+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
15 Июнь 2021, 14:47

Яҡшы менән яман

ХикәйәУның тураһында беҙ, бала-саға, ул саҡта әллә нәмәләр белмәнек, шуға йәйелдереп һөйләп тормаһаҡ та була. Әммә аты сыҡҡас, эш урыны телгә эләккәс, ситләтеп үтеп булмай. Килде-китте генә әҙәм булһа, ҡул ғына һелтәп, иғтибарға ла алмаҫ инек, әммә бик эшлекле кеше ине председатель бабайым.Шуға, рәхим итегеҙ, Хан бабай.

Атһуйырға, йә күрше ятҡан башҡа ауылдарға килеп, исемен генә әйт, бөтә халыҡ бер булып ҡулын һелтәп һөйләп бирер.
Әәә, Ханмы, тиерҙәр... О-о-о, уның кеүек башлы кеше яҡын-тирәлә булдымы икән? Нисә йылдар ауыр замандарҙа власть булып торҙо. Көр тауышы менән яңғыратып бер ҡыс­ҡырһа, өс ауыл тораташтай ҡал­ҡып баҫыр, Хан ағай, Хан ағай, тип өлтө­рәп һәр һүҙен еренә еткерер ине.
Дилбегәне бына шулай, тип ус­тарын йомарлар кешеләр, ҡыҫып тотто. Бик тә аҡыллы, ҡаты холоҡло, кешеһенә ҡарап, хатта уҫал әҙәм ине, тип тә өҫтәр ҡайһылары. Беҙҙең колхоз, тип ғорурланып дауам итерҙәр, районда иң алдынғыларҙан һаналып, хөкүмәткә ылау-ылау ашлыҡ, мал оҙатты. Ни әйтһәң дә, хөрмәт итә беҙҙең халыҡ ҡаты ҡуллы етәксе­ләрҙе!
Тик ниндәй бормалы булғандыр инде ул ылауҙарҙың юлдары, әммә беҙ үҙебеҙҙең магазинда бер ҡасан да икмәк тә, ит тә күреп үҫмәнек. Тик бында Хан бабайымдың һис кенә лә ғәйебе булмағандыр, тип уйлайым.
Мин белгәндә ул буйға оҙон да, ҡыҫҡа ла түгел, төптән йыуан, муйы­ны-башы бер, әсәһе Бибикамал инәй­гә оҡшап, оло йәштә булһа ла, табаҡ бите уттай янып, холҡо кеүек шырт сәсе ҡыҫҡа итеп алынып, тер­пе кеүек тырпайып, «авторитет»ы һиҙе­леп, бүксәйеп сыҡҡан, теүәл бер центнер тартҡан дастуйын кеше ине.
Әммә... мин белгәндә ул бер кем дә түгел ине, Хан бабай һәм шуның менән вәссәләм. Председателлектән алдылар, партиянан төшөрҙөләр. Сәбәптәре булғандырмы, юҡтырмы... Тапҡандарҙыр инде уныһын ғына, әллә ни ҙур аҡыл кәрәкмәй. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, ул ҡайҙалыр хат яҙып, партия билетын кире ҡайтартып алды. Нимәгә кәрәк булғандыр инде бабайыма ул дөкәмит. Ҡәберемә ҡыҙыл йондоҙ ҡуймаҫтар, тинеме икән?
Быны аңлар өсөн Хан бабайҙың үҙе булып, һуғыш ваҡытында ун биш йәштән туҙан йотоп, көнө-төнө трак­торҙан төшмәй ҡара ер аҡтарырға, шәп малай икәнлеген күрһәткәс, партия ағзаһы булып китергә, шунан бригадир итеп үрләтелгәс, һәр бер кешеһенең күңеленә юл табып, план үтәргә, ә был һүҙ артында – йоҡоһоҙ төндәр, ҡара көҙгә хәтлем ел ыжғыр­ған осһоҙ-ҡырыйһыҙ яландар, оҙон-оҙон юлдар... Аҙаҡ, түрәләрҙең ыша­­нысын аҡлағас, тыуған ауылы ла ҡараған колхозды етәкләп, уны район­да иң алдынғы хужалыҡҡа әйләнде­рергә кәрәк.
Ошо һикәлтәле оло юлды үткән тағы бер кеше табылған хәлдә, ул барыһын да аңлатыр, был ваҡиғалар­ҙан һуң уның күп тә йәшәмәй сиргә һабышып, аръяҡҡа китеп барыуының сәбәбен дә төшөндөрөп бирер. Әммә «буйыбыҙ үҫһә лә, уйыбыҙ үҫмәй», ул осор, беҙгә шулай һорау өҫтөнә һорау өҫтәп, үтте лә китте. Ҡәберлектә генә, эх, бабайҙар, үҙегеҙ менән ниндәй серҙәр алып киттегеҙ һеҙ, тип, ташҡа уйылған йөҙҙәренә текәлеп, уйланыр­ға ғына ҡалды.
Заманында уның урынынан төшө­рөлөүе, партбилетын үҙе теләп бир­мәүе, барыбер һүҙендә тороп ағза бу­лып ҡалыуы – ололарҙың теленән төшмәне.
Әсәйемдең:
– Хан абзыйым ҡара көйөп йөрөй, – тип ҡат-ҡат уфтанғаны ғына хәтерҙә уйылып ҡалған.
Беҙҙең колхозға ҡайҙандыр ситтән бер ағайҙы килтереп ҡуйҙылар. Ул кеше өҫтән төшөрөлгән председател­дәрҙең тәүгеһе генә булды, артынан ҡалғандары теҙелеп китте.
– Ҡатырға сумаҙан менән ҡаҙ муйыны ғына булып киләләр ҙә, үңәстәре үгеҙҙеке кеүек булғас, ылау менән ҡайтып китәләр, – ти ине улар хаҡында атайым.
Әммә уныһы икенсе тарих.
Хан бабайымды һөйләп, уның ҡатыны Әнисә тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәһәк, хәбәребеҙ ярты-йорто булыр. Сөнки Ханды Хан иткән ул ине бит. Тормошоноң терәге, туғыҙ балаһының әсәһе.
Тракторсылар бригадиры уттай янып торған Хужаға, өҫтәмә көс итеп, Ямашта саҡ курс тамамлаған Паша Ангелинаның йөҙ мең әхирәтенең бәләкәй генә бер өлөшөн – ун бер бөртөк йәш кенә ҡыҙҙы ебәрәләр. Тәүгеләре янына икенсе ағым булып яңылары килә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған бригада төҙөйҙәр. Шулар ара­һын­да буй-һыны ҡойоп ҡуйғандай, аҡһөйәк ҡыҙылай аҡҡош муйынлы, ап-аҡ битле, ҡара күҙҙәре осҡонланып балҡып, барыһынан да айырылып тор­ған Әнисәне бригадир итеп ҡуялар.
«Фордзон» – тимер тәгәрмәсле, ка­би­наһыҙ ҡорос ат наҙлы ҡулдарҙы бик тыңламай, йә ҡабынмай, йә һүнмәй ти­гәндәй. Ҡыҙҙар әйләнә лә, әле уны­һын төҙәтеп бир, әле быныһын тип, тәж­ри­бәле ир-егеткә килә. Әнисә, әл­биттә, ул-был була ҡалһа, Хужаға йүгерә.
Көслө кешенең тойғолары ла та­шып тора. Әгәр Хужа һуҡыр, һаңғы­рау ҡалған, йә әҙәм затынан булмаһа, ул Әнисәләге матурлыҡҡа иғтибар итмәҫ, моңло тауышын ишетмәҫ, ҡыҙ күренеү менән йөрәге дөп-дөп типмәҫ тә ине. Әммә бәхеткә ҡаршымы, бәхетһеҙлеккәме, иң үткер күҙ, иң сос ҡолаҡ була Хужала, ә инде уның ир затының аҫылы икәнен дә әйтһәк, ни эшләп ул ураҡ тамамланғас МТС-тан ауылға Әнисәне эйәртеп алып ҡайтҡа­ны, ә сибәр апайҙың уға эйәреүе аңла­шылыр. Тик суҡлы кәшемир шәлен муйынына ҡыҫып бәйләгән ҡыҙҙы шатланып ҡаршы алыусы булмай, сөнки үрге оста ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өйҙә был ваҡытта тап Хужаның бала сағындағы килеш-кил­бә­тен ҡабатла­ған бәләкәс кенә малай йүгереп йөрөй, тәбәнәк буйлы, йоп-йом­ро ҡатыны икенсегә ҡорһағын бу­ша­­тырға йыйына.
Бындай осраҡта ауылдың нисек геү килгәнен һөйләп тормаһаҡ та була. Берәүҙәре Хужаның никахланған ҡатыны Гөлсирәне йәлләй, икенселәре иргә ышанып эйәреп килгән Әнисә­не… Олораҡтар, була торған хәл, элек ирҙәр өсәр ҡатын алып, бына тигән йәшәгән, тип тә ебәрә. Элегерәк, бәлки, өсәүҙе алып та торғандарҙыр, тип ҡаршы килә йәшерәктәре, әммә хәҙер бит яңы тормош. Партия ағзаһына ике ҡатын рәзе ярай?
Ярамай, ярамай… Тик ғашиҡтар ғына ярамайға ҡарамай, Хужа, холоҡ-фиғеле фәрештәнеке, төҫө-башы һыу һылыуыныҡылай ҡатынын, туҡтамай ҡойған көҙгө ямғырҙан брезент плащ менән ҡаплап, МТС-тан егеп килгән тырантасҡа ултыртып, ҡара таңдан кире китә. Уларҙы оҙон юл көтә, сөнки ике бригадирҙы ла һуғыштан һуң тәүге мәртәбә ойошторолған ауыл хужа­лығы алдынғыларының йыйылышына ебәрәләр.
Хужаның атаһы, дини ҡарт, әлеге лә баяғы ярамай, ярамай тип, йәш­тәрҙең ай-вайына ҡарамай, уларға никах ҡына уҡып өлгөрә.
Тик Бибикамал инәй генә бик кө­йә, тәүге килене менән әллә ни бор­саҡтары бешмәһә лә, ейәне йәл була уға.
Риза түгелмен, риза түгелмен, тип илай тәүге килен Гөлсирә. Иренә булған һөйөүен шул сәғәттә нәфрәткә әйләндереп, ҡарғанырға тотона. Күрәһең, башҡаға көсөнән килмәй. Кешеләр бит төрлө-төрлө, берәү башҡаның мөхәббәте менән эсендәге туймаҫ бушлыҡты тултыра, икенсеһе, киреһенсә, үҙе мөхәббәттән сайпыла.
Әммә беҙҙең һүҙгә һаран яҡта бер кем дә улай тип торманы, матур һүҙҙәрҙән һалдырманы, бына, тине­ләр, Хужа бисә өҫтөнә бисә алды, партия ҡушмаһа ла, ике балалы итеп Гөлсирәне ташлап сыҡты…
Әҙәмдең ҡылығын аңлау өсөн күңел тарлығы ҡамасаулағандыр, шу­лай итеп, Хужаның дыуамал мөхәб­бәте арҡаһында күрше генә торған ике нәҫел дошманлашты ла ҡуйҙы. Иҫән­ләшмәнеләр ҙә.
Ни эшләп тап уға өйләнгәндер? Бик ҡыҙыҡ кешеләр ине тишек кәмәгә ултырып ҡалған ҡоҙалар. Төп ҡоҙа, етмеште уҙған ҡарт, матур итеген кейеп, йорто алдына сығып тора, күпмелер уңға-һулға күҙ һалып ары-бире атлай ҙа, тиҙ генә өйөнә инеп, уны сисеп ҡуя, йәнәһе, күрегеҙ, ниндәй шәп әйбере бар Әхмәҙейҙең.
Күрше генә торғас, аралашып йә­шәгәндәрҙер, элекке ғәҙәт буйынса ололар, ваҡыт һиңә, улым, әллә ҡайҙа йыраҡҡа йөрөп мәшәҡәтләнгәнсе, әйҙә, күрше ҡыҙын ғына алайыҡ та бирәйек, тигәндәрҙер. Йәштәрҙе өйләндергәндәр ҙә, вәссәләм. Ҡыҙҙың нәҫел-нәҫәбе, хәлле генә кешеләр, ике яҡ та бер булып, өй ҙә һалып бир­гәндәр. Үҙенә күрә мөхәббәт тә булғандыр. Әммә шуныһы ла бар бит: тойғо ул, шул тикле ваҡытлы әйбер, яңы күлдәк кеүек уңа ла ҡуя, кемдеке-кемгә, билдәле.
Хужа бабайымдың да холҡо хәтәр булғандыр.
Гөлсирәнең артынан әсәһе бәләкәй генә бер суйын ебәрә. Йәш ҡатын көнө буйы ата-әсәһендә ҡунаҡта ултыра икән, кис ире эштән ҡайтыр алдынан ғына, әсәһенән әҙер ашты шул суйынға ғына һалдырып, ашъяулыҡ менән ҡаплап, күтәреп өйөнә алып ҡайта. Бер ҡыҙғанда Хужа был суйынды тотҡан да:
– Ни эшләп был аш өйҙә бешмәҫкә тейеш, – тип тышҡа бырғытҡан.
Гөлсирә ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өйөндә ғүмер итте. Хужа бабай тәүге ғаиләһен бөтөнләй ташлап ҡуйған, тип уйламайым, йәшерен-батырыны юҡ, ике ҡулында бөтә колхоз байлығын йомарлап тот­ан кеше, уларға ла өлөш сығарғандыр. Гөлсирә, өйөн йылытам тип, бер үҙе утын бысып йө­рөмәгәндер, бала сана менән урмандан бесән ташымағандыр, ауылда бит шуныһы – утыны, бесәне. Йөрәк яныуын, көлгә ҡалыуын иҫәплә­мәгәндә, ығы-зығы тормош ҡыштыр-ҡыштыр булһа ла, әкертен алғамы, артҡамы тәгәрәй. Ә йөрәк… Нимә инде ул йөрәк? Һуңғы көсөнә тиклем тарта, тарта ла шартлап һына. Һынғансы өнө лә сыҡмай. Гөлсирә лә шулай, шарт­лап һынғансы, өнһөҙ-тынһыҙ ғүмер итте.
Ике ул үҫтереп, ауылды геүләтеп туйҙар яһаны, килендәрен дә ошо урамға төшөрһә лә, йәштәр үҙҙәре донъя ҡороп, яңы урынға күсенде, әбей генә беҙҙең күрше булып йәшәй бирҙе. Әсәйем уны, еңгәм, тип ҙурлап, беҙҙе йә бәрәңге ултыртышырға, йә күмешергә кертеп ебәрҙе, йә, әбейегеҙ беләген һындырған, тип һыу ташыт­тырҙы. Үҙебеҙ ҙә ғәҙәт буйынса, был өйҙөң тупһаһын йыш тапаныҡ. Бер ҡараһаң, йәл дә ине Гөлсирә әбей, үҙе лә ташланған ҡатын яҙмышына риза булмағандыр. Әммә ул бик бирешмәне, ни эшләһен, балаларына, аҙаҡ ейәндә­ренә күңелен йыуатып йәшә­гәндер. Бы­н­дай саҡта ҡартинәйем: «Ир – бә­хет түгел, таҙалыҡ – бәхет», – ти ине.
Ә бына Хан бабайымдың икенсе ҡатынына булған мөнәсәбәтенең буяуы уңманы, ғүмер буйы янып торҙо.
Әнисә әбей, яҡшы-яманын тиң йотоп, михнәтенә лә бөгөлөп төшмәй, рәхәтенә лә үрле-ҡырлы һикермәй, сабыр ғүмер итте. Ниндәй аҫыл заттан булғандыр? Ғүмере буйы төҫөн ташламаны, һәр ваҡыт бөхтә кейенеп, кәүҙәһен тура тотоп, башын юғары күтәреп йөрөнө. Ҡартайһа ла, әбейгә әйләнмәне.
Туғыҙ балаһы туғыҙ урында оя ҡорҙо, бала-саға тиҙәр, сағып ут йотторған саҡтарында ла сабыр әсә, дилбегәне үҙ ҡулына алып, ыштраф һалынған малайҙарын елтерәтеп, ҡорһағы бүлтәйә башлаған буласаҡ киленен ҡәйнә мендәренә баҫтырып, ғаилә ҡорҙорҙо, атай итте.
Ә ниндәй яҡтарҙан, ниндәй әҙәмдәрҙе ҡунаҡ итеп тәрбиәләргә тура килмәне уға…
Хужа, өс ауылға байрам яһап, саҡы­рыр ине әртистәрҙе: атаҡлы йырсы­ларҙы, бейеүселәрҙе, ҡурайсы­ларҙы. Төпкөл ауыл булһа ла, береһе лә Атһуйырҙы урап үтмәй. Шундай ҙа шәп председателдәр власта торғанда, халыҡҡа билет-фәлән алып мәшәҡәт­ләнеп тә тораһы юҡ, алдан хаҡы түлән­гән, ултырғысыңды ғына онотма. Элек­ке әртистәр бик ҡыйбат булмағандыр, күрәһең.
Балтасылар бригадаһы клуб алдында киң таҡталарҙан сәхнә ҡағып маташҡанда, Хужа ҡунаҡтарҙы, Һоя буйҙарына алып төшөп, балыҡ ҡар­маҡлата, Тирмән тауына мендереп, бер йырлата, бер бейетә, шишмәгә килтереп, һыуын ауыҙ иттерә. Әнисә әбе­йемдең шартлап торған мунсаһынан һуң ҡыҙарып-бешеп торған әртистәр, Атһуйырҙың дәртле егеттәре әсе итеп һыҙғыра башлағас ҡына, ялындырып спектакль башлап ебәрә. Инде лә Диуананың: «Тәңкәбикә, байбисә, бөркөт балаларын оянан тибеп тө­шөрҙө…» – тип ҡысҡырыуы була, башта йәшене өндәшмәй генә, офоҡ­та ялт-йолт уйнап, дөбөр-шатыр күк күкрәп, ямғыр ҙа яуа башлай… Халыҡ та, ултырғыстары менән баштарын ҡап­лап, дөбөр-шатыр өйгә саба.
Поезды тып туҡтатҡан, машинаны өҫтөндә тотҡан, муйыны-башы бер, мускулдары һимеҙ балыҡтай уйнап торған, ҡарағайҙай Мурзин батырҙы ла алып ҡайта Хужа Атһуйырға. Сәхнәлә бер егерме кешене ултыртып, зыр әйләндерә бәһлеүән.
Уларҙы бит ашатырға кәрәк. Ҡунаҡ ҡарамаған кеше генә белмәй. Ҡара­ғандары, түҙемлек бир был Әнисәгә, әле генә ниндәйҙер эш менән районданмы, өлкәнәнме етәкселәр килгән ине, өс көн үтмәне – алпауыты, тиҙәр. Һуңғы­һын­­да Әнисә:
– Нимә бешерәйем? – ти.
– Үҙенән һора! – ти ҙә, үҙе лә аптырай Хужа, бәһлеүәндәрҙең нимә ашағанын кем белә инде?!
– Шунса-шунса күкәй һытып һалма баҫ, аҙаҡ бер ҡаҙан итеп һөттә генә бешер!
Йүгерә Әнисә биҙрәһен тотоп Ғәтиәт ҡартҡа, унда тауы-ы-ыҡ… Көн дә бер биҙрә йомортҡа тыпҡытып ҡына торалар. Ә Хужаның туғыҙ бала, ҡайҙан нимә торһон!? Көнөнә һәр тауығы берҙе түгел, биште һалһа ла, йылп итеп ҡалыр.
Болғата-болғата бешерә хужабикә бер ҡаҙан һалма, бәһлеүән шуны… ашап бөтөрә. Бер ҡаҙанды бер юлы түгел, әл­биттә. Бер-ике тәрилкәне түңкәреп ҡуй­ғас, сығып йөрөп килә, бер аҙҙан тағы бер-ике тәрилкәне ҡаплап ҡуя… Шулай ҡаҙандың төбөнә төшә лә, артынан самауырҙы йыҡҡан­сы баллап сәй эсә.
Батырға ла ял кәрәк, йыйына ҡунаҡ ҡайтырға. Элекке мәсет алдына уны оҙатырға халыҡ ағыла. Күңеле булған бәһлеүән хушлашҡанда тағы бер тамаша күрһәтергә йыйына. Дүрт-биш метр оҙонлоғондағы пятидесятка иҙән таҡтаһын уның өҫтөнә ҡуялар, ауыл кешеләре «Ах» та «Ух» иткәнсе, шунан шатыр-шотор йөк машинаһы ла үтеп китә. Таҡталарҙы алыу менән ике ҡулын күтәреп, Мурзин да тамашасылар алдына һикереп баҫа. Аллаға шөкөр, быныһы.
Беҙҙән киткәс, ҡайҙалыр ул шундай уҡ әкәмәт күрһәтмәк була, алда әйтел­гән­сә, ергә һуҙылып ята, уның өҫтөнә тап шулай һәм тап шундай таҡта һала­лар, дөбөр-шатыр өҫтән машина ла үтеп китә, әммә батыр ғына халыҡ ал­дына һикереп тормай, ә кешеләр ҡул сабыр урынға «Ах» та «Ух» ти, ярҙам­сы­лары йүгереп янына килә, яһалма тын алдыра, кемдер мед­пунктҡа саба – шу­лай бәһлеүән машина аҫтында мәң­гелеккә тороп ҡала. Урыны ожмахта бул­һын, әммә беҙҙең һүҙ әбейем хаҡында.
Бына ниндәй дан кешеләр булды беҙ­ҙең Әнисә әбейҙең ҡунаҡтары араһында.
Ишектән ингән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, өйө мәңге ялт итеп торҙо, аш-һыуҙың йән төрлөһөн әҙер­ләне.
Ғаиләлә табаҡ-һауыт шалтыраған саҡтары ла булғандыр.
Бер уйламағанда ҡысҡырып иҫән­ләшеп, таң ҡояшылай балҡып беҙгә Әнисә әбейем килеп керҙе.
– Эй, еңгә, маҡтап ҡына йөрөйһөң, – тип ҡаршы алды уны әсәйем. Беҙ әле генә төшкө аш ашап, саҡ табаҡ-һауыт йыйыштырып, әсәйем үҙе ҡулдарын таҫтамал­ға һөртөп хәл алырға ғына ултыр­ғайны.
– Бына сәй эсеп алырға йыйынып торабыҙ, ашыбыҙ ҙа етешкән, итем дә йылы ғына, – тип ул тиҙ генә самауырын ҡуйып ебәрҙе лә өҫтәлгә ризыҡ теҙҙе, аш бүлеп ҡуйҙы.
Атайым да ҡунаҡ яғына сығып, улар бик оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырҙы. Аш та ашалды, сәй ҙә эселде. Һәр яҡтан бала­ларҙың ҡайһыһы ҡайҙа, ниндәй эш ме­нән мәшғүл булғаны асыҡланды. Көтөү килер алдынан ғына ҡунаҡ ҡайтып кит­те. Бындай хәлдәр, көтмә­гәндә Әнисә әбейемдең беҙгә килеп ултырыуы йыш булмаһа ла, хәтерҙә ҡалған.
– Ни эшләп әбейем йомошһоҙ беҙгә килгән? – тип һорауыма, әсәйем:
– Э-э-й, бабайыңдың холҡо… – тип ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.
Нимә тураһында ғына һөйләмәне, әммә әбейем ауыҙын асып ирен яманлап бер һүҙ әйтһәсе.
– Сирләп тора, көҙгә, бәлки, дауаханаға барып ятыр. Эйе, эйе, шул сире менән интегә.
Бына шундай ҡатын менән көн итте холҡо бик хәтәр булған минең бабай.
Ул һуңғы йылдарҙа бик яман сир менән йонсоно – елкәһен сәйер шеш баҫып алды, муйынын ҡыбырлата ал­май, йәнәшәһендәге кеше менән һөй­ләш­кәндә лә, саҡ ҡына башын борор урынға, бөтөн кәүҙәһе менән әйләнер ине. Уларҙы бабайымдың түҙемле һәм сибәр ҡатыны Әнисә әбей әллә нин­дәй һаҫыҡ дарыу менән көн дә һылай, ә улар оялағандай, береһе артынан икенсеһе сығып торҙо. Әллә Гөлси­рәнең, Хужа­ның муйыны ғына борол­һон, тип ҡар­ға­уын, өҫтә ултырғандар яңылыш аңлап, үҙҙәренсә шундай ҡаза ебәрҙе. Ошо сир уны тамам интектереп, теге донъя­ға алып китте.
Яҡшы кеше ине беҙҙең тәүге председатель, ә ҡатындары бына шундай булды.
Хәлдән килгәнсә маҡтайыҡ әле Хан бабайымды. Ошо сәғәттә сират кү­перендә тапанып торған йәненә, мөмкин булһа, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, бәлки, яурындарының ике яғында ултырған ҡанатлы фәрештәләр яҙып тултырған китаптарҙың ағы яғына өҫтәлер һәм үлсәмдәге ҡараһының ауырлығын еңер. Иблестәр менән тамуҡ ҡына түгел, ожмах та тулған заманда, кемдең кем икәнен сират күперенән үткәреүсе Хоҙай Тәғәлә хөкүмәте хеҙмәткәрҙәре бик асылына төшөп тормаҫ. Бер ҡояш аҫтында йәшәмәһәк тә, талапсанлыҡ унда ла етмәйҙер, хәлдәр шулдыр. Саҡы­рыр­ҙар ҙа, һорау ҙа ала башларҙар.
– Халыҡ әйберенә теймәнеңме? Тол ҡатындарҙы рәнйетмәнеңме? Үлсәүҙә­рең кәм күрһәтһә лә, арттырып әйт­мәнеңме?
Аңын-тоңон белмәй «коммунист» тип маңлайына мөһөр һуғырҙар ҙа, әле генә утын өҫтәнек, рәхим ит, иптәш, тамуҡҡа, тиерҙәр.
Коммунист булды бабайым, ҡәбе­рендә йондоҙо ла балҡып тора. Был йәһәттән унда ҡағиҙәләр ниндәй­­ҙер, бер кем дә ҡайтып һөйләмәгәс, әйте­үе ауыр. Әммә яҡшы менән яманды айырғанда ошо ғынамы икән төп билдә?!

Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.

А. ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: