+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
24 Июнь 2021, 10:05

«Күркәм йәштәге» ҡатын-ҡыҙҙарға нисек кейенергә?

Күптән түгел ошолай тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәргәйнем. «Ә был «күркәм йәш» ҡасан башлана һуң?» – тигән һорауға ҡатнашыусыларҙың яуабы төрлөсә булды. Берәүҙәр уны – 60-тан, икенселәр 40-тан һуң, тип һанай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

«Күркәм йәштәге» ҡатын-ҡыҙҙарға нисек кейенергә?
«Күркәм йәштәге» ҡатын-ҡыҙҙарға нисек кейенергә?

Стилист түгел, ә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы булараҡ минең шәхси фекерем шундай: был мәл өлкәнәйеп, үҙеңдең юҡ-бар ҡағиҙәләрҙән һәм ҡалыптарҙан, хатта моданан азат, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ шәхес икәнлегеңде аңлағас килә. Төрлө дәүерҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар был мәлгә төрлө ваҡытта килгән, ҡайһы ваҡыт хатта бер ҡасан да етмәгән. Бына беҙ тәүге мода ҡағиҙәһен килтереп тә сығарҙыҡ: «Үҙебеҙҙе нисек тоябыҙ – шулай кейенәбеҙ».
Тағы ла йәшкә әйләнеп ҡайтайыҡ. Коко Шанель, Софи Лорен кеүек бөйөк ҡатын-ҡыҙҙар, һәр береһе үҙенсәләп, ошондай фекер әйтеп ҡалдырған: 20 йәштәге гүзәллегең – тәбиғәттән, ә 30 йәштә матур түгел­һең икән, бары ялҡаулығың арҡаһында ғына. Ысынлап та, хәҙер, һөйкөм­лөлөккә ирешеү һәм һаулыҡты һаҡ­лау өсөн әллә күпме мөмкинлектәр булғанда, уларҙы үҙ файҙаңа ҡулланыу-ҡулланмау тик теләгеңдән тора. Шулай итеп, моданың тағы бер ҡағи­ҙәһе: «Тышҡы ҡиәфәт өҫтөндәге эш һәр ҡатын-ҡыҙҙы һылыуҡайға әйлән­дерә». Иң мөһиме – ялҡауланмаҫҡа.
Бальзакты илһамландырған йәш­тәге ҡатын-ҡыҙҙар! Барлыҡ стилистар, береһенән-береһе уҙҙырып, һеҙгә тик классик кейемдә йөрөргә, сәсегеҙҙе уртаса оҙонлоҡта ҡырҡыр­ға һәм ҡыҫҡа итәктән бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә. Ә бит барыһы ла бер төрлө түгел, һәр кем донъяға ҡарашы, кәүҙә төҙөлөшө менән айырылып тора. Кейемдең урынына һәм ваҡытына ҡарап һайланыуы ла мө­һим. Ниндәйҙер йәшкә етеү – хөкөм түгел, шуға ла кейем стилен һәр кем тик үҙенән сығып һайларға тейеш. Тимәк, өсөнсө ҡағиҙә: «Ниндәй йәштә булһаң да, кейем һайлағанда уны кейер урынды, үҙеңә генә хас йәм хисен һәм кәүҙәнең үҙенсәлектә­рен күҙ уңында тотоу кәрәк».
Минең бер танышым бар. Күптәр уны, 50 йәштәрҙә булһа ла, бик ҡупшы кейенә, тип уйлай. Ысынында иһә, һеҙгә сер итеп кенә әйтәм, уға әле 40 та тулмаған! Был хәлдә ни эшләргә һуң? Тышҡы ҡиәфәттең биологик йәшкә тап килмәүенең сәбәбе нимәлә?

1. Психологик ҡараштан башлайыҡ. Бая әйтеп үткән ҡағиҙәне иҫкә төшөргәндә, үҙебеҙҙе нисек тойһаҡ, шулай кейенәбеҙ.
Тормош ҡатмарлығынан, донъя мәшәҡәттәренән, етди эштәрҙән йәне һәм тәне менән арыған гүзәл зат йыш ҡына үҙен йәшенә ҡарағанда ҡартыраҡ тоя. Һөҙөмтәлә – ул бик ябай кейенә, мода яңылыҡтарын күҙәтеп барыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар йылдар буйы бер үк нәмәне кейеп йөрөүсән. Ниндәйҙер ир-егеткә оҡшарға йыйынмай, ә тышҡы матурлыҡ өсөн генә кейенеүҙең мәғәнәһен күрмәй.
«Күңеле менән иртә ҡартайыусы» нескә заттың икенсе төркөмөн, сәйерерәк булһа ла, ирҙәре күпкә олораҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәте­үенсә, йәшерәк партнер йылдар дауамында олорағына тиңләшә. Был, әйткәндәй, енескә ҡарамай. Шуға ла үҙен 55 йәштәгеләй тойған 40 йәшлек ҡатындың гардеробы ла оло йәштәгенеке кеүек була.

2. Тышҡы ҡиәфәттең биологик йәшкә тап килмәүенең, йәғни ҡатын-ҡыҙға олораҡ йәш биреүҙең, тағы бер сәбәбе кәүҙә һәм бит-йөҙ төҙө­лөшөнә бәйле.
Артыҡ ауырлыҡ йәки ауырыуға һабышҡандай ҡаҡсалыҡ, арҡаның көмрәйеп, яурындарҙың төшөп торо­уы, төшөнкө ҡиәфәт – былар барыһы ла йәш өҫтәй. Ыҡсым, йыйнаҡ буй-һынлы, яурындарын тура тотҡан ғо­рур ханымдар иһә күпкә йәшерәк кү­ренә. Йыш ҡына кәүҙәбеҙҙе боҙорҙай күңелһеҙ ваҡиғалар беҙгә һиҙелмәй генә үтә, ә үҙебеҙ көҙгөлә шул уҡ йәш ҡыҙҙы күрәбеҙ. Ысынында иһә, йыл артынан йыл үтә, ауырлығыбыҙ арта бара, йыйырсыҡтар ҙа өҫтәлә. Шуға ла, әле һуң булмаҫ борон, косметологик ғәмәлдәрҙе атҡарып, физкультура менән шөғөлләнеү бик яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк.
Бер юлы егерме йылға йәшәрергә тырышыу кәрәкмәй, ә йыл һайын үҙгәреп тормай, бер кимәлдәрәк ҡалыу бик тә мөмкин. Матур хыялмы? Ул хыял тормошҡа ашырлыҡ.
Шулай ҙа оло йәштә лә йәшерәк күренеүҙең бер нисә ысулын әйтеп үтәйек.
Кейемде буй-һыныңдың отошло һәм кәмселекле яҡтарын иҫтә тотоп һайларға кәрәк. Кәүҙәгеҙҙең төҙөлө­шөн өйрәнегеҙ һәм уның ваҡыт үтеү менән үҙгәреүен дә танығыҙ, бары­һын да ысынбарлыҡ күҙлегенән баһа­лағыҙ. Йәшерәк күренеү өсөн бер сиктән икенсеһенә һикереү мәғәнә­һеҙ күренә һәм, киреһенсә, йәш кенә өҫтәй.
Кейемдең тирә-яҡ мөхиткә һәм миҙгелгә тап килеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, шортыны ҡалала хатта эҫелә лә кейеү урынһыҙ, ә баҡсала ул алыштырғыһыҙ. Был һүҙҙәр һылашып торған трикотаж сарафан һәм футболкаларға ла ҡағыла.
Аҡһылыраҡ һәм бер төҫтәге кейемдәр – йәшерәк, ә сыбар, ҡарағусҡыл һәм сағыу кейемдәр олораҡ күрһәтер.
Йәштәр бижутерияһынан баш тартып, күркәм, әммә артыҡ күҙгә салынып бармаған, мотлаҡ ҡиммәт булмаһа ла, кейемгә һәм үҙегеҙгә тап килгән биҙәүестәрҙе һайлағыҙ. Инде мода түгел, ә һеҙҙең шәхси стилегеҙ хакимлыҡ итергә тейеш!
Олоғайған һайын прическаға нығыраҡ иғтибар биреү кәрәк. Йәш ҡыҙҙарға иртән сәсен тарап ҡына эшкә йүнәлһә лә килешә, ә һеҙгә инде хәҙер көн һайын сәсегеҙҙе бөхтә итеп ҡуйыу кәрәк. Ипле, артыҡ сағыу булмаған маникюр хаҡында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп була. «Зауыҡ ҡысҡырмай, ә шыбырлай ғына» – Коко Шанелдең был һүҙҙәрен тормош саҡырыуы итеп алһағыҙ ҙа була.
Аҙыраҡ, әммә яҡшыраҡ – быныһы кейем-һалымға ҡарата. Уларҙың һаны, күләме аҙ булһа ла, сифаты һәм килешлелеге менән алдырырға мөмкин. Гардеробығыҙҙа бар нәмәләр бер-береһе менән тап килә, осраҡлы әйберҙәр юҡ.
Туфли, сумка, башҡа аксессуарҙар – һеҙҙең «ауыр артиллерия». Аҡсағыҙ­ҙы тап ошо нәмәләргә сарыф итеп, тик оторһоғоҙ ғына.

Наилә ИҪӘНОВА.
Автор:
Читайте нас: