп өйләнешергә булғандар инде.
Роза бик ҡыҫтаһа ла, әбей китергә йыйынды.
– Атайыма барып киләм әле. Моғайын, ул да ҡыуаныр...
Барһын әйҙә. Бәлки, ҡәйнәһе дөрөҫ әйтәлер. Ҡаты бәғерле Эхрем ҡарттың күңеле, кем белә, был юлы йомшар, ейәнсәре өсөн һөйөнөр...
Розаның ҡәйнәһен ул, йәш сағында кейәүгә сыҡмай ауырға ҡалғас, өйөнән ҡыуып сығарған. Нәҫелебеҙҙе хурланы, тип уйлаған. Розаның буласаҡ ҡәйнәһе сит кешеләрҙә йоҡлап йөрөгән. Бер аҙҙан үҙенә бәләкәй генә өй төҙөтөп ингән. Әлбиттә, һәйбәт йәшәгән кешеләрҙең мунсалары ла унан яҡшыраҡ булғандыр.
Бер аҙҙан ул тағы ла ауырға ҡалған. Ҡыҙы Лена тыуған.
Кешеләр ни һөйләгәндер, әммә ҡәйнәһе балаларын етеш, бөтөн күңелле үҫтереү өсөн бөтәһен дә эшләгән. Ҡыш та, йәй ҙә өҫтөндәге ҡара халатын сисмәгән. Унынсы синыфты тамамлағас, Петяны матурлап армияға оҙатҡан. Ленаның һөнәрселек училищеһына уҡырға барыу теләгенә лә ҡаршы килмәгән.
Армиянан һуң Петя яңы өй һалды. Был өй ҙә ҙур, матур килеп сыҡманы. Аҡсалары аҙ ине уларҙың. Хәҙер ҡәйнәһе яңы өйҙә бер үҙе йәшәп ята.
Петр, өйләнгәс, Розаларҙың өйөнә күскәйне. Әллә үҙенең ҡыҙ йортона күсеүенә ғәрләнде. «Өйлөк аҡса эшләйем», – тип Себергә сыҡты ла китте. Әйтерһең, бәхет аҡсала һәм яңы өйҙә генә.
Роза ҡәйнәһен йәлләй. Илле йәше лә тулмаған, ә үҙе әбей кеүек күренә. Өҫ-башына ла иғтибар итмәй. Йәш сағында күркәм күренергә лә теләгәндер – кейеме булмағандыр, хәҙер кейеме бар ҙа – күңеле төшмәй.
Атаһы ла һаман ят итә уны. Петя яңы өй һалғанда килеп тә әйләнмәне. Сит кешеләр килде, ә ул?.. Үҙенә байлыҡ йыйыуҙан ғына тәм таба.
Ҡыш көнө Ленаны телевизорҙан күрһәттеләр. Лена ике рәт булып теҙелгән станоктар араһында йөрөй һәм улар менән идара итә. Ә ул станоктарҙа шундай матур ебәк тауарҙар – иҫең китерлек! Йәл, Эхрем ҡарт шул саҡта ейәнсәрен күрмәгәндер. Уның ярҙамынан тыш та Ленаның кеше булғанын аңлар ине. Күрмәгәндер, ул, ҡомһоҙ, аҡсаһын йәлләмәй телевизор ала буламы? Уның берәүгә лә шатлыҡ килтермәгән аҡсалары булыуҙан ни файҙа? Донъяла ни өсөн йәшәүе хаҡында бер уйланһын ине, исмаһам.
Роза уны үҙенең атаһы менән сағыштырып ҡарай. Атаһы ысынында оҫта тимерсе ине. Ҡайһы өйгә инһәң дә, ул эшләгән әйбер бар. Шул оҫталығы менән Эхрем хәтле генә байый алмаҫ инеме ни? Ә ул кешеләрҙән аҡса алмай торғайны. Эш байлыҡтамы ни, кешеләргә күрһәткән изгелек онотолмай.
Атаһы үлгәс, бөтә ауыл ҡайғырҙы. Уның кәүҙәһен зыяратҡа күтәреп барыуҙы кешеләр үҙҙәренә хөрмәт кеүек ҡабул итте. Ә Эхрем... Кеше оҙон бер ғүмерҙе йәшәп бөтөп бара. Ә иҫләрлек яҡты бәхете бармы икән? Бүтәндәр ҙә уны хәтерләмәҫ... Әлегә иҫән-һау ҙа бит, үлгәс, уға халыҡ ҡәҙер күрһәтерме? Зыяратҡа, моғайын, туғандары ғына оҙатыр. Шул туғандары араһында өйөнән башҡа ҡайтмаҫлыҡ итеп ҡыуып сығарған ҡыҙы, хәҙер инде үҙе әбей Катрук та булыр. Петя менән Лена уның үлеменә ҡайғырмаҫ та... Хатта шул балалар ҙа уның күңелен йомшартмаған бит.
Роза уйланып йоҡлап китте. Иртәнсәк уны бер кем дә уятманы. Әммә, крәҫтиән ғәҙәте буйынса, ул ҡояш менән бергә торҙо. Ихатаға сыҡҡас, Розаны ҡояш нурҙары иркәләп ҡаршы алды. Тик ниңәлер ошо шат иртәлә күптән онотолған бер моңһоу йыр хәтеренә төштө:
«Алтын ҡиммәтле – иҫәпле сағында,
Туғандар ҡәҙерле – хөрмәте барында...»

Анатолий Емельянов.
«Дан өсөн түгел» повесынан өҙөк. 1979 йыл.
Йомабикә Аҡъюлова тәржемәһе.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәттәре.

Автор:
Читайте нас: