+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
9 Ғинуар 2022, 16:10

Кейәү балдағы

Хикәйә Айлы, йондоҙло күктең яҡты­һынан йылыға тейенгән яҙғы кис. Аргун йылғаһы ғына моңһоу сылтырауы менән ҡайһы берҙә һиллекте телеп ҡуя. Ошондай кистәрҙең береһендә Маржанға күршеһе Майдат инде. Майдат тупһанан үтер-үтмәҫтән ҡарашын кәстрүлгә йүнәлтте. Хужабикә унан ҙур ит киҫәктәре ала ине. Майдат йәнләнде, күҙҙәре янды!

Кейәү балдағы
Кейәү балдағы

Ул арала Маржан, әҙәп һаҡлап, күршеһенең, ғаиләһенең хәлен һорашты, өйөнөң именлеге менән ҡыҙыҡһынды, шунан өҫтәл янына саҡырҙы.
– Минекеләр барыһы ла үҙ йомоштары менән ҡайһыһы ҡайҙа таралышты. Ә үҙем кискелеккә ултырырға ниәтләгәйнем. Хожаның ғаиләһе ҡорбан салды. Итте бар күрше-тирәгә таратты, беҙгә лә бирҙеләр. Шуны бешерҙем. Инеүең һәйбәт булды әле, – тине хужабикә, табын әҙерләп. Ул итте өҫтәлгә тиҙерәк ҡуйырға тырышып ыу-арама килде, алһыуланған танауы тирләп сыҡты.
– Эйе, улар йомарт кешеләр, – тине Майдат, Хожа ғаиләһен күҙ уңында тотоп. – Бындай изгелекте йыш ҡыла. Зат-ырыу менән бүлешергә онотмағас, үҙҙәре лә етеш йәшәй. – Майдат һөйләнә-һөйләнә үҙенә әйҙәп торған өҫтәл артына уңайлап ултырҙы.
Ҡунаҡ оҙаҡ ҡыҫтатманы! Тулы кәүҙәле ҡатындың ашарға ярат­ҡанлығы әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҙур ҡулдары менән, килешәме-юҡмы икәнен уйлап тормай, олораҡ киҫәк­тәрҙе һайланы. Ул ниндәйҙер бер һүҙ ҡыҫтырғанда ғына ашауынан бүленде. Өй хужабикәһе Маржан да ҡунағынан ҡалышманы. Ул, ҡунағына ҡарағанда үҙенә әҙерәк ҡалыр, тип ҡурҡҡандай, айырыуса тырышып ашаны. Һимеҙ ит киҫәген һарымһаҡ тәмләткесенә манып алып, ауыҙына йәтеш кенә оҙатты. Тәмләп сәйнәгәс, йотоп ебәрҙе, унан эйәгенән шишмәләй йүгергән майҙы етеҙ ҡулы менән һөртөп алды. Шунан һуң ғына әле булһа Хожаның йомарт ғаиләһен маҡтауын дауам иткән ҡунағы менән килешеп, һүҙгә ҡушылды.
– Хожа үҙе бик һәйбәт кеше, әммә ҡатыны – тәкәббер һәм һөйкөмһөҙ. Ирҙән айырылған ҡатындар һымаҡ кейенә, ҡартайғанын уйлап та бирмәй. Мин булһам, эт тә әйләнеп ҡарамаҫ ине, ҡатынлыҡҡа алыуҙы әйтеп тә тормайым. Алһалар ҙа тотмаҫтар, быны тиккә ашатыуҙан фәтүә аҙ, тиерҙәр ине. Буй еткергәндә шул тиклем йәмһеҙ ине ул, ә Хожа... Хожа бик сибәр.
– Эйе, ул, ысынлап та, гүзәлдәрҙән булманы! Ә хужабикә булараҡ бик шәп тиҙәр. – Майдат Хожаның ҡатынын яҡларға маташты. – Һин яйын тура килтереп, уларҙың өйө янынан әйлән: ул бер минут та тик тормай, ни ҙә булһа эшләй: һеперә, мал ҡарай... Нимәһен һөйләп тораһың?! Үҙем ундай эштәргә күптән тотонғаным юҡ, ялҡауым килә. Ә ул – һәр саҡ эш өҫтөндә, йәш килен кеүек...
Саҡырылмаған ҡунаҡтың Хожа ҡатынын теше-тырнағы менән яҡларға тырышыуы Маржандың асыуын килтерҙе. Ул үҙ һүҙен бирмәне.
– Тураһын әйткәндә, ул бөтөнләй йүнле хужабикә түгел, кешеләргә эшләгән кеүек булып күренә генә. Ишек алдында тегеләй-былай сабыуҙан ни файҙа? Мине күрмәй ҡалырҙар, тип ҡурҡамы?! Бар ғиллә шунда. Өҫтәүенә, һинең кеүек ҡатындар маҡтай ҙа уны. – Маржан күршеһен ҡырҡа бүлдерҙе. Шуның менән улар Хожа ҡатыны хаҡында һөйләшеүҙе тамамланы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, уға гел эшем эйәһе булып ҡыланыуы еңел түгел. – Быны ике ҡатын бер ауыҙҙан әйтте лә, ризыҡ ейеүҙән бер аҙға туҡталып, рәхәтләнеп көлөштө...
Күршеләр кистәрен йыш осрашып тора, етмәһә, ауылдаштар тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәр быға сәбәп тә була. Шуға күрә мул табынлы өҫтәл артында һөйләшер һүҙ һәр ваҡыт табыла.
Кис әкренләп һил төнгә күсте. Ауыр эш көнөнән арыған ауыл халҡының тыныслығын ҡайҙандыр алыҫтан ишетелгән баҡалар тауышы ғына боҙа. Өйҙәргә шым ғына боҫоп инеп, ул йоҡо маҙаһы бирмәй. Әммә һүҙҙәре береккән ҡатындарға ул тауыш бер ҙә ҡамасауламаны. Киске табында ултырған ҡатындарҙың аулағын серәкәй генә боҙҙо. Көтмәгәндә һөжүм иткән бөжәктең кәрәген биреп, Майдат ҡапыл ниндәйҙер мөһим нәмәне иҫенә төшөргәндәй булды.
– Маржан, иреңдең ҡәрҙәштәре ҡыҙ әйттереүҙән ҡәнәғәтме?..
Бер ай элек иренең һеңлеһе кейәүгә сыҡты. Ҡыҙҙың әсәһе файҙа көҫәгәндәй генә уның кейәүгә сығы­уына ризалыҡ биргәненә иманы камил Маржандың: кейәү – бай ғаиләнән. Маржан үҙе лә яңыраҡ ҡәйнә бул­ғайны, иренең бер туған ҡустыһының ҡатыны бөтә нәмәлә лә уның менән ярыша һымаҡ тойолдо. Быға ла ул бер тамсы ла шикләнмәне.
– Уның ҡыҙына ни теләгәнен мин беләм дә баһа, – тине Маржан ҡәрҙәше хаҡында, – үҙенә ниҙер эләгер тип өмөтләнде. Ә яңы туғандар, бик яҡшы беләм, һаран, нәфселе кешеләр. Аталарын нисек ерләгәндәрен генә иҫкә ал: йыназа табынында хатта еләк-емеш юҡ ине. – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ул ирендәрен бөрөштөрөп, яратмауын, ерәнеүен күрһәтте, теге емеш-еләктәр өҫтәлдә торһа ла, уларҙы ауыҙ итеү теләге тыумаҫ ине.
– Бәй, барыһы ла йыназа табынын туй табыны кеүек ҡорорға ярат­мағанын үҙең беләһең. Беҙҙә ерләгәндә мул табын яһарға ярамай, ундай йола юҡ. – Үҙен бөтөнләй башҡа нәмәләр ҡыҙыҡһындырған күрше ҡаршы төшөп маташты.
– Мин унан әйтмәнем: дөрөҫ, йыназа туй тантанаһына оҡшарға тейеш түгел, – майлы ҡулдарын күлдәк итәгенә һөртөп, ҡыҙып китте Маржан.
– Әҙәмсә йыназа үткәрергә мөмкинлектәре булмаһа, аңлашылыр ине. Бар бит! Шулай булғас, изге ғәмәлдә үҙеңде ниңә ҡыҫырға! Шуға күрә әйтәм дә: улар – үтә ҡарун. Кесе килендәшемә унда бер нәмә лә тәтемәйәсәк, бында уйлап тораһы ла юҡ... Мин бик яҡшы беләм. – Үҙенең хаҡлығына ышанған Маржан дауам итте. – Кейәү биргән балдаҡ ниндәй ине?! Оят! Ундай балдаҡты нисек бүләк итәһең?! Бәс, шулай килеп сыҡҡан икән, ти, уны ниңә күрһәтеп торорға?!
Ҡатын үҙ һүҙҙәренә үҙе сәсәне.
Теләһә кемгә ниндәйҙер ғәйбәт япһарырға оҫта Майдат быны башҡалар эшләһә, түҙмәй торғайны. Хәҙер ҙә Маржандың, үҙен әллә кемгә ҡуйып, ҡәйнешенең ҡатынын хур­лауын оҡшатманы.
Уйлап тормай, ул күңелен күптән өйкәгән һорауҙы хужабикәгә бирҙе:
– Маржан, әйт әле, ул балдаҡ һинең кейәүең бүләк иткән балдаҡҡа оҡшамағайнымы ни? Кейәү беренсе тапҡыр ҡәйнешең өйөнә килгәндә унда мин дә бар инем. Мине лә саҡыр­ғайнылар... Ҡәйнешеңдең ҡатыны өндәште...
«Килеп йөрөмә, тиһәләр ҙә, барып етер инең! Һиңә ғәйбәт йыйырға, һуңынан уны осраған бер кешегә һөйләргә кәрәк», – тип уйланы күршеһенең ҡыҙыҡһыныусан холҡон һәйбәт белгән Маржан.
Һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙы кейәүгә биреү ауырлашты шул. Хәлле ғаилә ҡатындары туй йолаларына кәрәк­мәгән бик күп нәмәләр индерҙе. Әйтәйек, кейәүгә, ғаиләһенә, уның зат-ырыуына ҡағылышлы бар кешегә лә бүләк биреү. Маржан да ул ҡатын­дарҙан ҡалышмаҫҡа, ҡыҙы өсөн мөмкин булғанды ла, булмағанын да эшләргә тырышты.
Үҙ аҡсаһы етмәне, кешеләрҙән бурысҡа алып тороп, ҡыҙына бай ғына бирнә әҙерләне. Ләкин эш ҡыҙын матур итеп кейәүгә биреү теләгендә генә түгел ине. Маржан үҙ мөмкинлектәре, ҡыҙы һәм уның яңы ҡәрҙәштәре менән ҡупырайырға яратты. Тәкәбберлек көслө ине унда. Шуға күрә күршеһенең кейәүе алып килгән балдаҡтың ҡәйнешенең ҡатынына бүләк иткән балдаҡҡа оҡшашлығы тураһындағы һүҙҙәрен оҡшатманы. «Хоҙай һаҡлаһын, иҫәр Майдат был хәбәрҙе кешеләр алдында ысҡындыра күрмәһен!» – тип шөбһәләнде Маржан.
– Юҡ, ҡыҙыҡһың да инде һин, – тип ҡаршы төштө ул. – Уны хәтерләмәйһеңме ни?! Кейәүемдең балдағы бөтөнләй икенсе – ҡыҙыл алтындан ине, ә уларҙыҡы – һарынан! Ә аҫылташының ҡаймаһы? Һин хәтер­ләргә тейешһең! – Ҡатын ярһып һөйләне, һәр һүҙендә ҡулдарын болғап-болғап алды. Хужабикә аҫтын­дағы ултырғыс, уның ауырлығынан һығылып, ауыр ыңғырашты.
– Маржан, балдаҡтың ҡыҙылмы әллә һарымы алтындан булыуында ниндәй айырма?! Уларҙың икеһенең дә хаҡы бер үк икәнлеге күренеп тора ине! Быны теләһә ҡайһы баҙарҙа раҫларҙар ине! Ниндәй айырма! Кейәүеңдең балдағы һинең ҡәрҙәшеңә бүләк ителгән балдаҡ кеүек ине бит, – Майдат тынысланманы.
Маржан ҡыҙҙы! Йөҙө ҡарайҙы, күҙҙәрендә йәшен ялтланы, күҙ алмалары сығып осорҙай булды.
– Ә һин беләһеңме, ҡыҙым буласаҡ ире менән ике йыл осрашып йөрөнө. Улар һөйөшөп өйләнеште. – Маржан ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
Ошо мәлдә ул шкафтағы кәнфит һауытына үрелде. Әммә күршеһенең сәнскеле һорауына асыуы килеп, һауытты урынына ҡуйҙы.
– Мин ҡыҙымды байлыҡ һәм мөлкәт өсөн кейәүгә бирмәнем, кейәүҙең яҡындары уны ҡат-ҡат һоратты, – тине Маржан, ҡупырая төшөп, ғорурлыҡ менән.
– Һин мине аңламаның! Мин һиңә, ҡыҙыңды ул кешеләргә бай булған өсөн бирҙең, тип әйтмәйем! Мин башҡа нәмә тураһында һөйләйем: кейәүеңдең балдағы ҡәйнешеңдең кейәүенеке кеүек ине, – Майдат ныҡышмалы ҡабатланы.
Әгәр Маржанды атһалар, ул әлеге һымаҡ ауыртынмаҫ ине, моғайын: күршеһенең һүҙҙәре яраланы. Кейәүенең балдағы кесе килененең кейәүенеке кеүек ине, имеш… Был ниндәй һүҙ?! Ул ҡыҙының туйына күпме сығым һалды, күпме аҡса тотондо? Ә иренең һеңлеһе ул туйға тотонған аҡсаның яртыһын ғына сығарғандыр әле.
Маржандың маңлай тиреһе йыйырылды, муйынында ҡан тамырҙары бүртеп сыҡты. Күршеһенең һүҙҙәре бысаҡтан да үткерерәк ине!
«Миндә һыйлана, үҙ өйөмдә мине мыҫҡыл итә! Әсе телең өсөн яза бирергә, гонаһтарыңды иҫкә төшөрөргә кәрәк ине! Һинең ниндәй хужабикә, нимәгә торошло икәнеңде белмәй тиһеңме әллә! Иреңдең һинән хатта сәй һорарға ла ҡурҡыуын бөтәһе лә белә! Барыһын да күҙеңә бәреп әйтһәм, күңелем тынысланып ҡалыр ине, исмаһам!» – үҙенә артабан да күршеләш йәшәргә кәрәклеген яҡшы аңлаған Маржан уйҙарын көскә тыйып тотто.
Ике балдаҡ та бер-береһенә оҡшаш ине, тип ныҡышҡан Майдаттың уйында: «Бына һиңә кәрәк булһа! Етмәһә, кесе килендәшемә ниҙер әйтмәксе! Мин һинең ысын йөҙөңдө беләм! Һин аҡса өсөн суҡынырға әҙер! Ирең кис аҡсаһыҙ өйгә ҡайтырға ҡурҡа. Ҡәрҙәштәрендә йөрөй, теләһә ҡайҙа ҡуна!»
Уйҙағы һүҙҙәр әйтелмәне, сәй ҙә элеккесә күп эселмәне, ауылдағы һуңғы ваҡиғаларҙы барлайһы кәрәк ине...
Ниһайәт, йыйынып, күршеһенең ҡунаҡсыл өйөнән сығып киткән Майдат урамда ла балдаҡтарҙың бер төрлө икәнен иҫкәртергә өлгөрҙө...
Ҡатындар ата дошмандай айырылышырға тейеш ине кеүек. Ләкин ике көндән улар сираттағы туйҙа йәнәш ултырып, иң яҡын әхирәттәрҙәй, нимәлер хаҡында ҡыҙыу-ҡыҙыу бышылдаша ине...

Аминат ТАПАЛАЕВА.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

 

Артур Василов һүрәте.

Автор:
Читайте нас: