+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
16 Июнь 2022, 15:16

Саф мөхәббәт бар бит ул

Хикәйә Матур, мөхәббәтле парҙарҙы күрһәм, янда­рынан йылмаймайынса үтә алмайым. Бигерәк һөйкөмлө була бит улар. Бәхетлеләр, бер кемдә лә эштәре юҡ, әйтерһең, донъяла улар икәү генә....Йәшлектәре минең күҙ алдымда үтте. Икеһе лә сибәр, килмәгән яҡтары юҡ. Ҡыҙҙың исеме Ләйлә. Шуғамы икән, Саматына ла Мәжнүн ҡушаматы тағылды ла ҡуйҙы. Бер-береһенә булған мөхәббәттәре лә Ләйлә менән Мәжнүндекенән һис кәм булмағандыр.

Саф мөхәббәт бар бит ул
Саф мөхәббәт бар бит ул

Урамдан икәү атлап үткәнен бөтәһе һоҡланып ҡарап ҡала торғайны. Ә парлашып бейеүҙәре һуң!.. Клубта гармун тауышы ишетелеү менән Самат ағай төшөп китә, шунда уҡ ҡаршыһына күбәләктәй осоп Ләйлә апай килеп баҫа. Был ваҡытта башҡа берәү ҙә бейемәй. Баҙнат итмәйҙәр.
Мәктәп йәшенән дуҫлашып йөрөгән йәштәр, уҡыуҙы тамамлағас, икеһе лә һөнәр алырға баш ҡалаға юлланды. Самат ағай урман хужалығы техникумын һайланы. Йәше еткәс, әрмегә алдылар. Һөйгәне күҙ йәштәрен түгеп оҙатып ҡалды. Йәштәр мәңге бергә булырға вәғәҙәләр бирешеп, айырылды.
Ләйлә апай тегенсегә уҡып, алыҫ райондарҙың береһенә практика үтергә китте. Уны яңғыҙ ғына йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлаштырҙылар. Һылыу ҡыҙҙы урындағы егеттәр ҙә шундуҡ шәйләп алды. Үҙҙәренә нисек ҡаратырға белмәнеләр. Ләкин Ләйлә апай береһенә лә иғтибар итмәне. Клубҡа ла сыҡманы. Бергә эшләгән ҡыҙҙары саҡырып килһә лә, риза­лашманы. Өҙөлөп Саматынан хаттар көттө, аҙаҡ төндәр буйы яуап яҙҙы. Сит ерҙәрҙә бигерәк ҡыйын икән ул. Үҙ яғында, дуҫ-иштәре эргәһендә еңелерәк булыр ине лә бит. Нимә тип шул тиклем йәһәннәмгә китмәк булғандыр? Өфөлә лә ҡалырға мөмкин ине бит.
Бәлә аяҡ аҫтында ята, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Бер көндө әбейе район үҙәгендә йәшәгән улдарына ҡунаҡҡа китте. Ләйлә, бер үҙе йоҡларға ҡурҡып, әхирәтен саҡырҙы. Уныһы ҡыҙға күптән күҙе төшөп йөрөгән ағаһын да эйәртеп килгән. Ләйләгә был оҡшаманы, әлбиттә.
– Әхирәтең менән таныштыр, тип ҡолаҡ итемде ҡалдырманы бит. Ярай, күреп һөйләшһен инде, тинем дә ризалаштым. Хәҙер ҡайтып китә ул, – тип аҡланды ҡыҙ.
Икенсе көндө егет көтмәгәндә бер үҙе генә килеп инде.
– Һеңлем бөгөн килә алмай. Сирләберәк тора, – тине ул. Әллә әҙерәк ҡыҙмасараҡ та инде. Һүҙгә бөткән Әхәт сутырлығы сығып, хәбәрен ойотто ғына.
Ләйлә инде ваҡыттың һуң булыуы, иртәгә эшкә барырға кәрәклеге тураһында ишаралағас та урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы. Егеттең ҡайтҡыһы килмәй ине. Һушы китеп, ҡыҙҙан күҙен ала алмай ултырыуын дауам итте. «Ҡайһылай рәхәт уның янында. Мин уны бер кемгә лә бирмәйәсәкмен», – тип хәл итеп тә ҡуйҙы эстән.
Ниңә, ул да төшөп ҡалған егет түгел дә инде. Ана, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән ҡыҙҙар күпме... «Ә һин барыбер минеке буласаҡһың», – тип уйлап, Ләйләгә өтөрҙәй итеп бер ҡараны ла:
– Берәй сынаяҡ сәй ҙә эсермәй сығараһыңмы ни әхирәтеңдең ағаһын, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә электр самауырын ҡабыҙып ебәрҙе. Үҙенең йөрәге атылырҙай булып типте: «Уф-ф, ниңә китмәй икән ул? Ни әбейе һаман ҡайтмай».
Сәй янына ултырғас, Әхәт ҡайҙандыр шарап та килтереп сығарҙы. Уның һүҙен йыҡмайым тип, Ләйлә лә тәмләп-тәмләп ултырҙы. Ҡыҙмаса булып алған Әхәт үҙен тыйып тоторлоҡ хәлдә түгел ине. Ана шунда төҙәлмәҫлек хата эшләнә лә инде.
...Ауырға ҡалғанын белгәс, сараһыҙҙан яратмаған кешеһенә кейәүгә сығырға риза була Ләйлә. Саматы ғәфү итмәҫ, тигән уй мейеһен сүкей. Заманалар башҡа ине шул ул саҡта. Кейәүгә сыҡмайынса ауырға ҡалыу ҡот осҡос хәл булып күренә ине.
Шулай армиянан килгән хаттар яуапһыҙ ҡала килде. Ут йотоп һалдат һөйгәненән хәбәр көттө. Нимә уйларға ла белмәне. Ауылдағы дуҫтары ла ҡыуандырырлыҡ һүҙҙәр әйтмәне. «Бер ҙә ҡайтҡаны юҡ. Иң яҡын әхирәте Динә лә бер нәмә белмәй. Үҙебеҙ аптырайбыҙ. Әсәһе лә һөйләшеүҙән ҡаса», – тип уның былай ҙа янған йөрәгенә ут ҡына һалдылар.
Ләйләнең ире алама кеше түгел ине. Уның өсөн өҙөлөп торҙо. Хатта Саматтан килгән хаттарҙы үҙе ҡулына килтереп тоттороп, йәндәй күргән кешеһенең күҙҙәренә мөлдөрәп кенә ҡарап торор ине. Ысынлап та ярата, үлеп ярата ине шул. Ҡатыны ни теләй, шуны эшләне. Уның ғәфү итерен күпме кәрәк булһа, шунса көтөргә риза ине. Тик ташлап ҡына китмәһен.
– Ләйлә апай... Һин нимәләр кисерҙең икән был ваҡытта. Ғәфү итә алдыңмы уны? – тип һорауыма:
– Итмәй ҡайҙа бараһың инде. Яратмаһаң да, йәшәй-йәшәй кеше бер-береһенә өйрәнә, барыһына күнә. Аҙаҡ, балалар тыуғас, шуларға әүрәйһең, – тигәйне ул.
...Бер ваҡыт магазинға китеп барһам, күпергә етәрәк, ҡаршыма йәш кенә ир менән ҡатын килгәнен шәйләп ҡалдым. Беҙҙең ауыл кешеләренә һис оҡшамағандар. Ҡатыны бигерәк сибәр күренә, нәзәкәтле итеп кейенгән. Һомғол буй-һыны, матур баҫып атлап килеүе әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙҙең ара яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Эргәгә килеп етер саҡта ғына таныш йөҙҙө шәйләп ҡалдым: Ләйлә апай бит! Тегеһе ирелер инде. Мине күргәс, танып ҡалып, Ләйлә апай ҡаршыма йүгереп килде лә ҡосаҡлап өйөрөлтә башланы.
– Эй, туғанҡайым, һине лә күрер көндәр бар икән. Әйҙә, беҙҙең менән. Тауға менеп, ауылды өҫтән бер ҡарайыҡ әле. Шул тиклем һағындырған, – тигәйне, эйәреп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Яҡын кеше булды ул беҙҙең өсөн. Яратҡан апайыбыҙ менән бер туғандар кеүек инек шул. Әсәйемдәр эш менән ҡайҙалыр китһә, гел күҙ-ҡолаҡ булырһың, тип уны ҡалдырҙылар. Әлегеләй хәтеремдә, мал-тыуарҙы ҡараштырып, тәмле итеп ашарға бешерә торғайны. Аҙаҡ Самат ағай килеп етә. Бергәләп киске аш ашайбыҙ ҙа, улар клубҡа сығып китә.
Хәтирәләргә бирелеп килә торғас, Ләйлә апайҙың ҡапыл туҡтап ҡалыуына терт итеп ҡалдым. Алға ҡараһам, Самат ағай тора. Бағана кеүек бер урында ҡатҡан да ҡалған. Икеһе лә бер-береһенә төбәлеп тик торалар. Минең йөрәк дөп-дөп тибә башланы. Хәҙер нимә булыр икән? Ләйлә апайҙың ире лә эштең ниҙә икәнлеген һиҙеп, алғараҡ атланы. Уны шул тиклем ныҡ күрә алмаһам да, аҡыллы кеше икән, тип уйлап ҡуйҙым. Былар шулай күпме торғандыр? Аңына башлап Самат ағай килде. Ул ҡапыл боролдо ла магазинға инеп китте. Исмаһам, иҫәнләшмәне лә. Ләйлә апайҙың күҙҙәренән субырлап йәш аға. Тауышланмай, шым ғына илай. Яйлап баҫып тауға үрмәләйбеҙ. Мин уның ҡулынан етәкләп алдым. Тауҙың түбәһенә етәрәк:
– Ләйлә, бына күпме сәскәләр йыйҙым үҙеңә, – тип ап-аҡ тештәрен йылтыратып, ҡаршыбыҙға ире йүгереп килеп тә етте.
Рәхмәт, тип гөлләмәне алды ла Ләйлә апай атлауын дауам итте. Ана шунда ул барыһын да һөйләне. Мин дә бәләкәй бала түгел инем инде, медицина училищеһының икенсе курс студенткаһымын. Әллә ниндәй кәңәш бирә алмаһам да, кешене тыңлай беләм. Ә ул күңеле булғансы һөйләне лә һөйләне.
Кискеһен клубҡа сыҡтым. Йәштәр вальс әйләнә. Бер ваҡыт гармунсы бейеү көйөнә күсте. Ни ғәләмәт, Самат ағай пәйҙә булды. Ҡатынын, бәләкәй балаһын ҡалдырып килгәненә аптырап киттем. Артабан ни булды, тиерһегеҙме? Ҡаршыһына әллә ҡайҙан Ләйлә апай килеп сыҡты. Ҡайҙа торған һуң ул? Ни эшләп күрмәнем икән? Алдан һөйләшкәндәр, тиерһең. Онотолоп бейене улар. Нәҡ йәш ваҡыттарындағы кеүек. Бер заман Ләйлә апай ҡапыл ғына туҡтап, Самат ағайҙың ҡаршыһына баҫып, күҙҙәренә туп-тура ҡараны ла атылып ишектән сығып йүгерҙе. Самат ағай тағы ла таш бағаналай ҡатты ла ҡалды. Мәжнүн. Ә минең ныҡ итеп илағым килде.
Хәҙер улар өлкәндәр инде. Тик бергә генә була алманылар. Ләкин ғүмер буйы бер-береһен юҡһынып, мөхәббәт хистәрен һүндермәй йәшәнеләр. Ләйлә апай ауылға һирәк ҡайтты. Ә «Мәжнүн»е уның иң яҡын әхирәте Динәгә өйләнде. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Йәшлек дуҫы янына бер булмаһа, барыбер бер килер, тигән өмөттә йәшәне ул. Килде ҡәҙерле кешеһе уларға, Саматтың янында ғына баҫып торҙо. «Ниңә ул аҙымға барҙың инде? Мин әллә нимә булһа ла, һине ташламаҫ инем. Йүләркәйем. Һинең менән нисек бәхетле булыр инек», – тип әйтергә теләне. Ләйләнең дә нимәлер һөйләгеһе килгәне һиҙелеп тора. Тик бер ни ҙә ҡылып булмай шул.
Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр бергә була алмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр, ахырыһы. Үкенесле, ә шулай ҙа ҡайҙалыр үҙеңде йәнендәй күреп яратҡан, һинең турала уйлап йөрөгән кешеңдең барлығын бөтә йөрәгең менән тойоп йәшәү ҙә – оло бәхеттер, тим. Ул да һәр кемгә тәтемәй. Был донъяға бер тапҡыр ғына килгәнбеҙ, үкенескә ҡалмаһын, тип улар бергә лә була алыр ине, ләкин был аҙымға барманылар. Балаларын етем итмәнеләр. Уның ҡарауы, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөрмәйенсә һаҡлай алдылар. Саф мөхәббәт бар бит ул!

Хәлиҙә Чембарисова.

Лиана НИҒӘМӘТЙӘНОВА һүрәте.

Автор:
Читайте нас: