+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
25 Июнь 2021, 06:15

«Ҡағыҙ кәләштәр»

Бер-беребеҙгә илткән юлдар ниңә урау? Нимә яҡынайта беҙҙе, нимә бәйләй? Ир затын – Марс планетаһынан, тиҙәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙы – Венера, йәғни Сулпандан. Киҫешеү нөктәләре булалыр. Һәр хәлдә, айырмалыҡтарыбыҙҙы белеү бер-беребеҙгә аяулыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға ярҙам итмәҫме?(Яҙыусы Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы биттәрен асҡанда…)

Илеңдең хәлен белгең килһә, ғаилә­гә ҡара, ғаиләнең хәлен белгең килһә, ҡатын-ҡыҙға ҡара, ти социологтар. Дө­рөҫ тә, көткән донъяһына, үҙенең тыш­ҡы ҡиәфәтенә ҡул һелтәгән, күңеле бола ҡатындың бәхетһеҙ икәнлеген фараз итер өсөн күрәҙәсе булырға кәрәк­мәй. Бының сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал: етешһеҙ тормош, эшендә йә өйөндә кәмһетелеү, яңғыҙлыҡ… Әлегә һуңғыһына ғына туҡталып китәйек, сә­бәптәрен юллап ҡарайыҡ.

“Ҡатындар”ҙа, тәбиғи, был тарафта һүҙ ҡуҙғатылмай ҡалмаған, сөнки әҫәр ил, халыҡ яҙмышы, милләттең киләсәге хаҡында уйланыуҙар менән һуғарылған. Ә киләсәк ул – балалар! Ата-әсә үҙҙәре­нә алмаш ҡалдырһын өсөн ғаиләлә ике бала тыуып үҫеүе шарт. Ғәмәлдә иһә Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан да, демографик көрсөккә килеп терәлгән, сөнки ғаиләләрҙең бер бала менән сик­ләнеүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Ә инде баяғы көрсөктөң төбөнәрәк төш­һәң, тағы ла хәүефлерәк мәсьәләгә барып юлығаһың, ул да булһа, йәштәр араһында киң таралған буйҙаҡлыҡ синдромы. Эйе, был үҙенә күрә бер “сир” һәм уны тотош йәмғиәт менән бергә тотонғанда ғына дауалап буласаҡ.

Гөлнур Яҡупованың төп героиняһы Нурияның борсолоуҙарына ҡолаҡ һалайыҡ: “Тиҫтер ҡыҙҙарҙан ауылда бер яңғыҙым тороп ҡалдым. Нисек шулай килеп сыҡтылыр? Мәктәпте ун дүрт ҡыҙ, туғыҙ егет тамамлағайныҡ… Егет­тәр, ярай, армияла, ә ҡыҙҙар һуң? Кемдә­релер уҡырға инде, кемдәрелер, ысвикла бисә­һе булмайым тип, ҡалаға олаҡты. Беҙҙән алдағылар ҙа шулай иткән – һөҙөмтәлә ауыл тулы буйҙаҡ егеттәр, ә ҡыҙҙар юҡ. Ир-атҡа, исмаһам, шофер, механизатор һымаҡ ауыл ерендә мәртә­бәле һөнәрҙәр бар, ҡатын-ҡыҙға иһә – ферма ла сөгөлдөр баҫыуы. Күпме генә еңелләшһә лә, сөгөлдөрҙәге эш, әйтә­йек, көҙгө бысраҡ етһә, һине барыбер бисураға әйләндерә. Сәскә кеүек йәш сағында кемдең бисура булғыһы килһен?

Осалар ҡыҙҙар, ҡалаға осалар… Ун­да, йәнәһе, уларҙы аҡ ҡалас көтә. Ә мө­һимерәге, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаилә, әсә булыу бәхете, ҡотло донъя көтәме? Бик көтөп тормай икән шул. Үҙемдән өлкәнерәктәрҙе барлап сыҡ­тым: дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, кейәү­гә сыға алмайҙар, йыйған мөлкәттәре – бер сумаҙан сепрәк. Бәс, ҡала егет­тәренә ҡала ҡыҙҙары бөткәнме? Беҙҙе­келәр ултырып ҡала ҡыуарып. Ә бит әлеге көндә – һанап сыҡтым – Толпар­лыла бына тигән егермеләгән егет кә­ләш тапмай яфалана. Һөнәрҙәре бар, күптәре нәҫел-нәсәбенә таянып, өмә яһап йорт та күтәрткән, ә күҙләргә йәр юҡ. Ҡалаға ҡасып киткән ҡыҙҙарын һағынып, машина-тракторының кабинаһына Софи Лорен һымаҡ һылыу актрисаларҙың портретын йәбештереп ҡуйып йыуана егеттәребеҙ. Ул һүрәт­тәрҙе «ҡағыҙ кә­ләштәр» тип атап та ҡуйҙылар инде ауылда”. Әлеге юлдарҙа етмешенсе йылдар хаҡында һүҙ бара. Был мәсьәлә бө­гөнгө көндә лә көнүҙәк, хатта ул ны­ғыраҡ күҙгә ташлана.

Дөрөҫлөккә тура ҡарап әйтәйек әле, ни өсөн ауылдарҙа мәктәптәр ябыла? Быйыл, миҫалға, өс-дүрт бала уҡырға төшә, киләһе йылға – берәү-икәү… Әгәр яҡын арала беренсе класҡа унлаған бала барасаҡ икән, ул мәктәпте ябырға кемдең намыҫы етһен!
Нишләтәһең, “ҡағыҙ кәләштәр” бала тапмаясаҡ. Егеттәр өмөтләнеп көтә, ә ҡыҙҙар ҡайтмай… Ниҙән ҡурҡа улар? Әллә ҡатын-ҡыҙҙың илһөйәрлеге ир- аттыҡынан ҡайтышыраҡмы?

Йәштәрҙең ғаилә ҡороуына ҡағы­лышлы йыш ҡына яусылыҡты, димселекте хәтергә төшөрәләр. Ә ниңә, уны­һынан да баш тартырға кәрәкмәй. Урындағы нәҫел-нәсәпте, кемдә аҫыл ҡош, кемдә мәргән аусы барын димсенән дә яҡшыраҡ кем белә?
“…Һуңғы биш-алты йыл эсендә генә олоғара бәлә хасил булған даһа ауылда. Яңы ғаиләләр ҡоролмағас, балалар тыумаҫ, быуындар алмашынмаҫ. Мәктәптә кем уҡыр? Башыма ут ҡапты ошо уйҙан. Бығаса иғтибарламағанмын, һуҡыр, һаңрау булғанмын, гүйә, – дөрөҫөрәге, ошо хәлдәрҙе күреү, аңлау халәтенә өлгөрөп етмәгәнмен! Үҙемде, аҡыллы, вайымлы, тип йыуанып йөрөгән булам, ә кешелектең кесе йыһаны, донъяның кендеге тип аңғарған төбәгемә ниндәй ҙур бәлә янай!” Йәш уҡытыусы Нурия шулай тип өҙгөләнә һәм был мәсьәләне ҡатын- ҡыҙҙар советы алдына килтереп ҡуя. Аҡһаҡалдар ҡоро ла ситтә ҡалмай, ҡатын-ҡыҙҙар бәйләм бәйләп кис ултырған аулаҡтарға ла килеп инә был уртаҡ хәстәр…

“ Эргәмдән һомғол егет үтеп бара. Зиһенем иҫкәртте шул минутта: уның исеме Бәхет, сәсенән эләктерә һал, юғиһә һемәйәһең! Кемдең тотҡоһо килмәһен Бәхетте?! Мин дә уҡталдым. Тик... Һуңланым! Ҡулым егеттең тап-таҡыр итеп ҡырылған елкәһен генә һәрмәп ҡалды. Әсе үкенестән уянып киттем: төш икән...
Ниңә Бәхетте һағаларға, эләктереп ҡалырға кәрәк? Үҙ ирке менән килһә булалыр ҙаһа? Өләсәйемә ышанһаң, имеш, уның ҡойроғо ла бар: «Бәхеттең ҡойроғо ҡыҫҡа, һәр кемгә лә тоттормай», – ти ҙәһә”. Үҙе тураһында Нурия “уйлы ҡатын мин”, ти. Хаҡлы. Уның ошо уйҙары барып етһен әле беҙҙең журнал уҡыусыларына, тимен, бәлки, китапты ҡулына алып тотош уҡырға теләктәре тыуыр. Интернеттан электрон вариантын да эҙләп табырға була. Ә был ҡоласлы, тормош энциклопедияһы булырҙай әҫәрҙә алыр фәһемдәр, тарихи хәтер ярҙарын тоташтырыр мәғлүмәт күпер­ҙәре, илаһи мөхәббәт ҡиссалары, сумыр фәлсәфә күлдәре биниһая…

Бәхет өсөн көрәшергә кәрәкме ни, тиер бәғзеләр. Алма беш, ауыҙыма төш, тип ултырырға түгел инде! Тик ул көрәш мөхәббәтле, намыҫлы булһын. Дөрө­ҫөндә, көрәш тә түгел инде ул, ә яҙмышыңды үҙең күҙаллағанса, йәнең һөйгән йәрҙең иғтибарын тартыу, әүрәтеү, бәлки… “Һөйөү, моғайын, һәр заманда ла кеше өсөн иң ғәзиз, зарури тойғо булып ҡалыр, сөнки фанилыҡ һынау­ҙары аша үтеп, ысын донъяға күскәс тә Әҙәм үә Һауаның Аллаһ алдында аҡланыр сәбәбе лә тик мөхәббәттер …

Алдараҡ әйтеп кителгән “ниҙән ҡур­ҡа улар?” тигәнемә ҡайтанан туҡталып китергә кәрәктер. Ҡара эштән, көн­күреш шарттарының ауыр булыуынан ҡур­ҡаларҙыр? Бөгөнгө заманда йортто ут йәки газ менән йылытырға, һыуҙы өй эсенә индерергә була, улай тиһәң. Минеңсә, ата-әсәләрҙә лә ғәйеп бар: сер түгел, улар балаларын ҡырға ебә­рергә үҙҙәре тырышып тора, быны, беҙҙең кеүек йонсоп көн итмәһендәр, тип аңлата. Ә замана үҙгәрештәрен күрмәйҙәрме? Ҡала кешеләре хәҙер үҙ йортонда йәшәргә, ер һатып алырға ынтыла бит?

Тағы бер нисә етди сәбәпте урап үтеп булмай. Ояһында ни күрһә, осҡа­нында шул, ти халыҡ мәҡәле. Нурияның да ошоға ауаздаш шик-шөб­һәләре бар: “Бердман тигән яҙыусының китабын уҡығайным, шундағы бер кәлимә йөрә­гемә инеп ятты ла тынғы бирмәй. «Әсә­нең бәхетен дә, бәхет­һеҙлеген дә ҡыҙы мираҫ итеп ҡабул итә» – ошонан ғибә­рәт ул һүҙ». Нурия үҙе кеүек йәнтөйә­генән сителмәҫ йәр табырға хыяллана, сөнки атаһының ҡырға китеүен, әсәһе­нең өс бала менән яңғыҙ ҡалыуын кисергән… Яҙыусы юлдары мине күп кешеләр менән осраштыра һәм һөнәри күҙәтеүсәнлегем уларҙың яҙмыштарына иғтибар иттерә. Кейәүгә бармай ултырып ҡалған йәки барып та уңмаған, айырылырға мәжбүр булған ҡатын- ҡыҙҙар менән һөйлә­шеүҙәрҙән миңә тағы ҡайһы бер сәбәптәр билдәле: ҡәй­нә менән йәшәүҙән, ирҙән туҡмалыуҙан ҡурҡыу, мәҫәлән. Әсәһе гелән ҡәйнәһен яманлаған ҡыҙ, әлбиттә, күрәләтә ҡәй­нәле йортҡа атлығып тормаҫ, ә бәғерһеҙ атай менән үҫкәненең кейәүгә барырға йөрьәт тә итмәүе ихтимал. Шуға күрә лә әсәй-өләсәйҙәр ҡыҙ баланы матур өлгөләргә өндәргә, йөрәгенә шом һалмаҫҡа тырышһын ине. “Ҡатындар”ҙа ҡәйнәһе түгел, хатта көндәше менән уртаҡ тел тапҡан Зөлхизә образы күп­тәргә үрнәк булырлыҡ! Йылы һүҙ йыланды йыуашландыра, тигәне лә бар халыҡтың. Ошонда уҡ трилогияның икенсе китабына исем биргән бер мә­ҡәлде иҫкә төшөрөп киткем килә: «Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн». Ғәжәп бит! Йәшлеге менән был һүҙҙәрҙең айышына төшөнә алмай торған ейәнсәре Нурияға ҡартәсәһе аңлата, йәғни бер һөйгәнең өсөн уның туған-ырыуын, күрше-күләнен, атайсалын да яратырһың, үҙ итерһең, хөр­мәтләрһең! Ошондай нәсихәт алған ҡыҙ бала баштан уҡ ҡәйнәһенә асыу тотоп, йоҙроҡ төйнәп тормаҫтыр?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көнкүрештә ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына йәберләнеүгә дусар ителә һәм быға миҫалдар етерлек. Нурияның танышы Земфираның ире­нән туҡмалыуы әҫәрҙә тетрәндергес итеп һүрәтләнгән һәм уның ни өсөн башҡа берәү менән яңынан тормошланырға теләмәүе аңлашыла: «Тәүәк­кәл­ләмәнем, – ти Земфира, – ҡурҡып ҡалдым бит, беләһең. Ун ҡатын-ҡыҙҙың һигеҙе туҡмалып йәшәй, тип яҙҙылар гәзиттә лә. Донъяһы шундай икән дәһә! Ҡайһы бер илдә хатта ҡатынды нисек туҡмау хаҡында закондар бар, ти, мәҫә­лән, Лос-Анджелеста ирҙәргә ҡатынына ике дюймдан да яҫы ҡайыш менән һуғыу тыйыла.
Биш сантиметр тирәһе. Нәҙегерәге менән, әйҙә, ярһынмы?»

Нурия менән шағирә әхирәте Ме­нәүәрәнең диалогы ла торғаны һабаҡ. Яһиллығы арҡаһында Салпа ҡушаматы тағылған әсәһенең һүҙҙәре Менәүәрәне шаҡ ҡатырған:
– Әсәйем иланы-иланы ла әйтеп ҡуйҙы: «Яңғыҙ башың – тыныс ҡолағың, тигәне дөрөҫ ирһеҙ бисәләрҙең. Ир – төрмә икән, йәнең бығаулы. Осоп сығыр инең, ҡанатың һынған...» Нурия апай, яратмаған кешең менән йәшәһәң ге­нәме, әллә, ғөмүмән, ғаилә – тотҡонлоҡмо? Ҡай саҡта анауы амазонкалар иҫкә төшә…
– Һы... Үҙенә күрә бунт, ирек көҫәү етәкләгәндер ул ҡыйыу амазонкаларҙы, эйе. Елдәй азат рухлы булғандар, һыбай елгәндәр. Әммә бит улар ҙа үҙлегенән үҙе ырыу дауам ителмәгәнен аңлаған. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, ҡалҡан тотҡан яугир ҡатындарҙың, эсәр һыу алырғамы йә башҡа берәй мохтажлыҡ менәнме ярға килеп терәлгән караптарға һөжүм итеп, ир-егеттәрҙе әсиргә ал­ғылауҙары хаҡында тарихта мәғлү­мәттәр бар. Күпмелер ваҡыттан караптарын яндырып, әсирҙәрен диңгеҙгә ҡыуғандар – кем ҡотола, кем һәләк була – тәҡдирҙәре. Күрше ҡәбиләләрҙәге ирҙәр менән ваҡытлыса, бала табыу, тоҡом һаҡлау ихтыяжынан, йәрәшеү осраҡтары ла булған. Ул саҡта, ҡыҙ ба­ла тыуһа, үҙҙә­ренә ҡалдырғандар, ир баланы иренә тоттороп ебәргәндәр.
– Легендаларҙа ғына ҡалғандар... Һаман да йәшәһәләр, бөгөн амазонкаларға мөнәсәбәт ниндәй булыр ине икән?
– Ундай йәшәү рәүеше мәңгелек була алмай.
– Нишләп?
– Донъя парлылар өсөн яратылған.
Эйе, был хаҡлыҡты инҡар итерлек түгел – Әҙәм үә Һауа…
Демография күрһәткестәрен яҡ­шыртыр өсөн дәүләт саралар күрмәй, тип әйтеп булмай, күрә: әсәлек капиталы, йорт һалыу өсөн субсидиялар, әле бына декрет отпускыһын оҙайтыу хәстәрләнә. Әммә социология тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, өсөнсө баланы ниндәй шарттар тыуҙырылһа табыр инегеҙ, тигән һорауға күптәр “бер ҡасан да” тип яуап биргән. Тимәк, эш – матди етешлектә генә лә түгел, ә рухи яҫы­лыҡта, тәрбиәлә!
Хөрмәтле уҡыусылар, уйлашайыҡ әле күмәкләп, ифрат та мөһим, ил, халыҡ мәнфәғәтендәге ошо мәсьәләлә һынылыш булдырыуҙың ниндәй юлдары, мөмкинлектәре бар?

Заһиҙә СӘЛӘХОВА әҙерләне.
Читайте нас: