-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
2 Июль 2021, 15:55

Тимер лейка

Хикәйә Әлфиәнең 35 йәшенә йыйылған ҡунаҡтарҙы оҙаттылар. Тәүҙә әҙерләнеп йөрөп, аҙаҡ ҡунаҡ һыйлап, шаҡтай арыған да икән. Етмәһә, үлтереп күңеле болғана, башы ауырта. Иртәгә тиклем түҙһә... тыуырға торған артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотоласаҡ... Гөлнуры – күҙ нуры бар, уны аяҡҡа баҫтырһалар ҙа бик шәп.

Артур Василов
Фото:Артур Василов

Уф-ф-ф, былай ғына үтмәҫ, ахырыһы!.. Әлфиә һикереп торҙо ла йыуыныу бүлмәһенә атылды.

Барыһын да күреп, һиҙеп торған әсәһе янына инде.

–Ҡыҙым... Әлфиә...

– Әсәй! Башлама яңынан! Ул бала булмаясаҡ! Ҡайҙан ғына өндәштем һиңә...

Әсәһе үҙе һиҙмәһә, Әлфиәнең әйтәһе эше юҡ ине, әлбиттә. Ғөмүмән, береһе лә белмәҫ ине.

– Кейәүгә тәкем өндәшмәнеңме?

– Һин тағы әйтеп һал кейәүеңә!..

Әлфиә өйөлгән һауыт-һабаны көскә йыуҙы ла яңынан урынына барып ауҙы. Балаға уҙған... Уйламағанда-көтмәгәндә... Уның ниәттәре бөтөнләй башҡа ине лә баһа. Эргәһенә эшен тамамлаған Гөлнуры ла килеп ятты. 

– Әсәй, бөгөн һинең тыуған көнөң, ә ҡотларға атайымдың туғандары ғына йыйылды. Ниңә һинекеләр беҙгә килмәй ул? Үҙебеҙ ҙә бармайбыҙ... Әллә һинең бер туғаның да юҡмы?

Ҡапыл Әлфиәнең тамағына төйөр тығылды, нимә тип әйтергә белмәне. Яратмай ул туғандарын иҫенә төшөрөргә. Ғөмүмән, бармы һуң уның туғандары? Әсәһе Ләлә – Һарытау яғынан. Ғаиләлә яңғыҙ бала булған. Уҡыу йортон тамамлағас, БАМ-ға эшкә сығып киткән. Шунда буласаҡ ире, Әлфиәнең атаһы менән танышҡан, комсомол туйы үткәргәндәр, көттөрөп кенә Әлфиә донъяға килгән, аҙаҡ атаһының тыуған еренә йәшәргә ҡайтҡандар. Бәләкәйерәк сағында Һарытауҙағы өләсәһенә ҡунаҡҡа бара торғайнылар. Тик, Башҡортостанға ҡайтҡас, улар менән аралашыу һирәгәйҙе, онотҡанда бер күрешкәнгәме, нисектер, сит булып ҡалды улар Әлфиәгә. Ә атаһының туғандары... Улар ситкә лә этәрмәне, яҡын да ебәрмәне. Атаһы ҡапыл ғына донъя ҡуйғас, әсәһе менән етем кеүек ҡалдылар. Әлфиә өләсәһенә барһа, ҡыҙым, тип яратып торҙо-тороуын, тәмлекәстәр менән дә һыйланы, ләкин үҙе бер ваҡытта ла уларға килмәне. Байрамдарҙа ла бүтән балалары менән ҡушып саҡырманы.  Әлфиә, бәләкәй генә булһа ла, үҙенә күрә түгел ине, уларҙы айырып ҡарауын ҡабул итә алманы, һеҙҙе күрмәһәм дә үлмәм, тип өләсәһенә бармаҫ булды. Туғыҙынсы кластан һуң Өфөгә училищеға сығып китте, уны тамамлағас юғары уҡыу йортона инде, тиҙҙән әсәһе лә янына күсеп килде.  Ауылда күҙ терәп ҡайтыр атай-әсәйең булмаһа, тамырҙар әкренләп өҙөлә икән.

– Әлләсе... – тип ыҡ-мыҡ итте ҡыҙының һорауына. – Атайыңдың туғандары – минең туғандарым инде ул...

– Һеңлем йә ҡустым булмағанға күрә, туғандарымдың күп-күп булыуын теләйем!

Әлфиә яуапһыҙ ҡалды. Нимә тиһен инде? Яҙмыш шулай аяуһыҙ булғас... Аһ, етмәһә, был күңел болғаныуы! Нурислам да тыштан һаман инмәй, йоҡларға күптән ваҡыт...

Әлфиә күҙен асҡанда Нурисламы янында юҡ ине. Аһ-аһ, әллә ятып та тормаған инде?! Шуны ла һиҙмәй, иҫ белмәй йоҡлағанмы? Әсәһе лә аяғөҫтө, Гөлнур ҙа, ә сәғәт нисә һуң? Әлфиә ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо. Һигеҙ генә икән. Шул тиклем иртә тормаһалар!

– Кәләш, уяндыңмы? – тип дәртле кәйеф менән килеп инде Нурислам. – Әйҙә, тор, сәй эсеп алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Беҙ  йыйынып бөттөк.

– Нимә-ә? Ҡайҙа?

– Һинең тыуған яҡтарыңа.

– Уф-ф-ф... Ҡаңғыртып йөрөмә әле! Кисә артығын эсеп ташланыңмы әллә?

– Кәләш, һиңә алдан әйтмәгәнгә ғәфү ит, был һинең тыуған көнөңә сюрприз, – тип хәйләкәр йылмайҙы ире.

– Минең бара торған урыным бар!.. – Әлфиә турһайып, арты менән боролоп ултырҙы. 

– Бөгөн бер ниндәй эш тә юҡ, проблемаларҙы ла хәл итмәйбеҙ. Байрам дауам итә! Ә бара торған ереңә ҡайтҡас үҙем алып барырмын, йәме?  Алдан әйтмәгәнгә ғәфү ит! Юҡһа сюрприз килеп сыҡмаҫ ине.

– Ауылымда йөҙ йыл булғаным  юҡ, мине хәҙер бер кем дә иҫләмәйҙер ҙә инде... – Әлфиә аптыранып ҡалды.

– Ана шуның өсөн мотлаҡ ҡайтырға кәрәк.

Ҡатындың күңеле иләҫ-миләҫ булып китте. Әллә ысынлап та йөрөп килергә инде? Ә бала?

Уларҙың һөйләшкәнен ишетеп, Гөлнур атылып килеп инде.

– Әсәй! Атайым шәп уйлап тапҡан, эйе бит!

Әлфиәгә күнеүҙән башҡа сара ҡалманы. Кейенеп сығыуына барыһы ла әҙер ине, сумкаларҙы ла хатта багажникка тултырғандар.

– Быны һеҙ бергә уйланығыҙмы әллә Нурисламдың ғына ҡотороуымы?

– Минең этлек инде, кәләш, минеке! – тип ауыҙ йырҙы ире.

Ҡуҙғалып киткәнсе сәғәт ун тулып китте. Оло юлға сыҡҡас та әле Әлфиә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Күңеле тыныс түгел ине уның. Йырҙы бар тауышына асып, кондиционерҙы һүндерҙе лә тәҙрәне бөткәнсе төшөрөп ҡуйҙы, ултырғысының артын ҡолата биреп, уңайлаңҡырап  ултырҙы, күҙҙәрен йомдо. Ҡарале һин Нурисламды, өндәшмәй генә нимә уйлап йөрөгән!  Сюрприз, имеш. Ә табипҡа барыу һаман кисектерелә килә, тәүҙә тыуған көн үтһен тигәйне, әле бынау ауылын уйлап тапҡандар, ваҡыты үтһә, аборт эшләмәйәсәктәр бит...

Уларҙың өйө ауылдың уртаһында була торғайны. Хәҙер унда атаһының ҡустыһының улы йәшәй ғаиләһе менән. Ирек менән улар бер йәштә, хатта бер класта уҡыны, әммә бәләкәйҙән ҡатышмағас, Әлфиә уның тураһында бер нәмә лә белмәй. Ҡыҙыҡ, кемгә барып туҡтар икән Нурислам? Шул Иректәргәме икән ни? Нурислам Әлфиәнең тыуған йортон үтеп, әсәһенең әхирәте Фәғилә апайҙың ҡапҡа алдына барып туҡтаны. Көтөп кенә торғандар, күрәһең: «Ҡунаҡтар килде!» – тип өйҙән хужа менән хужабикә килеп тә сыҡты.

Күрешеү, ҡосаҡлашыу, үҙгәргәнһең, танырлыҡ түгел, тип тел шартлатыуҙар... Ауылда ғына була торғандыр бындай ихласлыҡ, киң күңеллелек.

Өҫтәлдә нәмә генә юҡ: бауырһағын, сәк-сәген дә бешергәндәр, талҡанын, ҡыҙыл эремсеген, ҡаймағын да ҡуйғандар, татлы бал, ҡымыҙ ҙа бар... Нурислам ҡумта-ҡумта күстәнәстәрен сығара башлағас, Фәғилә апай:

– Юҡ-юҡ, бер нәмә лә кәрәкмәй, Аллаға шөкөр, барыһы ла етә, табыныбыҙ етеш, – тип һикереп торҙо, ҡумталарҙы ишек төбөнә ҡуйҙырҙы. – Быларҙы хәҙер Һаҡмар буйына алып сығырһығыҙ.

Өҫтәл артына кешеләр өҫтәлә торҙо. Бер аҙҙан Ирек менән кәләше килеп инде. Тура Әлфиәнең янына үтеп ултырҙылар. Хәл-әхүәл һорашҡас, Әлфиә уларҙы ире һәм ҡыҙы менән таныштырҙы.

– Ә мин әсәйемдең туғандары юҡ икән тип йөрөгәнмен... – Гөлнур ҡыҙыҡһынып ағаһына текәлде.

– Туғандар ни... күп ул беҙҙең. Алла бойорһа, барыһы менән дә таныштырырмын, йәме? – тип Ирек ағаһы вәғәҙә бирҙе. – Уларҙың да һинең менән танышҡыһы килә.

Ашап алғандан һуң Ирек Әлфиәне тышҡа әйҙәне.

– Фәғилә апай, рөхсәт итһәң, беҙ Әлфиәне тыуған йортона саҡырайыҡ тигәйнек. Нурислам кейәү менән Гөлнур һеңлекәште лә үҙебеҙ менән алабыҙ.

– Ә-ә-ә, шулаймы ни? Ярай-ярай, бик һәйбәт, барығыҙ! Тик ҡаҙан аҫып, ит һалып ебәреүгә Һаҡмар буйына төшөп етегеҙ. Ҡунаҡтар ҙа бихисап. Әлфиәне лә, Ләләне лә күрергә теләүселәр һәләк күп!.. – тип тороп ҡалды Фәғилә апай.

Тыуған йорт яҡын да, шул уҡ ваҡытта ят та. Өй эсендәге еҫ тә элеккесә түгел. Әүәл бит үҙенең генә танһыҡ бер еҫе бар ине. Бүлмәләрҙә ҡасандыр уның бында йәшәгәнен хәтерләткән бер нәмә лә юҡ. Зауыҡ менән, йәштәрсә биҙәлгән.

Гөлнур шунда уҡ ағаһының балалары менән танышып алды. Ну­рислам менән Ирек тә бик килеште. Әлфиәнең генә күңелендә һаман төйөр. «Икенсе тапҡыр тура үҙебеҙгә ҡайтығыҙ, сит кешеләрҙәй булып әллә кемгә туҡтағанһығыҙ юҡһа», – тип үпкә белдереп, саҡырып торһалар ҙа, туған итеп һис ҡабул итә алмай. «Сығайым әле»,  – тип Әлфиә тышҡа сыҡты. Урам эсе лә һис тә ул бында йәшәгәндәгесә түгел. Һарайҙар яңырған, иркенәйгән, ҡоймалар бейек. Баҡса ғына элеккесә шау сәскәлә ултыра. Әлфиә баҡсаға инде. Хәтерендә ҡалған ғәҙәт буйынса мөйөшкә боролдо. Лейкалары шунда тора торғайны. Ҡыҙыл лейка күреп, быларҙыҡы ла ошонда икән, тип ниңәлер ҡыуанғандай итте. Тағы ла арыраҡ, үләндәргә йәшенеп, мөйөшкә һеңеп тигәндәй ултырған уңып бөткән йәнә бер лейка күҙенә салынды. Тимер лейка! Ҡасандыр ул көн дә һыу һипкән тимер лейка! Ниһайәт, бала сағын иҫләткән бер нәмә табылыуға ҡыуаныпмы, Әлфиә йәһәт кенә уны ҡулына алды. Күҙенән йәш тәгәрәне. Был бит теге тимер лейка!.. Күҙ алдына тормошоноң бәләкәс кенә, әммә ҙур мәғәнәгә эйә бер өлөшө килеп баҫты.

Бөгөнгөләй йәйге эҫе көн. Әсәһе эштә, Әлфиә өйҙә ҡош-ҡорт ҡарай, ваҡ-төйәк эш менән була. Төш ваҡыты ине булһа кәрәк. Ишек шаҡынылар. Ғәҙәттә, күрше-күлән, әлеге Фәғилә апайҙар шаҡып         тормай ғына инә торғайны. Әлфиә ишек асырға йүгерҙе. Тупһала өләсәһе тора! Ул Әлфиәләргә былай ҙа бик һирәк килә ине, атаһы үлгәндән һуң, исмаһам, бер тапҡыр ҙа инеп сыҡманы. Эй шунда Әлфиәнең шатланыуы! «Үтмәйем, ултырғыс бир ҙә, ошонда ғына ултырып торам», – тиһә лә, ҡыҙыҡай уны һөйрәп тигәндәй төпкә алып инде. Сәй ҡуйып ебәрҙе. Йомортҡа ҡурырға тотондо. Ул шулай сәй хәстәрләгән арала өләсәһе яйлап өйҙө ҡарап сыҡты. Ниндәйҙер һорауҙар бирҙе, Әлфиә тәтелдеге сығып яуапланы. Өләсәһенең уларға килеүе иң оло ҡыуаныс булғандыр бала саҡ ғүмерендә. Ҡыҙыҡай бит уны ныҡ ярата ине. Өләсәһе ултырғыс ситенә ултырып, ҡоролай ғына бер сынаяҡ сәй эсте лә сынаяғын түңкәреп тә ҡуйҙы. Ейәнсәре бешергән йомортҡаны бер генә ҡабып, ҡалай тәмле бешергәнһең, тиһә лә, бүтәнсә ҡағылманы. Ә ҡыҙыҡай, тәмһеҙ булған, ахырыһы, тип үҙенә урын тапманы. Сөнки ул өләсәһенең ашарға яратҡанын да, сәйҙе күп эскәнен дә белә.

Өләсәһе оҙаҡ ултырманы, сынаяғын түңкәргәс тә, ҡайтайым инде, тип тора башланы.  Хәҙер әсәйем ҡайта, ултыр инде әҙерәк, тип инәлһә лә, үҙенең ҡул эштәрен күрһәтергә теләһә лә, өләсәһен күндерә алманы. Ишеккә еткәс:

– Әлфиә, мин тимер лейканы алырға килгәйнем, ҡайҙа ултыра шул, бир әле, – тип ейәнсәренә боролоп һүҙ ҡушты.

Уның мәғәнәһе ҡапыл ғына барып етмәне Әлфиәнең башына.

– Ниндәй лейка? Һеҙҙең лейкағыҙ беҙҙә юҡ ул, – тип аптырап ҡалды.

– Атайың тере саҡта беҙҙекен алып ҡайтып киткәйне, – тип аңлатты өләсәһе.

– Алдама! Ул – беҙҙең лейка! Һеҙҙең бер нәмәгеҙ ҙә үҫмәй! – тине ҡыҙ үҙенең мөлкәтен яҡлап. Өләсәһе, әйтерһең, уны ишетмәне.

– Моғайын, баҡсағыҙҙа ултыралыр, һин сыҡма, мин үҙем инеп алам.

Шул мәлдә Әлфиә ныҡ ғәрләнде.

– Өләсәй, нисек, һин беҙгә ҡунаҡҡа килмәнеңме ни? Һиңә лейка ғына кәрәк булдымы ни? – тип өләсәһенә тексәйҙе.

– Атайыңдың иҫтәлеге бит ул... – тине тегеһе.

– Ә беҙгә атайҙың иҫтәлеге кәрәкмәй тип уйлайһыңмы?!  – тип тамаҡ төбө менән уҫал итеп һораны ҡыҙ. – Бирмәйем мин һиңә бер ниндәй ҙә лейка!

Ул мәлдә ярһыуҙан Әлфиәнең йөҙө ҡара янып сыҡҡандыр, моғайын. Өләсәһе хатта ҡурҡып китте.

– Ярай-ярай, һеҙгә ҡалһын, беҙ ни, кәрәк булһа, һатып алырбыҙ әле, – ти һалды. – Һин үҙең беҙгә кил, йәме, ҡыҙым.

– Мин һинең ҡыҙың түгел!.. – ошо мәлдә бала күҙендә өләсәһе мәскәй әбейгә әйләнде, ул шул         тиклем йәмһеҙ бер ҡарсыҡ булып күренде. Өләсәһе сыҡҡас, Әлфиә үҙенә урын тапманы, түҙмәне,  уның артынан атланы. Был мәлдә өләсәһе  ошо тимер лейканы тотоп баҡсанан сығып килә ине.

– Теймә, урынына ҡуй минең атайымдың лейкаһын! – тип бесәй етеҙлеге менән өләсәһенең ҡулына барып йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Әлфиә. Өләсәһе ташлай һалды ла сығыу яғына ашыҡты. Ҡыҙыҡай лейкаһын ҡосаҡлаған килеш һығылып төштө. Тыйыла алмайынса оҙаҡ иланы ул.  Шул мәлдә үҙенә: «Бүтән бер ваҡытта ла атайымдың туғандарын туған тип әйтмәйәсәкмен! Яҡшы уҡыясаҡмын, уларһыҙ ҙа кеше буласаҡмын!» – тип ант итте. Туғандарына ҡарата шул мәлдә уның кескәй йөрәге ҡатып ҡалды. Ул ваҡытта Әлфиәгә 9-10 йәштәр ине шикелле. Һүҙен тотто ҡыҙ. Ҡатып ҡалған күңеле менән был ҡыйын булманы. Атаһы үлгәндән һуң әсәһен ситкә типкәндәрен күрә-белә йөрөнө бит. Ә бала өсөн иң ҡәҙерле кешеһен ҡыйырһытыуҙарын күреүҙән дә ауырыраҡ хәсрәт юҡ.

Аҙаҡ та ошо ваҡиғаны йыш иҫенә алды Әлфиә. Ниңә килде шунда өләсәһе? Ғөмүмән, ниңә уның әсәһен көндәш кеүек күрҙеләр? Әсәһенең күҙ терәп торған кешеләре шулар – атаһының туғандары ине бит! Бәлки, әсәйемдең яҡлаусыһы булмағанға шулай ҡыланғандарҙыр? Әлфиәне үҙҙәренә саҡырғандары, юлда осраһа, һағынып ҡосаҡларға тырышҡандары булды, тик был күренеш ҡыҙҙың йәнен тағы ла нығыраҡ ярһытты ғына. Ике аяғының берен баҫманы уларҙың тупһаһына.

«Их, бер туған ҡустым йә һеңлем булһа, икәүебеҙгә еңелгә тура килер ине...» – тип йыш илағаны хәтерендә. Ә?!. Әлфиә эсен һыйпап ҡуйҙы. Уға бит шул тиклем ҡайғы–шатлыҡтарын уртаҡлашыр бер туғаны етмәй ине. Бер туғаны... Гөлнурымды ла шул яңғыҙ яҙмышҡа дусар итергә йыйынам түгелме һуң, тигән уй телеп үтте мейеһен. Әллә нисә бала үҫкән ғаиләләге малай-ҡыҙҙарҙың гел бергә уйнауын, бер-береһен яҡлашыуын, үҙ-ара талашып китһәләр ҙә, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуын күреп, гел күҙе ҡыҙҙы. Уларға күңелле, тип көнләште. Үҙе лә күп балалар янына уйнарға ҡаса ине. Хәҙер ул ваҡыттағы кисерештәре онотолған. Шулай уҡ ҡаты бәғерлегә әйләндеме икән ни Әлфиә? Иректәр менән аралашмай дөрөҫ эшләйме? Өләсәһенең Ләлә киленен яҡын итеп ҡабул итә алмауында уларҙың ни ғәйебе? «Туғандарыңдан ситләшеп, һин дөрөҫ эшләмәйһең, ҡыҙым, – тиер ине әсәһе лә. – Улар һине үҙ итеп саҡырып тора бит, йән тартмаһа ла, ҡан тарта ул». Әлфиә, шулай булмаһа ярар ине, тип көлдө генә. Ә бына Нурисламдар ике-өс туғандары менән дә шул тиклем татыу. Ул үҙен улар араһында һис килен итеп тоймай, сөнки үҙҙәре быға юл ҡуймай, ихтирам итеп, яратып торалар.  Шуғалыр ҙа инде Әлфиә бер ваҡытта ла үҙенең яңғыҙлығын һиҙмәне.

Өйҙән сыҡҡан Нурислам менән Ирек баҡсала үкһеп илап ултырған Әлфиәне күреп, ҡурҡып китте.

– Әлфиә, ни булды?! – Нурислам сүкәйеп ултырған ҡатынын күтәреп баҫтырҙы. Әлфиә ҡулындағы лейканы ҡыҫып тотҡайны. Иренең ҡосағынан ысҡынып, Иреккә ынтылды.

– Ирек, ошоно минең өй  музейына бүләк ит әле?

– Ал кәнишнә, ташларға йәлке булды, ултыра шунда ҡый булып.

– Ирек, рәхмәт, әлдә ташламағанһың! Күп нәмәгә төшөнөргә ярҙам итте ул миңә бөгөн... – тип лейканы күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Унан иренә әйләнеп йылмайҙы. – Ә һиңә... һәм Гөлнурға... әйтә торған хәбәрем бар...

– Ә мин беләм... – тип күҙ ҡыҫты Нурисламы яуап итеп...

Гөлнара МОСТАФИНА.

Читайте нас: