+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
16 Сентябрь 2021, 11:49

Ата йорто

“Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп, ярмаланып ятҡан оҙонса ҡәбер эргәһендә туҡтайбыҙ. Зиһенем бер томалана, бер яҡтыра: мине һауа­ға сөйөр көслө ҡулдар; хикмәтле әкиәт­тәре менән арбар яғымлы тауыш; ик­мәк, ҡыр, үлән еҫе аңҡыған йылы ҡу­йын; яландарҙан килгән суҡ-суҡ еләк-күстәнәстәр; оҙон күкрәксә­гә ятып, тегер-тегер тәгәрәгән тәгәр­мәстәрҙә бәүелә-бәүелә, алдына башымды һал­ған килеш уның Ирәндек тауҙарындай оҙон, юғары, ялан һауа­һылай иркен, наҙлы йырҙарын тыңлап барыуҙар – береһе лә ҡабат булмаясаҡ. Уларҙың бөтәһен дә бына ошо сөм-ҡара тупраҡ баҫҡан. Әсәйем, бер ус дымлы тупраҡ алып, күкрәгемә ба­ҫа – йәнемә ҡәбер һалҡынлығы үткә­реп, ҡайғымды ба­ҫырға, онотто­рорға итә, күрәһең”. Был өҙөктө мин тәүге әҫәрҙәремдең береһе “Туғай тулы бәпембә” исемле хикәйәмдән алдым. Яҙыусының булмышы уның әҫәрҙәре буйлап сәселә-үрелә килә торғандыр. Бала сағыңда, үҫмер йылдарыңда кү­ңелеңде нимә тетрәндер­гән – башта шул шытып сыға бит. Ми­не иһә ғүмерем буйына атайымдың яратыуы һәм уны юғалтыу һағышы оҙатып килә. Әгәр ул мине ныҡ иркә­ләмәгән булһа, был юғалтыу ул ҡәҙәр ауыр ҙа булмаҫ ине, бәлки...

Ата йорто
Ата йорто

Юҡ, беҙ етемлек күреп үҫмәнек. Уныһы хаҡ. Бер кем дә беҙҙе йәберлә­мәне, ҡаҡманы, үгәйһетмәне. Бары тик ауыр эшкә (ауылда, бигерәк тә ул саҡта, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, еңел эш юҡ та ине инде) иртәрәк егелдек. Венера апайым, курс бөтөрөп, II Этҡол ауылына, йәғни урман башҡорттары яғына, иген келәттәренә лаборантка булып китте; ун биш йәшлек Фирҙәүес апайым фермаға быҙау ҡарау эшенә тотондо; ғаиләлә берҙән-бер ир бала – Илдар ағайым – Түбә урта мәктә­бендә VIII класта уҡый башлаған ере­нән кире ҡайтты, һөтсөлөк фермаһы­на ун өс йәштән эшкә төштө. Кейәүгә сыға, китә тор­ған апайҙарҙан тороп ҡал­ған “вазифалар” миңә ҡала тор­ҙо; дүртенсене бөткән йәйҙә ағайымды хеҙмәткә алдылар (ул дүрт йыл хеҙмәт итте) – уның йөгө лә башкөллө миңә күсте. Хәтеремдә, шул йәйҙе, һигеҙле салғы күтәреп, сабынлығы­быҙға инәү һалырға киттем. Инәү ге­нә һалам тигән­се, кеше булмағас, бө­тә сабынлыҡты бер үҙемә “һы­пырып һалырға” тура килде. Мал ҡа­рау, утын әҙерләү, бысыу, ярыу – бөтә­һе лә минең өҫтә булды. Хәҙер үҙемә ҡайһы саҡ: “Әгәр ете йәшем тулыр-тулмаҫ­тан атайҙы юғалтмаған булһам, яҙмышым ни төр­лөрәк булыр ине икән?” – тигән һо­рауҙы бирәм. Юрауы ҡы­йын. Ә бына үҙемдән олораҡ ғаилә ағзаларының яҙмышы, моғайын, икенсе төр­лөрәк булыр ине ул. Бигерәк тә аға­йымды­ҡы: ундағы хәтер, зирәк­лек менән әл­лә ниндәй уҡыу йорттарына ингән булыр ине ул. Сибәр­ҙәрҙән-си­бәр Фирҙәүес апайым яҙмышына ла атай­ҙың булмауы үҙ эҙемтә­ләрен һалмай ҡалманы, әлбиттә.

Бая әйткәнемсә, әсәй беҙгә етемлек күрһәтмәне. Хәтеремдә, беҙҙең урамда мин үҫкән йылдарҙа атайлы кешеләр булманы тиерлек. Атай үлгән йылды микән, икенсе йылынамы, минән бер ун биш йәшкә өлкән апай арбала китеп барған апа (бабай) артынан:
– Атай! Балтаң ятып ҡалған, атай! – тип ҡысҡырҙы. Шаңҡыным. Һу­шымды йыйғас, тышҡы усаҡ эргәһен­дә йөрөгән әсәйем янына зыйлап йүгереп индем дә:
– Әсәй, әсәй! Ә нишләп ул Нәсихә апайҙың атаһы бар?! Ул бит инде ҙур! – тип хәбәр һалдым.

Әсәйем ни тип яуап биргәндер – иҫтә ҡалмаған. Тик мин ошо хәлдән һуң атайһыҙлыҡ һәр кем өлөшөнә төшкән бәлә түгел икәнен аңланым. Эйе, аҙаҡ мәктәпкә уҡырға төшкәс, атайһыҙлыҡтың өҫ-баш, монаят айырымлыҡтарына ла килтереүен тойҙом: аталы балалар быйма кейәләр, өҫтә­рендә – магазин пальтоһы, йә саңғы, йә конькиҙары бар, портфелдәре – күн... Улар дәрес ваҡытында “бөгөн кем миңә утын бысышыр” тигән борсоулы уйҙар менән үҙҙәренең кәйефен төшөрмәй; яҙ, малдың бесәне бөткәс, “бөгөн һыйыр нимә ашар?” тигән уйҙар менән бөтөрөнмәй. Балаларҙа – балалар ҡайғыһы, ә миндә – оло ке­ше хәстәре. Миндә Алыҫ Көн­сығышта хеҙмәт иткән Илдар ағайыма яҙған хаттар һаҡлана. Уларҙы 5-6 класс уҡыусыһы яҙған тип әйтерлек түгел. Яҙыуы – балаларҙыҡы, йөкмәткеһе – хәсрәт баҫҡан оло кешенеке.

Ауырлыҡтар әҙәмде иртә олоғайта, сәләмәтлеккә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, ләкин, икенсе яҡтан, сыныҡ­тыра ла. Әсәйем һәр ваҡыт: “Әсәле бала етем түгел!” – тип әйтеп, ныҡып ултырыуы рухты һындырмағандыр. Икенсенән, атайҙың үҙе тере саҡтағы яратыуы һаҡлағандыр мине.
... Кис. Атай эштән ҡайтып ингән. Етеле йә унлы шәм яҡтыһында ағай, апайҙар дәрес әҙерләй. Мин – атай өҫтөндә. Күкрәге – сәхнә. Ике ҡулы – ике ҡурсаҡ. Шул ҡулдарҙы кейендереп, әртис яһайым. Ул һөйләгән әкиәттәрҙе тамашаға әйләндерәм; ятыр алдынан сәй эсәбеҙ. Мин – атай­ҙың елкәһендә. Башы – өҫтәл. Мин, йәнә­һе, урындыҡта ашъяулыҡ ти­рәләй ултырып түгел, ә өҫтәл артында сәй эсәм.

– Исмаһам, ошо балаға бер тапҡыр булһа ла “ҡуй!” тиһәңсе?! – ти әсәйем.
Атай өндәшмәй. Сабыр. Дүрт йылдан ашыу яу юлдарында үлемдең күҙе­нә ҡарап, иле өсөн ҡалҡан булып ҡалҡ­ҡандар ғына, бәлки, был сабырлыҡҡа эйәлер? Ҡыш ошолай үтер булды. Ә йәйҙәрен – беҙ арбала. Атай – бригадир. Бесән өҫтө етһә, яланда ҡайтмай ятабыҙ. Атай – бесәнселәр менән, мин ҡыуыш ҡарауыллайым. Төшкөгә ҡайтыуҙарына йә еләк, йә сейә йыйып булашам. Күп түгел, көсөмә ҡарап инде. Иң ҡыуаныслыһы – мин уны алыҫтан уҡ күреп алам да ҡаршы йүгерәм, атай, эйелеп, мине ат өҫтөнә тартып ала. Ҡанат үҫеү бына ошо була инде бала өсөн! Кис малайҙар ат эсерергә йылғаға саба. Атай мине үҙенең ҡола бейәһенә мендерә. Ат башҡа аттар артынан күндәм генә ҡуҙғала, мин йыш-йыш ҡына, ҡулын артына ҡаушырып, беҙҙе күҙәтә-күҙәтә эйәргән атайыма ҡарап алам:
– Әйҙә, малҡай!
Юртып ҡына бара ҡола бейә. Атай – яҡында ғына, шуға күрә тамсы ла ҡурҡмайым!

Бәндә үткән тормошон һағыныу­сан, идеаллаштырыусан инде ул. Әммә йылыға йылан да эйәләй, тиҙәр. Бала күңе­ле үҙен яратҡанды ла, яратмағанды ла ныҡ тойоусан. Яратыу бар ерҙә эскер­һеҙлек, һаулыҡ та, бәхет тә бар. Атай үҙе үлһә лә (ул кешеләр ғүмерен ҡот­ҡарған саҡта һәләк булды), беҙҙең ғаи­ләлә бер-береңә хөрмәт һәм яратыу, ярҙам, татыулыҡ сифатында йә­шәүен дауам итте. Атай менән әсәй ҡалдырған ошо мираҫтың ололоғон беҙ йәшәй-йәшәй төшөнгәндән-төшөнә барабыҙ.

Яңыраҡ Илдар ағайымдың (ул Сибай ҡалаһында йәшәй) 75 йәшлек юбилейын үткәрҙек. Атайыбыҙҙың балалар яратыуын ул үҙ балаларына бирҙе. Уландары инде 50-гә етһә лә, ағайым өсөн улар әле булһа бала. Илмирға ла, Әмиргә лә үҙенең өйөнә яҡын нигеҙҙәр ҡороп, йорттар һалышты. Көндәлек эштәрен дә, төштәрен дә һәр саҡ күҙ уңында тота атай кеше. Улым ҡайҙа – ҡулым шунда, тигәнде иҫенән сығармай ул бер ҡасан да. Беҙ ҙә, уның ҡыҙ туғандары, ағайыбыҙҙың сибек яурындарына таянып “ир еттек”. Уға арҡаланып, мин урта мәктәпте (Түбә ҡасабаһына 25 саҡрым араны йәйәү йөрөп) тамамланым, универси­теттың көндөҙгө бүлегендә уҡып, юға­ры белемле филолог булып сыға алдым. Илдар ағайым атайҙың әсәйгә: “Таң­сулпанды уҡыт”, – тигән васыятына тоғро ҡалды, ярҙамынан ташламаны.

Яҙмыш ҡушыуылыр инде, беҙ, өс ҡыҙ бала, төрлө тарафтарҙа ғүмер кисе­рәбеҙ. Ағайҙың йорто – төп йорт. Байрамдарыбыҙ ҙа, йолаларыбыҙ ҙа шунда атҡарыла. Йыл да килеп, йыйылып баш эйә, күҙ төптәрен сылатып, хәтер яңырта торған тағы бер урын бар: ул атай ҡәбере. Йәнәшәһендә – әсәй.
“Ағас тирмән ауыр була –
Беләккәйҙе талдыра.
Ата йорто яҡын була –
Йөрәккәйҙе яндыра”.

Был йырҙы мин ҡара йәшемдән ишетеп үҫтем. Көн дә, мәктәптән ҡайтыу менән, әсәй, ағас тирмәнде – бото­ма, үҙемде, тирмән менән бергә урындыҡтан шылып төшөп китмәһен тип, билемдән уратып стенаға бәйләп, бой­ҙай тартырға ултырта ине. Сей бойҙай тартыу ҡурмас тартыу түгел – беләк тала. Шуға күрә был йырҙы минең ише беләктәрен талдыра-талдыра тир­мән тартҡан ҡыҙҙар сы­ғар­ғандыр, тип уйлай торғайным. Баҡ­һаң, улай ғына түгел икән: ата йорто тир­мән тартып ҡарамағандар өсөн дә берҙәй эҫе, берҙәй ҡәҙерле. Ни генә тимә, ир-ат – ғаилә генә тү­гел, тотош ил ҡото. Илдең олтаны ла улар, солтаны ла. Ғаиләлә атаң ҡо­то менән ҡотланып, нурланып һәм илһамланып, “тормош” тип аталған ҙур юлға сыға­һың. Арый башлаһаң, кәрең бөтә бар­һа, йәнә уға килеп йы­ғылаһың. “... Байтаҡ йылдар уҙғас, күп юлдар үткәс, диңгеҙ хәтле һыуҙар кискәс, ата-әсә­йем, инәйҙәрем оҙатып ҡалған оло йортҡа тағы килермен. Үҙҙәрен дә, ғүмер иткән донъяларын да таба алма­ғас, оло юл менән үргә, зыяратҡа кү­тәрелермен. Исемдәре уйылған таштарҙың бер-береһенә күрше генә тороуҙарын күрермен дә, аяҡ остарына сүгәләп, былай тип өндәшермен:
– Тегендә үҙегеҙҙе тапмағас, аяғым ошонда тартты. Бәғзеләрегеҙҙең нигеҙе лә юҡ хатта...
– Юҡ, ҡыҙым, беҙ барбыҙ. Беҙ – ербеҙ, тыуған тупрағыңбыҙ, игелекбеҙ. Күпме йылдар үткәс тә беҙҙе эҙләп килгәнһең икән, беҙ һинең йәнеңә лә шул рәүешле уйылғанбыҙ. Беҙ – йыр ҙа, икмәк тә, беҙ – мәңгелек, беҙ – иман! – тигән ауаз ишетермен”. 80-се йылдар башында “Башҡортостан ҡыҙы” журналында башлап донъя күр­гән “Күгәрсен йыры” исемле хикәйәм­дә шулай яҙғанмын. Эйе, ата ҡото, ата йорто булып, күңелебеҙгә уйыл­ған, йөрәккә үрелгән. Ҡәҙимге бән­дәнән ырыҫлы әҙәм яһаған ҡот. Ҡотло рухҡа һыйынып йәшәү – үҙе оло бәхет. Бәхетлеләрҙән иһә донъяға тик бәхет бөркөлә...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.
Автор:
Читайте нас: