Арыным тигәндә, иң тәүҙә һин нисек ял итәһең, тип һорағы килә. Аҙна аҙағына гүзәл затты әллә күпме өй мәшәҡәттәре көтөп тороуы бер кемгә лә сер түгел. Икенсенән, ял тигәндә, хәҙер кешеләр әүҙем ялды ғына күҙ уңында тота. Конькиҙа шыуҙыҡ, пейнтбол йә боулингҡа барҙыҡ, мунсала сабындыҡ, дуҫтар менән осраштыҡ, тиҙәр. Ә бит нескә энергиялар тураһындағы фән әүҙем ялдың ир-егеттәр өсөн генә йән тыныслығы килтереүен иҫкәртә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә ул файҙалы, әммә күңел тыныслығы бирә алмай. Көслө зат ҡөҙрәтте хәрәкәт энергияһынан ала, ә ҡатын-ҡыҙ – тынлыҡтан. Бер нәмә лә эшләмәй генә, матурлыҡҡа һоҡланыуҙан, үҙе менән генә ҡалыуҙан, тыныс ҡына ҡул эштәре менән булыуҙан... Шулайтып, ҡасан һуңғы тапҡыр ял итеп алдығыҙ? Хәтерләмәйһегеҙме? Борон Тәңрегә табыныусылар бағымсыға хәлһеҙлеккә, күңел төшөнкөлөгөнә зарланып килгән осраҡта, дауалаусы уларға дүрт кенә һорау биргән:
– Ҡасан тынлыҡтан ҡаса башланығыҙ?
– Ҡасан бейеүҙән туҡтанығыҙ?
– Ҡасан йырлауҙан һәм музыка тыңлауҙан төңөлдөгөҙ?
– Ҡасан матур тарихтар, күңелле хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр ҡыҙыҡһындырмай башланы?
Ошо ғәмәлдәрҙән ситләшкәндәр йәндәрен юғалта башлай, тип иҫәпләгәндәр. Улар – тереһыуҙай шифалы дүрт инеш. Бейеү, йырлау, төрлө тарихтар тыңлау һәм эске тынлыҡҡа сумыу мәлендә ҡатын-ҡыҙ йәненә ҡөҙрәт тула, тигәндәр.
Беҙ көн һайын күп кеше менән аралашырға мәжбүрбеҙ, ҡара-ҡаршы булмаһа, СМС хәбәрҙәр, социаль селтәрҙәр, хатта урамдағы реклама бағаналары аша тауар етештереүселәр менән дә бәйлебеҙ. Йылдан-йыл аралашыу саралары күбәйә һәм был тормошто еңеләйтә кеүек, ләкин тынлыҡтың ҡәҙере китә. Кешеләр бик һирәк кенә үҙ-үҙҙәре менән ҡала, йыш ҡына эске тынлыҡты яңғыҙлыҡ менән бутай. Ә бит тынлыҡ – оло ҡиммәттәрҙең береһе. Урыҫтар был хаҡта, әйтеүең – көмөш, өндәшмәүең – алтын, ти.
Донъяның төрлө тәғлимәттәрендә өндәшмәү нәҙере (обет молчания) тигән рухи үҫеш ысулы бар. Уны йән сәләмәтлеген һәм күңел тыныслығын тергеҙеү өсөн ҡулланғандар. Һүҙҙәр һәм улар килтергән мәғлүмәт ни тиклем күберәк булған һайын, мейебеҙ шул саҡлы ҡаңғырығыраҡ һәм ундағы сикһеҙ уйҙарҙың тәртипһеҙ ағымы арҡаһында беҙ Йыһанды ла, Ер-әсәне лә, кешеләрҙе лә, хатта үҙебеҙҙе лә ишетмәйбеҙ. Ә өндәшмәй, шымып йөрөгән мәлдә түккән көсөбөҙ үҙебеҙҙе танып белеүгә тотонола. Бер кем менән дә һөйләшмәй, тын йөрөгәндә йән тыныслана һәм зиһен асыла, һөҙөмтәлә быға тиклем яуапһыҙ күренгән мәсьәләләр сиселә, күп нәмә аныҡлана.
Тын йөрөү хис-тойғоларыбыҙҙы ишетергә, уларҙы эләктереп алып, быға тиклем күрмәгән нәмәләрҙе лә аңғарырға мәжбүр итә. Ауырыуҙарҙы күҙәткәнегеҙ барҙыр, улар әҙерәк аралашырға тырыша. Күңелдәре менән һөйләшмәүҙең көстө һаҡсыл тотонорға һәм йүнәлергә ярҙам иткәнен тоялар. Шуға ла беҙгә, замана ҡатын-ҡыҙҙарына ла, ваҡыты-ваҡыты менән «шым» көндәр, һис юғында, сәғәттәр булһа ла үткәреп алыу файҙалы. Һайлаған мәлегеҙҙә һеҙгә һүҙ аша ситтән бер ниндәй ҙә мәғлүмәт инмәүе мөһим, телефон, компьютер, радио, телевизорҙы һүндереп, китаптарҙы ябып, яҡындарығыҙҙы шул арауыҡ эсендә «мине борсомағыҙ», тип иҫкәртеү кәрәк булыр. Мөмкинселегегеҙ булһа, тәбиғәт ҡосағына сығып китегеҙ. Ошондай мәлдәрҙән һуң, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәнегеҙҙең еңеләйеүен, күңелегеҙҙең күтәреңкелеген аңғара башларһығыҙ.
Бәйән ителеүенсә, «Махабхарата» китабында берәй нәмә уйлаһаң, ғәмәлгә ашырмайынса ул хаҡта кешегә һөйләп йөрөү ҙә насар билдә иҫәпләнгән, телеңде тешең артында тот, тигәндәр. Сөнки ни тиклем күп кешегә билдәле булһа, ниәтеңдең көсө шунса тапҡырға кәмей, тип һаналған. Бигерәк тә көнсөл, һаран әҙәмдәр тура килһә. Ни өсөн аҙ һүҙле, һәр аҙымын уйлап эшләгән кешеләр уңышлы була, сөнки улар энергияларын юғалтмай.
Ҡатын-ҡыҙҙар энергияһын тулыландырыусы тағы ла бер көс – бейеү. Бейегәндә төрлөсә бөгөлөп-һығылып, тән менән һауала түңәрәк, һигеҙ һәм башҡа фигуралар һыҙып, һылыуҙар күҙгә күренмәгән эфир тәненең торошон көйләй. Эсендә йыйылған, һүҙ менән әйтә, яңғырата алмаған төрлө ваҡиғаларға ҡарата ҡарашын, борсолоуҙарын кеше хәрәкәттәр аша һығып сығара икән. Был да бик мөһим. Тағы ла, тыпырлап бейегәндә тәнебеҙҙә барлыҡҡа килгән тирбәлештәр ярҙамында Ер-әсәнән көс тә йыябыҙ, тип яҙылған боронғо яҙмаларҙа. Һәр халыҡтың үҙе йәшәгән төбәктең тирбәлешенә көйләнгән милли бейеүҙәре бар. Бейегәндә умыртҡа һөйәге турая, тәнеңде тоя, ярата башлайһың, үҙ-үҙеңә ышаныс тыуа, иңеңдәге ауыр хистәр йөгөн һелкетеп төшөрәһең.
Гүзәл заттың үҙ-үҙен ҡеүәтләндереүенең өсөнсө ысулы – йырлау һәм матур моң тыңлау. Бер ҡасан да ҡысҡырып йырламаған кешенең бер рәхәтләнеп йырлап, шаҡ ҡатырғыс яңы халәтте тойоп аптырауы ла бар. Юҡҡа ғына: «Йырлағанда эс серҙәрем аҡтарылды», – тимәйҙәр бит. Йыр, йырылыу һүҙҙәренең бер тамырҙан булыуы йырлауҙың ниндәй шифаға эйә икәнен үҙе үк әйтеп тора. Психологтар, йырлаған ваҡытта кешенең һиҙмәҫтән үҙенә ҡуйған шартлы кәртәләре емерелә, йән иреккә сыға, тип аңлата. Йырлап асыла күңел, тип тә әйтәләр. Йыр, ысынлап та, күңел йоҙаҡтарын ысҡындырып, уны күтәреп, төшөнкөлөктән алып сыға, йөрәк яраларын имләй. Классик музыканың йән һәм тән торошона ыңғай тәьҫир итеүе хаҡында әллә күпме хеҙмәттәр яҙылған. Тағы ла күңел өсөн, йөрәк көсөн тулыландырыу өсөн иҫ киткес шифалы нәмә – ул да булһа ҡумыҙҙа уйнау. Ҡумыҙ – ирен менән уйнай торған иң боронғо ҡорал, ул бөтә халыҡтарҙа ла тиерлек осрай. Элек кис ултырғанда, мотлаҡ ҡумыҙҙа уйнап алыр булғандар. Ҡумыҙ уйнаған кешенең ғүмер ағасы нығына, көсө арта, аңы таҙара, тип иҫәпләнгән. Заман ғалимдары ла шундай һығымта яһаған. Ҡумыҙ кешене тиҙ ойоған хәлгә килтерә һәм тәндәге көсөргәнеште бөтөрә. Әгәр ҙә эштә арыйһығыҙ, йонсойһоғоҙ икән, ҡайтҡас, ҡумыҙ сиртеп алығыҙ.Ҡумыҙ уйнауҙан шулай уҡ бит тиреһендәге һырҙар шымара, ирендәр ҡумыҙҙы ҡымтып тота һәм уйын ваҡытында бит мускулдары үҙенсәлекле гимнастика эшләй икән. «Ҡумыҙ тауышы кеше тәнендәге юғары чакраларҙы тигеҙләп, аңды таҙарта һәм донъяға, үҙеңә яңы ҡараш бүләк итә», – тип яҙа «Нисек ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңел тыныслығын ҡайтарырға һәм көсөн тулыландырырға» тигән курстар авторы, психолог Екатерина Полищук.
Бағымсыларҙың яҡшы хәбәрҙәр һәм тарихтар тыңлау ысулына килгәндә, беҙ нимә һөйләйбеҙ һәм ишетәбеҙ, шуны күңелебеҙгә һеңдерәбеҙ, тормошобоҙҙоң да шулай булыуы бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Күңел түңәрәклеге өсөн ҡатын-ҡыҙға серҙәштәре менән аралашыу кәрәк. Яҡын әхирәттәрең менән юҡ-бар һымаҡ тойолған нәмәләр хаҡында һөйләшеп алыу ҙа бер-берең менән яҡшы энергия бүлешеү, рухи сәләмәтлек өсөн был бик мөһим. «Матур һүҙҙәр тыңлау, ишетеү ҙә, күңелгә ауаздаш шиғырҙар уҡып алыу ҙа күңелде тынысландыра. Ошо бошоноуҙар, хәсрәттәр менән был донъяла яңғыҙы ғына янмауын тойоу йәки башҡаларҙың яҡшы кәйеф, дәртләндергес һәм сәмләндергес фекерҙәре һалынған юлдарҙы уҡыу йыһан ҡөҙрәте, йыһан нурына тоташтырып, хәлде яҡшырта», – ти шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус курстар уҡыусы Юлия Судакова. Эшләгәндә матур йырҙар, доғалар тыңлағыҙ. Ә бына телевизорҙы фон итеп тоҡандырып ҡуйыу тура мәғәнәһендә аңыбыҙҙы сүпләй, тигеҙһеҙлектәргә килтерә. Иғтибар менән тыңламаһаҡ та, унан ишетелгән бөтә мәғлүмәтте аң үҙенә һеңдерә һәм сәбәпһеҙ ҡурҡыуҙарға һәм башҡа психик тайпылыштарға килтерә. Бигерәк тә атыш, үлтереш тауыштары, Америка фильмдары геройҙарының һүҙ аша тиерлек ҡабатланған «мине шайтан алһын», «суҡынып кит» тип ҡабатлауҙарын күңел үҙенә ҡарата ҡабул итә һәм рухи сәләмәтлегебеҙ зыян күрә.
Күңел төшөнкөлөгөнә, бошонҡолоғона ҡаршы тороу юлдары күп ул, асылда. Мәҫәлән, махсус үлән сәйҙәре лә файҙалы. Боронғо Аюрведа тәғлимәте үҙен насар тойған ҡатындарға бөтнөк сәйе эсергә тәҡдим итә. Бөтнөк хис-тойғолар көсөргәнешен кәметә, йәнде тынысландыра, йөрәк-ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай икән. Шуға уны тыныслыҡ етмәгәндә ҡулланалар. Был үлән шулай уҡ йоҡоно ла яҡшырта, күрем ваҡытында ауыртыныуҙы баҫа. Боронғо сәйҙе шартына килтереп әҙерләү өсөн бер балғалаҡ бөтнөк үләне һәм бер ҡалаљ йөҙөм кәрәк. Уларҙы ҡайнап торған өс стакан һыуға һалып, өс минут ҡайнатаһың да, ун минут һыуытаһың. Был сәй тәнде уратып алған, күҙгә күренмәгән ете шекәрәне тигеҙләй, тип һанала.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, хәле булып та, эшләйем, тип уйлап та, бер нәмә лә эшләй алмаған сағы була. Нескә энергиялар хаҡындағы тәғлимәттә был күренешкә лә аңлатма бар һәм унан ҡотолоу сараһы ла бәйән ителгән. Ундай күңел торошоноң сәбәбе – элек башлап та тамамланмаған эштәребеҙҙә, йомоштарыбыҙҙа. Һәр ярты юлда ташланған, аҙағына еткерелмәгән эш тә беҙҙең хәлебеҙҙе һурып тора икән. Нөктә ҡуйылмаған ғәмәлдәр менән беҙҙең аралағы еп өҙөлмәү арҡаһында әллә күпме көс-хәлебеҙ бушҡа сарыф ителә. Беҙ онотһаҡ та, түбәнге аң уларҙы иҫләй, борсола. Ә шундай, осона сығып ҡуймаған йомоштарыбыҙ күп булһа, зиһенебеҙ һәр береһенә тартылып, тарала һәм уны йыйып алыуы ауырлаша. Бына шул «ҡойроҡ»тарыбыҙ арҡаһында яңы эштәргә еңел тотона, уларҙы йәһәт атҡарып сыға алмайбыҙ, баҡтиһәң. Шуға ла хәтерҙе әленән-әле аҡтарып, тикшереү үткәреп, иҫкә төшкәндәрен берәй ергә яҙа барығыҙ, мөмкин булғанда тамамлап ҡуйырға ашығығыҙ. Китапхананан алып, тапшырылмай ҡалған китап, яуап яҙылмаған хат та, мохтаждарға бирәм тигән, әллә ҡасандан ятҡан кейемдәр ҙә, башлап ташланған бәйләм, матди бурыстар, һауала эленеп ҡалған ижади башланғыстар, әйтәм, тип тә әйтелмәгән рәхмәт... Һәр эйәреп килгән эште тамамлап, бурыстан ҡотолған һайын, көс-ғәйрәтегеҙҙең артыуын, илаһи инештән килгән ҡөҙрәт ағымының көсәйеүен тойорһоғоҙ. Икенсе яҡлап, быға тиклем аҙағына еткерә алмай, шуның өсөн эсегеҙ бошоп йөрөгән эштәрегеҙҙең осона сығыу һеҙҙә быныһын булдырҙым, тимәк, бүтәненә лә тешем үтә, тигән ышаныс та уятыр.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ир-егеттәрҙекенән ҡырҡа айырыла, ул күпкә нескәрәк, ҡатмарлыраҡ. Уның көсөн тәләф итмәү, кәмеп киткәнендә тулыландыра белеү – үҙе бер сәнғәт. Гүзәл заттың үҙен нисек тойоуына, рухи сәләмәтлегенә күп нәмә бәйле. Үҙегеҙҙе һаҡларға, көсөгөҙҙө тулыландырырға өйрәнегеҙ, әхирәттәр! Һеҙ йылмайһағыҙ – донъя яҡтыра, дәртле-дарманлы булһағыҙ – тормош та алға тәгәрәй.