+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
10 Май 2022, 11:10

«Урал ынйыһы» Рәшиҙә

Өфө урамы буйлап ыҫпай,зауыҡлы кейенгән, көләс йөҙлө, ғәжәп һығылмалы кәүҙәле гүзәл ҡатын атлай. Юрғалап, бейеп тигәндәй килгән кем икән ул? Ханымды әллә ҡайҙан сәләмләүселәрҙә:  «Аһ, әллә үҙебеҙҙең Рәшиҙәбеҙ  инде»,–  тип һоҡланып ҡала. Эйе, тап үҙе лә баһа! Башҡорт останыбыҙ, Өфөбөҙҙөң аҫыл биҙәге, ил эсендә – дан, ил тышында һан алған данлыҡлы бейеүсебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр һәм Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина!

«Урал ынйыһы» Рәшиҙә
«Урал ынйыһы» Рәшиҙә

Артистканың хатта магазинға ла ҡупшы (ләкин ҡиммәтле түгел) кейенеп сыҡҡанын үҙем дә күп тапҡырҙар күргәнем булды. Үҙ баһаһын, башҡаларҙың үҙенән үрнәк алғандарын белә ул. Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы аш-һыуға оҫта, һәр ризыҡты ҙур ихласлыҡ һәм һөйөү менән әҙерләй. Яратҡан тәғәме - бишбармаҡ, ҡоймаҡ, көлсә, бәлеш . Бер ваҡытта ла ҡороттан өҙөлмәй.Йәш сағында, хатта сит илдәрҙә йөрөгәндә лә, ире Әнүәр Ишбирҙин менән ыҫланған ҡорот, ҡаҙылыҡтан айырылмағандар. Осрашыу-байрамдарға саҡырыуҙы ла ялындырмай ихлас ҡабул итә, бейеүе, тимәк, күп хәрәкәтләнеүе, баҡсаһында егелеп эшләүе лә буй-һынының зифалығына, йәш сырайлығына ыңғай йоғонто яһайҙыр. Хәйер, Башҡортостанда билдәле шәхестәрҙең юбилей кисәләре, республикалағы мөһим мәҙәни саралар,  тантаналар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәйҙер. Сәхнәгә сығыу өсөн артистка ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнә. «Халыҡ концертҡа матурлыҡҡа һоҡланырға, ысын сәнғәттән сафланып, үҙенә дәрт-илһам алырға килә, – ти Туйсина. – Шуны һәр саҡ иҫтә тотам. «Һеҙ һәр ваҡыт матурһығыҙ, ҡартаймайһығыҙ, сере нимәлә?» – тип һораусыларға: «Хәрәкәттә – бәрәкәт!» – тип яуаплайым».

Ипле, итәғәтле, саф күңелле, сабыр, ярҙамсыл, ихлас, аҡыллы бейеүсебеҙ, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып, донъябыҙҙы балҡытып йәшәй. Халҡыбыҙҙың бай тарихын, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм иң яҡшы әхлаҡи сифаттарын камил бейеү теле менән әйтеп биреүе – аҫыл сәнғәт өлгөһөнөң бер нәмә менән дә алыштырғыһыҙ ҡөҙрәтле сағылышы. Тормошта ла, сәхнәлә лә матур кеше ул, эске нуры, күңел таҙалығы шулай һөйкөмлө итә.

Ғорур Ирәндек буйҙарында уйнап үҫкән башҡорт гүзәле халҡыбыҙҙың сәнғәте ынйыһын донъяға күрһәтеү, башҡорт бейеүенең нәфислеген кеше йөрәгенә еткереү өсөн, Башҡортостан һәм Рәсәйҙән тыш, сит ҡитғаларҙы ла күп гиҙҙе: төрлө милләтле, төрлө динле халыҡтар йәшәгән Германия, Австрия, Франция, Италия, Швеция, Польша, Финляндия, Испания, Дания, Мали, Сенегал, Гвинея, Пакстан, Һиндостан, Вьетнам тамашасыларының ҡайнар алҡыштарын тойҙо ул. Ун-ун бишәр мең кешелек мәҙәниәт

һарайҙары «Заһиҙә»нән һуң көслө ҡул сабыу ҙарҙан дер һелкенеп торҙо был көйәҙ сит ил тамашасыларының башҡорт ҡыҙы йөҙөндә Урал тауҙарының хозурлығын, ҡыҙҙарыбыҙҙың нәзәкәтлелеген, һылыулығын һәм ғорурлығын таныу билдәһе ине. Швецияла сираттағы бер сығышынан һуң «Заһиҙә» бейеүен «Урал ынйыһы» тип баһалайҙар. Рәшиҙә апай үҙе: «Бейеү теле ябай түгел, тамашасы сәхнәләге бейеүсенең һәр аҙымына, ым- ишараһына, йылмайыуына, хатта күҙ-ҡаш хәрәкәттәренә, күҙ яҙҙырмай,

ҡарап ултыра. Көс түкмәйенсә бейеклекте яулап булмай шул. Ҙур сәхнәгә сығыр алдынан был образды өр-яңынан ижад итергә тура килде: һәр хәрәкәт өҫтөндә ныҡышмалы эшләнем, көндәр буйына ҡара тирем сыҡҡансы

шөғөлләнә торғайным. Ә йөкмәткеһе яғынан камил булһын өсөн күп уҡыйым, эҙләнәм. Рәссам дар, шағирҙар нисек һүрәтләй, уны шулай һынландырырға тырыштым», – ти.

Хаҡ һүҙҙәр. Бейеү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләй ул: ябай ауыл клубындамы, әллә данлыҡлы сит ил сәхнәһендәме, үҙенә бала саҡтан таныш башҡорт бейеүҙәрен тик беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас һыҙаттарҙы хәтерләтерлек итеп башҡарыу оҫталығына еткәнсе шымарта. «Заһиҙә»нең һәр хәрәкәте, ым-ишараһы шундай халыҡсан, үҙенсәлекле костюмы ла бейеүгә тап килеп тора. Башҡорттоң аҫыл йолаларын туранан-тура күсермәй, ләкин «Заһиҙә»нең һоҡланғыс тышҡы матурлығы менән күңел сафлығын күрһәтеүгә өлгәш кәндә лә, үҙен һәр саҡ башҡорт халҡының изге илсеһе итеп тоя.

Рәшиҙә Туйсинаның репертуарыкүп төрлө һәм ҡатмарлы сюжетҡа ҡоролған «Бишбармаҡ», «Гөлнәзирә», «Шаян ҡыҙҙар», «Бүләк», «Көйәнтә», «Ете ҡыҙ», «Дуҫлыҡ», «Йылға янында» кеүек шаян һәм йөкмәткеле халыҡ бейеүҙәренән тора. Зифа буйлы башҡорт ҡыҙының күңел сафлығы, рухи байлығы һәм йәшлек дәрте ире Әнүәр Ишбирҙин менән башҡарған «Һунарсы», «Дуҫлыҡ» бейеүҙәрендә лә асыҡ сағыла.  Артистканың репертуарында сит ил бейеүҙәре лә бар. «Ҡайҙа барһам да, шул илдең бейеүен өйрәнеп ҡайттым. Күп милләтле ансамблдә бейегәс, туғандаш татар, рус, украин халыҡ бейеүҙәрен дә яҡшы беләм, кешелектең тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара һыйышып матур йәшәүенә хөрмәтемдә шул бейеүҙәр аша сағыла», – ти һылыу ханым.

Артистка Ф. Ғәскәров етәкләгән Баш ҡорт дәүләт бейеү ансамблен дә, кол лективтың бер биҙәге булып, 1987 йыл ға тиклем бейей. Тик йәш талантты: «Ҡартайҙың инде, Рәшиҙә, йәштәргә урын бир», – тип көсләп тигәндәй ялға ебәрәләр, бәләкәй генә пенсия тәғәйенләнә. Был аҡсаға йәшәп булмаҫын аңлаған ҡатын педагог-хореограф булып мәктәпкә эшкә төшә. Баш ҡаланың 144-се, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Р. Ғарипов исемендәге гимназияларында педагог-хореограф уҡыусыларҙы оҫ талыҡ серҙәренә төшөндөрә, баш ҡорт бейеүенә һөйөү тәрбиәләү, уны һаҡлау өсөн йән ата. Уҡыусылары республика, Рәсәй кимә лендәге кон курстарҙа даими призлы урындар яулай, араларында үҙҙәрен бейеү сән ғәтенә арнағандары ла байтаҡ.

Ысын талант һәр яҡлап талантлы була, тиҙәр. Мәктәптә эшләгән йылдарында бейеүсе ханым матбуғатта уҡымлы, рухлы мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Башҡорт бейеүендә тыйнаҡһыҙлыҡҡа юл ҡуйылырға тейеш түгел, ул үҙенең саф асылын, миллилеген юғалтмаһын», – тип башҡорт бейеүҙәренең бәҫен төшөрмәҫкә һәм милли ерлеген һаҡларға саҡыра.

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы – ярҙамға, ҡурсалауға мохтаж, ихлас, йомшаҡ

күңелле, ләкин үҙ-үҙенә ғәжәп талапсан һәм баҫалҡы, сабыр холоҡло, ипле һәм егәрле ҡатын. Әүҙем йәмәғәтсе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, журналист, оҫта баҡсасы,уңған хужабикә, яҡшы әсә һәм изге күңелле ҡартәсәй ҙә. Уның менән аралашыуҙы үҙем өсөн гел бәхеткә һананым, әйткәндәй, тәүге ирем яғынан беҙ уның менән килендәштәр ҙә. Шулай булһа ла, ихтирам йөҙөнән әле лә «килендәш» тип түгел, ә «апай» тип өндәшәм. Өфө мәктәптәрендә уҡытҡан йылдарымда туған телебеҙ һағында торған әҙиптәрҙе, яҙыусыларҙы, билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәрен саҡырып, йәнле осрашыуҙар ойоштора инем. Сираттағы бер осрашыуҙы Рәшиҙә Туйсина менән үткәрҙем. Сәхнәне бер иттереп «Бишбармаҡ»ты ла, «Заһиҙә»не лә, һинд бейеүен дә башҡарҙы, бала ларҙың шундағы һоҡланыуын күрһәгеҙ!..

...Уйлаһаң, шул ваҡытта Туйсинаның ейәне Фәрхәт тә яңы мәктәпкә төшкән булған, ә бөгөн иһә үҙе ғаилә башлығы, ҡыҙы мәктәп йәшенә еткән. Фәрхәт – Хәлилдең улы. Ул Өфө сәнғәт училищеһын, унан М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетын уңышлы тамамланы. Әлфиә исемле һылыуға өйләнде, Өфөлә йәшәр урын дары булмағас, ҡартәсәһенә килеп һы йынды Фәрхәт ғаиләһе менән. Үҙен генә ҡайғыртып өйрәнмәгән Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы, йәштәргә ярҙам итеү, ейәненең уҡыуына түләү өсөн, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының фольклор бейеү бүлегенә эшкә инде. Ҡартәсәһенең изгелегенә, ҡайғыртыуына Фәрхәт тә лайыҡлы булырға тырышты. Бәй, ул оло шәхес, мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләй мә новтың ейәне лә бит әле! Сәнғәт донъяһына мөкиббән егет бөгөн йыр ҙар яҙа, композиторлыҡ һәләтен һынап ҡарай. Тәүге уңышы – 2005 йылда Күмертау ҡалаһында уҙғарылған «Күңелем моңдары» үҙешмәкәр компози торҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсында беренсе урынға лайыҡ булыуы.

Туйсиндар нәҫеле үҙе бер мөғжизә кеүек! Тик бер ғаилә генә башҡорт милли бейеү сәнғәтенә Рәшиҙә Туйсина менән Әнүәр Ишбирҙин, Римма менән Хәлил Ишбирҙиндар кеүек дүрт атҡаҙанған артист үҫтерһен әле! Башҡортостан тарихында тәү башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе бейеү театрын асҡан улдары Хәлил Ишбирҙинда бул ған бейеүгә мөхәббәтте Рәшиҙә Туйсина менән Әнүәр Ишбирҙин сәңгелдәктән тәрбиәләй.

25 йәшендә генә ул Баш ҡортостан бейеү ансамбленең баш балетмейстеры булып китә, ә 26 йәшендә республиканың атҡаҙанған артисы исемен ала. Туйсиндар ара һында йырсылар, музыканттар, бейеүселәр, нәфис һүҙ оҫталары бар. Шундайҙарҙың береһе – башҡорт йырҙарын аһәңле башҡарыусы йәш йырсы Радмир Туйсин.

Бөгөн иһә Туйсиндар нәҫелендәге быуындан-быуынға күсеп килгән йыр-моңға, бейеү сәнғәтенә һөйөүҙе Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы бүләсәрендә тәрбиәләй, уға ҙур өмөт бағлай. Ике бүлмәле тар ғына фатирҙа ике ғаилә татыу ғүмер итә. Ҡыҙсыҡ ҡартәсәһе янында күберәк булырға тырыша, уны күҙәтеп, үҙе лә талпынып бейергә төшөп китә.

Бер ваҡыт Төркиәнән килгән ҡунаҡтар артистканың башҡорт милли бейеү костюмдарын күрһәтеүҙе үтенгәс, ул бүлмәһендәге берҙән-бер шифоньерҙы асып ҡарай башлағайны, берәүһе аптырап: «Бәй, костюмдары ғыҙҙы шулай һаҡлайһығыҙмы ни? Беҙ  айырым бүлмәлә икән тиһәк...» – тип тел шартлатты. Ә бит шул әйберҙәр –унан һуң киләсәк быуындар өсөн ҡалыр музей ҡомартҡылары...

...Һәр халыҡ үҙ милләтенең йөҙөн, намыҫын, көсөн, рухын билдәләрҙәй талантлы шәхестәре менән көслө. Халыҡтың бәҫе, юғарылығы, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүе шуның менән билдәләнә. Улай ғына ла түгел, Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөндә йәшәһәң дә, милләттең данын арттырған бөйөк шәхестәр исеме үҙҙәре нән алда йөрөй.

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.

Чехия.

Автор:
Читайте нас: