Айнурҙың әсәһе өсөнсө улын донъяға килтергәндә һәләк өҙлөгә. Бик тырышып дауалаһалар ҙа, мандымай – утыҙ ике йәшендә мәңгелеккә күсә. Сабыйға Айнур тип исем ҡушалар. Атаһы өс улының икәүһен – Айҙаш менән Айҙарҙы – үҙе үҫтерә. Бүтән өйләнмәй. Айнурҙы әсәһенең һеңлеһе Мәҙхиә тәрбиәгә ала. Мәҙхиә апайҙың йәмәғәте Харис ағай ҙа бәләкәсте ярата. Матур ҡарайҙар, уҡыталар. Айнур юғары уҡыу йортон тамамлай – әле ул республикабыҙҙың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре. Ә мин Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын һайлағайным – ҡулыма яңы ғына диплом алғанмын.
Тыуған ауылым Өлкөндөнән Ҡыйғырға ҡәҙәр арыу уҡ ара икән. Арығайныҡ. Оло ҡапҡаны асып, ихатаға инеүебеҙгә еңел атлап күтәрмәнән төшөүсе апай күренде. Ялпылдап килгән ханымдың Мәҙхиә апай икәненә тиҙ төшөндөм. Йәш сырайлы – илле йәш тимәҫһең.
– Имен-аман килеп етеүегеҙ менән, ҡәҙерлеләрем! – тип тәүҙә мине, шунан ҡустыһын ҡосаҡлап һөйҙө.
Мәҙхиә апай беҙҙе өйгә әйҙүкләне:
– Әйҙәгеҙ, өҫтәл әҙер, бит-ҡулдарығыҙҙы сайып түргә үтегеҙ. Кискә мунса өлгөртөрбөҙ.
– Һо-о! Иҫәнмеһегеҙ-һаумыһығыҙ! «Ихатағыҙға «Лада Веста» боролдо – ҡунаҡтар килде!» тип кинәнеп һөйөнсөләй Иҙелбәк. – Киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле, асыҡ сырайлы Харис ағай беҙҙең менән ҡушҡуллап күреште.
– Иҙелбәкте ниңә табынға саҡырманың? Гөлиәһе эшенә китте, уның ҡайтҡанын аңдып торорбоҙ ҙа алып инербеҙ. Йола буйынса ҡунаҡ күрһәтәйек.
– Һуңланыҡ, ҡәҙерлем. Иртәгә сәғәт ун икегә беҙ уларға барабыҙ. Оҙаҡламай көтөү ҡайта, ул арала мунса өлгөрә. Алыҫ юлдан килеүселәр ял итһен. Арыған саҡта ҡунаҡ ҡайғыһы булмай. Ә бына иртәгә ваҡыт та иркенәйер, һыйланырға хәл дә булыр.
– Ирмәк тә, хикмәт тә: Иҙелбәк йәш ҡыҙға өйләнгәйне, һәләк шәбәйҙе лә китте: ҡанаттар үҫкәнме ни... – Мәҙхиә апай ниңәлер йәне көйгән кеүек йәмәғәтенә күҙ һирпте.
Ағай ҡатынының ҡарашын абайламанымы, ҡабаланып хәбәрен дауам итте:
– Ҡырҡ йәштә егерме йәшлек ҡыҙҙың ҡуйынына инде бит, нисек шәбәймәһен. Оса – ҡанаттар үҫте уға. Йәшәрҙе.
– Шулай... Ирҙәргә ышаныс бармы – һин дә алаҡандаҡһың. Анау йылда, район әртистәре килгәс... Ярай инде, йөҙөңдө ҡыҙартмайым...
– Һис ғәйебем, гонаһым юҡлығын белеп тә һаман сурытаһың. Ундай һүҙҙе бүтән ҡабатлама. – Харис ағай ҡауҙырланмай ғына ҡатынын тыйҙы.
Апай хәбәрен дауам итте:
– Иҙелбәкте аҙғын тип тә булмай. Нурзифаһы мәрхүмә булғас, егерме йыл яңғыҙ йәшәне, исеме сыҡманы. Атаһы менән йәштәш ир ҡосағына сумған Гөлиәне лә еңел-елпегә һанай алмайым.
– Заманы шундай. Теге көндө телевизорҙан һикһән йәшлек ҡарттың утыҙ йәшлек ҡыҙға өйләнеүен ҡыҙыҡ итеп, көлә-көлә ҡараныҡ та. Көймә лә, көрһөнмә лә: Иҙелбәк менән Гөлиә үҙҙәре белә. «Мөхәббәткә һаҡаулыҡ ҡамасауламай». Хатта оло йәштә булыуың да һөйөү-һөйөлөүгә оронсаҡ түгел. Ә быларҙың мөхәббәте Йософ менән Зөләйха, Таһир менән Зөһрә мөхәббәтенә тиң. – Харис ағай, бик етдиләнеп, хәбәргә нөктә ҡуйҙы.
2.
«Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк». Мәҙхиә апай менән Харис ағай туйҙы тиҙләтергә кәңәш итте. Никах, туйҙы үткәреү хаҡында һөйләштек. Ҡунаҡтар исемлеге билдәләнде. Ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар ҙа, әлбиттә, иҫәпкә алынасаҡ.
– «Туй-туй: ике атыңдың береһен һуй» тигән боронғолар. – Мәҙхиә апай көлөмһөрәп кенә йәмәғәтенә күҙ төшөрҙө.
– Әлеге көслө көрсөктә ике атыңды тотонһаң да етерме икән? Нисауа, байтаҡ болобоҙ бар, һынатмабыҙ. – Харис ағай мыйығын семеткеләй ҙә өҫтәп ҡуя. – Берҙән-бер арҙаҡлы туғаныбыҙға бер ни ҙә йәл түгел.
– Тик васыятыбыҙҙы онотмағыҙ, – Мәҙхиә апай беҙгә ҡараны. – Балалар үҫтерегеҙ, башҡорт милләтен арттырығыҙ... Сәғәт ун ике тулды, көтәләрҙер, әйҙәгеҙ, ҡуҙғалайыҡ.
3.
Ихатаһы иркен, ике яҡлы йорт бик күркәм ине: тәҙрә яҡтауҙары, ҡапҡалар, рәшәткәләр биҙәкле, буяулы. Буяуҙар зауыҡ менән һайланған: төҫтәре асыҡ, сағыу. Өй алдындағы баҡсала сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Муйыл ағасы, балан, сирень ҡыуаҡтары мул.
Хужалар беҙҙе яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ менән ҡаршыланы. Үҙҙәренә һиҙҙермәҫкә тырышып, йәш ҡатынҡай менән ир уртаһы Иҙелбәк ағайҙы күҙәтәм. Бәй, уларҙың йәш айырмаһы һиҙелмәй ҙә тиерлек. Матур пар.
– Гөлиә, – хужабикә ихлас йылмайып күреште.
– Иҙелбәк, – ул саҡ ҡына уйланды ла өҫтәп ҡуйҙы. – Йәнбәкович.
– Исемдәр шиғыр рифмалары һымаҡ ауаздаш, – тинем ғәжәпләнеп.
Исемдәрҙең матурлығына, оҡшашлығына иғтибар итеүемде ишеткәс, Мәҙхиә апай, ғәҙәтенсә, уйсан ҡарашын һәр беребеҙгә күсереп, һалмаҡ тауыш менән һүҙ башланы:
– «Аҡмырҙа» тигән әкиәтте беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә белә. Балаларҙың исемен ата-әсәһенекенә оҡшатып ҡушыу беҙҙең төбәктә ныҡ таралған. «Исемдәре оҡшаш туғандар татыу, бәхетле, оҙон ғүмерле була», – тигән инаныу бар.
Күркәм, мул табында әллә күпме мәҙәк хәлдәрҙе, ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне.
– Беҙ ҡуҙғалайыҡ, – Мәҙхиә апай урынынан торҙо.
– Айнур ҡусты менән Динара һеңлекәш һуңыраҡ ҡуҙғалыр. Юғиһә күргән һынды ла булманым. Гөлиә эшенә барып килә.
– Мин оҙаҡламайым. Иркенләп һөйләшеп ултырһындар, Мәҙхиә апай. – Гөлиә лә ихлас үтенә.
– Бәй, йәштәрҙең үҙ мәйеле, – Мәҙхиә апай рөхсәт итеүен белдерҙе.
4.
Иҙелбәк ағай ҙур йортон ашыҡмай ғына күрһәтергә тотондо:
– Гөлиәнең эш урыны, – тине ул, иркен бүлмәнең ишеген асып. – Мәктәп уҡыусыларын ҡул эштәренә – шәл бәйләргә, ҡайыу-сигеүгә, аш-һыу бешерергә өйрәтә. Түңәрәккә бик яратып йөрөйҙәр. Гөлиәмдең был мәшғүллеге – үҙенсәлекле сәнғәт. Минең ижадымды тәрән аңлай, төплө кәңәштәр бирә. Китап ярата.
Бүлмәне байҡарға тотондом: өҫтәлгә төрлө төҫтәге ептәрҙән бәйләнгән вазалар, сәскәләр ҡуйылған. Белмәгән кеше уларҙың бәйләнгән икәнен дә аңламаҫ – шул ҡәҙәре камил, матур.
Солан аша икенсе бүлмәгә алып инде хужа:
– Был минең оҫтаханам була.
Таң ҡалырлыҡ музейға индек, әйтерһең: беҙҙе матур портреттар, тәбиғәт күренештәре төшөрөлгән картиналар ҡаршыланы.
Алтын тирәсле портреттағы аҡ сырайлы, тура танаулы, ҡуйы, оҙон керпекле, мөләйем ҡарашлы, ҡара сәстәре тулҡын булып иңдәренә таралған һылыуҡай серле йылмая. Тәрән хискә мөлдөрәмә тулы сихри ҡараш мине телһеҙ итте.
Картина алдында арбалып тороуымды күрҙеме, Иҙелбәк ағай яныма килеп баҫты. Портретҡа ҡулын һондо, сикһеҙ наҙ менән сибәркәйҙең сикәләрен һаҡ ҡына һыйпаны.
Тәрән кисерештәге ағай көрһөндө лә артҡы ултырғысҡа ултырҙы:
– Минең тәүге йәрем – йәмәғәтем Нурзифа, – тине ул йөрәккә үтерлек һағыш менән.
Тетрәнештән саҡ арынып, һорарға баҙнат иттем:
– Нисек, ҡасан?..
Иҙелбәк ағай тәүҙә миңә, шунан Айнурға ҡыйыуһыҙ ғына ҡараны:
– Эйе, һөйләргә кәрәк, тәфсирләргә тейешмен. Был донъяның иҫ китерлек, ғәжәп мөғжизәләре бихисап. Баҡыйлыҡ менән фанилыҡ – йәнәш кенә, хатта бер бөтөн.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамланым. Яңғыҙ бабайҙа йәшәйем. Сәйҙел бабай киң күңелле, йомарт – бер бүлмәһен миңә оҫтахана итеп бирҙе. Шунда ижад итәм – картиналар яҙам. Өс малай үҫтек, мин – уртансы бала. Ауылда буй еткергәнгәлер, тәбиғәт күренештәренә һоҡланыуым сикһеҙ ине.
«Һәр һалдат генерал булырға теләй», тиҙәр. Мин дә тиҙерәк Рәссамдар союзы ағзаһы булырға, рәсемдәремде күргәҙмәгә ҡуйырға хыялланам. Ул саҡта Өфөлә Рәссамдар союзының берҙән-бер күргәҙмә залы бар ине.
Дуҫым Дауыт (урта мәктәптә директор йөгөн тарта) мине тыуған ауылы Ҡыйғырға ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ҡыҙыша:
– Беҙҙә тәбиғәт иҫ китерлек – торғаны йәннәт. Һиңә нәҡ шул мөхитте күрергә кәрәк, – тип ебәрә.
Йәйҙең йәмле мәлендә, июнь башында, юлландыҡ Ҡыйғырға. Нурзифаны шунда осраттым. Дауыттың һеңлеһе Даһияның әхирәте ине.
Нурзифаны күргәс тә, әлегесә тыныс ҡына типкән йөрәкте ялҡын ялманы, ярһытты – тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. «Ғашиҡлыҡтың хәле яман икән, янып торған утҡа төшөрөр» тип халыҡ дөрөҫ йырлай. Һылыу ҡыҙ ҙа миңә битараф булманы. Ихлас дуҫлаштыҡ. Нурзифа мәктәп китапханаһында эшләй. Әсәһе менән генә донъя көтә.
Ҡыҫҡаһы, Дауыт Гүзәлиәһе, ә мин Нурзифам менән бер-бер артлы туй яһаныҡ. Ай ярымда дуҫым менән башлы-күҙле булдыҡ.
Нурзифам менән ҡыр-яландар ҡыҙырабыҙ. Кәрәге тейер тип алған ҡағыҙ-ҡәләмемде эшкә ектем: буласаҡ картинаның – хәс тә етәкләшкән кеүек үҫкән ҡуш ҡарағастың – эскизын ҡағыҙға һыҙып ҡуйҙым.
Ҡуш ҡарағастан йыраҡ түгел өйкөм-өйкөм аҡ, зәңгәр ҡыңғырау сәскәләре балҡып ултыра.
– Зәңгәре ете төп, аҡ ҡыңғырау – биш. Ҡыҙыҡ булһын – теүәл төшөр, – ти Нурзифам.
Ваҡытлыса Ҡыйғырҙа ҡалдыҡ: Нурзифамдың әсәһе Гөлзифа ҡәйнәм сирләй, кәләшемә уны тәрбиәләргә кәрәк. Ә минең бер көнгә лә һөйгәнемдән айырылғым килмәй. Ҡәйнәм һауыҡҡас, Өфөгә юлланырбыҙ, тип уйланым.
Ижад кешеһенә ижади мөхит кәрәклеген кем белмәй. Әммә йәшәйеш беҙ теләгәнсә генә бармай. 1989 йылдарҙа донъялар буталды.
Нурзифа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый ине. Кәләшем менән Өфөгә юлландыҡ. Мин Сәйҙел бабайҙа ҡалған монаятымды Ҡыйғырға алып килдем. Нурзифамдың сираттағы сессияһы башланғайны – ул Өфөлә ҡалды.
Йәшлек бит ул: йәндәй йәремде һәләк һағынам. Беҙ осрашҡанға тиклем төшкән фоторәсеменә йыш ҡарайым. Ҡапыл башыма хәләлемдең портретын төшөрөргә тигән уй килде. Эшкә илһамланып тотондом.
– Һағындым, – тим, фотоһүрәткә ҡарап.
«Мин дә һәләк һағындым – һарыларға һабышам инде», тигәндәй кәләшем.
Рәссам менән һүрәткә төшөрөлгән кеше араһында ҙур бәйләнеш булыуын ижадсылар һәйбәт белә. Портретты яҙғанда нимә уйлайһың, ниҙәр кисерәһең – шул рәсемгә күсә: һағыш, сир, шатлыҡ... Һуңынан һүрәт нисектер үҙгәрә лә кеүек. Һәр рәсемдең үҙенә генә хас энергетикаһы була. Йәғни портреттың кешеләргә тәьҫире көслө – үлтерергә лә, терелтергә лә мөмкин. Тәьҫир көсө оҙаҡ һаҡлана.
Портретты ике көндә яҙҙым. Нурзифамдың йөҙ-ҡиәфәтен генә түгел, холоҡ-фиғелен дә асырға тырыштым. Рамға беркетеп, ҡунаҡ бүлмәһенә урынлаштырҙым. Сәнғәтте яҡшы аңлаған Нурзифамдың, үҙенең портретын күргәс, нисек баһаларын көтәм. Әммә... Шатлыҡ менән мөлдөрәмә тулырға тейешле тормошобоҙ ҡапыл ҡарайҙы, зил-зибәр килде.
Өфөнән такси менән ҡайтырға сыҡҡан Нурзифам юл фажиғәһенә эләгә. Таксист та, өс пассажир ҙа һәләк була. Һа-а-ай, юлдарҙың насарлығы!.. Яман юлдарҙа күпме кешенең ғүмере өҙөлә.
Ҡунаҡ бүлмәһенең уртаһына ҡуйҙыҡ табутты. Хушлашырға килеүселәр бихисап. Ҡапыл аҡ күбәләк күрҙем. Яй ғына күҙәтәм тегене. Нурзифамдың башы тирәләй оса: йә маңлайына ҡуна, йә, ҡанаттарын нескә ҡағып, портретҡа йүнәлә.
Мәрхүмәнең өсөнә, етеһенә бағышланған аят уҡыттыҡ. Дауыттан һорайым: «Нурзифа менән уның портретын уратып осҡан аҡ күбәләкте күрҙеңме?» «Ҡыш ниндәй күбәләк булһын?..» – Ул, сикһеҙ ғәжәпләнеп, күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны – йәлләне лә, шикләнде лә шикелле. Ысынлап та, сатлама һыуыҡта ғүмере бер генә көнлөк күбәләк ҡайҙан хасил булһын ти. Тимәк, күҙемә күренгән...
Хәләл ефетем менән бүтән бер ҡасан да күреү-күрешеү мәхрүмлеге йөрәгемде телә. Был ҡәҙәре тетрәнеште күтәрмәм кеүек. Донъяның мәғәнәһе ҡалманы – хатта йәшәгем килмәй. Сәстәре дала ҡылғаны һымаҡ ағарып ҡалған, бик бөтөрөнгән әсәгә терәк кәрәклеген аңлау ғына көс биргәндәй. «Ваҡыт – дауа» тиһәләр ҙә, нисәмә йылдар толҡа тапманым – һөйөклөмдө төштәремдә күрҙем, шиғырҙар яҙҙым, көйҙәр сығарҙым. Әммә бағышлауҙарымды бер кемгә ишеттермәнем – улар йәрем менән минеке генә ине.
Нурзифаның йыллығы етте. Аят уҡытырға йыйынабыҙ. Был сара Дауыттың ауылға ҡайтҡан сағына тура килде. Гүзәлиә гөманлы ине.
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, дүртәүләшеп – Гөлзифа ҡәйнәм, Гүзәлиә, Дауыт, мин – Нурзифаның портретына ҡарап торабыҙ. Уның ҡарашы яғымлы, алсаҡ.
Гүзәлиә ҡапыл ағарынды, сайҡалды ла Дауыттың беләгенә тотондо:
– Ай, эсемә әллә ни булды... нимәлер ҡыбырлаған һымаҡ, – тине оялып һәм йөҙөн ситкә борҙо.
Ҡәйнәм уға һынсыл ҡарашын төбәне:
– Ҡурҡма – сабыйға йән инде, – тип йәш ҡатындың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.
...Йоҡларға һуң ятһам да, йоҡлай алмайым. Шулай ҙа таңға табан серемгә киткәнмен. Төшөмдә йәмәғәтем менән йөрөгән яланды күрҙем. Имеш, Нурзифам йылмайып ҡаршыма йүгерә: ҡосағында – аҡ, зәңгәр ҡыңғырау сәскәләре...
– Иҙелбәк, мин ҡайттым, – тине ул ап-асыҡ итеп.
Көтөлмәгән шатлыҡтан тын алыуы ҡыйынлашты. Шыбыр тиргә батып уяндым. «Төштәремдә күреп, ай ҡыуанам, һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам...» тигән халыҡ йыры ҡалай тура килә. Төшөмдө түкмәй-сәсмәй Гөлзифа әсәйгә һөйләнем.
– Аят уҡытҡанға рухы шатланған. Балам минең дә төшөмә инде: аҡ алъяпҡысын бәйләп, бәлеш бешереп йөрөй. Йөҙө ҡояштай балҡый, ихлас. – Ул етдиләнде, уйланды ла һаҡ ҡына һораны. – Мин ҡайттым, тинеме?
– Ғәжәп, эйе, шулай тине шул.
– Һәйбәт төш, Иҙелбәк улым. Икебеҙҙең дә төшөбөҙгә матур ингән.
Төш күргәндән һуң саҡ ҡына тынысландым – йөрәгем тулауы баҫылғандай булды.
Ҡәйнәм айырым бүлмә биргәйне – оҫтаханам да, йоҡо бүлмәм дә шул. Ҡылҡәләмемде тырышып ҡулға алдым. Аптырарһың: ижади хыялым юҡ, көсләп ниҙер яҙырға маташам. Башҡаларҙы ҡабатлайым һымаҡ.
Дауыт тыуған ауылына ҡайтты. Бәләкәй генә бүлмәлә Гүзәлиә, ун йәшлек ҡыҙы Гөлиә йонсоғайнылар. Дуҫымды урта мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнеләр.
Ул саҡта Ҡыйғыр ауылының урта мәктәбендә һүрәт төшөрөү дәресенән уҡыта инем. Гөлзифа әсәйҙе тыуған көнө менән ҡотларға Дауыт дуҫым ҡатыны, ҡыҙы менән килде. Табындан һуң бүлмәмә күҙ һалырға булды дуҫтарым:
– Иҙелбәк, ниҙәр төшөрәһең, беҙгә күрһәт әле.
– Әйҙәгеҙ, ҡарарлыҡ нәмәләр аҙыраҡ бар.
Барыбыҙ ҙа оҫтаханаға сыҡтыҡ. Нурзифам менән сәскәле яланда йөрөгәнебеҙҙе, ҡуш ҡарағас эскизын, аҙаҡ яҙырмын, тип ситкәрәк һалғайным. «Ҡалған эшкә ҡар яуа», тиҙәр. Ваҡыт тапманыммы, эскиз нисәмә йылдар ятты. Һәм яңыраҡ ниңәлер күңелем елкенеп, аҙна эсендә пейзажды киндергә төшөргәйнем. Гөлиә шуға ҡарап торҙо ла:
– Бигерәк матур. Тик ошонда сәскәләр өҫтәгәндә тағы ла шәберәк булыр, – тимәһенме.
– Ҡайһы урында? – Мин ҡыҙыҡһынып ҡыҙға ҡарайым.
– Ошо ергә.
– Ә ниндәй сәскәләр?
– Аҡ... тағы... зәңгәр сәскәләр. Ҡыңғырау сәскәләре.
Иҫем китте, ғәжәп иттем. Шулай ҙа йәнә һорау бирҙем?
– Ағы нисәү ҙә зәңгәре нисәү?
– Аҡ сәскә – биш, зәңгәре етәү булһын, – Гөлиә етди ҡарашын миңә төбәне.
Йәнә тетрәндем: Нурзифам нәҡ шул ерҙә, нәҡ шунсама сәскә төшөрөргә кәңәш биргәйне...
– Ҡайҙан беләһең? Ҡасан был урында булдың? Аңлат, Гөлиә.
– Бер ҡасан да булманым. Күңелем әйтә. Һиҙенәм, тиергәме... Әллә төшөмдә күрҙем микән... Нисек аңлатырға белмәйем. – Ҡыҙыҡай, үпкәләй яҙып, ирендәрен турһайтты.
– Бәй, минең дә иҫемә төштө – Нурзифам да шулай тигәйне шул... – Гөлзифа әсәй, күҙҙәрен тултырып, Гөлиәгә ҡарап тора.
...Ғүмер тигәнең тиҙ үтә. Әле тәфсирләгән хәлдән һуң биш-алты йыл уҙғанын да тойманым. Хәҙер Өфө тип ашҡынмайым, Ҡыйғырҙа йәшәргә башкөллө күндем – кешеләргә өйрәндем. Ауыл халҡы ла үҙ итә, хөрмәтләй. Әммә... ауылдан ҡуҙғалмауымдың сәбәбе бүтән ине...
Дауыт дуҫымдың Гөлиәһен – торғаны бер мөғжизәүи ҡыҙҙы – күрһәм, йөрәгемдең әрнеүе баҫыла, күңелемдең өҙөләм-өҙөләм тигән нескә ҡылдары нығына. Эшкә дәрт-дарманым арта – яҙып өлгөр генә. Торараҡ ун алты йәшлек Гөлиәнең дә миңә тартылыуын бар булмышым менән һиҙәм. Әммә хистәремде йүгәнләргә тырышам. Дауыт дуҫым менән Гүзәлиәнән оялам. Беҙҙең сетерекле хәлебеҙҙе барыбер бөтәһе лә белде, тойҙо. «Һөйөүҙе йәшереп буламы?» – тип дөрөҫ йырлайҙар. Ҡыҫҡаһы, Гөлиә ҡыйыу булып сыҡты: ун һигеҙ йәшендә мине телһеҙ итте:
– Иҙелбәк ағай, мин һеҙҙе өҙөлөп яратам, – тимәһенме.
– Уйлап әйтәһеңме, уйнап әйтәһеңме, Гөлиә? Һин – минең иң яҡын дуҫымдың балаһы. Һиңә өмөтләнергә тамсы хаҡым юҡ. Ә иң мөһиме – мин оло, һинең өсөн ҡарт. Айырма – егерме өс йәш.
– Һи-и, ағай, егерме өс йәштең айырмалығы...
Бәхеткә Гөлиә хәбәрен һөйләп бөтөргә өлгөрмәне, әхирәте саҡырҙы:
– Бәй, һине көтә-көтә көтөк булдыҡ, репетицияны оноттоңмо әллә? Тиҙерәк бул!
Улар мәктәпкә йүгерҙе. Артабан ни эшләргә, нисек йәшәргә?
Уйлайым-уйлайым да бер үк һығымтаға киләм: беренсенән, хәҙер инде Өфөгә тиҙерәк китергә кәрәк; икенсенән, Гөлиәне оноторға бөтә хәселемде егермен. Йәш ҡыҙ ҙа тәүге хыялый хис-тойғоларынан арыныр. Уның ғүмере алда – тағы ғашиҡ булыр.
...Бер көндө Гөлзифа әсәй яйлап ҡына, һаҡ ҡына һүҙ башланы:
– Улым, ултыр әле ҡаршыма, кәңәшләшергә кәрәк. – Тауышы яғымлы, әйтерһең, бәпес әүрәтә. Өҫтөндә яңы күлдәк, яулығын иңдәренә төшөрөп ябынған. Әммә ҡиәфәте һәләк етди. Әңгәмәнең ябай түгеллегенә төшөндөм. Әйтәһе һүҙҙәре бик мөһимдер.
– Хәл-әхүәлеңде белеп, күреп йөрөйөм – Өфөгә ҡуҙғала алмай ыуаланаһың. Ҡыйғырҙа ни ғүмер йәшәнең – бөтөнләйгә ҡал. Һүрәттәреңде төшөр ҙә төшөр – халыҡ ярата. Әлегәсә шул ҡәҙәре дан һүрәтсе беҙҙең ауылда ғына түгел, районда булманы. Хазина бит һин, ауылыбыҙ йәме. Китһәң, бөтәһе лә етемһерәр. Айһынды* өйҙө ҡәберемә алып китмәйем бит. Бөтә донъямды һиңә яҙҙырҙым – ана дүкәминттәрен йыйып ҡуй. Бәхәсләшмә, уйлап эшләнем. Йәнә. Беҙ был өйгә килен төшөрәйек. Хаҡ Тәғәлә ғүмер бирһә, өләсәй булып, ейән-ейәнсәр һөйөргә лә яҙыр. Хәбәремде бүлдермә, улым, тыныс ҡына тыңла. Күптән күҙәтеп йөрөйөм – төшәсәк килен һәләк күрмәлекле, килмәгән-килешмәгән ере юҡ, бик тәрбиәле – һәйбәт кешеләрҙең балаһы. Ә иң мөһиме – ул һине ихлас ярата. Ир менән ҡатын яратышып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһә генә донъя матур – ғүмеркәй заяға үтмәй. Әйткәндәй, һеҙҙең ишләнеүегеҙгә ата-әсәһе лә риза.
– Урыҫ әйтмешләй, «Без меня меня женили». Һуң, ул ҡыҙҙы мин беләмме? Мин бит... ни...
Гөлзифа әсәй һүҙемде бүлдерҙе:
– Бәхетле ит Гөлиәне.
Һүҙһеҙ ҡалдым. Әллә көтөлмәгәнлектән, әллә шатлыҡтан башым әйләнде. Ул арала кейенеп-яһанған Гүзәлиә менән Дауыт, Даһия, Даһияның йәмәғәте килеп инде – йөҙҙәре балҡый, күҙҙәре йылтырай.
Гөлзифа әсәй уларҙың килеүенә һис ғәжәпләнмәне – тимәк, алдан килешкәндәр, кәңәшләшкәндәр.
Гөлзифа әсәйҙең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәндәрҙер, ахыры, Дауыт, ғәҙәтенсә, ҡулбашымды ҡағып алды:
– Бына яусылап килдек, – тине туранан-тура. – Тәүге мөхәббәт онотолмай, бергә булмаһағыҙ, Гөлиә һине мәңге онотмаясаҡ – һарыларға һабышасаҡ.
– Атаһы менән тиңдәш кешегә кейәүгә сығырға һис теләмәҫ Гөлиә. – Мин, хайран ҡалһам да, йылмайырға тырыштым.
– Һинән биш йәшкә өлкәнерәк икәнемде ниңә иҫәпкә алмайһың? – Дауыт дуҫымдың ауыҙы йырыҡ.
Шул һүҙҙәрҙе көтөп кенә ултырғандай, Гөлзифа әсәйҙең йөҙө нығыраҡ асылып, тауышы көрәйҙе:
– Ир кешегә кәләшенән олораҡ булыу насар түгел. Борон ҡатындар еңел-елпелеген елгә елгәрергә өлгөргән, аҡыл ултырған олпат йәмәғәтен хөрмәтләп, ҡәҙерләп йәшәгән. Абруйы ҙур, тамыры ныҡ ир – ҡаҡшамаҫ таяныс. Хәҙер генә ир затының ҡәҙере кәмей. – Ул беҙгә диҡҡәт менән күҙ йөрөттө лә хәбәрен дауам итте. – Нурзифамды бүлмәгә ҡуймаҫ элек стенала элеүле кәртинкәне, түрҙә торған көҙгөнө ҡапларға ҡушҡайным. Берәү ҙә үтенесемә илтифат итмәгән. Ә минең ярым иҫһеҙ мәлем – үҙемдең сепрәк ябырға башым етмәгән. Мәрхүм булғанда көҙгөнө мотлаҡ ябырға кәрәк. Көҙгө асыҡ торһа, йән шунда урынлаша. Әгәр ҡанһыҙ, яуыз кешенең йәне булһа, ғаиләгә бәлә килер, ығы-зығы тыуыр, тип киҫәткәндәр. Йәнә «Бәндәнең ете ғүмере була. Кеше мәрхүм булғас, ул кәүҙәһен генә ҡалдыра. Мәле еткәс, яңы кәүҙәгә инә – сабый тыуа. Кеше һүрәтен төшөрөүҙе лә тыйғандар: мәрхүмдең йәненә булашыр», – тигән боронғолар. Нурзифамдың изге йәне үҙ рәсеменә күскән, тимәк. Ә мәле еткәс, йәндең Гөлиәне һайлауына иманым камил. Иҙелбәк кейәү аҡ күбәләк күреүен һөйләгәс, юҡҡа түгеллеген аңлап һағайғайным. Хистәремде йөрәгемдә ун туғыҙ йыл һаҡланым – кешегә һөйләмәнем. Халыҡта «Күбәләктәй йәнем» тигән һүҙ юҡҡа әйтелмәгән. Гөлиә үҙемә лә дауа кеүек, уны күрһәм, йөрәгем тыныслана, күҙ алдарым яҡтыра. Нурзифамды ҡосаҡлаһам, шулай хәлләнеп, шәбәйеп китә инем... – Йәшкәҙәгән күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырып ҡуйҙы ул. Бер аҙ тауыш-тынһыҙ ултырҙыҡ. Гөлзифа әсәйҙең арыуы еткәйне – әкрен генә бүлмәһенә йүнәлде. Шуныһы ғәжәп: Гөлиәгә өйләнгәс, Нурзифа төшөмә инеүҙән туҡтаны...
***
Тормош шулай ҡоролған: яҡшы хәлдәр ҙә, яман мәлдәр ҙә алмаш килә. Иҙелбәк ағай менән Гөлиәнең өйләнешкәненә ихлас ҡыуанған Гөлзифа апай туйҙан һуң оҙаҡ тормаған – баҡыйлыҡҡа күскән. Йәл, Гөлдәриә ейәнсәрен һөйөргә өлгөрмәне. Улар Өфөлә иркен фатир һатып алды. Ҡыйғырҙағы йортто дача иттеләр – һәр йәй ҡайтып, еләк-емеш үҫтерәләр. Иҙелбәк ағайҙың уңыштарына мин дә, Айнур ҙа шатбыҙ. Ҡыйғыр ауылында төшөрөлгән пейзаждар, натюрморттар, тормош-көнкүреш һүрәттәре менән Иҙелбәк ағай Илбәков юғары кимәлдәге шәхси күргәҙмәһен ойошторҙо.
– Уңыштарға ирешер өсөн саф мөхәббәт ярҙам итә, – ти Иҙелбәк ағай һәм тәрән хискә мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен Гөлиәһенә төбәп өҫтәп ҡуя. – Был донъяға бәндә һөйөр-һөйөлөр өсөн тыуа.
Нажиә Игеҙйәнова.
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.