+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
13 Апрель 2022, 10:21

Әсә һөйөүе

Ер йөҙөндә әсәнең балаға мөхәббәте тураһында яҙмалар бихисап. Ә шул һөйөү саманан артһа, әсәне артабан ни көтәсәге хаҡында уҡығанығыҙ бармы икән? Мәҫәлән, яҙыусы, психолог Анатолий Некрасовтың «Әсә һөйөүе» («Материнская любовь») китабын алайыҡ. «Тормош мине башҡаларға рухи ярҙам күрһәтеү өсөн төрлө хәл-ваҡиғаларға, юл сәфәрҙәренә тарытты», – ти ул. Был китабын яҙыу ҡарарына ла юлда, поезда барғанда килә. Хәрби училищела уҡыған «бәләкәсенә» юлланған бер әсә менән тап була яҙыусы.

Әсә һөйөүе
Әсә һөйөүе

– Улығыҙға, моғайын, 22-23 йәш­тер, ә һеҙ уны һаман кесерәйтеү-ир­кәләү һүҙҙәре менән генә атайһығыҙ, – ти ул ғәжәпләнеп.
– Улым ғүмер ахырынаса «минең бәләкәсем» булып ҡаласаҡ. Етмәһә, ғаиләлә лә минең кинйәкәйем ул, – тип яуаплай ҡатын.
– Нисек «минең», «беҙҙең» түгел? Атаһы ҡатнашлығынан тыш тыуыр инеме ни балағыҙ?
– Әлбиттә, ирҙең роле бар. Әммә бөтә ҡатындар ҙа «минең балам» тип һөйләргә ғәҙәтләнгән.
– Бәхеткә ҡаршы, бөтә ҡатындар ҙа түгел…
Яҙыусы-психолог һирәк булһа ла әсәләрҙең «беҙҙең балабыҙ» тип һөй­ләгәнен ишеткеләгән. Уның өсөн ошо ике генә һүҙ – «минең» һәм «беҙҙең» – ир менән ҡатын араһындағы мөнә­сәбәттәр кимәленең асыҡ күрһәткесе. Гүзәл зат ире менән үҙен бер бөтөн тип һанағанда ғына ғаилә ныҡлы, хис­тәр һүрелмәҫ була. Ә үрҙәге миҫалдан күренеүенсә, күпселек ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, үҙен бала менән бер бөтөн итеп тоя. Йыш ҡына сабыйын айырым кеше, шәхес итеп түгел, хатта шәхси милке кеүек ҡабул итә. Шуға ла йәш әсәләр «беҙ ауырып киттек», «беҙ беренсе класҡа барҙыҡ», «сабы­йының» танау аҫтында мыйығы кү­ренһә лә, «беҙ вузға индек» тип һөйләүсән. Был – ҙур хата, саманан тыш булған әсә мөхәббәтенең классик өл­гөһө, ти автор. Әл­биттә, балаға йүнәлеш биреү, ярҙам итеү мөһим. Әммә әсәнең бала үҙ аллылығына урын ҡалдырмай, ураған һайын ҡурсыуы, һораған әйберен алып, һәр ҡуйған талабын үтәүе төрлө хата­ларға, хатта фажиғәләргә илтеүе ихтимал. Китапта автор сабыйҙың, үҫмерҙең, ир ҡорона еткән улдың йәки буй үҫкән ҡыҙҙың ваҡытынан алда донъянан китеү осраҡтарының сәбәптәрен аңлата.
«Береһе, мәҫәлән, әсәнең үҙ тормошондағы иң төп ҡиммәт, йәшәү мәғәнәһе – бала, тип инаныуҙан. Был тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килә», – ти ул. Януарҙың-януары балаһын күп­мелер ваҡыттан үҙ аллы көн күрергә ебәрә, ҡоштоң-ҡошо ла, ҡанаттары нығынһын өсөн, бәпкәһен ояһынан осора. Әсәй ҙә балаһының үҙ аллы булыу юлын быумаҫҡа тейеш, тигән ҡарашта автор. Тормоштағы Ай менән Ҡояш – атай менән әсәй үҙе. Балалар – улар тирәһендәге йон­доҙҙар. Ә әсә, бала тапҡас шуны онотоп, балам – Ҡояш, йәшәү мәғәнәһе, тип уйлай. Кәрәк-кәрәкмәгәндә уны һаҡлай, йәлләй, ҡурсалай. Ғүмер буйы «инә меҫкен» үҙ ҡиммәтен, ҡасандыр яратып һайлаған ирен артҡы планға ҡалдырып, балаһын алға сығара, уның кәйефе, талаптары менән генә йәшәй икән, ғәзизенән яҙа, тип аңлата Анатолий Некрасов. Ошо фе­керҙе иҫбатлау өсөн шундай миҫал килтерә: сағыштырмаса тыныс ғаиләлә бер ир бала үҫә. Атаһы менән әсәһе – юғары белемле йәштәр. Өйҙә атай абруй түгел, сөнки ир ҡаты­нының үҙен хужа итеп тойоуына күнгән. Ә бала әсәйгә баш һалғанда күп нәмәне еңел хәл итеп булырына тиҙ төшөнә. Әсә берҙән-бер улын бәхетле итер өсөн башҡа бала тапмай. Институтта уҡы­ғанда уҡ егет еңел машинала ел­дерә. Бына – һуңғы курс. Ғаилә йү­гәнен үҙ ҡулында тот­ҡан әсә улына кредитҡа тағы ла шәберәк машина – БМВ алып бирә. Егет тыуған көнөндә, ҙур тиҙлек менән барып, фажиғәле һәләк була, уның менән бергә өс дуҫы ла китә… Ҡатын биш йыл кредит түләй, яҙмыштың үҙенә ҡарата мәрхәмәт­һеҙлегенә зарлана, һыҙлана. Ә сәбәбе – әсәнең берҙән-бер улын саманан тыш яратыуында, тәрбиә эшенән ирен ситләште­реүендә. Ба­ланың тышҡы ихтыяждарын уйлап, күңел донъяһын күҙҙән ысҡын­ды­рыуында. Баҡтиһәң, был егет, ата-әсәһенән йәшерен рәүештә, автоуҙыш менән мауыҡҡан. Өйҙә – бер төрлө, иптәштәре араһында бө­төнләй икенсе булған…
Дөрөҫ тәрбиәне атай-әсәй һәр йәһәттән матур шәхси өлгө аша ғына бирергә мөмкин. Әгәр шулай булмаһа, әсәйҙәр хатта үҙҙәре өйҙә булмағанда ла балаларын тәрбиәләүен дауам итә», – тимәҫ ине, моғайын.
Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫ­тан, иң мөһиме – әсәй шуны аңлаһын, ти автор, балаға мөкиббән китеп, янындағы тормош иптәшен онотма­һын, тәрбиә эшенә уны ла ылыҡтыра белһен. Өйҙә мөхәббәтле мөхит булдырғанда ғына бала ауырыу-сыр­хауһыҙ үҫә. Белеүебеҙсә, үҫемлек тә бит ҡояш йылыһы менән һыу етерлек булғанда күкрәп емеш бирә, саманан тыш ҡояш йылыһы һулыта, ҡорота, ә ҡойма ямғыр тамырынан серетә…
Ғаилә ҡорғанда тәмәке, хәмер кеүек хәтәр ағыуҙы үҙ итмәгән ир, йәшәй-йәшәй ҡатын ситләтеүенә түҙә алмайынса, яман ғәҙәткә ылығып китеү ихтималлығын да гүзәл зат онотмаһын ине, тимәксе автор.
Анатолий Некрасовтың «Әсә һө­йөүе» китабында фәһемле фекер­ҙәр күп. Бәғзеләр бәхәсле мәлдәргә лә юлығыр. Ул хаҡта һеҙ китапты уҡып сыҡҡас, фекер алышырбыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА,
филология фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: