-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
19 Декабрь 2021, 14:25

Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ

Сергей Михайлович Прокудин-Горский – рус фотографы, химигы (Менделеевтың уҡыусыһы), уйлап табыусы, нәшерсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Император Рус география, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы. Фотография һәм кинематография өлкәһенә ҙур өлөш индергән. Төҫлө фотоһүрәттәрҙе иң беренсе ул етештерә башлаған. 1909 йылда Николай II батшанан Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен фотоларҙа өйрәнеү өсөн махсус күрһәтмә ала. Бының өсөн фотографҡа тимер юлында махсус вагон, һыу буйлап хәрәкәт итер өсөн пароход, йылғаларҙы аша сығырға моторлы кәмә бүленә, Урал тауҙары буйлап йөрөргә Екатеринбургҡа «Форд» автомобиле ҡайтарыла. Сәйәхәтендә уға һәр кем булышлыҡ итергә тейешлеге, бөтә ергә лә ҡаршылыҡһыҙ үтә алыуы хаҡында документ бирелә.

Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ
Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ

Көньяҡ Уралға Прокудин-Горский 1910 йылдың йәйендә килә. Ошо сәфәре ваҡытында фотограф Өфө губернаһы Шайтан-Көҙөй волосы – хәҙерге Салауат ра­йоны – аша үтә.
Тап шул ваҡытта волостың Яхъя ауылында фотолар төшөрә. 58 йәше менән барған Фәрхиназ Борханованы үҙенең өйөнөң күтәрмәһендә тап ошо ваҡытта мәңгеләштерә. Фотограф 1944 йылда Парижда үлеп ҡалһа, Фәрхиназ 91 йәшкә етеп, унан алдараҡ, 1942 йылда, мәрхүмә була. Вариҫтары Прокудин-Горскийҙың фотоархивын АҠШ конгресы китапханаһына һата. Фәрхиназдың яҡты хәтере, ҡаны үҙен һиҙҙертә, балалары уны бер ҡасан да онотмай. Әммә теүәл бер быуат үткәс, тап уның бүләһе Америка китапханаһының сайтында, ошо һүрәттәргә иғтибар итеп, Эхъя тип билдәләнгән фотоларҙың тап Яхъя күренештәре булыуын билдәләп, туғандарына ебәрә: «Ҡарағыҙ әле, XX быуат башындағы беҙҙең ауыл!» Ә Фәрхиназдың Өфөлә йәшәүсе бүләсәре Айгөл Япарова фотолағы күтәрмәлә ултырған ҡатынды күргәс, тертләп китә: «Был бит минең Фәрхиназ ҡәртинәйем!» Ул ғаилә архивында һаҡланған фотолар менән сағыштыра, бына уның һул битендәге миңе, һәр һырына хәтлем тап килә! Бәләкәй сағынан танып белгән, уның әкиәттәрен, бәйеттәрен, эпостарын тыңлап үҫкән ейәнсәрҙәре Сания, Рәйфә әбейҙәренә мөрәжәғәт итә.
«Прокудин-Горский төшөргән фотолағы ҡартинәйемде бер кем менән дә бутап булмай, – тип әйтеп ҡалдырған Фәрхиназдың оло улы Ғәйнетдиндең ҡыҙы Сания Шәрәфетдинова. – Яхъя ауылы халҡына батша власы шикләнеберәк ҡараған, нимә тиһәң дә, Салауат ерҙәре бит инде, шуның өсөн унда кешеләр нимә менән ҡыҙыҡһына, нимә менән йәшәй, шуны белергә фотографты ебәргән», – ти ул видеояҙмала.
Ҡаҙағстан сигендә офицер булып хеҙмәт иткән Сайранға ҡаҙаҡ тарханы Үмәрбикә исемле ҡыҙын ҡалымһыҙ биргән. Уларҙың сабыйҙары тыуғас, Фәрхиназ тип атайҙар. Ҡан ҡушылыу шундай һәләтле, сымыры холоҡло кешене биргән, тип һанай уның бүләсәләре.
Фәрхиназды Мусабай ауылы егете, оҙон булғанға «Текә Шәрәй» тип йөрөткән Борхан улы Шәрәфетдингә кейәүгә оҙатҡандар. Уларҙың Фәсхетдин, Ғәйнетдин, уның игеҙәге Ғилметдин исемле улдары һәм Фәтиха исемле ҡыҙы тыуа. Шәрәфетдин менән Фәрхиназ тимерлек тотҡан. Тимер юлды төҙөгән осорҙа Фәрхиназ ҡырҡ ломды ослап, шуны бер ҡапсыҡ аҡ онға алмаштырып алып ҡайтыр булған. Лом Һамар-Златоуст тимер юлындағы кәстилдәрҙе күтәреп алыу өсөн файҙаланылған. Айбарлы ҡатын тимерлектә саҡта хәлен белергә килгән ҡыҙ-ҡырҡынға тәңкәнән балдаҡ һуғып биреүгә лә оҫта һаналған.
Ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, Йүрүҙән аша йөрөтөп алып ҡайтыр булған, күмәкләшеп йыйған еләктән ҡаҡ ҡойған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын балалар йоҡлап киткәнсе көйләп яттан һөйләгән. Ейәндәре «Аҡбуҙат», «Күсәкбей» эпостарын да бер туҡтамай һамаҡлағанын хәтерләй. Килене Йомабикә ҡәйнәһенә: «Етер инде, күптән йоҡлайҙар», – тиһә, «Кем дә булһа тыңлап яталыр», – тип артабан дауам иткән. Уҫаллығы ла шәп ине, ихласлығы ла бар ине, батырлығы, тәүәккәллеге хаҡында һөйләп тораһы ла түгел, ти ейәнсәр-бүләсәрҙәре уның хаҡында. Һыбай йөрөгән, мылтыҡтан атҡан, һунарға сыҡҡанында табышһыҙ ҡайтмаған сая башҡорт ҡатыны Фәрхиназ кеүектән тыуһа тик батыр ғына тыуыр!
Ғәйнетдин Шәрәфетдин улы Яхъянан айырылып сыҡҡан 24 йортлоҡ Радио ауылына нигеҙ һалыусы һанала. Һәр өйгә радио үткәрә. Хәбәрҙәрҙе, ил, донъя яңылыҡтарын ауылдаштарына үҙе һөйләп еткерер була. Йомабикә исемле һылыуға өйләнеп, уларҙың Әнүәр (1917), Шәүкәт (1919), Камил (1924), Фәйез (1926) исемле улдары һәм Раҡия (1916), Сания (1928) тигән ҡыҙҙары тыуа. Икенсе ҡатыны ла була. Хәҙисәнән Әкрәм (1921) һәм Зәки (1923) исемле улдары донъяға килә. 1936 йылда Ғәйнетдиндең бер туған һеңлеһе Фәтиха үлеп ҡала. Балаларын ситкә ебәрмәҫкә, Ғәндәлип, Таиба, Урияны ул үҙенә алып көтә. Хәҙисә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған уҡымышлы ҡатын була, әммә ғүмере бик иртә өҙөлә. Уның балаларын да айырмай үҫтерәләр. Ғәйнетдин сәнғәтте ярата, бейеүгә оҫта була. Теләһә ниндәй техниканы ла йүнәтеп ҡуя ала. Тәүге «Фордзон-Путиловец» тракторын да ауылға ул алып ҡайта. Лаҡлы, Арыҫлан, Илтәй, Ҡыҙырбаҡ, Әлкә, Радио ауылдарында тирмән һәм электр генераторын ҡора, өйҙәрҙә электр утын ул балҡыта. Ул һалған рельстар тирмәнгә, ағас быстырыу еренә «һә» тигәнсе алып барып еткерә. Ауыр эште ҡул көсө түгел, Ғәйнетдин яһатҡан техника башҡара.
1938 йылда Йомабикә вафат була. Ғәйнетдин Шәмсинурға өйләнә. Уларҙың Юрис, Альберт исемле ике улы, Рауза ҡыҙҙары тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ғәйнетдиндең алты улы яуға китә. Шуларҙың өсәүһе (Шәүкәт, Камил, Ғәндәлип) генә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ике йыл колхоз рәйесе булып эшләгәс, үҙен дә хеҙмәт армияһына алалар.
Шәүкәт Ғәйнетдин улының русса алып барған көндәлегендә: «1927 йылда Шәрәфетдин олатайыбыҙ вафат булды. 75 йәшлек Фәрхиназ ҡәртнәйебеҙ беҙгә ҡалды», – тигән юлдар бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Япарова: «Атайым, Шәүкәт Шәрәфетдинов, әллә хәтеремә нығыраҡ һеңһен тип, гел ғаилә тарихын һөйләне. Мәктәптә тарихтан уҡытты. Ауылда кем нисәнсе йылда тыуған – белер ине. Ул үҫмер сағынан уҡ өй башына менә лә уҡый-яҙа, тип Сания апайым һөйләй торғайны. Хәтере шәп булды. Һаҙый Таҡташты, Ғабдулла Туҡайҙы яттан һөйләне, бөтә йырҙарҙың һүҙҙәрен белде һәм моңло итеп йырлай ине. Фәрхиназ ҡартнәйем һәләтле булмаһа, балалары талантлы булмаҫ ине», – ти. Ҡәртнәһенең Көртбаҫымдағы сабынлығы – «Фәрхиназ соҡоро»н да атаһы үткән-һүткәндә йыш төртөп күрһәтер була.
Быйыл йәй үткән «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтары ҡасандыр беренсе фотограф Прокудин-Горский эҙҙәре буйлап үтергә теләк белдерә. Фәрхиназдың дауамы, ейәнсәрҙәре тип күрһәткәс, улар һорауҙар яуҙырырға, фотоға төшөрөргә тотона. «Башҡортостан ҡыҙы» ҡыҙыҡһына тигәс, Фәрхиназдың ейәнсәре – Усть-Ҡатауҙан Рауза Ғәйнетдин ҡыҙы килеп еткән. Зилә ханым ҡыҙҙары Гүзәл менән Айгөлдө, ейәнсәре Айһылыуҙы саҡырған. Бына бит нисә быуынға ҡеүәт биреп, дәрт өҫтәй башҡортомдоң аҫыл бикәһе Фәрхиназдың яҡты рухы!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: