+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
1 Апрель 2022, 10:10

«Һин – байрамым минең!»

Римма Амангилдина тигәндә, күңелдә ул тыуҙырған моң донъяһы хасил иткән хис, рух, һағыш айҡашы аша әллә ниндәй сөңгөлдәр аҡтарыла. Тормошто, донъяны үҙе бер байрам кеүек ҡабул итмеш көсәйә. Яҡты кисерештәр, рәхәтлек, еңеллек тояһың уны тыңлағандан һуң. Әбйәлил районы Хәлил ауылында буй еткергән йырсы Өфө сәнғәт училищеһын һәм дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы тигән юғары исемгә, РФ Президенты В.В. Путиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булыуы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ике тиҫтә йылдан артыҡ фиҙакәр хеҙмәте емеше.

«Һин – байрамым минең!»
«Һин – байрамым минең!»

«Урталайға һынды балдағым...»
Йырҙары уның күңелендә билдәһеҙ һағыш, тәрән бер кисереш барлығын тойҙорта. Моңдо күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртерлек итеп бирә белеүме, әллә ысынлап тетрәнеү, кисереш аша яңғырағаны шулай ярһыта микән, тигән һорау тыуа.
«Йырлаған саҡта бер генә образ күҙ алдымда. Йәштән үҙемдең яҙмышымдың тап шулай килеп сығырын һиҙемләүем бар ине. Һәр ваҡыт үҙем булып ҡаласағымды, ошо хыялға ынтылыш менән йәшәйәсәгемде лә белә инем. Композитор Абрар Ғабдрахманов менән шағир Рәми Ғарипов ижад иткән «Таңдағы йыр»ҙа үҙемдең әлеге йәшәп ятҡан халәтемде тоям.
«Эй, изге моң! Кисер, кисер мине,
Мин ғәйепле һинең алдыңда.
Мин баш эйәм һиңә, был донъяла
Шундай тоғро моң бар сағында!»
Тәүге хистәр, тәүге яратыу. Дуҫлашып йөрөгән егете менән ҡорған матур хыялдар. Алты балалы ҙур ғаиләлә буй еткергән ҡыҙыҡай бар яҡлап та әсәһенең терәге булырға ынтыла. Һигеҙенсе класты тамамлағас, колхоз йәйләүендә һыйыр һауып, ҡәҙерлеһенә плащ һатып алып бирә. Римма балалар ярата, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға теләге морнай. Әммә йырға тартымы көслө. Радиоалғыстан ишеткән йырҙың һүҙҙәрен тиҙ генә яҙып, мәктәпкә алып барып өйрәтһенме... Шул донъя үҙенә мөкиббән итә лә ҡуя. Киләсәген һөйгәне менән күҙаллай. Римма – сәнғәт училищеһына, ә егет ауыл хужалығы институтына документтарын тапшыра. Имтихандарҙы ҡыҙ уңышлы бирә, ә дуҫы, кон­курстан үтә алмай, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Аралар өҙөлә, Римма был хәлде бик ауыр кисерә. Әсәһе лә, ҡыҙының һарғайып китеүен күреп, «ауырыйһыңмы әллә ул?» тип борсола. Күңелендәге бер нескә еп шарт өҙөлә. Ә, бәлки, был аңлау ғына, Аллаһы Тәғәләнең етәкләп үҙ һуҡмағына төшөрөүе генә булғандыр? Ғәҙәттә, яҙмышың теш һындырып инә, артыҡ көсәнергә, тырышырға ла кәрәкмәй бит...
Ә Римманың күңелендәге маяҡ тағы ла сағыуыраҡ, тағы ла ымһындырғысыраҡ балҡый. Кеше һыны ла түгел ул, көткән бәхет, яҡты өмөт булып.
Сәнғәт кешеһе, хәҙер инде билдәле актер Ирек Булатовҡа кейәүгә сығыуы, күңелен бөтәйтеп, улдары Илнурҙың донъяға килеүе уны йәшәткән дә, йәшнәткән дә маяҡтар була.
Илнур Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге гимназияла белем алғандан һуң, Өфө яғыулыҡ-энер­гетика колледжын тамамлап, тыуған иле алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан. «Илнурҙы бик яратып ҡына үҫтерҙек. Ирек үҙе лә улыбыҙ өсөн үлеп тора. Төҫкә икебеҙгә лә оҡшаған. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын бәләкәстән сәхнәнән яттан һөйләй торғайны. Атаһының спектаклдәренә йөрөүе сәнғәт донъяһын үҙ иттерҙе. Моңо ла, тауышы ла бар», – тип һалдат улының иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына шатлана Римма. Әсәһенең моңон тыңлап, атаһы уйнаған спектаклдәрҙе йөрәге, зиһене аша үткәреп үҫкән бала тәбиғәтенән килгән һәләте буйынса сәнғәт юлынан китә алған, әлбиттә. Әммә икенсе юлды һайлаған. Хәҙер егет үҙенә юғары белем алыу маҡсатын ҡуйған.

Тыуған нигеҙ, тыуған тупһа
Әле ауылдарҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары гөрләп үтә. Римманың тыуған ауылы Хәлилдә лә был көтөп алынған ваҡиға. Алты баланың кендек ҡаны тамып, уларға ҡанат ҡуйған, атаһы менән әсәһе хәләл көсө менән төҙөгән нигеҙҙең тарҡалыуына юл ҡуймаҫҡа булалар.
«Атай-олатайҙарыбыҙ шунда ғүмер иткән, ысын донъяға күскән атайым менән әсәйем беҙҙән риза булып ятһын, тип тырыштыҡ. Боронғоларҙың «әгәр нигеҙ сит ҡулдарға күсһә, унда тәрбиәләнеп үҫкән кешеләрҙең яҙмыштары тарҡала» тигәнен дә ишеткәс, йортто яңыртырға булдыҡ. Олоғая килә тыуған ер тарта. Элек «атайсалыңдан рух, көс алаһың» тигәндәрен ишеткәнем булды. Баҡтиһәң, уны берәү ҙә һиңә кил­тереп тоттормай. Көс алыр өсөн иң беренсе үҙең көс, һөйөүеңде һалырға тейешһең икән. Былтыр шундай ҡарарға килгәс, рухи күтәренкелек кисерҙек. Туғандар менән бергәләшеп бер маҡсатҡа төйнәлеү күңелде бөтәйтте. Ошоғаса тырым-тырағай һымағыраҡ инек. Урамыбыҙ гөж килде. Өйҙөң ҡыйығын алмаштырҙыҡ, эске һәм тышҡы яҡтан тәртипкә килтерҙек. Быйыл картуф сәстек, баҡсаны ҙурайттыҡ. Ҡышҡыһын Хәлилгә ҡайтып киттем. Ауылда шул хәтлем күңелле. Саф һауа. Өй йылы. Рәхәт», – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша артистка.
Әсәй менән атайҙың яҡты иҫтәлеге өсөн тип башҡарылған изге ғәмәл туғандарҙы татыу­лаштыра, бер-береһен яҡлар өсөн тауҙай ҡалҡырға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Шулай итеп, ата-әсәйҙең яҡты хәтере һаман да ҡөҙрәтле нур һибеп, изге эштәргә дәртләндерә. Магнитогорск ҡалаһына яҡын булғанғамы, күршеләрҙең көнкүреште уңайлы алып барыуы әбйәлилдәргә лә йоғонто яһай. Күпселек йорттарҙа газ, һыу, бәҙрәф эстә. Бөтә уңайлыҡтар бар. Былтыр йәйҙе ауылда үткәрҙем, ниңә себеш алып көтмәнем икән, тип үртәлә Римма.

Йыр йырламай күңел бушамай!
Йырсы, Римма Амангилдинаның инаныуы буйынса, һәйбәт йыр­лайым тип хушланып йөрөргә тейеш түгел. Ул иң тәүге нәүбәттә – тәрбиәсе. Халыҡтың зауығын тәрбиәләй ул. Үткән менән киләсәккә күпер һалыусы. Тамашасы мөхәббәтен яулау өсөн борон-борондан килгән талаптар үтәлергә тейеш. Римма Тәнзилә Үҙәнбаеваны шым ғына иҫе китеп күҙәтеүен хәтерләй. Ул булып атлап йөрөп ҡарай хатта. Флүрә Килдейәрованы башҡорт һандуғасы тип ҡабул итеүҙәрен күреп, уның моңонан арбала. Бөгөнгә тиклем концерт алдынан уны тыңлап, үҙемде көйләп алам, ти. Ғәлиә Солтанова моңона хайран ул. Ком­позитор нисек яҙған, шулай боҙмай йырлауы, ситкә сыҡмауы һоҡландыра уны, ошондай матур сифаттарын үҙенә өлгө итеп ҡуйған. Азамат Тимеровтың оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуы оҡшай, үҫеп килгән йәштәрҙе лә тыңлап бара. Сит ил музыкаһына һикергәнсе, туған телдәге моңдар аша сәнғәткә ылыҡһалар, һәйбәтерәк бит, ти Римма.
Тәбиғи матурлыҡ, һөйкөмлөлөк, эске бер яҡтылыҡ менән балҡыу Римманың сәхнә образы ғына түгел. Тормошта ла ул иҫ киткес тойомлауға эйә. Иҫемдә, әле ул билдәле йырсы булып танылмаған мәлдә бүлмәбеҙгә ике егет килде. Шулай уҡ беҙҙең ҡунағыбыҙ Римма: «Ҡайһыһы һинеке?» – тигән һорауға яуап алғас, «Мин икенсеһен һайлар инем», – тип шаҡ ҡатырҙы. «Ә ниңә?» – тиеүемә, ә ул изгелекле, йылы кеше, тип әйтеп ҡуйыуын аңлар өсөн миңә тотош ғүмер үтергә кәрәк булды. Әлбиттә, йәш саҡ – йүләр саҡ. Ә, ярай, тиеү менән генә сикләнелде. Ситтән, бәлки, яҡшыраҡ та күренгәндер. Әммә Римманың шул һәләтенә әле булһа хайран ҡалам.

Яҡты хыял
Римма яһалмалыҡты яратмай. «Тәбиғәте икенсе икән, ниңә көсләп көлә, ниңә хас булмағанды үҙенеке итеп күрһәтергә ынтыла икән? Ә сәхнәлә, көҙгөләге кеүек, барыһы ла кире сағыла. Нимә уйлап торғаның тамаша залы буйлап тарала. Кеше менән булмайым, уның насарлығын, етешһеҙлеген күрмәйем, шуның менән ныҡ бәхетлемен. Тормошта сәм кәрәк. Уныҡы – бар, минеке – юҡ, тип түгел. «Ә мин кемдән кәм әле ул?» – тигән дәрт. Тырышлыҡ – уңыштың нигеҙе», – ти йырсы.
Бер генә һүҙ етә: Римма тау аҡтарырлыҡ көс тоя. Сәм ҡыҙҙыра уны, дәрт ҡуҙғыта. Ана бит, ауылда йәш кенә ҡыҙҙар ҙа тимер атты ауыҙлыҡлаған. Римма булдыра алмаймы ни шуны? Һөҙөмтәлә йырсы уҡырға тотона. Көҙ автомобилдә йөрөү хоҡуғына ла эйә булыр, иншаллаһ.
...29 сентябрь, үлсәү йондоҙлоғо хакимлыҡ иткән осорҙа, бесән өҫтөндә тыуа ул. Етешеп йөрөгән килене менән улын оҙатҡанда өләсәһе, сабыйҙы ҡабул итер өсөн, ҡайсы-маҙар онотмаҫҡа ҡушып улын алдан иҫкәртә. Сибек кенә, күм-күк булып донъяға килгән Римманы күргәс, Һәмәндән ҡунаҡҡа саҡырылған инәһе әсәһенә, тәрбиәләп ыҙалама, үлер ул, ти. Юҡ, ҡыҙ теремек кенә булып сыға. Ҡап-ҡара муйыл күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап ята, көндән-көн теремекләнә. Балаларҙың документы булмауы иҫенә төшкәс, әсәһе яҡынса яҙҙыра ла ҡайта. Шулай итеп, Римманың тыуған көнө – 1972 йылдың 1 апреле һанала башлай.
Иң оло апайы Гөлйыһан Тимашевола төпләнгән. Ике бер туғаны – Зәки ағаһы һәм Айгөл апайы Магнитогорск ҡалаһында тамыр йәйгән. Сәнғәт донъяһында бейеүсе булараҡ балҡыған Дамира һеңлеһе Стәрлетамаҡта йәшәй. Зәбир ағаһы тыуған йорто нигеҙен тотоп тора. Алты бала – алты яҙмыш. Римманың хыялы, киләсәктәге маҡсаты – уларҙы һәр ҡайһыһын бәхетле итеп күреү, мохтаждарына ярҙам итеп йәшәү.

Асылға ҡайтыу
Римма Амангилдина, башҡорт моңон, башҡорт ҡыҙын танытып, ҡайһы илдәрҙә генә булмай! Ҡырғыҙстан, Германия, Төркиә, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәре, Франция, АҠШ, Куба – үҙенә тиклем булған башҡорт йырсылары хыяллана ла алмаған моңло сәйәхәттәр уның яҙмышына төшкән өлөш. Ҡытай телендә тыуған ер хаҡында башҡарған йырын ҡытайҙар бер концертта аяғүрә баҫып тыңлай, ҡараштары, ым менән республика етәкселегенә йыр-бүләк өсөн рәхмәттәрен белдерә. Бер генә мәл. Ә йырсы өсөн күпме хеҙмәт, күңел, аҡыл, зиһен тырышлығы.
Римма «Ясин» сүрәһен ятлай башлауы тураһында айырыуса тулҡынланып һөйләй. «Уҡыйым да илайым. Әллә ниндәй үпкәләр иҫкә төшөп үкһетә. Әллә ниндәй онотолған ваҡиғалар күҙ алдына килә. Йәштәр даръя булып аға. Ғәфү итәм. Үҙенә күрә таҙарыныу был.
Йәшлеген, алдағы ғүмерен нисек үткәреүгә ҡарамаҫтан, кеше ҡасан да булһа асылына ҡайтырға тейеш. Йөрәген асҡан кешегә ниғмәттәрен дә бирә. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенән ул моң. «Барыһы ла – Хоҙайҙан, Ул – бар!» тип ышанып йәшәргә тейеш кешемен тигән кеше», – тип һанай Римма Амангилдина.
 

"Башҡортостан ҡыҙы", №7_2017  

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: