+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
8 Ғинуар 2022, 14:10

Хыял

Хикәйә   Яраталар Ғалимды тыуған яҡтарында. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә, аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, әллә күпме баҫмалар авторы, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендә Хоҙайҙан һәләт һалынған табип.

Хыял
Хыял

Был юлы айырата ҙурланылар. Ни тиһәң дә, юбилейын – етмешен билдәләйҙәр. Район үҙәгендә шау-шыулы, йыр-моңло кисә, сәскәләр, бүләктәр, банкет, йөҙ төрлө хәтирәләр уятҡан сығыштарҙың барыһы ла күңеленә хуш килде Рамаҙан Нуриман улының. Сәхнә ситендәге ҡәнәфиҙә сумып ҡына тамаша ҡылып ултыра ла алманы, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып йә ҡосоп һөйөп алыу дәрте менән һикереп килде лә торҙо, килде лә торҙо. Банкетта ла бик күп йылы һүҙҙәр булды, күҙҙәргә йәш төйөлдөргәндәре лә, быуылып көлдөргәндәре лә. Иң ахырҙа дәртле ҡурай моңона һәлмәк һелкенеп бейеп, оҙон көйгә ҡушылып йырлап ҡуйҙы. Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны.
— Сәлимгәрәев тыңлай.
— Рамаҙан Нуриманович, бында һеҙгә килгәндәр. 
— Кем килгән? 
Консьерж егет трубканан айырылып килеүсегә шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ла яуабын еткерҙе:
— Кисә һеҙгә йүгән биргән кеше. Ат артынан барайыҡ, ти.
Шул ваҡыт иҫенә төштө: кисә бит уға ат бүләк иттеләр. Ат! Уның бала саҡ хыялын.
— О-о! Әйҙүк-әйҙүк, үтһен.
Әйберҙәрҙе йыйышып машинаға ташыған ярҙамсыһы менән шоферына сығып торорға ҡушып, өй халатын йәһәт кенә салбар-күлдәккә алмаштырып алды, көҙгөгә күҙ һалып сәсен рәтләне. Унан күстәнәс көткән балалай, шатлығын йәшерә алмайынса ишеккә ҡарап ҡалды. Кисәге егет шул. Оҙон буйлы, ҡара һылыу. Ул бит кисә хас уның бәләкәй саҡтарындағы әкиәттәгеләй итеп әйтеп һалды: «Бына һеҙгә йүгән. Өйөргә сығып ҡороғоңдо ҡалтырат, йүгәнеңде шалтырат. Ҡайһы йылҡы боролоп ҡарай – шул һеҙҙеке».
— Э-эй, мине атлы иткән ҡустымы был?! – оло кеше йәшенең ҡулдарын ҡармап ҡыҫты.
— Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе ҡырға алып сығырға килдем, өйөр янына.
— Ниндәй хужалыҡ бүләк итә һуң миңә ат һынлы атты, ҡустым? – һаман егеттең ҡулын ысҡындырмай ҡарт.
— «Тарпан» шәхси хужалығы.
— Һинме уның етәксеһе?
— Юҡ, аға... олатай, мин түгел. Мин етәксенең улы булам, кинйә улы, беҙ дүрт малай унда.
— Ә-ә, бик мәслихәт, улым. Ул нишләп улай атлап ҙурланы икән мине шәхси хужалыҡ, ауырға тура килмәйме һуң үҙегеҙгә?
— Атай шулай хәл итте, мин уның ҡушыуын ғына үтәйем, – егеттең баҫалҡы йылмайыуында әллә ниндәй яҡынлыҡ, йылылыҡ тойолдо.
— Үҙе килмәнеме атайың?
Егет тағы йылмайҙы:
— Юҡ. Ул бындай сараларға йөрөмәй.
Доктор ҡулдарын йәйҙе:
— Ҡайҙа итермен икән мин ул атты?
— Белмәйем, уныһын атай менән уйлашырһығыҙ, минең бурыс һеҙҙе өйөргә алып барыу. Йүгәнде онотмағыҙ!
— Йүгәнде? Эйе лә һуң... – доктор бүләктәр өйөмө араһынан кисәге күн моҡсаға һалып бирелгән йүгәнде эҙләп алды.
Ҡунаҡты оҙатырға тип ашығып килгән хакимиәт етәкселәренә эш айышын аңлатып, егеттең машинаһына инеп тә ултырҙы ҡарт. Тау-таш араһында йөрөүгә ҡулайлаштырылған ҙур тәгәрмәсле авто ҡеүәтле геүләп алға елдерҙе.
«Ат» һүҙе менән дәртләнгән Рамаҙан ысынында бүләген ни эшләтерен дә белмәй әле. Асылда ул ат уға кәрәк тә түгел, әммә егет әйткәнсә, «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен шалтыратып» өйөргә барыу, үҙенә ҡараған атты бүләккә алыу...
— Улым, «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен шалтыратып» тигәнде ҡайҙан беләһең әле һин?
Руль артындағы башын бора биреп яуапланы:
— Атай йүгәнде тап шулай итеп тапшырырға ҡушты.
Муйынын яурын эстәренә тартып уҡ һеңеп ултырған ҡарт ҡаштарын һикертте:
— Хәтә-әр... Бала саҡта әсәй шундай әкиәт һөйләй ҙә, эй, минең, маңҡа малайҙың, шулайтып өйөргә барып ат алғы килә бит. Ҡайҙа инде... атайһыҙ балаға ат...
Ысынында шулай итеп тә ҡарағайны бит ул, атайлы малай­ҙарҙың аттарына элмәнләп, бер һыбай атландырыуҙарына ялланып йөрөп иптәштәренең хужалыҡ эштәренә ярҙамлашып хитлашып йөрөп арығас. Колхоз йылҡыһы ҡышлаған ауыл ситендәге һарайға килде лә, малдарҙың ялан кәртәгә сығарылған сағын көтөп алып, сүс ептән әтмәләнгән йүгәнен ялпылдатты. Ситтәге аттар тертләп ҡасты, әммә баш ҡалҡытып ҡарағаны табылманы. Арыҡ беләге арығансы һелкетте йүгәнен малай, тик кәртә ситенә яҡынлаған ат та, исмаһам, берәй ҡорсаңғы ҡолонсаҡ та булманы. Был тәжрибәһен дуҫы Саматҡа һөйләгәйне, тегеһе уйлана биреп ултырҙы ла хәҡиҡәтте асты:
— Һуң атайың юҡ та инде һинең. Атайһыҙ малайға ат килмәй инде, һин ул малды нисек көтәһең? Атай булһа, ат та була, унан, атайҙарҙың йүгәне лә былай түгел. 
— Ҡалай һуң? – Рамаҙан үҙенең ҡырҡ төйнәүле еп йүгәненә ҡарап алды.
— Атайҙарҙың йүгәне майлы ҡайыштан була. Унан дегет еҫе аңҡып тора. Етмәһә, еҙ тимерҙәр менән биҙәлә. Ошолайтып болғаһаң, ул ысынлап шалтырап тора, белдең?
Был асыштан һуң күңеле төштө Рамаҙандың. Уның бер ваҡытта ла аты булмаясаҡ. Атаһы булмаған кеүек. Шуға әсәһе тағы әлеге әкиәтен һөйләп, әүәлге еренә еткәйне, шып туҡтатты:
— Һөйләмә ҡабат быны!
Ошоғаса кис һайын ныҡы­шып һөйләткән балаһының был ҡарарына аптырап ҡалды әсә.
— Оҡшамаймы?
— Оҡшамай. Икенсене һөйлә... ат булмағанды.
Шул хәлдән ары ат уның күңеленең иң төбөнә йәшеренде. Бер ваҡытта ла тормошҡа ашмай торған хыял, үҫә бара бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаусы бер әкиәт булып.
Сәғәттән ашыу бәүелеп барып, урынға килеп еткәс, ялан кәртәлә яҙғы ҡояшҡа йылынышып, ирәйеп йөрөгән йылҡы көтөүе тәңгәленә туҡтанылар. Сығып баҫыуҙарына яндарына урта буйлы, киң яурынлы ир-уҙаман килде. Түбәһен генә япҡан баш кейеме аҫтынан сикә сәстәренең ағарғаны, эйәк-сикәләрендәге шыртҡа ла аҡ юлаҡ йүгергәнлеге аңғарыла. Сабыр ҡарашлы ир тауыш-тынһыҙ ғына ҡуш услап күреште лә улына эйәк ҡаҡты:
— Йүгән.
Тегенеһе машинаһының артҡы ултырғысына ташлаған моҡсанан йүгәнде сығарҙы. Ир дегет еҫе сығып торған йүгәнде ҡарттың ҡулына тотторҙо. Бына ул ысын йүгән! Киң ҡара ҡайыштан... еҙ төймәләр менән һырланған... күн суҡтар менән биҙәлгән... Рамаҙан был күренештән юғалып ҡалып, сабыйҙарса бер ҡатлы ҡарашын иргә күтәрҙе:
— Ҡустым... ҡалай ҙурланың әле, уйламағанда.
Бығаса бик етди, хатта уҫалыраҡ ҡарағандай тойолған ир йылмая бирҙе лә терһәгенән алға этте:
— Яҡынлағыҙ өйөргә.
Рамаҙан Нуриманович йомшар­ғандай булған аяҡтарында саҡ барып етеп кәртәгә тотондо ла ҡалтыранған ҡулын күтәрә биреп йүгәнен шалтыратты. Шылтырай икән бындай йүгән. Дуҫы Самат юҡты һөйләмәгән. Атайлы булды бит ул – белгәндер.
Ҡапыл шалтыраған тауышҡа өйөрҙәге бер нисә йылҡы башын күтәрҙе. Ә араларынан береһе алаҡанлай биреп торҙо ла... О, мөғжизә: уның яғына ике-өс аҙым яһап ҡуйҙы. Арттағы ирҙәр көлөп үк ебәрҙе:
— Ана, ҡараны!
— Килмәксе әле!
Рамаҙан ғына хайран булып тик торҙо. Телен йотҡандай хәлдә. Уның күңел төбөндә генә йәшәгән, дөрөҫөрәге, хәҙер инде йәшәү мәғәнәһен дә юйған сабый хыялын бөтөнләй ят кешеләр тормошҡа ашырып тора. Бына ғәжәп донъя.
— Оҡшаһа, ошоноһон алығыҙ, – ир йәнәшәһенә килеп баҫты, – йәш бейә.
Ҡарт ҡапылда яуап бирә алманы. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә тулған йәштәрен һөртөргә уңайһыҙланып тора бирҙе. Уның хәлен аңлаған хужа ла ҡамасауламаны:
— Ҡапылда алып китә алмаһағыҙ, йөрөһөн ошонда, – тине лә машинаһы янында булышҡан улы эргәһенә китте.
Бер килке торҙо Рамаҙан аттарға төбәлеп. Үҙенә тәғәйенләнгән йәш бейәне ҡарашы менән иркәләне. Юҡ, алмаясаҡ ул был малҡайҙы, һуғым да итмәйәсәк, ҡулға ла өйрәтмәйәсәк. Йөрөһөн ул ошонда, иректә. Әйҙә, ҡолонлаһын, үрсеһен. Уға хәҙер ҡайҙалыр бер ерҙә аты барлығын, атлы булыуын белеү ҙә етә. Ошо фекергә килгәс, доктор арттағыларға боролдо:
— Рәхмәт, ҡустылар. Ҡанаттарым үҫеп сыҡҡандай булды.
Унан үҙе барып иргә ҡулын һуҙҙы:
— Танышманыҡ та бит, ҡустым. Рамаҙан ағайың булам.
Теге лә ҡулын ҡыҫты:
— Райман.
— Ат һынлы атты йәлләмәнең миңә, Райман ҡусты, бигерәк киң күңелле кеше икәнһең. Ҡайһы ауылдан?
— Тәпәндән.
— Кемдең улы? Атайың кем?
— Атайым... Нәфисәнең улы мин...
Ике ир ҡарашып ҡалды. Бер нисә секунд шулай торҙолар. Олоһо сикһеҙ шаңҡыу кисерҙе, хатта ауыҙы асыла төштө. Йәшерәге тағы ла ҡотҡарҙы уны.
— Ҡайтыуға машина көтә һеҙҙе. Ат буйынса нимә хәл итһәгеҙ ҙә, егеттәр башҡарыр, – тине лә фермаларына ҡарай юлланды.
Ҡарт баҫҡан урынында ҡаҙаҡланған ише тороп ҡалды. Нәфисәнең улы... Нәфисә... Ат хаҡындағы бала саҡ хыялын да бары тик ул ғына белә ине. Нәфисәгә генә һөйләгәйне... ҡасандыр. Унан башҡа бер тере йәнгә лә был хаҡта билдәле түгел. Шаярып һөйләгәйне, уйын итеп. Ул, тимәк, нисә йылдар был тарихты күңелендә йөрөткән, онотмаған. Уның бала аҡылы менән генә уйланған әкиәти хыялын да хәтеренән юймаған... Ә Рамаҙан... уны онотто.
Райманды һоло үлсәгән келәттә барып тапты ҡарт. Тегеһе бер генә һирпелеп ҡарап алды ла эше менән булды. Уның тилбер ҡыланыштарын күҙәтеп ишек яҡтауына һөйәлде Рамаҙан.
— Үлсәйһеңме? – күреп торһа ла һораны.
— Эйе, ҡолонло бейәләрҙе айырым ашатам.
— Ҡолонло бейәләрҙе?.. Әсәйең һөйләнеме... ат тураһында?
Райман үлсәгес һандарына төбәлеп баш ҡаҡты:
— Эйе. Ул – мәрхүмә, беләһегеҙҙер?
— Мәр... мәрхүмә?..
— Йыл булды инде.
Тағы һүҙһеҙ ҡалдылар. Ул арала тоҡтар үлсәнеп бөттө. Уларҙы бер урынға өйгәс, Райман һаман ишек уйымында торған Рамаҙандың яурыны аша тышҡа ҡарап дауам итте:
— Атайһыҙ үҫтем... Атайым үлгән тип белеп... Әсәй, атайыңдың бала саҡ хыялы шулай булған, сүс йүгән тотоп өйөргә барып йөрөгән... ултырып илаған... хыялланған, тип йыш һөйләне бала саҡта. Ә мин шул ваҡыт: «Их, атайым тере булһа, мин ҙурайып күп аттар көтөр ҙә, уны өйөргә алып килеп, теләгән атын һайлатыр инем», – тип ярһып әйтә инем...
Ауыр бирелә ине уға ла был хәбәрҙәр. Уйланып тора бирҙе. Тағы һүҙен ялғаны:
— Мин дә ат яраттым. Атайлы малайҙарға ялланып йөрөп һыбай атланырға өйрәндем. Йылҡы аҫрарға хыялландым. Тәүге ҡолондо әсәй алып бирҙе... шунан үрсеттем. Түшәккә ятҡас... әсәй һеҙгә ат бирергә ҡушты. Йүгән менән үҙе килеп һайлап алһын, тине. Мин... һеҙҙе... бер ваҡытта ла күрмәҫмен тигәйнем башта... Әммә... әсәй ғүмер буйы яратып һөйләп ныҡ һеңдергәнме... Юйылды ул нәфрәт тә... Бына шулай...
Ҡайтты ла ауырып йығылды Рамаҙан. Ҡыҙҙарының ҡотон алды. Ике ҡыҙы ике яҡтан килә һалып етте. «Атай ҙа атай» тип йүгерештеләр. Ни ере ауырығанын белә алманылар. Докторға табип саҡыртмаҡсылар ине – туҡтатты:
— Кәрәкмәй. Ни ерем ауырығанын үҙем генә беләм.
— Әйт һуң беҙгә лә, – ҡыҙҙары ныҡышты.
Атайҙарының хәбәре уларҙы шаҡ ҡатырҙы:
— Йәнем ауырый минең. Намыҫым...
— Ата-аҡ! – оло ҡыҙы ул ятҡан диванға килеп ултырҙы.
— Ниңә, атай? – бәләкәйе лә яҡынлашты.
— Йә-әш саҡта... Медучилище студенты булғанда әле, армияға тиклем... һөйгән ҡыҙым булғайны. Нәфисә тигән...
— Нәфисә? Әсәй мәрхүмә һине ҡайһы саҡта «Нәфисә» тип һаташа, тип әйтә торғайны. Тимәк, ул Нәфисә булған?
Рамаҙан ауыр итеп көрһөндө:
— Булды... Армияға оҙатып ҡалды.
— Шунан, атай? Артабан? – тағы тынып ҡалған икән, аяҡ осонда ултырған ҡыҙы һаҡ ҡына ҡағылып алды.
— Миңә берәүҙән хат килде, Нәфисә һин киткәс тә, икенсе егет тапты, тип. Ә мин үтә көнсөл, ҡыҙыу инем... Шул ҡыҙыулыҡ менән уға бик йәмһеҙ хат яҙып һалдым... кирза итегемдең эҙен баҫып тороп... өс тинлек аҡса һалып.
— Уныһы ни өсөн?
— Алйотлоҡ инде. Беҙҙең заманда һалдаттар көтмәгән ҡыҙҙарына шулай иткән булалар ине, йәнәһе – үс.
— Ә ул?
— Ул өндәшмәне. Унан балаһы тыуғанлығын ишеттем. Был хәбәр бөтөнләй йөрәгемде ярҙы. Хатта атылып үлергә уйлағайным, иптәшем ҡоралымды ҡайырып алып өлгөрҙө. Шунан үҙемә Нәфисәне оноторға һүҙ бирҙем. Армиянан һуң институтҡа индем... әсәйегеҙҙе осраттым, һеҙ тыуҙығыҙ. Барыһы ла һәйбәт, барыһы ла ыңғай булды. Эшләнем, эшләнем... эшләнем... Нәфисәнең төҫөн, исемен яҙмышымдан юйырға тырыштым. Әллә минең хаҡта белһен, ишетһен әле тинемме?..
Тағы онотолоп ҡалған атаһын телгә килтерә ҡыҙҙары:
— Ҡайҙа икән хәҙер ул ҡатын?
— Ул... ҡатынмы? Был донъяла юҡ... юҡ.
— Йәл...
— Булмаһа ла беҙҙең хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы...
— Ниндәй хыялдарҙы?
— Кемдең – «беҙҙең»?
— Минең... улым менән икебеҙҙең... Нәфисәм... әй, минең Нәфисәм...
Атайҙарының юрған осон тешләп һығылып илап ебәргәнен ҡарап, ҡыҙҙар өнһөҙ ҡалды.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: