-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
2 Июнь 2022, 18:15

Боҫоп та ғына һайрай һандуғас

Хикәйә Утыҙлап йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, әүәлге дуҫтарҙай осрашты был икәү. – Сәфинә-ә! – ғәжәпһенеп тә, икеләнеберәк тә тәүҙә биштәрле ирекәй өндәште тар ғына таш юлдан яйлап балалар арбаһы этеп килгән ҡатынҡайға. – Сәфинә?..Ҡара әле... – Бә-әй, Һула?... Ҡатын «Һулаҡай» тип әйтеп бөтмәүенә һөйөндө, ә ир кеше асыҡ- шаран: – Һорашып торғоланым һирәк- мирәк һине зимләктәреңдән, – тине. Арбалағы сабый, һөйләшеүгә ҡушылғандай, ныйылдай башланы. – Бәһлеүән, әй, әлүктән арбаһын ҡалай һелкетә! Әллә үҙеңдеке, бабуля? – Иллелә бала тапҡан, тип бот сабырҙар! – ҡатын шаяртыуға үпкәләмәне. – Өйө а-ана... Ҡыҙымдың малайы был. Ярай, ныҡлап уянмаҫ борон, апҡайтайым. Сәфинә колясканы тимер ҡапҡаға ыңғайлатты, Батыр йәнәш атланы. – Ә... нисек йәшәү? Дөрөҫөрәге, ҡайҙа?

Боҫоп та ғына һайрай һандуғас
Боҫоп та ғына һайрай һандуғас

– Ауылда инде, ҡайҙа булһын. Медпункт ябылды, эш юҡ. Өйҙө һатып, бында күсергәрәк тә уйланыла. Ә үҙең һуң?

– Хәҙер бәғзеләр ауылға тартыла. Хатта мин... Ну, дәртеңә дарман, – тип ҡеүәтләне уны Батыр. – Үҙемме? Һаман урман хужалығында, шоферить итәм. Бисәм үлеп ҡуйҙы, яман ауырып... Ней, Сәфинә, әйҙә иркенләп кенә гәпләшеп ултырайыҡ, ә-ә? – Теге өнһөҙ, тимәк, икеләнә йә риза. – Мин кәнде отпускыла...

Сәфинә аҙымын ҡыҙыулатты. Ҡапҡанан сығарышып ебәрмәк өсөн Батыр ҙа ҡалышманы.

– Ней, сәғәт бишкә – «Шахтер» кафеһына, йәме. Мужыт, прокатимся ары-бире, машинамдың худы арыу ғына.

– Барырмын. «Мужыт»ың кәрәкмәй.

– Анау йәй, һеҙҙән ҡайтҡас, яусы йүнләргә керешкәйнем – бах! – район шаулатып туй үткәрҙегеҙ. Гәзит яҙҙы... Уборка ҡыҙғанда бит әле! – Тол ҡатынҡайҙың йәшкелт күҙенә ҡарап, буйҙаҡ серле генә көлөмһөрәне. – Ә һин һаман төҫ ташламағанһың...

– Һин дә нишауа! Һаман мәрәкәсел...

...Сәфинәнең Сибайға күсенере әлегә хәбәр генә. Шулай ҙа ҡыҙы-кейәүе ҡыш уҡ әҙәмсә йәшәрлек торлаҡ эҙләштерә башланы. Ошо хаҡта киске тамаҡ һайын гәпләшеп алалар. Бөгөн Сәфинә үҙе тыйып ҡуйҙы.

– Ашыҡмайыҡ әле, балалар. Йортом иҫкермәгән, күл ярында ғына. Магниттыҡылар белештерә.

– Байҙар һыҡмыр, уларға ышанһаң, һемәйтте-ҡуйҙы. Әллә ниңә киреле- миреле һөйләшәң? Ни булды һиңә, мам?

– Булманысы-ы! – тора килеп ҡашығаяҡ йыуырға кереште Сәфинә һәм... алдашты. – Иртәгә медучилище заманынан әхирәтем сәйгә әйтте. Бая яҙатайым осраны.

– Яҙатайым... «случайно» да? Иртәгә – йома, дүрткә ҡайтырмын, китерһең – теләһәң, шунда ҡун.

– Юҡ, юҡ, ҡыҙым, ауылға шылам шәмбелә. Ике ҡаҙым күкәй баҫырға ҡалды...

– Кейәүеңә инәләбеҙ инде, апарыр.

– Ҡуйсәле! Маршрутка выжлап тора бит.

…Медучилищенан һуң ҡыҙ райондағы ҙур совхоздың Өстамаҡ бүлексәһенә ебәрелде. Йөҙ ҡапҡалы ауыл, халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән мәшғүл. Йәштәр байтаҡ, клуб гөрләй. Һыны, холҡо күркәм Сәфинәне тау- урманлы төбәк тиҙ үҙһенде, егет-елән ысынлап ҡармаҡларға кереште. Бигерәк тә ун биш саҡрымдағы «центральный»ҙан агроном Шамил йышланы: йә үҙ эше, йә комсомол йомошо буйынса килдеме – мотлаҡ медпунктҡа керә. Сәпәләп тә ҡайтарғандар, тиме, март урталарында, тик, юлын һис һыуытмай был.

...Йылымыс кис Сәфинә фатирҙа торған Ынйыҡай өйө алдында мотоцикл тырылданы. Ҡорған шылдырып ҡараны аш яраштырып йөрөгән ҡыҙый: «Шамилмы? Түгел, ул атаһының «Запорожец»ында килгеләй. Хужабикәне берәйһе килтереп ташланымы? Булмаҫ, мотоцикл менгәшмәҫ – ныҡ ҡурҡа», – тип фекерләне. Өйгә килгәстәре, берәйһенә ярҙам йә дарыу-маҙар кәрәктер. Аһ-аһ, матайҙан төшкән егет үҙе яралы, буғай.

Ҡаршыһына сыҡҡан Сәфинәгә һаулыҡ та ҡушмай, шлемын сисә-сисә:

– Еңгәсәй өйҙәме? – тип һораны был.

– Ул отпускыла... Ниңә кәрәк? Һуғыштың әллә?

– Ней, күпергә етәрәк ике малай йүгерешеп… Тормозға баҫҡайным – гөпөр йырынға. Тиктормаҫ малайҙар…

– Яҡшы, тапатмағас! Әйҙә, яраңды ҡарайыҡ. Мин – завмедпункт бында.

– Матасты ихатаға индерәйемме? Ней, өстамаҡтарға ышаныс аҙ.

– Һы-ы, тәүгә ишетәм. Ярай, индер...

Ҡыҫҡаһы, тиҙ ярҙам сумкаһын асып, егеттең уң терһәк яраларын дарыулап бәйләгәнсе, һыйыр ҡайтты, ҡыҙ уны һауған арала Батыр, имен ҡулы менән мәтенән таҙартып, кейемдәрен елләтергә элде. Еңгәһенең санитар халатын кейеп алғас, ветеринарға оҡшап китте егет.

Ынйыҡай ялға киткәс тә, дүрт-биш ҡыҙ-ҡырҡын аулаҡҡа килгәйне. Ҡыҙыл шарап йоттолар, африканса бейештеләр. Шаталаҡ әхирәттәрҙең береһе радионы әллә нишләтте, икенсеһе электр плитәһен яндырҙы. «Ҡоймаҡ шыжлатып булмаҫ һиңә», тип Сәфинә көлә-көлә һөйләгәс, Батыр мыштырламай ғына тегеһен дә, быныһын да йүнәтеп тә ҡуйҙы. Һулаҡай икән: һул ҡулы менән генә һә тигәнсе бер мейеслек утын сәрпәкләне.

Юлаусылар һынсыл була торған, бер әйтмәһә, бер әйтер: еңгәһенең квартиранткаһы һаран икән, һыу ҙа эсермәй сығарҙы, тиер. Шуға Сәфинә барынса, ауылса өҫтәл әҙерләне, ә егет шаршаулы койка башындағы фотоларҙы ҡарап, мәрхүм ағаһын иҫләне.

– Үҙебеҙҙә ҡомһоҙ предколхоза менән һыйышмаған, шуға бында күсенгәндәр, тиме, асығын белмәйем. Бәләкәй саҡта бер өйҙәренә инһәм, ағам гармун һыҙҙыра, еңгәм бейей. Репетиция яһағандар, имеш.

– Гармуны бына, – ҡыҙ күрһәткәс, Батыр иҫке шкафтан «полухромка»ны алып, уйнап та ебәрҙе. «Сафия» көйөн, етмәһә, таҡмағын да килештерҙе:

Сәфинә, ҡара әле,

Алда ғүмер бар әле.

Һөймәгәнгә һөйкәлмәйем –

Һөйөүсе булыр әле…

Тәндәре зымбырҙап китте ҡыҙҙың, йөрәккенәһе тыпырсынды. Гармунды урынына, өстамаҡтар әйтмешләй, кәлләп ҡуйғас, юлаусыны табынға саҡырҙы.

– Исемемде ҡушып йырланыңмы ул? Ҡыҙыҡ: Сафый – Сафия, Нәғим – Нәғимәләр күп, ә Батырға иш юҡ...

– Күңелгә ярарлыҡ иш, ҡул барырлыҡ эш эҙләп йөрөлә шул, – егет мут йылмайып һөйләнде. – Колхоздарҙың рәте китә, лутсы Сибайгород һыпыртайым микән? Әле Аҡтаулынан ҡайтып килеш, туҡта, юлайҡан еңгәйҙең хәлен беләйем, тигәнсе, бына… – Батыр бинтлы терһәген яҙып, кире бөкләне. – Бүстәк, туйға тиклем төҙәлер, ти урыҫ. Ней, красавица-ҡоҙаса, зерә мәшәҡәтләйем, асыуланма, йәме.

Юҡ-бар сурытып, йүнләп ашамай, сәпсенеп ултырҙы егет. Әсе-мәсе тәҡдим итһә?

– Тауариш салдат, вина ҡойоп бирәйемме?

Егет быны ла мәрәкәгә борҙо:

– Ишеткәнең барҙыр… Кейәү, бына ит, ашап ултыр, тип ҡыҫтаған ҡәйнәһе. Ә кейәүе, ҡуй, ҡәйнәм, итеңде эткә бир, тигән. Һөт һонғас, теге каприз, һөттө бесәйеңә эсер, ти. Берәй рүмкә бирәйемме, тигәс тә кейәүе баш һелккән: «Кәнишне, ҡәйнәм, ас ҡайтып булмаҫ…»

Сәфинә көлә-көлә баяғы шкафтан ҡыҙыл шараплы бухый шешә алды ла, һөрткөләп, егеткә һондо.

– Үҙеңә генә һал...

– Мин дә эсмәйем – гаишниктар аҙым һайын.

–Ҡыуған кеше юҡ. Кейемдәрең кибеп бөтмәгән, яраңды яңынан бәйләрбеҙ. Иртәнсәк… Әле һыҙлаймы?

– Артыҡ ауыртмай.

Һөйләшеүҙе өҙөп, комод өҫтөндәге телефон шылтыраны. «Эйе… Юҡ…» тип кенә һөйләште Сәфинә кемменәндер.

– Ҡыҙҙар шылтырата: клубҡа сығайыҡ, боевик була, тип. Яратмайым шул америк бандиттарын.

Арығайны Батыр, ләкин Сәфинәне уйынлы-ысынлы аҙҙырып маташты:

– Бергә генә ятып, арҡаны йылытһаң, дауаң до конца булыр ине.

– Мин ундай дауаны әле үҙләштермәгәнмен!

Сәфинә һөт-ҡаймаҡты соланға сығарып ингәс, хәйләле һорау ишетте:

– Әтеү… арҡам ауырыһынмы?

– Юҡ, бар ерең дә һау.

– Бар еремде ҡараманың да һуң?!

– Йәшем етмәгән әле ҡарарға.

– Йәшеңде һораманым. Ней, Сәфинә, ҡара тәҙрәгә... – Ҡыҙ боролғайны, егет үбергә ынтылды. Ирене ҡыҙҙың маңлайына тейеп ҡалды.

– Ух, мошенник! – артыҡ асыуланмайса этеп ебәрҙе егетте Сәфинә.

Сәғәт төнгө бер, әүәйгә ваҡыт. Йырағыраҡ булһын типме, Батырға ишек төбөндәге карауатҡа урын йәйҙе лә ҡыҙ, шаршауын тартып, түшәгенә сумды. Һаҡлыҡ өсөн карауаты ситенә һөйәнмәле ике ултырғысты терәне.

– Минең арҡала клубҡа барманың… Американдарҙың йәтеш фильмдары ла бар ул. Бер киноһында ковбоймы, әйтте һөйәркәһенә: ҡатындар яңғыҙ йоҡларға тейеш түгел, улар кешелекте дауам…

– Ҡатын булғас, яңғыҙ йоҡламам… Юҡты ләпелдәйһең. Төшөндөңмө? – ишетелде һорау.

– Төшөндөм… – ишетелде яуап. – Тыныс йоҡо!

...Бәрәңгелек ашаһындағы әрәмәлә һандуғастар сут-сут һайрашты. Ысын микән, инәләре йомортҡа баҫҡансы аталары илереп һайрай ҙа, сепейҙәре яралғас, һайрамай, ти. Йыртҡыс ҡош-ҡорт ояһының ҡайҙа икәнлеген белергә тейеш түгел, йәнәһе.

Биктимер өс йыл элек таңғы йоҡоһонан уянманы. Яуыз зәхмәттең ирен әрәм итерен һиҙеңкерәп йөрөгәнме, артыҡ бөтөрөнмәне Ынйыҡай. Ата- әсәләре лә гүргә етмештәренә лә етмәй ашыҡты. Хәҙер Редик, йәғни, уларҙың кинйәләре, яңғыҙ йән аҫырай. Кеше әйтмешләй, «һөнәрһеҙ эт ял ҡауы!»

Кисә Редик, берәүгә утын киҫешеп, лаяҡыл ҡайтты ла таң һарыһы менән башы зәңкеп уянды. Һыу һемерҙе, ҡаты сәй эсеп тә ҡараны – шәбәймәне. Аптырағас, урам аша ыңғайланы. Бәғзе саҡ апаҡайы хәленә ингеләй. Бесән эшләшер, һөтлө һыйыр, ике-өс һарыҡ аҫрай ҙаһа Ынйыҡай. Белә Редик, әле апаһы – Яҡтыгүлдә. Йөрөһөн, квартиранткаһына инәлер. Юғиһә, үтескә бирмәйҙәр хәҙер, ябай әҙәмдә аҡса ла юҡ.

Ҡапҡаның биген шылдырып ихатаға уҙҙы. Бәй, ят мотоцикл һерәйгән утынлыҡта. Соландан шымбаҫар ғына төпкә үтте. Ят кейемдәр шәйләнә.

Өй ишеге бикһеҙ ине. Һы-ы, бирге карауатта берәү йоҡлай. Таныш та кеүек, эйе, еҙнәһенең зат-зәүеренән. Күмәк килгәйнеләр мәрхүмде ерләшергә – гайка асҡыстарына, лом-көрәгенә, бензинлы кәнистренә айыу майы һөрттө Редик. Ошо сәпләк эҙләп маташты, башҡалары ҡул һелтәне. «Йоҡла, егет, һиндә йомош юҡ. Уянып, һыйлаһаң, бажалыста – Редик риза. Туҡта, сватик, һин… Сәфинәне ҡыялатып йөрөмәйһеңме? Мәтри, Редик та мужик! Эсеүен ташлап, кәсеп табып, кейемен яңыртып ебәрһә, әллә кемең риза булыр!»

Медичка иҙерәп төш күрәлер. Һыйыр һаумаға ваҡыт. Шуны иҫкәртеү һылтауы менән һәптәнләй бит Редик. Ҡурҡытмай ғына нисек уятырға? Әһә, сәғәт шылтырағын етегә ҡуйған, әле алты ла ҡырҡ минут. Одеялы биленән асыҡ, их, сәскәйҙәре, ах, түшкәйҙәре!

Буйтым иҫерешеп ауғанмы былар, һы, өҫтәлдә шешә... Бирәм тигән ҡолона… – буш түгелсе, упсы асылмаған шарап. Ҡуйынға тығырға ла шыпырт ҡына тайырға! Бесәй кеүек...

 

***

Ике генә ҡоймаҡ ҡушып, ярты бокал һөтлө сәй һемерҙе лә егет, «икенсе килеүгә телевизорығыҙҙы эшләтәм, лампаһы янған», тип юлға шыҡыйҙы. Ҡапҡа асып тороп ҡалды Сәфинә. Иҫән-һау йөрөһөн оҫта Һулаҡай, тип эстән генә теләне. Өй эштәрен теүәлләп, медпунктҡа иртәрәк барҙы. Ниңәлер үҙен ғәйепле тойҙо Батырҙың ҡунып китеүенә. Кеше теленә бер эләкһәң, абау!

Ә иртәгәһенә көнө лә аламаланды, күңеле лә кителде. Ямғыр һылтауынан күптәр ҡырҙағы эшкә сыҡманы, бәғзе ир-ат Редик өйөндә эсергә кереште. Сулаҡ ирен уҫал бисәһе эткеләп әйҙәгәс кенә таралышты әшнәләр. Һуңғараҡ Редик аңҡы-тиңке медпунктҡа ыңғайланы. Тәүҙә ярамһаҡ һөйләште, уйынлы-ысынлы, эспирт һыулап эсер әле, һеңлекәш, тине. Сәфинә баш сайҡаны. Үтескә аҡса һорағайны, кире яуап ҡабатланды. Тәҙрә аша урамдан мотоцикл уҙғанын шәйләгәс, Редик нимәнелер иҫләгәндәй, оятһыҙ рәүештә яла яҡты.

– Апайкам һиңә, сәпләшкәләр йыйып, йыл да аят уҡытҡан өйөндә шағараҡ ҡорорға, егет индереп, ҡосаҡлашып ятырға пыриказ биреп киттеме ни ялға, ә? – Сәфинәнең ике бите буҙарыуға ҡыуанғандай, оторо һөжүмгә күсте. – Әсәң пашетный ушитель, атаң шахтер, эйеме, шулар ишетһә, пазур бит, иш-шо комсомолка! Ладны, анау винаның ишен бирһәң, ауыҙыма йоҙаҡ эләм.

– Етте, абзый, хәҙер милицияға шылтыратам, – шәфҡәт туташы трубкаға үрелде, руссанан һалдырҙы, – за пьянство, за воровство, за клевету… – ләкин йәшкелт күҙҙәре йәшләнде, тауышы йомшарҙы. – Ниңә юҡты һөйләйһең, ғәйбәтсе бисәләр һымаҡ? Шамил менән дуҫлашҡанды беләһең бит! – Ҡыҙ аҡ халатының кеҫәһен, сум каһын ҡапшаны. – Мә, тығын, һуңғы тапҡыр бирәм! Запойҙан сыҡмаһаң, наркологияға оҙатам. Борон һинең кеүек йүнһеҙ ирҙәрҙе, сепрәк баш, тигәндәр, яулыҡ ябын, шантажсы!

– Ладны, һеңлекәш, юҡҡа тәмһеҙләшмәйек. – Редик төҙ атларға тырышып күн ишеккә йүнәлде. – Йомош төшкәнгә генә инде... Биғәйбә!

Ҡыҙ һаман, шнурын сейәлтеп, трубка услаған килеш шаңҡып тороуын аңғарҙы һәм өҫтәлгә һалыуы булды, телефон шылтыраны: Шамил үҙе икән.

– Ни хәл, Сәфинә? Тауышың үҙгәргәнсе...

– Юҡ та... – тип һыҡранды ҡыҙ.

– Көт, ике сәғәттән барам, – тине егете.

Килгәс, кәләшкәйе уның менән юрый ҡапҡа алдында оҙаҡ гәпләште.

Сәфинәләр яғында һоратыу-йәрәшеү булһа ла, никахты Шамил нәҫеле уҡытты. Никахтарына биш йыл тигәндә генә сабыйҙары тыуҙы. Улдары тыуғанда парторг ҡамытын кейгән Шамил ҡыуанып та, уйсаныраҡ та йөрөнө - Ельцин әфәнде Рәсәйҙә компартияның эшмәкәрлеген указ менән туҡтатыуын белдерҙе. Телевизор аша тотош донъяға яр һалып… Ике йылданмы, күрше колхоздың алыҫтағы бригадаһына күстеләр, шунда ғына участка фельдшеры урыны бушағайны.

Колхоз ун биш йыллап тарҡалманы әле төпкөлдә. Әйтәгүр, Шамил кеүектәрҙең тырышлығы арҡаһында. Күл ярында бер нисә ғаилә сәмселләнеп ҙурҙан өй һалды, утыҙар сутый сиҙәм аҡтарҙы. Их, йәшәргә лә йәшәргә ине, ғазраил тигәнең ғәҙелһеҙ үә аяуһыҙ шул. Шамил йөрәк өйәнәгенең тәүге дөмбәҫенән үк уянманы. Йә, һин дә мин йөрөп ятҡан кеше.

Сәфинә ҡала урамынан атланы. Ҡәйнәһенең – шөкөр, иҫән әле – «насар мулла дин боҙор, насар ҡатын ир боҙор» тигәнен иҫләне. Насар ҡатын булманы ул иренә, әйҙә, рәнйемәй ятһын. Шамилының ғорурлығы Камил вуз бөтөрҙө, хәҙер Учалы яғында апаруҡ түрә, әсәй, күс тә кил, тип өгөтләй. Аптыраҡ, ата йортона ҡайтайым, тимәй.

Һы, әле биҙәнеп-кейенеп, Ынйыҡайҙың ике туған ҡәйнеше эргәһенә китеп барғанын белһә, Шамилы ни әйтер ине?! Күңеле һиҙә Сәфинәнең: асыуланмаҫ, киреһенсә… «Үлгәндән бары ла ҡала, ҡалғандың йөрәге яна… Ә янған йөрәк тиҙ туҙа», тиәсәк Ынйыҡай ҙа.

Ҡала ҡала инде, таныш-фәлән осрамай. Осраһа ни, ҡайҙа бараһың, тип төпсөнмәҫтәр әле. Кемдер форточкаһын асып, радиоһын яңғырата, гүйә, Сәфинә тыңлаһын да моңайһын, тиҙер.

Тыңласы, һандуғас хистәрҙе көйләй бит,

Ул минең серҙәрҙе өҙөлөп һөйләй бит…

Ниндәй сер булһын, ти, бынау йәштә. Була икән – була, юҡ икән – юҡ. Һәр хәлдә, Сәфинә тәүге көндән үк Батырҙың баҡсаһына-маҙарына йөрөмәйәсәк, күпме саҡырһа ла.

Ошо ҡарары уны ҡыҙыуыраҡ атлатты. Көлһыу төҫкә буялған ҡыҫҡа сәсен ҡабартып, күкрәгенә ҡыҙының аҫылташлы биҙәүесен тағып, ҡашын ҡыйғаслап, ирендәрен һылап... кәмһенә биреп юрғалай. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер иш булыу ихтималлығы барыбер ҙә кинәнес. Йәшлеге ауылда үткән кеше ауылды һағынып йәшәй торған. Батыр ҙа шулайҙыр, юғиһә, надайыл городтан, тимәҫ ине.

Кафе алдында һаҡалтай ҡарт умырзая һатып тора. Осһоҙға ғына. Сәфинә алырға булып көшөлөгөнә тотонғайны, кире уйланы. «Свидалка»ға ҡатын-ҡыҙ сәскә менән баралыр шул! Сәфинәне күргәс, буш өҫтәлгә ҡунаҡлаған Батыр ҡымшанды, тик урынынан ҡалҡынманы. «Сәскә алһа ни була … И, белекһеҙ кавалер! Ярай ҙа кисәгенән кейеме бөхтәрәк...»

«Абау, бисура! Ул тиклем биҙәнмәһә оло башы менән! Күҙҙе ҡыҙҙыра, йәнәһе! Уйнатып әйттем дәһә, баҡсала ҡунырбыҙ, тип». Ирекәй ҙә әскелтем күҙәмәһен эсенә йомдо.

Батыр бөгәсә һөйләнсек түгел, шулай ҙа ҡарбуз үҫтереү серҙәрен, ғаилә хәлдәрен әҙ-мәҙ уртаҡлашты. Ҡыҙы күрше йорттағы егеткә сыҡҡан икән. Эсә, етмәһә, йоҡа елкә... «Проблема! Ҡатынымды ерләгәс, оноғом менән миңә ҡайттылар. Кейәү ике арала сабауыллай. Тегендә фатирҙары тар, өҫтәүенә, ҡәйнәһе уҫал. Лутсы ауыл яғынан һатлыҡ иҫке өй алам, ҡулым эш белә...»

Сәфинә эстән генә «ундай проблема ни, аҙым һайын...» – тип һығымта яһаны. Әллә тиңдәш ирҙең «теге саҡты ғүмерҙә онотманым... Ауылыңа килеп йөрөнөм, тик бигерәк ҡапыл тормошландың...» кеүегерәк хыялбай иҫтәлеген ишеткеһе килгәнме? Кәнде шулай, әтеүсә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, һиңмайҙарса баш сайҡап ултырмаҫ ине. Батырҙың күңелһеҙ хәбәрҙәренән ялҡһа ла, сығып китмәй, һаман да ултырыуын дауам итте, үҙенә-үҙе аптырап.

«Һәйбәт ине ҡатыным», – тине аҙаҡ буйҙаҡ. Сәфинә лә эстән генә килеште: «Шамилым да йүнле ине». Иҫләһәң… Икеһенең дә эше ябылғас, йәшелсә кәсебенә керештеләр. Апаруҡ мал-бол йыйҙылар. Әгәр әжәл ашыҡтырмаһа?! Совет власы бөткәс, димләһәләр ҙә, бер фирҡәгә лә инмәне Шамил, сөнки партиянан партияға һикерәндәгән ике йөҙлө карьеристарҙы өнәмәне. Сәфинә бәғер төбөнән ҡабатланы: «Тыныс йоҡла ҡәбереңдә, теләһә кемдең ҡуйынына инмәм!» Ҡәйнәһенең әйткәне лә ҡолағына сағылғандай: «Киленкәйем, кешеһе осрап, бер-бер һоратһа, бар ҙа ҡуй, беҙҙекеләр разый...» Әммә Батыр, шампандан теле көрмәлгән төҫлө, шып-шым тик ултырасы. Кисәге батыр тимәҫһең».

Икеһе өсөн дә уңайһыҙ мәлдән Батырҙың мобилкаһы ҡотҡарҙы. «Мин ҡысҡырып һөйләшәм, ғәфү...» – ирекәй телефонын ҡолағына терәне һәм «сәләм, ҡусты, сәләм...» тиә-тиә, кирә баҫып тышҡа йүнәлде. Баһадир уҡ түгел Батыр, мәгәр һын-һыпаты мыҡты.

Кире инеү менән:

– Теге, ней, Ынйыҡай еңгәбеҙ юбилейына йыя икән, ви-ис туғандарҙы. Киләһе шәмбегә... Һин дә бараһың мы, Сәфинә? Таныш ауыл, таныш өй... – тине.

Һандуғаслы моңдо гүйә йән өшөткөс әсе ел таратты. «Артығы менән таныш!» Нишләптер иҫенә Редик төштө, уның былағай сырайын, төкөрөк сәсеп ыҫылдауын күҙ алдына баҫтырҙы ла тәүҙә ытырғанып ҡуйҙы, аҙаҡ битараф ҡына баш сайҡаны:

– Юҡ, мин уға туған түгелмен дә, шулай ҙа ҡотлау әйт, урамда күргәйнем, тиң.

Батыр үҙгәргәндәй булды, гүйә элекке шаянлығы күңелен елкетте:

– Юҡ, төштә күргәйнем, тиермен. Йәшәйме ошонда бер медичка ҡыҙыҡай, тип һорармын.

Сәфинә лә көлөмһөрәне, күҙҙәре ялтырап китте. Батыр уға ҡарап киң йылмайҙы:

– Ней, ҡара әле, ҡайтышлай өйөңә һуғылам, көт, йәме?!

Өндәшмәне Сәфинә…

Сабир ШӘРИПОВ.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: