+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
25 Апрель 2022, 11:09

Сихыр көсө һәм уның эҙемтәләре

Әҙәм балаһы һәр заманда ла тылсым ҡөҙрәтенә ышанған. Мөғжизәүи көс ярҙамында оҡшатҡан кешеһен ғашиҡ иттереү, күҙҙәренә ҡаратып тотоу хаҡында хыялланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-аттар ҙа осрай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Хоҙай тарафынан бирелгән ысын мө­хәббәт күңелде үҫтерә, яҡты тойғолар менән һуғара, бөйөк эштәргә, асыштарға әйҙәй, ә көсләп тағылған һөйөүҙең ни ҡиммәте бар икән?

Сихыр көсө һәм уның эҙемтәләре
Сихыр көсө һәм уның эҙемтәләре

Донъя йөҙөндә арбауҙың йөҙ­ләгән төрө барлығы билдәле. Иң таралғандары: енси теләк уятып бәйләү һәм мөхәббәт хисен тағыу аша. Тәүге осраҡта ылыҡтырыу икенсе шекәрә – енси ағзалар тәңгәленә тәьҫир итеү аша башҡарыла. Ә икенсеһендә, дүртенсе шекәрә – йөрәк арбауға алына. Енси ағзаларға тәьҫир итеүгә ҡоролғаны билдәләнгән кешелә заказсыға ҡарата көслө енси ылығыу барлыҡҡа килтерә. Ә йөрәккә йоғонто яһалғаны һағы­ныу, юҡһыныу, өҙгөләнеү тойғоһо уята.
Нисек кенә булмаһын, им-том, боҙом, магия йәки сихыр ярҙамында арбау, ылыҡтырыу, бәйләү кеүек кешенең иркен быуған күренештәр бөтә диндәрҙә лә, ауырыуға, үлемгә дусар итеү кеүек, иң ауыр гө­наһҡа тиңләштерелә. Ҡайһы бе­рәүҙәр, «аҡ» һәм «ҡара» арбау була, тип фаразлай. Йәнәһе, «ағы» изге ғәмәлде тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, мәҫәлән, яңғыҙ йәндәрҙе осраштыра. Әммә был ҙур яңылышыу – хатта яҡшы ниәт менән кешенең төпкө аңына, хис-тойғо донъяһына тәьҫир итеү киләсәген үҙгәртеү, емереү ҡурҡынысы менән янай.
Кеше үҙе ғашиҡ булғанмы әллә им-том йоғонтоһона бирелгәнме? Йыш ҡына быны билдәләү еңел түгел. Йөрәк түрендә яралған хистәрҙең ысын мөхәббәтме әллә сихырмы икәнен асыҡлар өсөн тәүҙә арбауға хас билдәләрҙе һанап үтәйек. Тормош иптәшегеҙҙең йәки осрашып йөрөгән йәрегеҙҙең ҡыланыштары ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Әгәр унда ошо үҙгәрештәрҙе күрһәгеҙ, тимәк, ысынлап та, уйланырға урын бар:
– енси ҡылыҡтары, үҙен тотошо ҡапыл үҙгәрә;
– туғандарына, яратҡан һәм яҡын кешеләренә яйлап һыуына, ҡайҙалыр, кемгәлер тартыла;
– күҙҙәрендә – мәғәнәһеҙлек, үҙен сәйер тота;
– сирләй, енси йәһәттән көсһөҙ­лөк кисерә;
– тормошонан кинәт кенә ҡәнә­ғәтһеҙлек тыуа (нимә өсөн йәшәйем, ниндәй мөһим эш ҡыйраттым һуң, ғөмүмән, тормошомда яҡшылыҡтар булдымы, тигән шикләнеүҙәр, хафалар йөрәгенә тынғылыҡ бирмәй);
– берәүгә Аллаға йәки Алиһәгә кеүек табына, уға тамсы ла тәнҡит менән ҡарай алмай;
– ҡапыл үҙенә ҡарата баһаһы кә­мей, йәшәү ҡиммәте юғала.

Арбау тәьҫиренең ғәмәлгә ашыу баҫҡыстары:
Ғашиҡ кешенең күҙҙәре томалана, тибеҙ. Эйе. Әммә ысын мөхәббәт бә­хет тойғоһо бүләк итә, күңел балҡы­шын киңәйтә, үҫешкә юлдар аса. Ә көсләп тағылған һөйөү яҙмышты ағыулай, үҫеште киҫә. Әгәр им-том йоғонтоһона хас торошто күңелебеҙ аша үткәреп ҡараһаҡ, ул ошолайыраҡ үҫеш ала:
ул кеше менән танышһығыҙ, әммә ул һеҙҙе, бигерәк тә етди мөнәсә­бәттәр ҡороу йәһәтенән, ҡыҙыҡһындырмай.
Һеҙ уның яғымлы иғтибарын, ҡы­ҙыҡһыныулы ҡарашын тояһығыҙ. Яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, әхи­рәттәрегеҙгә ҡарата көнләшеүе күҙгә салына. Улар уға ҡамасаулай кеүек. Тәүҙә быға әллә ни әһәмиәт бирмәй­һегеҙ.
Беренсе баҫҡыс (үҙ донъяғыҙҙан ваз кисеү): уйламағанда ғына ул кеше һеҙгә оҡшай башлай. Ошоғаса башығыҙға ла инмәгән һәм кәртәләр тыуҙырмаған аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында яҡындарығыҙ менән бә­хәскә инәһегеҙ. Талаш, үпкәләүҙәр, ҡапма-ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән арағыҙ боҙола. Һеҙ уларҙан ситләшәһегеҙ.
Икенсе баҫҡыс (шул кешенең донъяһын үҙ итеү): љәрҙәштәрегеҙҙе уның мөхитендәге кешеләр алмаштыра. Һеҙ, магнит кеүек, «һөйгәнегеҙ­гә» тартылаһығыҙ һәм уныңса ғына йәшәргә ынтылаһығыҙ.
Өсөнсө баҫҡыс (арбау дуғаһы): уның ихтыярына хуш килгән уйҙары­ғыҙ, ғәмәлдәрегеҙ артынан яҡшы ваҡи­ғалар үрелә (перәник), ә уға оҡ­шамағандары артынан күңелһеҙ, хая­һыҙ ваҡиғалар үҫеш ала (сыбыртҡы).
Дүртенсе баҫҡыс (арбау бығауы): яҡындарығыҙҙың яңы мөхәббәтегеҙгә ҡағылышлы кескәй генә тәнҡитенә асыуығыҙ ҡабара, тиҙ генә рәнйейһе­геҙ һәм ҡарғыш менән янай башлай­һы­ғыҙ. Һеҙҙең өсөн донъяла унан да ҡәҙерле һәм мөһим кеше юҡ. Килә­сәккә бағлаған бөтә маҡсаттарығыҙ, шө­ғөлдәрегеҙ, уй-фекерҙәрегеҙ яй­лап үҙ мәғәнәһен юғалта бара. Һеҙ уның уйынсығына, хыялдарын ғәмәл­гә ашырыусы тере ҡурсаҡҡа, ҡолға әйләнә­һегеҙ.

Нимәгә кәрәк ул арбау?
Нисек кенә үкенесле булмаһын, бөгөн, юғары тиҙлек һәм алдынғы технологиялар заманында, мөхәббәт кеүек изге тойғоно ла үҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иттерергә теләүселәрҙең төрлө сихырсы, имсе, бағымсы, күрә­ҙәсе ярҙамына мөрәжәғәт итеүе хафа уята. Йыш ҡына ошо уйланылмаған аҙымдар, хаяһыҙ күренештәр артында күңел һәм тән сәләмәтлеген юғалтҡан бәхетһеҙ йәндәр, ғазапҡа тарыған һәм емерелгән яҙмыштар йәшерен­гән. Беҙ уларҙы белмәйбеҙ генә. Им-том аша ғашиҡ иттереүҙең ниндәй үкенесле эҙемтәләргә килтереүен күптәр аңлап етмәй, буғай.

Кемдәр ундай яҙыҡ аҙымға бара һуң?
Арбауҙың үҙенсәлеген өйрәнгән белгестәр ундай әҙәмде яҡынса ошондай итеп ҡылыҡһырлай: ҡыйыу­һыҙ, аҫтыртын, йомоҡ, бер көн менән генә йәшәгән, бәхетһеҙ зат. Үҙ бәхетһеҙлегендә ул кемде булһа ла ғәйепләргә әҙер, бары тик үҙен түгел. Ул үҙен нин­дәйҙер донъя мәрхәмәт­легенән мәхрүм ҡалған һәм һәр кем уға ниҙер тейеш һымаҡ тоя. Ғәҙәттә, күңел торошон көйләй һәм тормошон мәтди йәһәттән хәстәрләй алма­ған ир-аттар йәки ҡа­тын-ҡыҙҙар арбау көсөнә мөрәжәғәт итә. Улар туҡ­тауһыҙ энергиялар менән туҡланыуға мохтаж: матди, хис-тойғо һәм аң-белем донъяһын байытыу өсөн.
Арбау, әүрәтеү, йәғни, кеше аңын тулыһынса ҡоршап алыу өсөн сихыр­сылар йыш ҡына ҡара көстәргә мөрә­жәғәт итә. Был эш билдәләнгән кешегә шайтан эйәләштерелеү ярҙа­мында башҡарыла. Мәҫәлән, осраш­ҡан егете­геҙ йәки ғүмер буйы бергә йәшәгән ирегеҙ аҡса эшләү оҫталығы, таҫыллы­ғы, күркәмлеге, олпатлығы, бәлки, йәшлеге менән башҡа һылыу заттарҙа ҡыҙыҡһыныу уята, ти. Етмә­һә, әгәр ул үҙе лә ҡатын-ҡыҙ иғтибарына күн­дәм икән, ҡорбан көҫәүсе нескә затҡа етә генә ҡала. Һәм, һис уйламағанда, өлгөлө ир күҙгә күренеп үҙгәрә, ҡотора башлай: ҡатынын этәрә, әрләшеүгә сәбәп эҙләй, яҡындарына ҡәнәғәтһеҙ­лек белдерә, уны сихыр менән ғашиҡ иттергән кешегә ынтыла. Ғаиләһен мыҫҡыл итә, эсә, болара, «ситкә йө­рөй». Уның йән һәм тән сәләмәтлеге ҡаҡшай: түҙге­һеҙ баш ауыртыуы, йо­ҡоһоҙлоҡ, тиҙ үҙгәреүсән кәйеф, енси сирҙәр менән интегә. Ярһыуға, асыу­лыға әйләнә. Арбау көсөнә бирелгән­дәрҙең (орга­низмдан кальций йыуылыу һөҙөмтә­һендә) сәстәре ҡойола, тештәре серей, тырнаҡтары һына. Аяҡ-ҡулдары­ның һыныуы ихтимал. Әгәр ундай кеше янында бәләкәс бала йәшәһә, ул да сиргә бирешә: тын юлдары ауырыуҙары, нефрит менән йонсой. Тән йәрәхәттәренә тарый.
Ҡыҫҡаһы, әүрәтеү тәьҫиренә бирелгән әҙәм көндән-көн үҙ көсөн юғалта. Эсендә ултырған ҡара йән, уның хәлен һурып, бәхетһеҙлеккә дусар итә һәм тиҙерәк донъянан юҡ итеү яғын ҡарай. Сөнки шайтанға ла кеше тәнендә уңайһыҙ. Ундай бәндә­не төшөнкөлөк, үҙенә ҡул һалыу, юл фажиғәһе кеүек афәттәр ҡарауыллап ҡына тора.
Кешенең Йыһан менән бәйләнеше өҙөлә һәм ул төрлө яҡлап уңыш­һыҙлыҡҡа тарый: ғаиләһе, ту­ғандары менән мөнәсәбәте насарая, эштә ҡытыршылыҡтар тыуа. Көсләп тағыл­ған тойғо, аңды томалап, кешегә бөтә ижади ҡеүәтен, иғтибарын туплап эшләүгә ҡамасаулай.
Хоҙай тарафынан бирелгән яҙ­мышҡа ҡара көстәр ярҙамында тәьҫир итеү – ҙур гөнаһ. Алдан билдәләнгән тәҡдирҙән тайпылыу һөҙөмтәһендә кеше ғүмере ҡоршауға, бушлыҡҡа эләгә, яҙмышын билдәлә­гән яҡты юл томалана. Күҙгә күрен­мәгән ептәй һуҙылған һәм йәшәү көсө менән һу­ғарған нәҫел бәйләнештәре өҙөлә. Ошо уҡ хәл арҡаһында сихырлатҡан кешенең дә яҙмышы боҙола – ҡасандыр һоҡланыу уятҡан әҙәмдең, шәхес булараҡ юҡҡа сығыуын, әрһеҙлеген күреп, екһенеүе лә ихтимал. Ә аҙаҡ инде шик-шөбһәгә, ҡайғыға, ауырыуға һабышҡан кешенең бөтөнләй кәрәге ҡалмауы бар. Ғәҙәттә, сихыр урын ал­ған ерҙә мөхәббәттең эҙе лә булмай, тип раҫлай белгестәр. Бер кем дә ярат­ҡан кешеһен ундай һынауға дусар ит­мәйәсәк. Әгәр сихыр ваҡытында туҡтатылмаһа, ике зат енси бәйләнешкә инеп өлгөрһә, емергес көс ике яҡты ла ағыулай һәм фажиғә­гә этәрә. Ә имсегә йәки сихырсыға ҡара эше өсөн Тәҡдир алдында юға­ры хаҡ түләргә тура киләсәк. Сөнки тормошта ҡылын­ған яҡшылыҡ та, яманлыҡ та башлан­ғысына кире әйләнеп ҡайта.

Альбина ШӘҺИТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: