+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
26 Июнь 2021, 11:10

Ҡайҙа бараһың?

Малай сағында бер танышым атын егә лә, ваҡ-төйәге менән оло ғына ҡатынды тейәп, юлға сыға. Эре генә килә теге ханым арбала! Ауыл урамынан уҙғанда гәп һатып ултырған әхирәттәре һүҙ ҡуша:– Ҡайҙа юлландың көн ҡаҙа­ғында?

– Кейәүгә китеп барам әле... – тигән була ханым.
– Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, – ти быға береһе.
– Тиҙерәк әйлән кейәүеңдән, йомош бар ине үҙеңдә, – ти икенсеһе.
– Әллә... – ти ҡатын.
Баҡһаң, ҡатынҡайҙың, ат ектереп, күрше ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүенә түгел, уларҙан арыраҡ ятҡан ауылға – үҙен һоратҡан иргә китеп барышы икән.

Сабир Шәрипов.

Артур Василов һүрәте.

Читайте нас: