+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
7 Июнь 2021, 10:18

Уҡытыусы булып тыуған ул

Алтылағы – алтмышта, тиҙәр. Ғәмһеҙ бала сағындағы тормошҡа һөйөүе, кешеләрҙе яратыуы, матурлыҡты күрә белеүе, сикһеҙ тырышлығы, яңыға, яҡтыға ынтылышы ғүмере буйы оҙата килә Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхинаны. Быйыл туҡһанын тултырған абруйлы уҡытыусы бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреү­гә арнаған. Данлыҡлы 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) төрлө йылдарҙа уҡығандар остазының дәресен һағынып иҫкә ала. Был уҡыу йортонда ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, ысын мәғәнәһендә, шағир теле менән әйткәндә, «һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала» ул. Уҡыусылары бөгөн дә онотмай, байрам һайын ҡотлай, шылтыратып, килеп хәлен белешеп тора.

«Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Хоҙай тарафынан уҡытыусы итеп яратылған­дыр», – ти уның дәресендә булғандар. Юғары уҡыу йорттарында һынау тотҡанда хатта Яхинаның уҡыусыла­рына айырым мөнәсәбәт тыуа – улар бер ҡасан да насар билдә алмай, һынатмай, фәнде белмәүе мөмкин түгел. Уҡытыусының үҙен дә вуздарға имтихан алырға саҡыралар.
Был тиклем хөрмәт ҡаҙаныр өсөн үҙ фәнен яратыуы һәм уҡыусыларына белем тауына үрләргә ярҙам итеү теләге генә етмәгәндер, уларҙың күңел торошон аңларлыҡ һиҙгерлек тә, талапсанлыҡ та, эшеңә ижади ҡараш та, яуаплылыҡ та кәрәк булғандыр. Балаларға күпме күңел йылыһын, йөрәк көсөн һалған мөғәллимә. Ә бит ул, уҡытыусы һөнәрен һайлармын, тип уйламай ҙа, хыялдары башҡасараҡ була.
Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ҡыҙы Мәхтүмә Яхинаның ғәм­һеҙ бала сағы ата-әсәһенең ҡосағында, туғандары менән үткән. Яҡындары – киң эрудициялы, егәрле, изге күңелле кешеләр. Әсәһе Вазифа – мулла ҡыҙы, боронғоса уҡый-яҙа белә. Кистәрен балалары менән күмәкләп әкиәт уҡыйҙар, шиғыр һөйләйҙәр. Атаһы иһә тарих менән ҡыҙыҡһына. Борондан килгән шәжәрәләрен күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Ғаилә тарихын бәләкәс Мәхтүмә хәтеренә уйырға тырыша ул. «Тарих менән ҡыҙыҡһын­ғанымды күргәндер инде, тап миңә һөйләй торғайны, – тип иҫләй Мәх­түмә Ислам ҡыҙы. – Физика буйынса китмәһәм, мин тарихсы һөнәрен һайлаған булыр инем». Нәҫел-нәсәбен барлап, шәжәрәгә туғандарын өҫтәй, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә яҡындарын белеп, ғорурланып йәшәһен, тип тырыша.
1932 йылда ғаилә Раевкаға күсә. Ете йәшен тултырған Мәхтүмә шунда беренсе синыфҡа бара. «Бала саҡ» тигәндә иң тәүҙә һәйбәт уҡырға тырышыуы хәтеренә төшә. Бушҡа булмай тырышлығы – мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай. Мәскәүҙә, авиация институтында уҡырға, тигән теләге һуғыш арҡаһында бойомға ашмай ҡала. Ә бит уҡырға алыныуы хаҡында хат та килгән була... Шулай ҙа ҡәһәрле һуғыш юғары белем алыу хыялын юя алмай – Өфөгә юллана. Башҡорт дәүләт университеты­ның физика һәм математика факультетында уҡыу йылдары – үҙе бер тарих. Ятаҡта һәр береһенә икешәр таҡта тотторалар: шуны бысып, үҙҙәренә йоҡлап йөрөргә һике яһайҙар. Тауар поезына эләгеп тыуған ауылына ҡайтып йөрөүҙәре, ашарға, кейенергә еткереүҙәре... Беренсе курста саҡта, 1943 йылда, атаһы ауырып вафат була. Күп тә үтмәй, әсәһе лә фажиғәле донъя ҡуя. Фәриҙә һеңлеһе менән Рауил ҡустыһын Мәскәүҙә йәшәгән Талип ағалары алып китә һәм балалар йортона урынлаштыра.
Тормош үҙе сыныҡтыра, үҙе рухын нығыта балаларҙың. Яҙмыш сибек ке­нә үҫмерҙәрҙән илһөйәр, көслө шәхес­тәр яһай.
– Шул ауырлыҡтар беҙҙән кеше яһаны, тормошҡа, бирелгән ғүмергә яуаплы ҡарарға өйрәтте, – ти Яхина.
Һуғыш ваҡыты, тип кенә имтиханын бирә алмағандарҙы йәлләп тормайҙар. «Беренсе курста 43 кеше булһаҡ, өсөнсө курста 6 – 8 студент ҡына ҡалды», – тип хәтерләй Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Физиктар менән математиктарға бүлергә кеше лә ҡалмай. Был йылда уҡыусыларҙы барыһын да физик итергә булалар. Шулай итеп, самолеттар төҙөргә хыялланған ҡыҙыҡай, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, физика уҡытыусыһы булып сыға.
Көтөп торған атай-әсәй юҡ, туғандары балалар йортонда, өйҙәре һатылған... Тыуған еренә ҡайтмай, Сибай ҡалаһына эшкә юллама ала ул. Тик, ауырып, тәғәйен көндө бара алмай ҡала. Октябрьский ҡалаһына эшкә урынлаша. Кейәүгә сыға. Тормош иптәше Шамил Хисаметдиновты партия ҡушыуы буйынса Өфөгә ебәрәләр. Баш ҡалала бер йыл институтта математика кабинетында лаборант булып эшләгәс, Мәғариф ми­нистрлығына юллана Мәхтүмә Яхина. БАССР мәғариф халыҡ комиссары С. Р. Әлибаев, уға байтаҡ һорауҙар биргәндән һуң, автобиографияһын тултыртып, ҡайтарып ебәрә. Бер нисә көндән уны 9-сы мәктәп-интернатҡа эшкә алалар.
1949 йыл була был. Мәктәп-интер­наттың Красин урамындағы йортҡа күскән сағы. Һуғыштан һуңғы юҡлыҡ. Аталары фронтта вафат булған гонаһ­һыҙ балаларҙың тырышып-тырмашып белем алырға ынтылыуҙары. Яҡты киләсәккә ышаныс, рух күтәренке­леге... Ул йылдарҙағы мәктәптә уҡытыу шарттарын күҙ алдына килтереү ҙә ауыр. Дәрестәрҙә тәжрибәләр үткәреү мөмкинлеге юҡ. Үҙҙәрендә физика кабинеты булмағандар тәжри­бәләрҙе Пушкин һәм Цюрупа урамдары сатында урынлашҡан 18-се мәктәпкә йөрөп үткәрә, уның өсөн алдан сиратҡа яҙыла. Шулай бар көсөн, ижади һәләтен, яуаплылығын һалып, еңелдәрҙән булмаған был фән­гә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тыуҙыра ала уҡыусыларында Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Артабан үҙ мәктәбендә үрнәк булыр­лыҡ кабинет булдырыуға ла күп көс һала ул. Программала ҡаралған нәмә­ләрҙе генә өйрәтеп ҡалмай уҡытыусы, фәнни яңылыҡтар менән таныштыра, класы менән радиотапшырыуҙар ҙа ойоштора. Завод-фабрикаларҙың ябайына түгел, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡты­рыу маҡсатында, ябыҡ типтағыһына алып бара. «Ул заводтарға балаларҙы алып инергә рөхсәтте миңә нисек биргәндәрҙер, ниндәй һүҙҙәр тапҡан­мындыр, иҫләмәйем», – тип көлә Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Бөгөн уҡыу­сылары араһында исемдәре респуб­ликабыҙҙа ғына түгел, донъяға билдәле фән докторҙары, инженерҙар, етәксе­ләр күплеге менән лайыҡлы ғорурлана ала ул. Ҡырҡ йыл мөғәллимлек дәүе­рендә дүрт меңдән ашыу уҡыусыны сығарған хөрмәтле уҡытыусы.
Атай-әсәйһеҙ ҡалған, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы үткән балаларҙың донъяны, изгелек менән ихласлыҡты ла тойоуҙары нескәрәк булғандыр. Уҡытыусыны улар белем биреүсе генә түгел, өлгө алырҙай өлкән дуҫы ла, һиҙгер күңелле серҙәше лә, кәңәшсеһе лә, ел-ямғырҙан ҡурсалаусы ҡалҡаны ла кеүек ҡабул иткәндер.
– Ғүмер юлымда үрнәк булырҙай, тормош дәресе бирерҙәй кешеләр күп осраны, – ти Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. – Тәрбиәсе Ғәлимә Хасаевна Хәсәно­ваны хөрмәтләп иҫкә алам. Һаңғырау булыуы уға балаларҙың ихтирамын яуларға һис ҡамасауламай, сөнки күңеле һиҙгер, бәләкәстәрҙе яратыуы йөрәгенә һыймай ине. Икенсе һоҡ­ландырған кеше – иҫ киткес белемле, кешелекле, кеселекле «Бөжәк апай» – Фәрзәнә Шарап ҡыҙы Ибраһимова. Уҡыусыларҙың күңелен үҫтереп, дәрестә яуап биргәндәренә ихлас шатланып: «Рәхмәт, балалар!» – тип һөйөнә-һөйөнә ҡуя ине «биш­ле»ләрҙе. Тормош һабаҡтары алыр өсөн уларҙың дәрестәренә йыш йөрөй торғайным. Бөгөн Рәми Ғарипов исе­мендәге гимназия-интернаттың дан­лыҡлы уҡыу йорто булып китеүен­дә ауыр ғына юлдар үтеп, илебеҙгә күпме белемле, зыялыларҙы үҫтереүендә фиҙа­кәр уҡытыусы­ларҙың өлөшө ҙур.
Ҡасандыр ошо мәктәпкә килеп «батҡаным» өсөн һис үкенмәйем һәм тормошомдо башҡаса итеп күҙ алдына ла килтермәйем. Мин Жуковский йә Туполев түгел. Ҡатын-ҡыҙ, әсәй була­раҡ, бар ғүмеремде самолеттарға ғына арнай алмаҫ инем. Ниндәйҙер детал­дәр уйлап табыр, маҡталыр, исем-наградалар ҙа алыр инем, бәлки. Әммә бөгөнгөләй уҡыусыларымдың ихтирамын, һөйөүен алмаштырырҙай ҡөҙрәт бармы икән был донъяла?
Интернат-мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар вазифа­һын башҡарғанда ла, 49-сы мәктәптә балаларҙы тәрбиәләгәндә лә, 1-се баш­ҡорт балалар йортонда тәрбиәсе булғанда ла, Октябрь районының мәғариф бүлегендә опека эштәре буйынса белгес булып эшләгәндә лә Мәхтүмә Ислам ҡыҙының төп ҡоралы – эшен еренә еткереп башҡарыу, яуаплылыҡ була.
Эшкә мөкиббән китеп, ғаиләһе ха­ҡында ла онотмай ул. Улдарын лайыҡлы итеп тәрбиәләүҙе лә шул уҡ яуаплылыҡ менән башҡара. Улар ҙа һынатмай, әҙәпле, тәрбиәле булып үҫә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Мәхтүмә Ислам ҡыҙы­ның бала­лыҡ хыялын улы тор­мошҡа ашыра – Әнүәре, Ригала авиация институтын тамамлап, артабан үҙе шунда белем бирә. Аҙаҡ Өфөгә ҡай­тып, заводтарҙа эшләй, диспетчер­ҙар әҙерләй. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, иртә донъя ҡуя. Улы Рәмил Мәскәүҙә электрон техника институтында уҡый, радиоэлектронсы һөнәрен ала. Әле ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә Мәхтүмә Ислам ҡыҙын хөрмәт итә, иғтибарынан ташламай.
«Атайым да, әсәйем дә бик матур йыр­лай торғайны. Балаларым да, улар­ға оҡшапмы, музыкаға һәләтле булды. Үҙем йырламаһам да, йөрәккә үтер моңдо иләҫләнеп тыңларға яратам. Ҡайһы саҡ үтә хисле булып китәм шулай...» – ти Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Киң мәғлүмәтле, нескә күңелле, зауыҡ­лы мөғәллимә китап уҡырға ярата.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙының фатиры бер ни тиклем музейҙы хәтерләтә. Бихисап фотолар, иҫтәлекле ҡағыҙҙар, уҡыусыларының хаттары-ҡотлауҙары, бүләктәре... Туғыҙ тиҫтәне тултырған абруйлы уҡытыусы, ҡәҙерле әсәй, һөйөклө өләсәйҙең хәтерләр иҫтәлек­тәре, һөйләр һүҙе, уртаҡлашыр тәж­рибәһе күп.
Бына ишек ҡыңғырауы сыңлай – яңы йыһаз килтергәндәр. Әсәһен һағынып ҡайтҡан улы аш бүлмәһен уңайлыраҡ итеп йыһазландырып китмәксе. Ул арала телефоны шылтырай – уҡыусыһы хәлен белешә. Элекке уҡыусыһы бүләк иткән алтын сәғәткә ҡарап ала – остазының һәр дәресе алтындан ҡиммәтле булыуын аңлаған кеше бүләк иткәндер. Балаларҙың, бар ғүмереңде арнаған һөнәрең вариҫта­рының ихтирамын тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бармы донъяла?!

Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

"Башҡортостан ҡыҙы", №7, 2015 йыл.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: