–Телселәр ғаиләһендә тәрбиәләнгәнгәме, бәләкәйҙән китап яраттым. Кистәрен әсәй менән атай уҡытыусылар йыйылышына йә сәйәси уҡыуҙарға тип сығып китһә, йыуанысым да, тынысландырыусым да ҡатырға тышлы йыйынтыҡтар була торғайны. Беренсе класта уҡ А. Фадеевтың “Йєш гвардия” романын тулыһынса уҡып сыҡҡайным инде. “Роман-гәзит” алды-ра инек, унда сыҡҡан һәр яңы әҫәр менән танышып барҙым. Ғаиләлә берҙән-бер бала булдым. Ғәҙәттә, яңғыҙ баланы иркә була тиҙәр. Ыснында иһә, киреһенсә, эш күберәк эләгә әле ул. Башҡалар баҫыуҙа сөгөлдөр өлөшөн күмәкләп утағанда һин бер үҙең йөрөйһөң, йорт эштәре лә бер елкәгә төшә. Етмәһә, атай йәйге лагерь етәксеһе, әсәй ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа бөтөнләй йортҡа йоҡманылар. Тырышып, донъя көтәм, әсәй ҡайтыуға, өйрәктәрҙе һигеҙ тапҡыр ашаттым, иҙәнде йыуҙым, ашарға бешерҙем, тип яуап тота торғайным.
Мәктәп йылдары күңелле осор булып хәтерҙә ҡалған. Тәүге уҡытыусым Фәрҙиә Абдулла ҡыҙын ҙур рәхмәт менән иҫкә алам. Ә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Зариф Харис улы үҙе бер һәләт эйәһе ине. Дәрестәренә иң соҡор елкәле уҡыусылар ҙа дәртләнеп, әҙерләнеп килә торғайны. Ул өйгә эшкә әҫәрҙе уҡып килергә тип түгел, ә шунан үҙебеҙгә оҡшаған биш-алты цитатаны айырып алырға һәм ни өсөн шуларҙы һайлағаныңды, нимәһе менән оҡшай йә оҡшамай икәнен дәлилләп һөйләргә ҡуша торғайны. Теләйһеңме-юҡмы, әҫәрҙе уҡып килергә мәжбүрһең, уҡымайынса цитата һайлап булмай бит. Иҫ киткес яҡшы ысул, әле лә уҡытыусылар шуны ҡулланһа, отолмаҫтар ине, моғайын. Мин шул ғәмәл арҡаһында әҙәбиәт менән ныҡлы дуҫлашып, туғыҙынсыла уҡығанда рус теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренселек яуланым. Ул еңеүем тулыһынса һөнәренә мөкиббән киткән уҡытыусымдың эш һөҙөмтәһелер, тием. Шуға ла минең алда ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау булманы, рус филологияһын һайларға ҡарар иттем. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, ҡапыл уйымды үҙгәртеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса киттем. Диплом алғас, әсәйем янына, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылына, ҡайтып, бер йыл башланғыс кластарҙы уҡыттым. Белемем буйынса ауылда эш булһа, шунда ҡалыр ҙа инем, бәлки, булмағас, тағы үҙенә тартып торған Өфөгә юлландым. Нәшриәттә эшләп йөрөгән курсташым Венера Сафина үҙ янына ҡоҙаланы. Шулай итеп, корректор булып урынлаштым. Хәҙер инде мин күңелем яратҡан шөғөлгә – китап уҡыуҙан торған эшкә килеп эләктем һәм үҙемде һыуҙағы балыҡтай хис иттем. Бер аҙ эшләгәс, календарҙар бүлегенә мөхәррир итеп, шунан мөдир иттеләр. Артабан нәфис әҙәбиәт бүлеге етәксеһенең урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ризаитдин Фәхретдиновтың, Әбүстең китаптарын башлап мөхәррирләнем. Шунан Мостай Кәримдең йыйынтығын ышанып тапшырҙылар. Уның өсөн бигерәк тә бәхетле булдым, сөнки Мостай ағай беҙҙең ғаилә тормошонда ҙур урын биләгән, уға тәрән йоғонто яһаған шәхес булды. Мәктәптә уҡып йөрөгән сағымда атайһыҙ ҡалдым, илле генә йәшендә ул яҡты донъянан китеп барҙы. Ғүмере буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан әсәйем, йәшләй ғәзиз кешеһен юғалтып яңғыҙ ҡалғас, терәк-таянысты абруйлы яҙыусыла, замандаш аҡыл эйәһе, фәйләсүф Мостай Кәримдә күргәндер инде. Ҡыйыулығы етеп, һеҙҙең менән бер күрешергә, кәңәшләшергә ине, артабан нисек йәшәргә, нимә эшләргә, тип хат яҙып һалған. Иң мөһиме, бөйөк яҙыусы уның хатын иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, йортона ҡунаҡҡа саҡырған. Әсәйемде ҙур ҡунаҡ һымаҡ әҙерләнеп ҡаршы алған Роза апай менән Мостай ағай. Аҙаҡ үҙҙәре лә бер нисә тапҡыр беҙгә, Күгәрсен районы Ҡалдар ауылына, килеп ҡайтты. Студент булып киткәс, улар мине лә үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырҙы. Ялдарҙа барып йөрөй торғайным. Мостай бабай һәр ваҡыт минең өлгәшеүем, кемдәр уҡытыуын, хәлдәремде ентекләп һораша ине. Һәр нәмәгә лә ныҡ иғтибарлы булды ул. Бер мәл театрға барышлай дауаханаға хәлен белешергә индем. Ҡыҙыл ғына күлдәк кейеп алғанмын. Шул саҡ Мостай, ҡыҙым, гел ҡаранан кейенәһең дә йөрөйһөң, бына бит сағыу төҫтәр һиңә ҡалай килешә, улайтма, гел ошолай матур, ҡупшы итеп йөрө, тине. Ә Рауза апайҙың миңә булған иҫ киткес мөнәсәбәте һуң… Хәйер, ул барыһына ла шулай ине, үҙенә күрә бер аристократтарға ғына хас холоҡло булды. Мин барһам, бәрәмәс ҡыҙҙыра, алдан бешереп ҡуйыу юҡ, тәрилкәгә эҫе генә көйө һалып бирә. Үҙе ултырмай, ҡунаҡты гел шулай өлтөрәп, баҫып тороп һыйлай ине. Бына бит ул ябайлыҡтың бөйөклөгө, һис кеше айырманылар. Мин кем булғанмын инде улар өсөн, осраҡлы таныштың балаһы, бер уйлап ҡараһаң. Ҡыҙҙары Әлфиә апай – иҫ киткес көслө рухлы шәхес. Мин күп ваљыт унан өлгө алам. Әле улдары Илгиз ағай атаһының томлыҡтарын әҙерләй, мин – мөхәррире. Тормошомдоң бер өлөшөнөң Мостайлы, Роза апайлы булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен.
Әлеге эшемә килгәндә, алдағы баш мөхәрриребеҙ Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова электән, һине үҙемә алмашҡа әҙерләйем, кил, өйрәнә тор, тип гел янына саҡырып ала торғайны. Ул саҡтағы директорыбыҙ Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатов та ышаныс менән ҡараны, уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Шул арала Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһында уҡып, юридик белем алдым. Әммә юрист булырға яҙманы, нәшриәткә килеп эләкһәң, үҙенән еңел генә ысҡындырмай ул, китап ене бер ҡағылһа, дауалана торған сир түгелдер инде. Үкенмәйем, унда уҡыуым аралашыу даирәмде киңәйтте, юридик белем эшемдә лә ярап ҡала.
– Ҡатын-ҡыҙға етәкселек эше еңел түгелдер инде?
– Директорыбыҙ Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов һәм етәкселек звеноһындағы тағы бер нисә көслө затты иҫәпкә алмағанда, беҙҙә эшләгәндәрҙең күбеһе ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл заттар коллективы ярайһы уҡ ҡатмарлы ла була әле. Улар бит күңелсәгерәк, хислерәк. Һәр береһенең күңеленә юл табырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡыт ихлас аралашыуға ваҡыт аҙ ҡалғанын тоям. Яуаплылыҡ артты, бүтән саҡта етәксем яуап бирер әле тип уйларға ла ярай, ә бында һылтаныр кеше юҡ. Тағы ла, бөгөн сәсем насар ҡуйылған йә ауырып торам бит әле, тип әйтеп булмай, һин һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булырға бурыслыһың. Урынбаҫарым Әлиә Әнәс ҡыҙы менән бергәләшеп күп проекттар эшләнек. Бер үк шөғөл булғас, уртаҡ тел табып, мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә тырышабыҙ.
– Шулай ҙа ваҡыт барҙа нимәләр эшләргә яратаһығыҙ?
– Минең йөрәгемде елкеткән нәмә ул – театр. Премьераларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Спектакль йә тамаша ҡарағандан һуң әллә ниндәй мәҡәләләр яҙырлыҡ фекер тыуа. Их, бына ошо урынын тегенеһе менән алмаштырып, анау шағирәнең шиғырын өҫтәп ебәргәндә, бөтөнләй икенсе яңғыраш алыр ине йә ниңә халҡыбыҙға хас булмаған ҡыланыштар менән тамашаның йәмен ебәрҙеләр инде тип, йә янып, йә көйөп ҡайтам.
– Һеҙҙә һуңғы ваҡыт “аһ” итерлек ниндәй баҫмалар донъя күрҙе?
– Төрлө халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә беҙҙәге нәшер эшен лайыҡлы күрһәтерлек баҫмаларыбыҙ етерлек. Сентябрь айында ғына Төркмәнстанда, Ашхабад ҡалаһында, йыл да үткәрелеп килгән халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә ҡатнашып, «Перәник йорт” китабы өсөн диплом алып ҡайттыҡ. Үткән йылдарҙа ла ҡатнашып торҙоҡ, йөҙҙән ашыу ил ҡатнашҡан был сарала тапшырылған бүләктәр һаны һанаулы ғына булһа ла, әлегәсә буш ҡул менән ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Төркмәндәр бигерәк тә беҙҙең балалар өсөн сығарған китаптарыбыҙға ҡыҙыға. Китап, нәшер эшенә уларҙа иғтибар бик ҙур. Китап күрһәҙмәһе унда йыл һайын ойошторола һәм бөтөн донъяның китапҡа бәйле иң алдынғы мәғлүмәте Төркмәнстанда тороп ҡала бара. Президенттары Гурбангулы Бердымухамедовтың донъя күләмендә тап китапҡа бәйле яҡшы абруй яулауы күп нәмә хаҡында һөйләй, тип уйлайым.
Беҙҙең ғорурланырлыҡ баҫмаларыбыҙ байтаҡ. Атаҡлы “Урал батыр” эпосыбыҙҙы быйыл беренсе тапҡыр француз телендә баҫтырҙыҡ. Назар Нәжми хаҡында юғары сифатлы альбом донъя күрҙе. “Хәҙерге заман башҡорт аш-һыуы”, “Перәник йорт” һәм “Башҡортостандың йөҙ иң матур мөйөшө” тигән баҫмаларыбыҙ “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” исеменә лайыҡ булды.
– Ниндәй хыялдарығыҙ бар?
– Эшкә килгәндә, проекттарыбыҙ бик күп, минән генә торһа, берәй йыл нәшриәтебеҙҙә тик яңы, йәш авторҙарҙың китаптарын сығартыр инем. Баҫмаға тәғәйенләп ултырған ерҙә эшләгәс, миңә үпкәләүселәр ҙә йыш булалыр инде. Уларҙы ла аңлайым, һәр әҫәрен ғәзиз балаһылай күргән әҙиптәргә уны донъяға күрһәтә алмауҙың нисек икәнен беләм. Әммә, Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, бүлеүсе ожмахҡа кермәй. Донъя камил булғанда ла, беҙ кешеләр араһындағы барса мөнәсәбәттәр камил була алмай. Ҡыйын саҡтарҙа мин әсәйемде хәтеремә төшөрәм. Ысын ҡатын-ҡыҙ асылының өлгөһө ул. Исеме лә уның есеменә тулыһынса тап килә – Гәүһәр. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, тирә-яҡта ни булыуға ҡарамаҫтан, донъяһы һәр саҡ үҙе үҫтергән сәскәләргә күмелеп ултыра. Унан сабырлыҡҡа өйрәнгем килә. Тормош иптәше Булат ағайға ла рәхмәтем ҙур. Ул әсәйем менән яҙмышын бәйләгәндә ике балаһы ла, мин дә бәләкәйерәк инек әле. Гел туғаным булһа ине, тип хыялланғайным, Хоҙай Тәғәлә мине туғанлы-терәкле яһаны. Булат ағай мине һәр саҡ үҙ балаһылай күрҙе.
Бөтә булмышын китап донъяһы биләгән, йөрәк көсөн уҡыусы мәнфәғәтенә арнаған ихлас күңелле, эшлекле һәм булдыҡлы Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙының үҙ тормошо ла һайлап сығарған әҫәрҙәреләй ҡыҙыҡлы һәм яҡты, матур һәм ҡотло булһын! Уның тойомлауы, уның фатихаһы менән донъя күргән затлы һәм һиммәтле баҫмалар әлегеләй китап һөйөүсене һәр саҡ һөйөндөрөп торһон, үҙенә лә, кендек инәһе булған китаптарына ла оҙон һәм яҡты ғүмер теләйек.