+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
23 Май , 15:07

Изгелек тантанаһы

Нимә ул ғәҙеллек? Насарлыҡ ҡылған кеше язаһын алһа, ғәҙеллек бар ул, тибеҙ. Ҡылған яуызлығына үкенеү белдерһә, ғәфү үтенһә, ғәҙеллекте таный, дөрөҫ юлға баҫа, тип ҡыуанабыҙ. Ғәҙелһеҙлек – ул яуызлыҡтың тантана итеүе, изгелектең тапалыуы. Адвокат Әлфиә Әхтәр ҡыҙы Рәхимова (Хәсәнова) кешенең йәнен ҡыйыусыны ла, уғрыны ла, ғәҙеллек ҡанундарын боҙоусыны ла йәлләп ҡарай. Уның тәүбәгә килеүенә ышана. «Уны ла бит әсәһе йөрәк аҫтында йөрөткән, бәпләп үҫтергән, ул да әҙәм балаһы ла баһа», – ти ул, әсенеп. Әммә дөрөҫлөк берәү. Уға хилафлыҡ – үҙе үк ғәҙелһеҙлек. Ә ул ғәҙеллек өсөн көрәшеүҙе, уны яҡлауҙы тормош асылы итеп алған.

Изгелек тантанаһы
Изгелек тантанаһы

Беҙ – Шаһғәле Шаһман тоҡомо!

Боронғо йолаларҙы һаҡлап, буҙа ҡойоп, ҡымыҙ әсетеп, ҡыҙыл эремсек, сәк-сәк кеүек татлы ризыҡтарҙы әҙерләп, өйөр-өйөр мал тотоп йәшәгән уңған халҡы менән данлы Әбйәлил районы Ишкилде ауылында тыуған Әлфиә Әхтәр ҡыҙы. Тамъян башҡорто мәшһүр Шаһғәле Шаһман нәҫеленән.

Һигеҙенсе класты Хәмит мәктәбендә тик «бишле» билдәләренә генә тамамлап, Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегенә уҡырға инә. Әлеге көндә билдәле яҙыусы булып танылған Хәйбулла ҡыҙы Фәрзәнә Аҡбулатова менән әхирәттәр булып китәләр. Яҙыусы шул йылдарҙы иҫләп яҙған мәҡәләһендә һабаҡташының, ҡыйын хәлгә ҡалғанда ла, үҙен лайыҡлы тотоуын, юғалып ҡалмауын һоҡланып тасуирлай. «Әлфиә дәресте бик яҡшы, ныҡлы әҙерлек менән бирә торғайны», – тигәнендә уның етдилеге лә, тәфсирлеге лә сағыла.  

Училищены тамамлағас, тыуған яғына ҡайтып, рәсем, һыҙма дәрестәрен уҡытырға хыялланған ҡыҙыҡайға мәктәптә һөнәре буйынса эш булмай сыға.

 

«Пионервожатыйҙан уңдыҡ!»

Әбделғәзе башланғыс мәктәбендә 3-сө класс балаларын бер йыл уҡытҡас, Буранғол урта мәктәбенә өлкән пионервожатый, рәсем уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Бала йәнле булыуын, уларҙы ылыҡтыра белеүен шунда уҡ һиҙеп ҡалалар. Художество-биҙәү, ағасты көйҙөрөп һәм семәрләп һүрәт төшөрөү түңәрәктәрен булдыра Әлфиә Әхтәр ҡыҙы. Уҡыусыларының иң яҡшы эштәренән күргәҙмә ойошторола. Пионер бүлмәһен ялт иттереп ҡуя: бындай хатта районда берәү, тиҙәр тел шартлатып. Уны биҙәү, шулай уҡ гәзит сығарыу буйынса бәйгелә Буранғол мәктәбе район кимәлендә беренселекте яулай. Уңған ҡыҙ Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка өлкән пионервожатый булып барыу хоҡуғындағы путевка менән бүләкләнә. Әммә...уны яҙмышы башҡа тарафтарға тарта. Шым ғына Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инергә әҙерләнеп йөрөгән Әлфиә хыялы хаҡына күптәр теләп тә төшөнә лә инмәгән Ҡара диңгеҙгә барыуҙан баш тарта. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортоноң ишектәрен асып инә ныҡыш ҡыҙ, тырышып белем тауҙарына үрмәләй.

 

Ҡыйғы килене

Кеше маңлайына яҙылғанды күрә, тиҙәр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Әлфиә Ҡыйғы тарафтарына килен булып төшә. Иптәше – табип, үҙе юридик белемгә эйә. Ҡыйғыла райондың ауыл хужалығы идаралығында кадрҙар буйынса өлкән инженер булып хеҙмәт юлын башлай. Унан һуң мәктәптәр буйынса район комсомолы комитеты комсоргы вазифаһында үҙен егәрле етәксе булараҡ танытҡас, райсоветҡа ойоштороу бүлеге мөдире итеп үрләтелә. «Бурысым – ауыл һәм район советы депутаттары эшен ойоштороу, ауыл советтары эшмәкәрлеген тикшереү, йәнләндереү. Ҡыҙыҡлы һәм яуаплы эш. Әммә «ғәҙеллекте яҡлау», кешеләргә файҙа килтереү теләге тынғы бирмәне. Биш йылдан һуң Ҡыйғы районының юридик ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире итеп тәғәйенләндем», – тип хәтерләй ул.

Йәшәгән донъяһын гөл итә уңған ҡатын. Рәссамлығын эшкә егә. Сынъяһау итеп тотҡан өйҙәренә ҡот өҫтәп, улдары Азамат донъяға килә. Әммә яҙмыш Әлфиәгә ҡатыраҡ һынауҙарын әҙерләгән икән. Хыянаттан бөгөлөп төшә, ир менән ҡатын вәғәҙә бирешкәс, ғүмер ахырынаса тоғро ҡалырға тейеш, тигән инанысы боҙолоуын ауыр кисерә. Тик һынмай. Уға улын аяҡҡа баҫтыраһы, ғәҙеллек юлын дауам итәһе бар. Күңелен эш менән баҫа. Тотош районға бер генә адвокат – енәйәт, гражданлыҡ, административ һәм арбитраж эштәрен башҡарыу бер үҙенә төшә.

Тормош бер алдын, бер артын күрһәтә, тигәндәй, көтөлмәгән бүләген дә юлына сығара: судта бер ханымды яҡларға тура килә адвокатҡа. Уның ситтә ғүмер иткән улы ҡайтып төшә. Эш уңышлы үтә. Ғаилә адвокатҡа рәхмәтле булып ҡала. Әммә Әлфиә 1-се И. М. Сеченев исемендәге Мәскәү дәүләт медицина институтын тамамлап, Мәскәү өлкәһендә табип булып эшләп йөрөгән ирҙең тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнерен башына ла индермәй. Ярты йыл самаһы ваҡыттан дауаханаға килгәнендә, таныш исем-шәрифтәре яҙылған ишеккә юлығып, һиҫкәнеп китә. Баш табип урынбаҫары Заһит Вәхит улы Мөжипов та уны әллә ҡайҙан танып, әйҙүкләп ҡаршылай. Үҙен борсоған һорауы һәм үтенесе барлығын әйтә. Адвокат ярҙам вәғәҙә итеп, уны эшендә ҡабул итәсәген белдерә. Аралаша торғас, араларында һөйөү хистәре бөрөләнә. Ҡатын уның аҡылына, күңеленең саф, боҙолмаған булыуына һоҡланып бөтә алмай. Ә әлегәсә буйҙаҡ йөрөгән Заһит әҙәплелеге, ғәҙеллеге менән бөтә районда ҙур ихтирам ҡаҙанған Әлфиәгә тиҙҙән өйләнешергә тәҡдим яһай.

 

Балам – бауыр ите

Әсәһе тормошҡа сығырға уйлауын әйткәс, улының йөҙө яҡтырып китә. Кем генә ҡәҙерлеһенең бәхетле булыуын теләмәҫ! Заһит та, баланың күңелен яралап ҡуймайым, тигәндәй, уға бик һаҡ яҡынлай. Шахмат серҙәрен төшөндөрһөнмө, гитарала уйнарға өйрәтһенме, Өфөлә курс үткәнендә саҡыртып алып, малайҙы ҡала буйлап экскурсияла йөрөтһөнмө – ололарса хәстәрлек күрһәтә, ярҙамға мохтаж мәлендә иңен ҡуйып, ихтирамын яулай.

«Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», тигәндәй, әллә бала саҡтан был һөнәр таныш булғанғамы, Азамат, Өфө дәүләт авиация университетына үҙе теләп уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлаһа ла, әсәһе һымаҡ адвокат булырға ҡарар итә. БДУ-ның Хоҡуҡ институтында икенсе юғары белемгә эйә булып, әлеге көндә адвокатлыҡҡа стажировка үтеп йөрөй маҡсатлы егет.

 

Өфөгә, баш ҡалаға!

«Ҙур карапҡа ҙур диңгеҙ кәрәк», – тиҙәр. Улар, бәлки, был хаҡта уйламай ҙа, баш ҡалаға атлыҡҡандыр. Азамат уҡырға киткәс, өй бушап ҡалғандай тойола. Икеһе лә улдарын юҡһына, йәндәренә толҡа тапмай. Шул ваҡытта Әлфиәне БР адвокаттар коллегияһының Өфө ҡалаһы Совет районының 2-се филиалына адвокат итеп саҡыралар. Заһитты ла эше буйынса Өфөгә күсерәләр: ул Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығына баш белгес-эксперт итеп тәғәйенләнә.

Был матур ғаиләнең баш ҡалаға күсенеүенә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән инде: уңайлы итеп донъя төҙөгәндәр, баҡса булдырғандар. «Ныҡлы ғаиләнең нигеҙе – бер-береңә хөрмәттә», – ти Әлфиә Әхтәр ҡыҙы.

Бала сағынан Әлфиәнең тырышлығына, ныҡышлығына ҡарап бәхетле яҙмыш юрайҙар. Тормошта үҙ урынын тапҡан, хеҙмәттәштәренең, яҡланыусыларының абруйын яулаған ул. Атаһы Әхтәр Нәжметдин улы – Бөйөк Ватан һуғышының тыл хеҙмәте ветераны. Әсәһе Нәжиә Басир ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бер туған Фәрзәнә апайы һөнәре буйынса – фармацевт, әле хаҡлы ялда. Ғәле ҡустыһы ла медицина юлын һайлаған. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле: Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башлығы, Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли мәҙәни автономияһы етәксеһе, «Реабилитация» күп профилле медицина ярҙамы үҙәгенең генераль директоры-баш табибы. Нәҫелдәре затлы, тамырҙары ныҡ Хәсәновтарҙың. Ошоларҙан да ҙурыраҡ бәхет бар микән?

Ғәҙеллек өсөн, кешеләрҙе яҡлау өсөн сирек быуат ғүмерен биргән адвокат Әлфиә Әхтәр ҡыҙы Рәхимова хеҙмәтенең татлы емештәрен йыя. Юбилейы айҡанлы Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловтың ҡотлауында уның үҙ һөнәрендә юғары оҫталыҡҡа өлгәшеүе, һөнәрҙәштәренең ихтирамын һәм хөрмәтен яулауы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Енәйәт эштәре буйынса яҡлаусы булараҡ, ул законды боҙоусыла иң элек кешене күрә. «Бик һирәктәр генә кире тайғаҡ юлға баҫа, күп осраҡта ул үкенә, тәүбәгә килә. «Енәйәтсе» тип уны бөтөрөп ташларға ярамай. Хоҡуҡи яҡтан ул да ярҙамға һәм кәңәшкә мохтаж», – ти тәжрибәле адвокат. Бик ауыр енәйәттәргә бәйле эштәр менән шөғөлләнергә тура килә уға: кеше үлтереү, көсләү... Шунда ла ул яҡланыусыһына ышанып, аңлап, йәлләп ҡарай.

Донъя барында Изгелек менән Яуызлыҡ мәңге алышта. Бала саҡтан әкиәттәрҙең изгелектең тантанаһы менән тамамланыуына күнеккәнбеҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Шуға ышанайыҡ.

 

«Башҡортостан ҡыҙы», №3_2015.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас в