+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
18 Октябрь 2021, 15:29

Янып йәшәлгән йылдар

«Башҡортостан ҡыҙы»на биргән ун йылым – йәшлегемдең иң матур сәхифәһе. Шунда халҡымдың данлыҡлы ҡыҙҙары Зәйнәб Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева, Факиһа Туғыҙбаева, Әнисә Таһировалар менән танышып, дуҫлашып киттем. Ете йыл профсоюздың редакция бүлексәһе рәйесе лә булдым, ойоштороу эше лә оҡшай ине», – ти баҫмабыҙҙың тәүге биҙәлеш мөхәррире Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшина, журнал сыға башлаған мәлдәрҙе хәтерләп.

Янып йәшәлгән йылдар
Янып йәшәлгән йылдар

Бынан ярты быуат самаһы элек редакцияла Роза ханым Рәми Ғариповҡа бала сағын һөйләй. «Бәләкәй инем әле, ғаилә­беҙҙе ауылдаштарым ҡунаҡҡа алды. Ҡыҙҙарын минең менән серҙәш итергә уйлағандар икән. Бүләккә матур сынаяҡтар, сәйнүк бирҙеләр, ә беҙ кәзә бәрәсе инселәнек. Боронғо йола буйынса, Игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында яңғыҙ бала тыуһа, уға һыңар һайлап, парлап ҡуйыр булғандар. Иште «Игеҙәк» йә «Буға»лар араһынан ҡарағандар. Шул сәбәпле ауылым әбейҙәре Клараға иптәшкә мине самалаған. Ул саҡта миңә ни эшләп Буға тиеүҙәрен аңламағайным да, тыуған көнөм – апрель аҙағы. Ә Буғалар кемгә лә серҙәш булып, ярашып китә икән. Һеҙ бөгөндән серҙәш, тип үкел (ҡиәмәтлек) апай иттеләр. Тиҙ дуҫлашып киттек, һаман хәбәр­ләшеп торабыҙ», – ти ул.
Был матур тарихҡа шағир күңеле битараф ҡала алмай. «Журналыбыҙҙа ла «Серҙәш» тигән рубрика асайыҡ. Баҫмабыҙ уҡыусылар өсөн серҙәш, таяныс булырға тейеш тәһә. Әйҙә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған нәмәләр хаҡында яҙһын, эс серҙәрен түкһен», – тип дәртләнеп китә ул. Уйламаҫтан тыуған рубрика ғүмерле була. Тираж 120 меңгә еткән саҡтарҙа редакцияға килгән хаттарҙың иҫәбе-һаны булмай. Хеҙмәткәрҙәр һәр береһен теркәп, яуап яҙырға тейеш. Иң күп конверт «Серҙәш»кә төбәлә. «Театрҙа балҡыған Фидан Ғафаровҡа арналғандары айырыуса күп. Ул саҡта әле йәмәғәт ойошмалары юҡ, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлап мөрәжәғәт итер берҙән-бер урыны ла беҙҙең журнал ине. Төрлө хәлдәрҙе яҙалар, ғәҙеллек юллап судтарға йөрөргә лә тура килде. Фәһем булырлыҡтарын журналда ла бирә инек», – тип иҫтә­лектәре менән уртаҡлаша баҫманы тиҫтә йыл халыҡсан һүрәттәре менән биҙәгән ханым.
Балаҡатай районы (хәҙер Мәсетлегә ҡарай) Ҡаранай ауылынан һуғыш ветераны Барый Ғатауллиндың ҡыҙы ул. Күп балалы ғаиләлә хеҙмәттә сынығып үҫкән Роза сибәр ҙә, һәләтле лә була. Райондарына йәш таланттар эҙләп килеп сыҡҡан данлыҡлы ре­жиссер, ул ваҡытта Башҡорт академия драма театры директоры Ғабдулла Ғиләжев уны – оҙон ҡара сәсле, һомғол буйлы, моңло, көслө тауышлы ҡыҙҙы – айырыуса оҡшата, һин актриса булырға тейеш, тип Өфөгә саҡыра. Имтихан тапшырып, сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегендә уҡып йөрөгән ҡыҙ бер көнө яңылы­шып, мольберт артында ултырған студенттар бүлмәһенә барып инә. Бала саҡтан яратҡан шөғөлө иҫенә төшөп, сәмләнеп рәссамдар әҙерләү бүлегенә күсергә була. Унда художество мәктәбен тамамлаған­дарҙы ғына алғандарын белгәс, Зла­тоуст ҡала­һына китә. Балалар баҡсаһына эшкә төшөп, кистәрен һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Дүрт йыллыҡ программаны бер йылда үҙләштерә. Үҙе эшләгән баҡса диуарҙарына әкиәт геройҙарын төшөрөп бөтә. Хеҙмәт­тәштәренең унан айырылғыһы кил­мәй, йылы пальто, ҡыҙыл кизе күлдәк, утыҙ һум аҡса биреп оҙаталар. Билдәле рәссам, скульптор Ғүмәр Мөхәмәтшин класында уҡый ул. Тәбиғәтте матур төшөргән, кешеләр­ҙең йөҙ һыҙаттары аша холоҡтарын оҫта һүрәтләгән ҡыҙҙы уҡыуын Ленинградта дауам итергә өндәйҙәр. Ләкин студент йылдарында уҡ «Ағиҙел» журналын иллюстрациялар менән биҙәп йөрөгән һылыуҙың юлын яҙмыш матбуғат донъяһына бора.
«Әҙәби журнал редакцияһына Фәрит Иҫәнғолов, Әхиәр Хәкимов, Абдулхаҡ Игебаевтар йыйылды. Тиҙҙән «Урал ҡыҙы» тигән журнал сыға башларға тейеш, тип яңы баҫманың киләсәген уйлаштылар. Шунда Кәтибә апай Кинйәбулатова менән таныштыҡ. Ул мине етәкләп «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына алып китте, Рәми ағай менән күрештек, шағирыбыҙ шунда эшләй ине. Уҡыусылары булмайынса нисек таратабыҙ тип, тәүҙә журналға яҙылыу ойошторорға тотондолар. Яйлап коллектив тупланды, баш мөхәррир – Кәтибә апай, Рәми ағай – яуаплы сәркәтип, мин биҙәлеш мөхәррире булып киттек, күп тә үтмәй Фәүзиә апай Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева килде. Миңлегөл апай Хисмәтуллина машинкала баҫыусы булып эшкә төштө. Студент ҡыҙҙар Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамы­шевалар ҙа редакция тормошо менән янып йәшәй башланы. Шулайтып, «Урал ҡыҙы» тип ҡабынған ниәт «Башҡортостан ҡыҙы» булып бойомға ашты. Тәжрибә туплау өсөн мине Ҡазанға, «Азат ҡатын» (хәҙерге «Сөйөмбикә») журналына стажиров­каға ебәрҙеләр. Һуңынан уларҙан эшкә саҡырыу ҙа алдым, барманым. Тираж арттырыу өсөн райондарға йыш йөрөттөләр. Ҡариҙел, Учалы яҡтарына, урмансылар янына барыу­ҙарым айырыуса иҫтә ҡалған. Колхоз, совхоз рәйестәре менән килешеп, журналды күберәк хужалыҡ иҫәбенә яҙҙыра инек. Баҫма тышлығын алдынғы һауынсылар, сөгөлдөрсөләр, эшселәр, яҡшы уҡыған студент ҡыҙҙар биләне. Гел биҙәү эштәре менән генә булашып ултырырға тура килмәне, ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡып сыҡтым.
Рәми ағай менән дуҫ инек. Уның журнал өсөн янып-көйөүе, изге күңелле, ярҙамсыл булыуы хәтергә уйылған. Шағир тәҡдиме менән бер осор баҫмала ноталары менән халыҡ йырҙарын бирә башланыҡ. Тик шунда ла милләтселек ипкене күрҙеләр. Был эш тыйылғас та әле, Рәми ағай ҡултамға ҡуйылған корректура араһына бер нисә тапҡыр боронғо башҡорт йырҙарын индереп ебәрҙе, мин клишеларын эшләнем. Элек бит тимер хәрефтәрҙе теҙеп, ҡурғаштан һүрәт ҡойоп, шуларҙан клише яһай инек. Был эш байтаҡ ваҡыт талап итә, етмәһә, уны берәү башлап икенсе кеше дауам итә алмағанлыҡтан, хатта бала табыу йортонда ятҡанымда ла корректура алып килделәр. Махсус белгестәр һирәк булғас, балаларым тыуғас та ял итмәнем», – ти рәссам.
Юғары сәйәси белем алғандан һуң, тынғыһыҙ ханым үҙен яңы йүнәлештә һынамаҡ булып, Профсоюздарҙың башҡорт өлкә комитетының мәҙәниәт бүлегенә, Союз-ара үҙешмәкәр ижад йортона һынлы сәнғәт буйынса методист булып күсә. Йәш рәссамдарҙың республика кимәлендәге күргәҙмә­ләрен, слеттарын ойоштора. Тәжри­бәле хеҙмәткәргә 1984 йылда карикатуристарҙың «Айыҡлыҡ – йәшәү нормаһы» тип аталған Бөтә Рәсәй күсмә күргәҙмәһен ойошто­роуҙы ышанып тапшыралар. 1984–1988 йылдарҙа Роза апай Ҡырымда үткән халыҡ-ара сараға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләй. Уңышлы сыға, биш йыл рәттән яңыртылып, башҡорт рәссамдарының эше Ли­вадия күргәҙмә залын биләй.
Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналған үҙешмәкәр рәссамдарҙың Бөтә Союз күргәҙмәһен дә әҙерләшә ул. Фронтовик ҡыҙы ла булғас, һәр рәсемдең тарихын өйрәнеп, мәҡә­ләләр, очерктар баҫтыра, рәссам-ветерандар менән осрашыуҙар үткәрә. Рухлы ҡатын 1989–1995 йылдарҙа милли мәҙәниәттәр үҙәгенә ингән «Аҡ тирмә» ойошмаһында директор була, ә ойошма рәйесе вазифаһын ул йылдарҙа Сәфәрғәле Йәнтүрин башҡара.
1995–2001 йылдар арауығында Роза Барый ҡыҙы балалар ижадын күтәргән «Салауат күпере» республика йәмғиәтен етәкләй. Ул осорҙа байтаҡ бәйгеләрҙән республика балалары еңеү алып ҡайта. 1998 йылда Севастополдә үткән «Киләсәк – беҙҙең ҡулда» тигән халыҡ-ара балалар конгресында уҡыусылар етәк­селәре Роза Барый ҡыҙы менән Рәсәй буйынса Гран-при яулай. Шул хөрмәттән фес­тивалде Башҡортостан гимны менән ябалар.
Ҡанатланып эшләй торғас, ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡанын аңғармай ҙа ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әле ун йыл һуҡыр һәм насар күргән балалар тәрбиәләнгән 28-се мәктәп-интернатта уҡыусыларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Донъяның сағыу­лығын күреүҙән мәхрүмдәрҙе лә сәнғәт тылсымы менән тәрбиәләп булыуын эше менән иҫбат итә.
Роза апайҙың ике ҡыҙы, дүрт ейәнсәре бар. Ғәзиздәренең бәхетенә һөйөнөп, хәленән килгәнсә уларға таяныс булып йәшәй. Әйткәндәй, өлкән ейәнсәре – Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев нәҫеленән. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Әйшә лә шиғырҙар яҙа, әле БДУ-ла көнсығыш телдәрен өйрәнә.
Редакциябыҙға журналдың тәүге һаны ла сыҡмаҫ элек килеп эш башлаған, уның данлыҡлы логоти­бының – яулыҡ аҫтынан өлпәйгән сәстәрен елгә елберләткән көләс ҡыҙ һынының авторы, журналдың тәүге биҙәүсе-рәссамы тормошта ла ғүмер буйы Башҡортостан ҡыҙы булып ҡалған, халҡы, милләте мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән.
Роза ханымдың хәтерендә Рәми Ғариповтың тағы бер һүҙе ҡалған. «Журналға илле йәш тулғанда һиңә етмеш буласаҡ. Эх, шуғаса йәшәһәм, һинең хаҡта мәҡәләне, бергә эшләгән йылдар иҫтәлеге итеп үҙем яҙыр инем», – ти ул. Йәл, шағирға был көндәрҙе күрергә насип булмаған, ә васыяты бына онотолмаған.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.

Автор:
Читайте нас: