+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
23 Ғинуар 2022, 11:15

Халҡыма булһын бүләгем

Аллаһ исемдәре менәнБыл ғәмәлде башлайым,Бөйөк рәхмәт һәм шәфҡәткәӨмөтөмдө бағлайым.Мәүлит Ямалетдин.  

Халҡыма булһын бүләгем
Халҡыма булһын бүләгем

Күренекле яҙыусы, Муса Мортазин, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов февралдә 70 йәшлек юби­лейын билдәләй. Быйыл тап ошо айҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабының исем туйы үтәсәк. Ошо ваҡиғалар айҡанлы әҙип менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын әҙерләүгә нисек килдегеҙ?
– Осраҡлы тип әйтһәм, тура килмәҫ, сөнки тормошта һис бер нәмәнең осраҡлы булмағанлығын бөгөнгө фән дә раҫлай. Әгәр ҙә беҙ Аллаһы Тәғәлә тип аталған юғары көстөң барлығын һәм берлеген таныйбыҙ икән, тимәк, был китаптың яҙылыуы Уның ихтыяры икәнен дә танырға тейешбеҙ. 1992 йылда Валерия Порохованың шиғри ауҙар­маһындағы «Коран. Переводы смыслов» китабын уҡып сыҡҡас, был бөйөк Китапты үҙ телебеҙҙә шиғри шәкелдә тәржемә итеп ҡарау теләге уянды. Уға Ҡөрьән Кәримдең, ғөмүмән, дини инаныстың милләтебеҙ һәм уның рухи ихтыяжы өсөн мөһимлеген аңлау ҙа ҡушылғандыр.


– Китапты беҙҙең заман мөғжизәһе тип әйтеү ҙә хилаф түгел. Баҫылып сыҡҡанға тиклем ҡаршы­лыҡтар күп булдымы?
– Төп ҡаршылыҡ уны тәржемә итеү, аңлатмаларын яҙыу түгел, ә донъяға сығарыу булғандыр. Бер нисә йыл төрлө ойошмаларға, предприятие етәкселәренә был хеҙмәтте нәшер итеү өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем, ләкин тейешле һөҙөмтәгә ире­шелмәне. Уларҙы ла аңларға мөм­кин, сөнки китап ябай түгел, ә мосолман­дарҙың төп ҡул­ланмаһы булған Ҡөрьән бит. Күңел төшөн­көлөгөнә бирел­мәйенсә, эшләнем дә эшләнем. Көндәлегемә былай тип теркәп ҡуйғанмын икән: «...Инде уны шәрехтәре һәм аңлатмалары менән бергә донъяға сығарыу яғын уйларға ҡалды. Берәй бағыусы табылһа ине, тип Хоҙайҙың үҙенән һорайым. Ә Ул бер йүнен бирмәй ҡалмаҫ...» Моғайын, ялбарыуҙарым ихлас булғандыр, сөнки баяғы бағыусылар мине үҙҙәре эҙләп тапты. Улар – иҫ киткес изге күңелле, йән-тәндәре менән халҡыбыҙ рухиәте өсөн тырышҡан Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар. Форсаттан файҙа­ланып, уларға шәхсән үҙемдән һәм китапты уҡыусылар исеменән оло рәхмәт белдерге килә. «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабының донъяға пәйҙә булыуы өсөн беҙ тап уларға бурыслы.


– Тәржемә ваҡытында үҙегеҙгә асҡан хәҡиҡәттәр?
– Әҙәм балаһы был фани донъяла инанысһыҙ, ышанысһыҙ йәшәй алмай. Йәшәгән хәлдә лә, уның тормошо һис бер маҡсатһыҙ, өмөтһөҙ рәүештә бушҡа көн үткәреү генә була. Әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ меңәр йылдар буйына таянып ғүмер һөргән ғөрөф-ғәҙәттәрҙән айырылып йәшәгән осорҙа ялған ҡиммәттәргә табыныу барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, диндәй күреп мөкиббән киткән мал-мөлкәт культы, йәғни байлыҡҡа ынтылыу. Ҡөрьәндә уға арналған аяттар бик күп. Мәҫәлән, «Әл-Ғаср» сүрәһендә: «Ысынлап та, кеше йәшәй хәсарәттә, (Донъя малы өсөн ғүмерен әрәм итә)», – тип әйтелә. «Әт-Тәкәҫүр» (Байлыҡ туплауҙа ярышыу) сүрәһе лә ошондай юлдар менән башлана: «Байлыҡ туплау, муллыҡ көҫәү ҡомары – (Тар) ҡәбергә кергәнсе ул ни бары». Был хаҡта «Әл-Хәдид» (Тимер) сүрәһенең 20-се аятында ла иҫкәртелә: «Белегеҙ: ерҙәге тормош – уйын-көлкө, зыяфәт, (Сағыу зиннәткә төрөнөп) ҡыланыу ғына фәҡәт; (Шулай уҡ, ерҙәге тормош) – үҙ-ара маҡтанышыу, Бол һәм бала арттырыуҙа (кемуҙарҙан) ярышыу... Ә фанилыҡтағы тормош – бары тик ығы-зығы, Алдаҡсы мәнфәғәттәр (һәм хыялдар) сығанағы». Ҡасандыр мине 1919 йылда эмиграцияға киткән урыҫ яҙыусыһы Алдановтың (ысын фамилияһы Ландау) бер фекере тетрәткәйне: «На войне не бывает атеистов». Тимәк, әҙәм балаһы үҙенең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалғанда Алланы иҫенә төшөрөүсән (әйткәндәй, был фекер Ҡөрьәндә ҡат-ҡат осрай). Шуның шикелле, милләт булараҡ тарихта ҡалыу-ҡалмауыбыҙ хәл ителгән ошо киҫкен мәлдә, берҙән-бер сара дингә (Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, «Алланан булған епкә») тотоноуыбыҙҙыр. Кемгәлер был иҫкелеккә саҡырыу, артҡа табан аҙым яһау булып күренеүе бар. Ләкин ул артҡа китеү түгел, ә күпмелер ваҡыт аҙашып йөрөгәндән һуң, 2 миллиардҡа яҡын мосолман ҡәүемдәре хәрәкәт иткән тура юлға төшөргә тырышыу ғына.


– Кеше рухи камиллыҡ аша ғына үҙенә бирелгән ғүмерҙең төп бурысын ғәмәлгә ашыра ала, тиелә «Йасин» сүрәһендә. Һеҙҙең өсөн нимә ул рухи камиллыҡ?
– Исламда төп нигеҙҙәрҙең береһе һаналған был фекер һәр сүрәлә тиерлек ҡыҙыл еп булып үтә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, хатта үлем дә рухи камиллыҡҡа табан бер аҙым: гонаһлылар, йәһәннәм утында янып, таҙарына, тәҡүәлеләр, йәннәт ниғмәт­тәрен татып, тағы ла сафлана, паклана төшә. Рухи камиллыҡтың нимә икәнен аңлатыр өсөн бөтә Ҡөрьәнде баштан аҙағынаса һөйләргә кәрәк булыр ине. Был Изге Китапты һәр кем уҡып сығырға, унда һалынған гуманистик идеяларҙы, иҫ киткес тәрән фекерҙәрҙе йөрәге һәм зиһене аша үткәрергә тейештер. Хәтеремдә, «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма»ның нәшер ителеүендә хәл иткес роль уйнаған Ҡадурий Әбдрәхим улы: «Был Китап һәр ғаиләнең өҫтәлендә ятһа ине», – тигән теләк белдергәйне. Рухи камиллыҡ тигәндән, һуңғы йылдарҙа кешелек донъяһын тәрән хафаға һалған экология проблемаларын миҫалға килтерге килә. Ғалимдар фекеренсә, донъя бығаса күрелмәгән һәләкәттәр алдында тора. Бик төптән уйлап ҡарағанда, уның нигеҙендә әҙәм балаһының нәфсе тигән аҙғынға баш була алмауы ята бит. Йәғни быуаттар һуҙымында кешеләр, халыҡтар, илдәр бер-береһе менән үлемесле ярышып сәнәғәт предприятиелары төҙөнө (уның төбөндә әлеге лә баяғы байығыу, килем алыу). Һөҙөмтә аяныслы: уларҙың зарарлы төтөнөнән хасил булған ҡором күп миҡдарҙа атмосфераға ташлана һәм тәбиғәттә урынлаштырылған тигеҙлекте боҙа – һауа торошо үҙгәрә, тирә-яҡ мөхиткә төҙәлмәҫлек зыян килтерелә. Ҡыҫ­ҡаһы, байығыу ҡомарынан күҙе тонған әҙәм балаһы үҙ-үҙен фажиғәгә этәрә. Ирекһеҙҙән, башҡорт ерҙә­рендә мәғдән эҙләү һәм уны эшкәртеү өсөн заводтар төҙөүгә ҡаршы күтәрелгән ихтилалдар иҫкә төшә. Асылда, был көрәш һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡан түгеүҙәр ер-һыуҙың сафлығы, тимәк, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн дә тиңһеҙ алыш булған бит. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелгән тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тә рухи камиллыҡтың бер билгеһе ул.


– «Ән-ниса» («Ҡатындар») сүрәһендә һүҙ хоҡуҡтар тураһында бара. Замана ҡатын-ҡыҙҙары уның менән файҙаланамы?
– Ниндәйҙер хоҡуҡтарға дәғүә итер алдынан әҙәм балаһы тәүҙә үҙ иңенә һалынған бурыстарын үтәргә тейеш. Беҙҙең осраҡта был бурыстар Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылыуҙан һәм дини йолаларҙың эҙмә-эҙлекле үтәлешенән ғибәрәт (бурыс үтәү тураһындағы киҫәтеү Изге Китаптың һәр сүрәһендә тиерлек ҡат-ҡат осрай). Ҡөрьәндә һүҙ алып барылған хоҡуҡтарға бары тик дин талап иткән бурыстарын үтәүселәр генә лайыҡ.


– «Әхмәт әйтеше»ндә сәсәнлек, тапҡырлыҡта ал бирмәй, еңеп сыҡ­тығыҙ, ҡотлайым! Һеҙҙең өсөн ниндәй ул, кем ул хәҙерге заман сәсәне?
– Рәхмәт! Бөгөнгө заман сәсәне, минең күҙаллауымса, боронғо һүҙ оҫталары ижадын биш бармағы һымаҡ белгән, уларҙы күңелендә һаҡлап, килер быуындарға тапшырырға һәр саҡ әҙер булған һәм, шул тради­цияларға таянып, үҙе лә заманға ауаздаш ҡобайырҙар, эпостар һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләре тыуҙырыусы талантлы шәхес.


– «Ҡуңыр буға» хаҡында ла һөй­ләп китегеҙ әле. Һеҙ уны ойоштороп, етәкләүсе, матбуғатта танытыусы.
– Был йәмғиәт ойошмаһы башҡорт әҙәбиәтенә һәләтле бала­ларҙы йәлеп итеү, уларға тәүге аҙымдарында төрлө яҡлап ярҙам­лашыу маҡсатында барлыҡҡа килгәйне. Быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү буйынса хәтһеҙ эштәр атҡарылды, бының өсөн ойошма ағзаларының барыһына ла, шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарына, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәренә, башҡорт теле уҡытыу­сыларына оло рәхмәт әйтке килә. Беҙ улар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер маҡсатты алға ҡуйып эшмәкәрлек итәбеҙ. Киләсәктә эшебеҙ тағы ла емешлерәк булыр, тип өмөтләнәбеҙ.


– Мәүлит ағай, әсәйегеҙ нин­дәйерәк кеше ине?
– Ябай башҡорт ҡатыны ине. Дингә мөкиббән булды (атаһы, йәғни минең олатайым, ғүмер буйы намаҙ уҡыны), хәтере иҫ киткес яҡшы ине. Нотоҡ урынына, тап килтереп кенә, фәһемле мәҡәл йә әйтем ҡулланыр ине. Әҙәби ижад менән ҡыҙыҡ­һыныуым да шуға бәйлелер әле, сөнки халыҡ ижадының был төрө афористик ҡыҫҡалығы, үҙендә рифма, ритм элементтары булыуы менән ылыҡ­тырып тора. Оптимислығы, бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе хайран ҡалдырырлыҡ ине. Туғыҙ балаға ғүмер биргән әсә (береһе сабый саҡта вафат булды), моғайын, туп-тура йәннәткә ингәндер, ни өсөн тигәндә, баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ғына (бер һеңлемдең әйтеүенсә) уның һуңғы һүҙҙәре ошо була: «Йәшел үлән, ҡыҙыл сәскәләр...»


– Һеҙҙе нимә йәшәтә, илһам­ландыра?
– Бер ҡаҙаҡ ғалимы былай тигән: «Мин был хеҙмәтте туған халҡыма һабаҡлы ептәй генә булһа ла файҙам тейһен өсөн яҙҙым». Шуның шикелле, мине лә ғүмер буйы халҡымдың рухиәтенә хеҙмәт итеү йәшәтте, йәшәтә. Йәнә ҡаҙаҡтың бөйөк шағиры Муҡағәленән миҫал килте­рергә була: «Үгәйһенмәй үҙе булып ҡалһын өсөн, йыр-моң кәрәк халыҡҡа, шиғыр кәрәк». Ул әйт­мешләй: «Йырҙан башҡа халҡыма ни бирәмен?..»


– Журнал уҡыусыларға теләк­тәрегеҙ...
– Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, илдең тыныслығын теләйем. Матбуғаттан айырыл­майынса бергә-бергә йәшәргә, һәр кемгә үҙенең ҡулынан килгәнен атҡарып ғүмер кисерергә яҙһын!

Азалия МИРЗАЕВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: