+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
20 Сентябрь 2021, 15:54

Ҡулъяулыҡ

Шыңғырҙап торған салт аяҙ көндө ҡайтырға сыҡты Урал. Юлы йыраҡ – биш тәүлек буйы поезд вагонында һелкенәсәк. Нишләһен, вагон тәҙрәһе­нә ҡапланып, ялт-йолт килгән тышты күҙәтеүҙән башҡа эш юҡ. Хәйер, килә-килә йәнә бер “эш” тапты: иртән рес­торанда ҡапҡылап сыҡҡан пассажир­ҙарҙан һыра барлығын-юҡлығын белешә. Бар тиһәләр, әлеге вагон-рес­торанға инә лә рәхәтләнеп һыра һемереп ултыра. “Ул тиклем ҡайһы ерегеҙ­гә һыя ул?” – тип аптырай официант­калар. “Минең ашҡаҙан ҙур бит, –тип яуаплай Урал. – Кешенең ул ҡорһа­ғының аҫҡы яғында урынлашҡан, ә минең ашҡаҙан муйындан башлана”.

Ҡулъяулыҡ
Ҡулъяулыҡ

Рәхәтләнеп көлә официанткалар. Урал ҡыҙҙарҙың йәш, һығылмалы тән-кәүҙәләренә, яланғас, тулы балтырҙа­рына ашарҙай булып текәлә, унан йәнә бер нисә шешә һыра һатып ала. “Муйынына” тиклем эскәс, ашыҡмай ғына үҙенең вагонына йүнәлә, шунан кәрт һуҡҡан берәй төркөмгә ҡушыла. Нисек тә үткәрергә кәрәк бит ваҡытты. Әммә, партияны уйнап та бөтмәй, ба­шын күршеһенең яурынына һалып, ҡатҡыл ҡулдары менән уның елкәһе­нә шап та шоп һуға-һуға: “Мине алып барып һалығыҙ”, – тип мөгөрҙәй. “Ҡайҙа илтеп һалырға?” – күршеһе аптырабыраҡ ҡала.
– Үҙенең урынына алып бараћыњ инде, – тип ҡыҫыла өҫтөнә ирҙәр свитеры кейгән, уйынды иғтибарлап күҙәтеп килгән тешһеҙ ҡарсыҡ.
Иртәнсәк уяна ла Урал һикереп тигәндәй тороп ултыра, юлдаштары­ның һәр ҡайһыһын айыҡ аҡыл, ҡы­ҙыҡһыныусан ҡараш менән һөҙөп ҡарап сыға. Шунан һиҙҙермәй генә кеҫәләрен ҡапшап ала. Тумпайып торған аҡсаһы урынында икәненә ышанғас, тәҙрәгә яҡыныраҡ шылып ултыра ла поездың Себер яландары буйлап елеүен күҙәтергә тотона. “Бында ла арпа сәскәндәр, – тип аптырай үҙенсә, – һыра ҡойорғалыр...” Шунан киҫкен хәрәкәт менән кеҫәһе­нән тарағын ала ла, һирәк сәстәрен тарап, йәнә вагон-ресторанға китә.
Поезд уның тыуған яғына яҡынлаған һуңғы кисте Урал вагон-ресторандан бик һуң ҡайтты. Бар халыҡ йоҡлай. Урынына килеп еткәс, туфлийын систе, кєштєһенє ятты, бер кеҫәһен бушатып, аҡсаларын һанай башланы. Хисаплай торғас, ниңәлер ҡапыл тулҡынланып китте, буталды, һиҫкәнеп, ҡарашын күтәрҙе: љаршынан уға, көнсөл күҙҙәре менән ашар­ҙай булып, ирҙәр свитеры кейгән теге ҡарсыҡ ҡарап ята ине. Уралдың асыуы килде – ҡарсыҡҡа бармаҡ янаны. Ҡарсыҡ йәлп итеп юрѓан аҫтына сумды. Өфөлә Урал автобусҡа күсеп ултырҙы һәм төштән һуң тыуған ауылына ҡайтып етте.
Урал ҡайтыу менән Ғәҙелшиндар йорто туған-тыумаса, күрше-күлән менән тулды. Шат хужалар уларҙы байрамса әҙерләнгән оҙон өҫтәл артына теҙеп ултыртты. Урал һуңғы күрешкәндән апаруҡ олоғайған, әммә шат ата-әсәһе янынан урын алды.
– Байтаҡ гиҙҙең инде донъяны, Урал, – тине атаһының бер туған ҡустыһы Баязит, ихтирамлы итеп. – Бына ҡайттың, ағай менән еңгәне шатландырҙың, – уның һирәк һаҡалы һөйләгән ыңғайы һелкенеп-дерелдәп китә. – Биш йыл буйы һине зарығып көттөк. – Баязит Уралдың башы аша ҡайҙалыр ситкә текәлде. Унан берауыҡ өндәшмәй торҙо. Әйтерһең дә, Уралдың ҡасан, нисәнсе йыл һуңғы тапҡыр ҡайтҡанын күңеленән генә иҫәпләне.
– Беләһегеҙ, йыраҡта, Алыҫ Көн­сығышта, хеҙмәт иттем бит, – тине Урал, ағаһының хәбәрҙән туҡтауынан файҙаланып. Унан ҡәнәғәтһеҙлек менән оҙон өҫтәл өҫтөн байҡаны: ауылдарына культура тигән нәмә һа­ман килеп етмәгән икән – һыра ше­шәләре күренмәй. – Ә армиянан һуң шунда уҡ геология-разведка партия­һында эшкә тороп ҡалдым.
– Тәк-тәк, – тип уны ҡеүәтләне Баязит ағаһы, – ниндәй вазифала эшләнең инде унда?
– Проходчик булдым, – тип яуап­ланы Урал эре генә.
– Ниндәй генә һөнәр юҡ был донъяла, ә, – тип аптыраны ағаһы һәм бер бармағы менән танауын ыш­ҡып алды ла икенсе яҡтан һөжүмгә күсте. – Беҙҙең нәҫел һинең менән һәр саҡ ғорурланды, һин ул алыҫ тарафтарҙа ла беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәгәнһеңдер тип уйлайым. Әйт әле, Урал, ул проходчик тигәнең ни менән шөғөлләнә һуң?
– Шурфтар соҡоном. Улар ҡәҙимге скважинаға оҡшаған, тик саҡ ҡына киңерәк ҡаҙыла. Геологтар ошо шурфтар буйынса тоҡомдар ятҡы­лығын таба, – Урал ағаһының туҡ­тауһыҙ һелкенгән һирәк һаҡалына яратмай ҡараны. “Был кәзә тәкәһенә нимә кәрәк икән һуң, йәнде көйҙөрөп юҡ-бар һорашып тик ултыра”, – тип уйланы эстән генә.
– Улай, шурф соҡоғанһың икән... – тине ағаһы, һуҙып, үҙе Уралға яҡыныраҡ шылып ултырҙы. – Берәй төрлө инструмент, механизм менән соҡоғанһыңдыр бит ул шурф тигә­неңде? Әллә көрәк менәнме?
– Төрлөсә инде, күберәк көрәк, кәйлә менән... – тип яуапланы Урал ҡәнәғәтһеҙ генә, ярһып китеүҙән үҙен саҡ тыйып ҡалды.
– Ниндәйҙер инструмент, механизм менән эшләргә йәш малайҙың уҡыған һөнәре бармы ни? Армиянан һуң тура шунда төшкәс... – тип улын яҡлап һүҙ ҡыҫтырҙы атай кеше һәм бәйләнсек Баязитты Уралдан айырыу өсөн иғтибарын ситкә алырға тип ҙур рюмкаға араҡы ҡойҙо. – Эс, тик эскәндән һуң ашарға онотма! Иҫер­мәҫһең, – тауышы ярайһы уҡ ҡәтғи яңғыраны.
Баязит өндәшмәне, ризалыҡ бил­дәһе итеп, башын һелкте лә иткә һо­нолдо, артабанғы әңгәмәне күҙ ҡарашы менән генә күҙәтеп ултыра башланы.
– Тайганы оҡшаттым мин, – тип һөйләне Урал, тауыҡ бото тотҡан ҡулын болғай-болғай. – Шуға йырт­ҡыс ҡылыҡтарын бер йәй эсендә өй­рәндем, тиҙ арала партияла иң оҫта һунарсы булып киттем. Быны бер ҙә арттырмай әйтәм, маҡтана тип уйламағыҙ. Иртүк торам, карабинды алам да урманға китәм. Урмандың да иң төпкөлөнә. Башҡалар йоҡоһонан торғансы иртәнге ашҡа берәй ҡош алып ҡайтам.
– Унда шулай ҡош та бармы? Ниндәй ҡошто? – тип һораны ҡапыл ҡолаҡҡа ҡатыраҡ бер апаһы.
– Күберәк – ҡырағай өйрәк, – тип яуаплай Урал апаһына ҡәнәғәтһеҙ генә, үҙе, “Быныһына нимә ҡалған инде төпсөнөп ултырмаһа, уға бары­бер түгелме икән ни”,– тип уйлай.
– Ҡырағай тиһең инде? – Күр­шеһе өҫтәл артынан ҡалҡынды, Уралдың хәбәренә бер ҙә ышанмаған хәлдә: – Былтыр беҙгә ҡаланан бер һунарсы килгәйне, көнө буйы күл буйында шарт та шорт атып йөрөнө, кисен туп-тулы сумка менән ҡайтты. Һеҙҙең өйрәктәр эре, һимеҙ икән, үҙҙәре һис ҡурҡмай икән, тип аптырай. Сумкаһына ҡарағайныҡ, йорт өйрәктәре. Кхе-кхе-кхе, бына шулай, беҙҙең өйрәктәрҙе атып йөрөгән рәхәт­ләнеп.
Урал йәне көйөп күршеһенә ҡа­раны.
– Бына нәмә, егет. Мин һиңә шу­ны әйтергә теләйем, – тип йәнә хәбәр һүтергә ниәтләгәйне лә күршеһе, Урал уны ҡоро ғына бүлдерҙе:
– Ғәфү итегеҙ, минең ашығыс эш килеп сыҡты, – һәм ҡапыл ғына ҡал­ҡынып ишеккә йүнәлде.
Кире кергәнендә соланда уны әсәһе ҡаршыланы.
– Улым, – тине ул үтенесле тауыш менән, көрһөндө, уңайһыҙланғандай итте, ҡыйыуһыҙ ғына улының киң яурынына ҡағылды. – Һин Миңле­гөлдө күрһәңсе, ул һине һаман көтә бит, үҙенә урын таба алмай. Ҡунаҡҡа ла саҡырғайным әле, ҡайҙа, килә буламы? Ғорур.
– Ярай, инәй, – тине Урал һәм яңынан ихатаға сыҡты.
Таҙа урамдар киске шәфәҡ нурына сумған. Ҡасаба ситендә ҡеүәтле элеватор шәйләнә, арыраҡ, тимер юл аша, “Сельхозтехника”ның ремонт оҫтаханаһы корпустары.
Урал икеләнеп-уйланып ҡапҡа төбөндә бер килке тапанып торҙо ла, ҡапыл ҡуҙғалып, ышаныслы аҙымдар менән клубҡа атланы. Клуб эргә­һендә уны дуҫтары һырып алды.
– Беҙ һиңә барырға уйлағайныҡ та, туғандарығыҙ йыйылғас, килеш­мәҫ, тинек, – тине Гәрәй Уралдың яурынына, арҡаһына һуҡҡылап, – һин маладис, ҡунаҡтарыңдан ҡастыңмы?
Урал иптәштәре менән ихлас күре­шеп сыҡты.
– Мин һеҙҙе бер ҡасан да онот­ҡаным юҡ, тормошомдоң һәр көнөн­дә иҫемдәһегеҙ, – тине ул, салбары кеҫәһендә аҡтарынып. – Хатта шурф аҡтарғанда ла осрашыу, күрешеү ха­ҡында уйлай торғайным.
Ҡаҙына торғас, ул кеҫәһенән унлыҡ сығарҙы ла Гәрәйгә һондо.
– Йүгер, бер литр алып кил, сдачаһына ҡапҡыларға ал. Һыйлайым, егеттәр!
– Ниндәй сдача? – тип аптыраны Гәрәй. – Беҙҙә киске етенән һуң уны артҡы ишектән грузчик Мирзаян һата. Бер шешәһе алты һум.
Урал йөҙөн йыйырҙы, шулай ҙа өс һум, йәнә бер һум, тиндәр сығарып Гәрәйҙең усына һалды.
– Тоҙло ҡыяр ҙа ал, мин рассолын эсәм.
Гәрәй китте, ҡалғандар скверҙаѓы йәшел үләнгә һуйлайҙы. Урал һоҡланып тирә-яғын байҡай, йәш һәм һомғол ағастарға ҡарай, уларҙы һыйпай һәм ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисереп йылмая.
– Пионер саҡта мин дә ошонда ағас ултыртҡайным. Нәҙек кенә, сибек кенә ине. Хәҙер ана ниндәй ҙур булып үҫеп киткәндәр, – ти ул, теҙе­леп ултырған ағастарға һоҡланып.
– Шурф аҡтарҙым, тиһең инде? – тип һорай Гәрәй, магазиндан килеп байтаҡ ултырғас, ҡапыл ғына, һорауында көнләшеү сатҡылары һиҙелеп ҡала. – Ә беҙ бына армиянан ҡайттыҡ та ауылда торҙоҡ та ҡалдыҡ. Мин нефть сығарыуҙа эшләйем, Вәлиәх­мәт – тимер юлында, Тәлғәт – элева­торҙа, слесарь. Юлдаш – мастер.
– Ысынлап та, мастер булып эшләйһеңме? – тип аптырабыраҡ һораны Урал, Юлдашҡа иғтибарлап ҡарап. – Мәктәптә уҡыуың бик шәптән түгел ине ләһә.
– Һинән хөртөрәк тә ине, – тине Юлдаш. – Армиянан һуң ситтән тороп техникумға индем. Етәкселек шуны иҫәптә тотоп мастер иткәндер инде.
– Мине эшкә алаһыңмы?
– Ниңә алмаҫҡа? – тине Юлдаш Уралға. – Һин таҙа, көслө егет, эшләр­ҙәйһең. Әгәр ысынлап урынлашырға уйлаһаң, иртәгә кил, уйлашайыҡ.
– Улайһа, минең начальник булаһың инде? – Уралдың ҡапыл ғына кәйефе боҙолдо, йөҙө үҙгәрҙе. – Йыйылыштарҙа, эшләмәй, тип бармаҡ төртөп күрһәтәсәкһең. Юҡ, оҡшамай миңә һинең ҡул аҫтыңда йөрөү. Ә эш хаҡы күпме һуң?
– Йөҙ илле тирәһе. Премиялар­ҙан тыш.
– Мин проходчик саҡта ла һинең ул йөҙ иллеңдән ике мәртәбә күберәк ала инем, – тине Урал, мәғәнәле генә итеп. – Шулай уҡ премияларҙан тыш, белгең килһә. Йәле, Гәрәй, – тип ҡапыл тауышын дәртле генә күтәрҙе Урал, был хатта ҡысҡырыуға ла оҡ­шап китте һәм пинжәгенең эс яғына тегелгән бәләкәй генә кеҫәһенән егерме бишлекте килтереп сығарҙы ла башы осонда болғаны. – Бына һиңә аҡса, Мирзаяныңа барып тағы бер шешә алып кил.
– Бәй, ҡысҡырмай ғына әйт, мин һиңә малай-шалаймы ни? – тип уйламағанда-көтмәгәндә үпкәләне Гәрәй Уралдың бай­ҙарса был ҡыланышына. – Һинеке ҡәҙәре булмаһа ла, беҙ ҙә аҡса эшләйбеҙ, ашарға-эсергә етә һәр хәлдә.
Егеттәр Гәрәйҙең һүҙҙәрен өн­дәшмәй-ҡыҫылмай ғына тыңланы һәм хәбәр юҫығы үҙгәреүгә ниндәй­ҙер уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Һөҙөмтәлә байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙылар. Беренсе булып Юлдаш ҡалҡынды.
– Иртәгә эшкә, иртә торорға кәрәк, – тине ул, ғәфү үтенгәндәй. – Урал, килерһең, проходнойҙа мине һораһаң, саҡырырҙар.
Уның артынан Тәлғәт, Вәлиәхмәт китте, йәшел үләндән иң һуңғы булып Гәрәй ҡалҡынды. Ул Уралдың ҡулын ҡыҫты ла иптәштәрен ҡыуып етергә ашыҡты. Урал, егерме бишлекте тайгала тегеп алған йәшерен кеҫәһенә кире йәшереп, һиҙәбен ҡаптырҙы, унан ҡасаба осона, элеватор яғына, атланы. Унда, иң ситке өйҙә, Миңле­гөл йәшәй.
– Ниңә улай бик һирәк яҙҙың хаттарыңды? – тип шелтәләне уны Миңлегөл күҙ йәштәре аша. – Отпускыға ла ҡайтманың.
Улар өй артындағы эскәмйәлә, ҡарт алмағас төбөндә ултыра.
– Ҡайта алманым, Миңлегөл, – тип көрһөндө Урал. – Отпускы ла алманым, алған хәлдә лә юлға күпме аҡса кәрәк, алыҫ бит. – Унан, ситкә ҡарап, берауыҡ өндәшмәй торҙо ла ҡыҙҙың биленән ҡосаҡланы. – Уның ҡарауы, таш йорт һалырлыҡ аҡса ме­нән ҡайттым, туйға ла етәсәк.

– Аҡса йыям тип һин ҡәҙерле йәшлегеңдең күпме йылын әрәм иттең, – тине ҡыҙ. – Беҙҙең өй иркен бит. Тәүге мәлдә йәшәр инек әле, үҙебеҙҙекен торараҡ төҙөр инек. Таш та таш тимәгән, ағасы ла ярар ине, – ул ҡыйыуһыҙ ғына Уралға һырыҡты. – Мин һине шундай оҙаҡ көттөм – биш йыл – күңелһеҙ үткән бер ғүмерҙәй булды. Минән көлә лә башланылар инде.
– Кем көлә? Нимә тип көлә? – Урал, асыуланып, ҡыҙҙы үҙенән айырҙы.
– Кем булһа ла барыбер түгелме ни? – тип яуапланы Миңлегөл, нисектер арыған ҡиәфәттә. – Бары­һының да ауыҙын томалап булмай. Ә нимә тип көлгәндәре билдәле...
– Ә мин томалайым! – тине шундуҡ Урал. Иптәштәре менән осрашыуҙан һуң бер аҙ ҡаҡшаған үҙ-үҙенә ышанысы уға кире әйләнеп ҡайтты. – Ысын әйтәм, кем һөйләнеүенә ҡарамаҫтан, томалайым ауыҙын. Еще нисек томалайым.
Ҡыҙ көлдө. Урал уның һүрән көлөүенең сәбәбен аңламаны.
– Һиңә нимә булды? Беҙҙең ауылда һинән дә күңеллерәк, шаталағыраҡ ҡыҙ юҡ ине заманында.
– Арыным мин, Урал. Һине көтөп арыным, ҡайтыуыңа шатланырға ла көс ҡалманы.
– Арыным, имеш, – Урал кәмһенде. – Йырҙарҙа, әкиәттәрҙә егеттәрен ҡыҙҙар ғүмер буйы көтә. Арымай көтә. Ә бында барлығы биш йыл үтте. Һин шул биш йылға ла түҙмәйһең.
– Биш йыл... – тип ҡабатланы ла Миңлегөл, шырпылай тоҡанып китте. – Ә һин яҙҙыңмы, хаттарың менән миңә терәк булдыңмы, күңелемде күрҙеңме, йыуаттыңмы? Онотҡанда бер килгәндәре лә бухгалтер отчеты һымаҡ ине бит: шунса аҡса алдым, шул тиклемен ашап-эстем, һыраға тотондом, күлдәк, ыштан алдым, шунса һумға атай-әсәйгә бүләк ебәрҙем. Ә миңә бер йылы һүҙең булманы, мөхәббәтебеҙ хаҡында ла ләм-мим. Мәктәптә уҡыған саҡта нисек итеп туғай буйлап йөрөгәнебеҙҙе, бер-беребеҙгә ниндәй һүҙҙәр әйткәнебеҙҙе, сығарылыш кисәһендә нисек тансала өйөрөлгәнебеҙҙе һин бер ҡасан да хәтергә алманың. Ошо биш йыл эсендә мин шулар менән йәшәнем. Хаттарымды уҡып, минең һинән нимә көткәнде аңламаныңмы ни? Ҡайҙа булды һуң шат күңелле, ихлас, теремек ул егет? Әллә һине тайгаңда алыштырҙылармы? Әкиәт­тәрҙә, йырҙарҙа ғүмер буйы көтәләр, имеш. – Миңлегөл Уралды үсекләне. – Шуның өсөн әкиәт бит ул. Әгәр һин мине яратһаң, мин дә һине көтөр инем.
Миңлегөл түгелеп илап ебәрҙе. Уралға ҡыйын булып китте – оҙаҡ көтөлгән осрашыу бындай төҫ алыр тип һис уйламағайны.
– Ярар, етер инде, – тине ул, ниһайәт, ни ҡылырға, ни әйтергә, ҡыҙҙы нисек йыуатырға белмәй аптырап торғандан һуң. – Осрашҡас, йүнләп һөйләшергә лә өлгөрмәнек, һин үпкәләргә, иларға тотондоң. Мин бит үҙебеҙҙең ғаилә өсөн, буласаҡ балалар өсөн тырыштым. Мин һиңә әйтеп бөтмәнем, минең аҡса йорт һалырға, туй үткәрергә генә түгел, мебель алырға ла етә. Әгәр һинең, минең ҡарттар әҙерәк ярҙам итһә, машинаға ла етәсәк. Мин бөтәһен дә иҫәпләгәнмен. Бына тигән итеп йәшәп китербеҙ, Миңлегөл.
Ҡыҙ йоҙроҡтары менән йәштәрен һөрттө.
– Ҡулъяулығыңды бир әле, – тип һораны ул.
Урал, ҡабаланып, кеҫәһенә тығылды ла ҡулъяулыҡ килтереп сығарҙы.
– Ә тегеһе ҡайҙа?
– Ниндәй тегеһе? – Урал, аптырап, ҡаштарын йыйырҙы.
– Ниндәй тисе? Мин бүләк иткәне.
– Һин бүләк иткәне? Әллә тағы? Иҫләмәйемсе... – тине егет нисектер ҡурҡып һәм Миңлегөл бүләк иткән ҡулъяулыҡты хәтеренә төшөрөргә тырышты. – Армияға оҙатҡанда вокзалда биргән ҡулъяулыҡты әйтәһең­ме? Матур ине ул, егеттәр көнләшеп бер була торғайны.
– Иҫеңә төштөмө? Ҡайҙа һуң? Сумаҙаныңда ятамы?
– Белмәйемсе... Мин уны юғалттым, шикелле.
Оҙаҡ ауыр тынлыҡтан һуң Урал, үҙенең ғәйебен танып, ҡабаланып һөйләй башланы:
– Миңлегөл, аңла, мин бит сик буйында хеҙмәт иттем. Учениелар, марш-бросоктар, стрельбищела атыуҙар, сик боҙоусылар. Ундай бәләкәй генә нәмә юғалыуы бик ихтимал инде, бер ҙә аптырарға түгел. Хеҙмәт бөтөп, мин геологтарҙа эшләгәндә, мәҫәлән, яҙ көнө, һыу ташҡанда кәмә менән түңкәрелдек. Кейем, инструменттар, аҙыҡ-түлек – барыһы ла һыу төбөнә китте, үҙебеҙ саҡ сығып ҡотолдоҡ. Шуларҙың барыһынан һуң һин минән ниндәйҙер ҡулъяулыҡ талап итәһең. Үлемдән ҡалып, иҫән-һау ҡайтып, алдыңда баҫып тороуым өсөн ҡыуан. Ҡулъяулыҡ, имеш. Йәлме әллә шул бер сепрәк киҫәге? Мин һиңә меңде алып бирә алам...
– Ә һин бит бер ҙә аҡсаңды юғалтмағанһың, – тип ҡаршы төштө Миңлегөл күңелһеҙ генә.
– Аҡсаны мин ҡара тир түгеп йый­ҙым, хатта ҡанлы тир, тиер инем. – Урал туҙынып китеүҙән саҡ тыйылып тора ине. Тауышы ҡырҡыуланды. – Ҡулъяулыҡ тип үсегәһеңме? Шуның өсөн битәрләйһеңме? Тапҡан­һың инде...
Миңлегөл өндәшмәне. Урал уның бәләкәй, ҡайнар кәүҙәһен ҡосаҡларға ниәтләне. Ҡаты ҡулдары ҡыҙҙы үҙенә тартты ла ирендәре дымлы ирендә­ренә ҡаҙалды. Әммә ҡыҙ уны үҙенән ситкә этте.
– Мин һиңә биш йыл буйы килдем, – тип асыуланды Урал, – һинән башҡа бер кем тураһында ла уйламаным.
– Ярар, ярар, – тине, түҙем­һеҙләнеп, Миңлегөл. – Бөгөн мин үҙемде үҙем аңламайым. Ғәфү ит, Урал, иртәгә осрашырбыҙ. Таралған уйҙарымды йыйып алайым да...
Ул инеп китте. Ә Урал эскәмйә янында, ҡараңғы урамға һағышлы ҡарашын текләп, оҙаҡ баҫып торҙо – нисәмә йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтҡанына әллә һаман ышанмай, әллә үкенә ине ул.
Иртәгәһенә Урал ғәҙәте буйынса иртүк торҙо. Атаһы эшкә йыйына. Уның иҫке генә “ЗИЛ”ы ихата тышында тора, кузовтан күрше малай-шалайҙың баштары күренә. Уларға ҡыҙыҡ – уйнайҙар.
Иртәнге сәй мәлендә атаһы, сынаяғына ҡарап, әсәһенә хәбәрен һөйләй, бәләкәй малайға яңы костюм алырға кәрәктер, ололар менән бергә уны ла ҡунаҡҡа саҡыра башланылар бит, ти. Үҙе оҙаҡ итеп ауыҙындағы ризығын сәйнәй, хатта теләр-теләмәҫ кенә сәйнәй кеүек тә тойола, әйтерһең дә, яратмаған эште башҡара. Урттары бер бүртә, бер ауыҙ эсенә өңөлөп инеп китә. Урал күреп тора, һуңғы йылдарҙа атаһы ныҡ бирешкән, һәр хәлдә ул армияға киткәндәге ише түгел, ауыр машинаһында арыуыраҡ пенсияға тартыр өсөн генә эшләп йөрөгән һымаҡ.
– Атай, өйҙә ниндәй эш бар? – тип һораны Урал.
Атаһы көйшәүҙән туҡтаны ла улына күтәрелеп ҡараны.
– Берәй эш эшләргә теләгең бармы әллә? – тип аптырағандай итте. – Эшләһәң, эш бар инде ул, тик ауыр юлдан саҡ ҡына ял ит, кисә генә ҡайттың бит. Өлгөрөрһөң. – Шунан ҡарашы йылына төштө. – Кисә иркенләп һөйләшеп ултырып та булманы. Һин ниндәй проходчик булып эшләнем тинең әле?
Урал ҡәнәғәтһеҙ генә ҡулын һелтәне.
– Геологтарҙа шундай специальность бар – канау проходчигы тип йөрөтәләр. Улар тар ғына тәрән ҡойолар, йәғни соҡорҙар ҡаҙа, шурф тип атала. Мин бына шунда эшләнем. Аңлашыламы, әллә яңынан аңлатайыммы?
– Аңлашыла, – тип башын ҡаҡты атаһы. Уға канау тигән һүҙ оҡшамағанын аңланы Урал. – Ярар-ярар, эштең ояты юҡ, беҙ һиңә бөтә проходчиктар көнләшерлек бына тигән эш табырбыҙ.
Сәй эскәс, Урал ҡустыһы менән утын бысырға сыҡты. Килтерелгән утын күп ине, ике ҡышҡа етерлек. Һарайҙан “кәзә”не һөйрәп сығар­ҙылар ҙа ихата уртаһына ултыртып ҡуйҙылар. Ҡустыһы Арыҫлан туҙы­шып ятҡан бүрәнәләрҙең иң йыуанын еңелсә генә типкеләне лә, устарына төкөрөп, йыуан яғына барып йәбеште. Урал ағастың нәҙек осонан күтәр­ҙе, һәм ағай менән эне, мыш-мыш килеп, эйелә-сайҡала, уны “кәзә”гә килтереп һалды.
– Күҙ атылып сыға икән тип торам, – тине Урал, ауыр тын алып. – Бындай йыуан ағастарҙы нормаль кешеләр кран менән күтәрә.
– Ә минең кендек өҙөлә яҙҙы, – тине Арыҫлан, ағаһының хәбәрен ҡеүәтләр, теләктәшлек белдерер өсөн генә. – Былай этләнгәнсе, йыуандарын ятҡан көйө генә бысырбыҙ.
Урал ҡустыһының киң яурындарына, мускулдары уйнап торған беләктәренә һоҡланып ҡараны. Уны армияға оҙатҡандағы тал сыбығы кеүек шыйыҡ ун өс йәшлек малай ана ниндәй булып киткән. Спорт менән шөғөлләнә, тимәк. Молодец.
Бысҡы һәйбәт бысты, үткер ине, ни тиһәң да атаһы бысҡы үткерләй белә, әммә бер төрлө эш Уралды тиҙ ялҡытты. Кисәге эске лә хәлен алған.
– Давай, ял итәйек, – тине ул ҡустыһына. – Барыһын да бөгөн бысып бөтөргә тимәгән.
Арыҫлан бүкән өҫтөнә ултырҙы.
- Йөрөгән ҡыҙың бармы? – тип һораны Урал.
– Бар, – тине Арыҫлан, ағаһына ҡарамай ғына.
– Былай дуҫлашып ҡына йөрөй­һөгөҙмө?
– Былай ғына түгел. Мин көҙгә армияға китәм. Ул мине көтөргә һүҙ бирҙе, – ҡустыһы өндәшмәй торҙо ла өҫтәп ҡуйҙы. – Миңлегөл апай һине көткән кеүек.
– Миңлегөл ике йыл түгел, күбе­рәк көттө, – Урал кисәге һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө.
– Ауылдағы йәш ҡыҙҙар унан өлгө ала, – тине Арыҫлан. – Биш йыл буйы ул бер кем менән дә йөрөмәне. Бәләкәйерәк саҡта ул мине урамда туҡтата ла, уҡыуың барамы, аға­йыңдан хат киләме, тип һорай, йә прәник, йә кәнфит тоттороп китә торғайны.
– Ә хәҙер?
– Хәҙер юҡ инде, ҙурайҙым бит.
– Да-а, – тип һуҙҙы Урал. Йәнә кисәге һөйләшеү иҫенә төштө. Шунан йәһәт кенә бысҡыға тотонғайны ла, утын бысыу теләге бөттө лә ҡуйҙы. Тимер юл станцияһына барып, шунда темеҫкенеп йөрөгән бер нисә эскесегә яҡшы аҡса вәғәҙә итеп килтереп, ике йөк утынды кискә тиклем быстыртып та ҡуйҙы.
Киске осрашыуға Урал ҡурҡып ҡына барҙы. Бер тәүлек эсендә Миңлегөл тағы ла матурланып киткән кеүек күренде.
– Йә, Миңлегөл, нисегерәк итәбеҙ? Көҙгә туй үткәрергә кәрәк. Уға тиклем мин өй менән булыр инем. Атайым кирбес яҙҙырып алырға вәғәҙә итә.
– Һин мине кисәге өсөн ғәфү ит, – тине Миңлегөл, ҡараштарын Уралдан йәшереп.
Килешле ҡала костюмы уның ыҡ­сым кәүҙәһенә бик килешеп тора ине.
– Һин биш йыл донъя гиҙҙең, өшөнөң, хәүефтәр кисерҙең, асыҡ­тың, ә мин ҡулъяулыҡ менән башың­ды ҡатырҙым, – ул бар кәүҙәһе менән Уралға һыйынды. Урал тынысланды, тәрән көрһөндө лә ҡыҙҙы ҡосағына алды. “Бөтә ҡурҡыуҙарым да үтте, артта ҡалды, – тип уйланы ул, нин­дәйҙер еңеллек, ҡәнәғәтлек кисереп. – Аңланы. Йорт төҙөүҙе иртәгә үк башларға кәрәк”.
– Урал, ул ҡулъяулыҡҡа ниндәй матур һүҙҙәр сиккәйнем, хәтер­ләйһеңме? – тине Миңлегөл шым ғына.
– Ниндәй һүҙҙәр? – Урал тертләп китте. – Ҡулъяулыҡта һүҙҙәр ҙә бар инеме ни?
Ҡыҙҙың кәүҙәһе керештәй тартылды ла егет ҡосағынан ысҡынды.
– Ҡулъяулыҡҡа һүҙҙәр ҙә яҙылғайны! – тип ҡысҡырҙы Миңлегөл, Уралдың йөҙөнә асыулы ҡараштарын ҡаҙап. – Хәтерлә! Шуны ла оноттоңмо?
– Унда бер ниндәй ҙә һүҙ юҡ ине, – тине Урал, унан икеләнә төштө. – Хәйер, туҡта, бер мөйөшөнә нимәлер сигелгәйне шул...
– Иҫлә, иҫлә, барлығы өс һүҙ...
– Иҫләмәйем, билләһи. Күпме ваҡыт үтте бит...
– Һин уларҙы уҡып, эсеңдән генә ҡабатлап йөрөмәнеңме ни? Ҡулъяулыҡты шундуҡ юғалтҡанһыңдыр йә ташлап киткәнһеңдер әле. Биш йыл буйы мин үҙем сиккән һүҙҙәрҙе йырлап йөрөнөм, белгең килһә...
– Ғәжәп, нисек оноттом икән мин ул һүҙҙәрҙе? Мин ул һүҙҙәрҙе бик яҡшы хәтерләйем. Тыңла... – ул тынып ҡалған Миңлегөлдөң яурындарынан тотто, башын саҡ ҡына эйеп, сөм ҡара күҙҙәренә ҡараны ла ҡысҡырып өҫтәп ҡуйҙы: – Мин һине яратам!
– Ебәр, ауырттыраһың.
Ҡасаба урамдары буйлап йөрө­нөләр, оҙаҡ итеп мәктәп тәҙрәләренә ҡарап баҫып торҙолар, киноға ла керҙеләр, ҡайттылар. Кинола булған, урамда осраған үҫмер малай һәм ҡыҙҙар уларға ихтирам, йәшерен көнсөллөк менән ҡараны.
Иртәгәһенә Урал ҡалаға китте. Ул кейем-һалымын йыйып-барлап торманы – әйбер, күстәнәс тейәп ҡайтҡан ҙур сумаҙанын бушатты ла бәләкәй бер сумкаһына иң кәрәк­тәрен генә һалды. Өйҙәгеләр Урал туйға кәрәк-яраҡ алырға баралыр, тип уйланы, шуға ла уны оҙатырға сығыусы булманы.
Бына ул автобуста, ишек янындағы икенсе рәттә, ултыра һәм Миңлегөлдөң һүҙҙәре тураһында уйлай. Ҡыҙ барыбер ҙә уны ныҡ рәнйетте. “Биш йыл тик уны ғына уйлап йәшәнем, ә ул буш ҡыуыҡ булып сыҡты, сибәр буш ҡыуыҡ. Ҡара һин уны, үҙе хаҡында ниндәй ҙур фекерҙә. Йәнәһе, мин уның бүләк иткән ҡулъяулығын тотонғанмын да ташлағанмын. Бөгөнгө заманда сентименталь ауыл ҡулъяулыҡтары кемгә кәрәк ул? Кемгә? Иҫкелек ҡалдығы. Ә ул, ниндәйҙер өс һүҙ яҙылғайны, тип йәнде ҡыя”.
Уйҙары терелтеп ебәрҙе Уралды. Миңлегөл уйлар-уйлар ҙа тәүбәгә килер һәм, артынан ташланып, илай-илай ғәфү үтенер тип өмөтләнде. “Ә шулай ҙа нимә яҙылды икән һуң ул ҡулъяулыҡҡа?” Уралды Миңлегөлгә булған рәнйеү генә борсомай, ҡулъяулыҡҡа нимә яҙылғаны ла ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Бер-береһен аң­ламауҙарының сәбәбе лә ошо өс һүҙ­ҙә бит.
Аҡ ҡулъяулыҡ ситтәренә ҡыҙыл ептәр менән йөрәгенән йырлап сыҡҡан “Беҙҙең мөхәббәт мәңгелек” тигән һүҙҙәрҙе һырыған ун ете йәшлек ҡыҙҙың кәйефен ил гиҙеп йөрөү арҡаһында тупаҫланған хәтере иҫенә төшөртөр хәлдә түгеллеген Урал аңламай ине.

Шамил Хажиәхмәтов.

Артур Василов һүрәте.

Автор:
Читайте нас: