– Эй, аңламайһың шул хәлдәремде, малҡайым, – тип уның һыртынан яратты, муйын тирәһен һыйпаны. Шул арала эске яҡтан сабырһыҙланып быҙауы тауыш бирҙе.
– Хәҙер, хәҙер һауам. Һуңланым шул бөгөн, – тип ҡапыл бөтә эштәре иҫенә төшөп ҡабаланды ҡатын. Күнегелгән хәрәкәттәр менән йәһәт-йәһәт Сәстекәйҙең еленен йылы һыу менән йыуҙы, быҙауын ҡушып, һәр имсәген тылҡытып һөт төшөрттөрөп айырып бәйләне. Бағана башына түңкәреп ҡуйған биҙрәһен ынтылып ҡына алды ла һауырға ултырҙы. Биҙрәнең төбөнә һөттөң тәүге тамсылары туп та туп килеп бәрелде, улар Миңлегөлгә: «Буштан-бушҡа, заяға үтә ғүмерең», – тип таҡмаҡлаған кеүек тойолдо. Ана һытылам, бына һытылам тип кенә торған күңелкәйе тағы тулып китте...
Ғәҙәти генә, әҙәмсә йәшәнеләр. Ауылса инде... Илсен уға өйләнгәндә мал табибы һөнәрен алып, күрше-тирә биш ауылды хеҙмәтләндерә ине. Күрше Ғәйниә әбей әйтмешләй, «мал духтыры». Ана шул һөнәре башына етте лә инде үҙенең. Өйләнешкәс, бәләкәйерәк булһа ла өй һалып сығып, «Башҡаның башы ауырымай» тип ҡайны-ҡәйнәләренән айырымланғайнылар. Артабан бер-бер артлы улы һәм ике ҡыҙы тыуғас, йәш ир дәртләнеп төп өйҙө төкөтмә менән ҙурайтты, балаларының һәр ҡайһыһына бүлмәләр булды. Миңлегөл кейәүгә сыҡҡандан алып бер ҡайҙа ла эшләмәне, өйҙә ире тапҡанды таҫтарлап, аш-һыу хәстәрләп, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ булып ултырҙы. «Ултырҙы» тип әйтеүе генә рәхәт ауыл тормошон белмәгән кешегә! Ире таң һарыһынан эшкә китә, ҡара төнһөҙ ҡайтып инмәй. Ал да юҡ, ял да юҡ. Һирәк кенә эләккән бушыраҡ ваҡыттарҙа өйгә үк килеп: «Һыйырым быҙаулай алмай интегә бит әле, ярҙам итеп кенә ебәр», – тип күҙенә генә мөлдөрәп торған кешегә нисек «юҡ» тиһен инде Илсене? Алдына яһап ултыртҡан сәйен дә эсеп бөтмәй, һәр ваҡыт ишек төбөндәге ҙур сөйҙә бөтә кәрәк-ярағы менән элеүле торған иҫке күн сумкаһын эләктерә лә ҡабаланып-ҡарһаланып сығып йүгерә.
– Поезға һуңлай тиерһең... Исмаһам, йүнләп ашап та өлгөрмәне, – тип һуҡранған Миңлегөлдө ишетмәй ҙә. Биш ауылдың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ малы, тана-торпоһо, һарыҡ-кәзәләренә укол ҡаҙап, анализдар алып, йыл әйләнәһенә көн тимәй, төн тимәй уларҙы быҙаулатып-бәрәсләтеп, үҙ балаларының нисек тәпәй баҫҡанын, «мәмәй, тәтәй» тип телдәре асылғанын да күрмәй ҡалды... Кескәй генә йылы ҡулдарынан етәкләп, исмаһам, беренсе ҡыңғырауға алып барманы, нисек уҡыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынырға ваҡыт тапманы! Уның өсөн эше гел беренсе урында булды. Ә өйҙә, өйҙә ней, ҡатыны бар, тылы ныҡ. Ҡасан ҡайтып инһә лә, аш бешкән, сәй ҡайнаған, өҫ-башы йыуылған, мал-тыуар, бала-саға ҡараулы. Тик ауыл ерендә һәр эшкә валюта урынына йөрөгән араҡы Илсенде ныҡ боҙҙо... Йәшерәк сағында, дәрт-дарманы ташып торғанда, кистән күпме эсһә лә, иртәнсәк «тып» итеп тора, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫ үҙенең ихата тирәһендә ауырыраҡ эштәрен дә емертеп эшләп өлгөрә, ата-әсәһенекенә лә етешә ине. Тик гел ҡыҙмаса булып «бер төрлө» генә йөрөгән Илсен яйлап биреште. Иртәнсәк бахмурҙан баш төҙәтмәйенсә яҙылып китә алмай башланы. Элек төп эшенән тыш ағып-тамып торған «ҡалым» эштәренә, ғаиләһен, бала-сағаһын уйлап, аҡсалата һорап ала ине. Хәҙер «аҡбашҡа», уныһы булмаһа, әлеге Ғәйниә әбейҙең төнө буйы тамсылап аҡҡан «тереһыуына» ла риза була башланы. Һуңғараҡ сират ауыл кибетендәге кәштәләрҙә йылтырашып ултырған егерме тәңкәлек «Тройной» одеколонға ла етте... Ә бер көндө иртә менән, яңылышып ҡына, кистән эсеп бөтмәгән шешә төбөндәге сәмәй урынына аш һеркәһе эсеп, Миңлегөлдө өс бала менән ҡалдырып китеп тә барҙы...
– Эх, яңылыштым бит, бисәкәй... – тип эсе яныуына сыҙай алмай ыуаланған Илсенгә ҡарап, Миңлегөл әлегеләй бөгөлөп төшөп илағайны. Ауылдың теге осонда йәшәгән фельдшерға йүгереп барғансы, 60-70 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенән тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе апаруҡ ваҡыт үтте. Ҡотҡара алманылар ирен, ашҡаҙаны янған, тинеләр.
36 йәшендә өс бала менән тороп ҡалды Миңлегөл. Донъяһының күптән яйға һалынған бер төрлө ағышына күнгән, иренең арҡаһына ышыҡланып, уның һүҙенән сыҡмай өйҙә генә ултырған Миңлегөлдөң аяҡ аҫтында ер ишелеп төштөмө ни! Аңы инерле-сығырлы йөрөп, нисек Илсенен ҡара гүргә алып барып һалғандарын да иҫләмәй, өсөн, етеһен уҡытҡандарын да яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Ни тиһәң дә, күп кешегә яҡшылығы тейҙе шул иренең: туған-тыумасаһы, күрше-күләне, дуҫ-иштәре, таныш-тоноштарынан өй эсе шығырым тулды.
Илсенде ҡуйғандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс кенә бер сама иҫенә килгәндәй булды Миңлегөл...
***
...Һунарға барғанына үкенә башланы Ғәҙел. Иртәнсәк кенә ялтырап көлөп торған көн төштән һуңға күҙ менән ҡаш араһында боҙолдо ла ҡуйҙы. Ҡайһы арала күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡандыр, шәбәйгәндән-шәбәйеп, ер менән күкте тоташтырып, боларып ҡар яуа башланы. Ғәҙел борсолоп ян-яғына ҡаранды, ҡуйы ҡар шаршауы аша алда бер ни ҙә күренмәне.
Заманында бергә эшләгән иптәштәре менән әҙ ҡыҙырманы ул был урмандарҙы. Күмәкләп тә, яңғыҙы ла, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, иңен-буйын һыпырып йөрөп сыҡҡаны бар ошо тирәнең. Һунарға тип төбәп килһә лә, төп маҡсаты – тәбиғәт менән бер бөтөнлөгөн тойоп, шау-шыулы ҡаланың бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығыһынан әҙгә генә булһа ла йәшенеп- ҡасып, күңеленә һиллек өҫтәп, йәненә ял алып ҡайтыу ине.
Эйе, бик-бик мохтаж Ғәҙел тыуған төйәгенең тын алыуын тойоуға...
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, дүрт-биш йыллап ҡайтҡаны юҡ ине ауылына. Ҡатынының хәйерһеҙ яман шешкә дусар булып, ваҡытынан алда үлеп ҡалыуы, бер бөртөк улының Себер тарафтарына әҙәмсә аҡса эшләргә тип китеп, сит-ят ерҙә тамырланып-төпләнеүе – ирҙең күптәнән көйләнгән, бер яйға һалынған йәшәү рәүешен юҡҡа сығарҙы. Бигерәк тә, һуңғы арала болоҡһоно күңеле, ятһа ла, торһа ла, тыуған яҡтары, бала сағы үткән ерҙәр тартты ла торҙо. Ә бөгөн таң һыҙылыу менән, гаражынан машинаһын сығарып, багажнигына элек ҡышҡы һунарға йөрөй торған ҡыҫҡа саңғыларын ырғытты, иләҫ-миләҫ килеп, төпкө бүлмәһендәге тимер сейфында бикле торған мылтығын алды ла, биштәренә арлы-бирле тамаҡ ялғарлыҡ ҡына ризыҡ һалып, сыҡты ла китте ауылына.
– Эй, уңмаған! – тип эстән генә үҙен һүгеп алды, көндөң былай аламаланып китерен белһә, атай нигеҙендә йәшәгән энекәшендә бер-ике көнгә туҡталыр ине. Машинаһын уның ихатаһына индереп, сәй генә эсте лә ашҡынып сыҡты ла китте урманға... «Туҡта, былай булмай, тәүҙә ҡайһы тирәләрәк йөрөгәнлегемде аңғарайым». Ғәҙел, борсолоп, тирә-яғын ҡараштырҙы, бер килке аптыранып торҙо. Ә буран күҙ алдында көсәйгәндән-көсәйҙе. Өйөрмә ҡарҙы туҙҙыра ғына, услап-услап өҫкә-башҡа һирпә, ел ҡот осҡос үкерә, олой, ағастарға бәрелеп шаша, ҡырағай тауыштар сығара. Самалауынса, тиҙҙән ҡараңғы төшә башлаясаҡ, шуғаса ышығыраҡ урын табырға кәрәк. Ҡайҙан беләһең, бәлки, төндө урманда үткәрергә лә тура килер.
...Бәй, анауында, ҡаршы тау итәгендә, ҡар шаршауы аша нимәлер, әллә усаҡ, ялпылдаған кеүек тә һуң! Ғәҙел, үҙенә маяҡ итеп ҡарт ҡарағас ағасын билдәләне лә табанына йәш йылҡы малының тиреһен ҡағып эшләгән яҫы саңғыларында еңел генә шыуып төшөп китте. Урман ышығынан сығыу менән йәнә шашып-ҡоторонған ҡар бураны уны үҙ ҡосағына алды. Күҙ асҡыһыҙ зәһәр ел кейемен тартҡысланы, битенә услап ҡар һирпте. Йүнәлешенән яҙлыҡмаҫ өсөн, ваҡыты-ваҡыты менән башын күтәреп, баяғы ҡарт ағасҡа ҡарап алды. Тағы әҙ генә, тағы саҡ ҡына, тип үҙ-үҙен дәртләндерә-дәртләндерә алға ынтылды. Әһә, бына бит, урмансыларҙың ағас йыҡҡан урыны! Моғайын, буран сығыр булғас, ҡабаланышып ҡайтып киткәндәрҙер, трактор юлын ел күмеп тә өлгөрмәгән. Эре-эре ҡарағай, ҡайын ботаҡтарын өйөп яндырған бер нисә урында быҫҡып ут янып ята, көслө елгә шуның береһе ялпылдап тоҡанған, күрәһең. Ғәҙел ҡыуанды, былай булғас, эштәр бик үк хөрт түгел... Тиҙ генә арҡаһындағы биштәрен ысҡындырып, ағас ботағына элде. Иң тәүҙә, ҡараңғы төшмәҫ борон, утты һүндермәү сараһын күреү кәрәк. Йәһәтләп унда-бында көрт аҫтында ятҡан ботаҡтарҙы йыйып, усаҡ янына килтереп өйҙө, бер нисәһен баҙлаған күмер өҫтөнә ырғытты. Ылыҫлы ботаҡтар шунда уҡ күңелле генә сытырлап яна ла башланы. Ғәҙел тик шул минутта үҙенең ғәйәт ныҡ асыҡҡанын тойҙо. Биштәренән һәр саҡ урманға үҙе менән алып йөрөгән иҫке котелогын сығарҙы, уға ҡар тултырып, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Икмәге туңған, шулай булһа ла, эҫе сәй менән хәтәр шәп булып ҡалды, биштәр төбөндәге башҡа аҙыҡ-түлеген ҡыбырлатып та ҡараманы, сөнки бөтә нәмәһе лә туңғайны. Ҡайнар сәйҙән талсыҡҡан тәненә йылы йүгерҙе, быуындары буйлап рәхәт тулҡын үтте. Ҡуҙғалмай ғына ут янында ойоп ултыра биргәс, йоҡоға тарта башланы. Ғәҙелгә баяғы трактор юлы иҫенә төштө, ҡараңғылатмаҫ борон юлдарын ҡыуып ҡарағанда инде... Ҡайһы ауылдыҡылар булды икән? Был тирәләрҙе биш бармағы кеүек белә, эҙҙе самалап ҡына алһа, төндө урманда үткәрмәҫ ине. Башына килгән был уйҙан Ғәҙелдең шундуҡ йоҡоһо осто, дәртләнеп һикереп торҙо ла биштәрен арҡаһына элде. Донъя хәлен белеп булмай: «Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит», тиҙәр. Кире әйләнергә тура килһә, утһыҙ төн үткәреүе бәлә булыр, тип эре-торо ботаҡтарҙы ҡутарғансы усаҡҡа ырғытты. Унан утҡа ҡарап, барыр йүнәлешен дә билдәләүе еңелерәккә тура килер. Ышыҡта трактор эҙҙәре беленеп ятһа ла, асыҡ урынға сығыу менән юғалды. Тик йәштән һунар ҡомары менән янған Ғәҙел аптырап ҡалманы, тракторҙың ҡайһы яҡҡа боролғанлығын самалап, бер нисә йүнәлешен тикшереп ҡараны. Асыҡ урман ситенән уратып ҡарап сыҡты, күҙ бәйләнә башлауға, ул буран ҡаплап өлгөрмәгән беленер-беленмәҫ күренеп ятҡан трактор юлын табып алғайны. Ғәҙелдең эсенә йылы йүгерҙе, ниһайәт, ул үҙенең ҡайҙалығын самаланы. Һай-һай, ҡайһылай йыраҡ барып сыҡҡан да һуң! Бынан, яҡынса ғына самалағанда ла, ун-ун бишләп саҡырымда ятҡан күрше ауылға, Ҡурғашлыға, төшөргә була. Иң яҡыны шул ауыл, башҡаса төн үткәрерҙәй бер ниндәй ҙә ышыҡ урын табып булмаясаҡ. Ҡайҙа икәнлеген аңлағас, Ғәҙел әллә ни борсолмай башланы, ни тиһәң дә, элекке оҫта саңғысы бит әле! Хаҡлы ялда булһа ла, формаһын юғалтмаған, эш урынында заводтың данын яҡлап әле булһа спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, йәштәреңде лә һемәйтеп ҡуйғылай ул.
***
...Миңлегөл иртәнсәк бер «һытылып» алғас, нисектер еңеләйеп, бушанып ҡалған кеүек тойҙо үҙен. Илай алмай ғына йөрөгән икән... Гүйә, бөтә ҡайғы-хәсрәте шул күҙ йәштәре менән аҡты ла китте. Буранлап торһа ла, йүгереп мунса яғып ебәрҙе, ни тиһәң дә, бөгөн ҡәҙер кисе бит: кер йыуып, өйҙө таҙалап, үҙенә лә ҡойоноп-сафланып алырға кәрәк. Дин юлында булмаһа ла, ошоноң кеүек йолаларҙы, бар ихласлығын һалып, күңеле ҡушыуы буйынса атҡара Миңлегөл. Бәлки, район үҙәгендә эшләгән улы ҡайтып төшөр. «Әсәй, мунса, мунса кәрәк! Сабынырлыҡ булһын, эҫе итеп яғырһың, йәме...» – ти ҙә тора бит. Һағына ауыл мунсаһын, йүкә миндегенә мәтрүшкә, аҡ сәскә ҡушып сабынырға ярата бәләкәй генә сағынан. Ҡыҙы хәҙер баш ҡалала юғары уҡыу йортонда белем ала. Быйыл, әсәһе ризалыҡ бирмәһә лә, өгөтләп-күндереп, бәләкәс ҡустыһын үҙ янына башҡорт лицейына урынлаштырҙы. Шулай итеп, Миңлегөл япа-яңғыҙ ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Иренең вафатынан һуң, ни тиклем ауыр булһа ла, малдан өҙөлмәҫкә тырышҡайны. Балалары янында саҡта күмәкләшкәнгә генә беленмәгән икән, яңғыҙына мал ҡарауы ауырыраҡ була башланы. Шулай ҙа, бирешмәй әле Миңлегөл, малдан да яҙһаң, ауыл ерендә ни эшләмәк кәрәк? Былай, исмаһам, ите-һөтө, май-ҡаймағы үҙенеке. Балаларына ебәрергә лә етә, арттырып һатыуға ла сығара. «Йән биргәнгә – йүн биргән», тип тормош шулай көндәлек мәшәҡәттәр менән әүрәтеп-алдап, көн артынан көн тәгәрәтеп китеп бара.
Бер нисә тапҡыр һоратып килһәләр ҙә, Миңлегөл бер кемгә лә ҡалҡып ҡараманы. Нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып өҙгөләнде. Ауылдаштары ғына түгел, хатта ҡайһы ваҡыт үҙе аптырай: иренең арҡаһына ышыҡланып өйҙә генә ултырған «өй тауығы» нисек үҙгәрҙе, ә?.. «Нужа ҡалас ашата», тигәндәре шул булалыр, күрәһең... Тик быйыл япа-яңғыҙы ҡалғас, ҡапыл шаулап-гөрләп торған тормошо һүрәнләнгән төҫлө. Өйгә инһә лә – янғыҙ, сыҡһа ла... Олоғайған һайын йоҡо ла ҡыҫҡарамы икән? Күҙен дә йоммай түшәмгә ҡарап таң аттырған саҡтары йышайҙы һуңғы арала. Шуға Миңлегөл элек бәйләмгә иҫе китеп бармаһа ла, һуңғы арала шул һөнәргә оҫтарып китте. Күҙ ҡабаҡтары йомолғансы ҡулынан төшөрмәй бәйләй, башы мендәргә тейеү менән йоҡоға тала.
Бөгөн дә улын көттө: «Бынауындай буранда ҡайта алмағандыр», – тип мунсаға барып, эре-торо керен йыуып элде. Улы уйламаҫтан ҡапыл ҡайтып төшһә, һыуынмаһын тип, мейесенең йүшкәһен баҫып ҡуйҙы. Улы яратҡанса һалма ҡырҡып әҙерләгән ашын, бәләкәс суйын көршәккә һалып, өҫтөнә өлөшләп итен, ҡаҙы-ялын төшөрҙө лә: «Асығып ҡайтып инһә, һыуынмай торһон», – тип һөйләнә-һөйләнә, иҫке дебет шәле менән уратып, йылы мейес өҫтөнә ултыртты. Быйыл ғына ташып ҡырҡылған сей ҡайын утын ҡосаҡлап индерҙе, таңда тоҡандырып ебәреүе еңелерәк булһын өсөн мул итеп туҙ һыҙырҙы. Эштәрен тамамлағас, йылы мейескә арҡаһын терәп, тыштағы бер туҡтауһыҙ ыжғырған буран тауышына ҡолаҡ һала-һала, кисә генә бәйләй башлаған шарфын ҡулына алды. Телевизорҙан берәүҙең муйынында күреп, ҡыҙыҡ өсөн генә төрлө ептәрҙән бәйләп ҡыҙына бүләк иткәйне, күрше-тирә бер-бер артлы шундайҙы бәйләтергә булды ла китте. Әҙ-мәҙ килеме бар, исмаһам, уҡып йөрөгән балаларына иш янына ҡуш булыр, тип тырыша Миңлегөл.
...Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, өйрәнеп бөткән, ҡарамаһа ла, береһенән-береһе нәфис, ҡупшы биҙәктәр үҙенән-үҙе бәйләнә, тиерһең. «Эй, Аллам... Шул тиклем арыным, ялҡтым яңғыҙлыҡтан... Донъя көтөрҙәй берәйһен осратһам ине...» Ай, һантый, «ҡартайғанда тыртайған...» Оялмай нимә уйлап ултыра бит әле... Уйҙарынан үҙе уңайһыҙланып, ҡыҙарып китте Миңлегөл. Һуңғы арала теләһә лә, теләмәһә лә шундай уйҙар килгеләй башына. Ә ниңә, насармы ни, берәй йүнсел, күңеленә ятҡан ир осраһа, бәлки, яңынан тормошҡа сығыр ине. Ауыл ерендә яңғыҙ ҡатынға донъя һөйрәүе, ай-һай, ауыр шул, ауыр... Кәртә-ҡура тирәһенә генә түгел, утын-бесәне, бойҙай-еменә тиклем ир ҡулы, ир хәстәре кәрәк. Эргәлә булғанда ғына ҡәҙерҙәре беленмәй икән уларҙың, үәт... Ҡатын-ҡыҙ теле менән генә тау-таш аҡтарғандай булып һөйләй, ә ир-аттар иңдәре менән күтәрә тормош ауырлығын. Ирһеҙ һин, бар, ауыл ерендә кеше ыңғайына донъя көтөп ҡара! Малы мал инде, нисек тә тырышаһың, ә бына баштары эскенән сыҡмаған йүнһеҙ ирҙәрҙең дә оятһыҙ шаяртыу-төрткөләү һүҙҙәре, урамдан үткәнендә хихылдашып мәғәнәле ҡараш ташлап ҡалыуҙары, хатта бер-ике үтә ныҡышының төндәрен ҡапҡа шаҡып, тәҙрә туҡылдатып йонсотоуҙары үҙәгенә үтте. Бер-ике йыллап хатта көндөҙ ҙә ҡапҡа бикләп ултырҙы, шунан ғына теге ирҙәр уның яулап алынмай торған ныҡлы «ҡәлғә» икәнен танырға мәжбүр булды. Һирәк-һаяҡ ҡына Илсененең элекке таныш-тоношона ирҙәр ҡулы кәрәкле йомош-фәләнгә әйткеләй торғайны, ләкин уларҙың ҡатындарының күҙ ағы менән ҡарай башлауын һиҙгер күңеле ыңғай ғына тотоп алды. Яңғыҙ яңғыҙ инде, сәсең менән алдарында ер һепер, ә үҙеңдең гонаһһыҙ икәнеңде иҫбатлай алмаҫһың. Шуға әхирәттәре өҙөлөп саҡырһа ла, парлылар булған ергә ҡунаҡҡа ла йөрөмәҫ булды Миңлегөл. Кем белә уларҙы, ирҙәрен ҡыҙғанып, күҙ күреп кенә торған серҙәштәрен дә юғалтһа, ни ҡылыр... Ултыра торғас, Миңлегөл үҙенә шул тиклем йәл булып китте, күҙҙәренә тағы йәш тығылды. Бәйләмен дә онотоп, үҙ алдына һөйләнде: «Эй, Аллаҡайым! Балаларымды аяҡҡа баҫтырып бөтөп барам, эш-көштө бөткәс, сөкөрләшеп ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсергә, өшөгәндә арҡаға-арҡа терәп йылынырлыҡ юлдаш булһа ине! Ишет инде минең ялбарыуҙарымды... Ҡалған ғына ғүмер юлдарыма сығар берәй донъя көткәндәй генә Алла бәндәһен! Амин!» Шул тиклем бирелеп, доға ҡылғандай уҡынды Миңлегөл, ысын күңелдән теләне. Бер мәлгә генә үҙенең ҡайҙа икәнлеген онотто, гүйә, йәне-тәне менән төн ҡараңғылығында ҡуша ирене. Тирә-яғы ҡапыл зәңгәрләнеп киткәндәй булды, ваҡыт ағыуҙан туҡтаны... Баш осонда төпһөҙ зәңгәрлек ҡап уртаға ярылып киттеме ни! Әйтерһең, уның йөрәк түренән сыҡҡан саф, ихлас уй-теләктәре башы аша көлтә-көлтә нур шәлкеме булып урғылды ла ғаләм киңлектәренә тоташты. Доғаларҙың, теләктәрҙең Хаҡҡа ашыуына, ҡабул булыуына сәхәр ваҡыттары иң уңайлы икәнен Миңлегөл ҡайҙан белде, нисек һиҙҙе икән? Уйҙары, азат ҡоштай, ғаләм төпһөҙлөгөнә күтәрелде лә туп-тура Уның янына осто...
...Тып-тын. Ни булғандыр, ни ғиллә менән анау тиклем ҡоторған ел-буран тынғандыр. Ваҡыт иҫәбен юғалтҡан Ғәҙел яй ғына ауыл урамы буйлап килә. Йорттар тәрән йоҡола, ауыл ял итә. Шул тиклем һиллек, хатта был тынлыҡтан ҡолаҡтар шаңғырап китә. Гел генә шаулап-геүләп торған ҡала мөхитенән һуң иргә бындай тәрән тынлыҡты ҡабул итеү әллә нисек, әллә нисек кенә лә түгел, сәйер ҙә, шомло ла... Ҡайһы өйгә туҡылдатырға белмәй, ҡараңғыла сит-ят кешеләрҙе уятырға уңайһыҙланып, әллә нисәүһен үтте. Тәҙрәһендә ут балҡып янған өйҙө күреү менән, эсенә йылы йүгергәндәй булды, гүйә, кемдер үҙен шунда саҡыра кеүек тойолдо. Көрт йырып, өй яғына боролдо ла ҡапҡаны нисек асырға белмәй тапанып торғанында, еңел генә иҫкән ел ыңғайына уныһы үҙе асылды ла китте. Ғәжәпләнгән ир: «Үәт, әй, был төпкөлдә һаман да элеккесә йәшәйҙәр икән, хатта ҡапҡа ла бикләмәйҙәр», – тип ишек алдына үтте. Ҡапҡа төбөнән һепертмә буран ҡарын осороп, шымартып «көрәп» ҡуйған! Ғәҙел быныһына ла ғәжәп итте. Ә ихатаның эс яғына ҡарап торған бер бөртөк тәҙрә янына буран ҡарҙы өйгән генә. Бил тиңенән көскә йырып үтеп туҡылдатты. Ғәжәп, өйҙә тиҙ арала бөтә бүлмәләргә лә ут алдылар, гүйә, кемдер уны төнө буйы йоҡламайынса көткән, тиерһең... Даһыр-доһор соланға килеп сыҡтылар, кем икәнен дә һорап тормайынса, шығырҙатып ишекте астылар. Ғәҙел хатта йүнләп аптырап өлгөрмәне, күҙ менән ҡаш араһында уның алдына иңбашына мамыҡ шәлен һалған мөләйем генә ҡатын килеп баҫты. Көтөлмәгәнлектән икеһе лә ҡаушап ҡатып ҡалды, ирекһеҙҙән ҡараштары осрашты... Бик-бик таныш ине иргә был мөлдөрәп торған һоро күҙҙәр, тик ҡайҙа күргәнен генә иҫенә төшөрә алманы... Иң беренсе ҡатын һушына килде: «Уй, улым икән, тип йүгереп сыҡһам!.. – тип һүҙен башланы ла ҡапыл туҡтап. – Битегеҙ туңған да һуң!» – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе, шунан күптәнге танышын әйҙүкләгән кеүек, Ғәҙелде инергә саҡырҙы. Ғәжәп, ләкин ир бынан бер ниндәй ҙә уңайһыҙланыу кисермәне, гүйә, ҡайҙалыр ваҡытлыса ғына киткән дә үҙен һағынған тыуған өйөнә ҡайтҡанмы ни... Өйгә ингәс, йөрәген ниҙер еңелсә семетеп алды: шул тиклем танһыҡ, ҡәҙерле булған өй йылыһы баштан аяғына тиклем еңелсә ҡалтыратты. Ә ҡатын ирҙең был ҡыланышын үҙенсә аңланы, буғай.
– Хәҙер, хәҙер, өшөнөгөҙ инде, – тип йүгергеләй башланы. Ғәҙелдең өҫтөнән ҡар һырыған йылы ҡышҡы кейемдәрен систереп, мейес янындағы урҙаға киптерергә элде, еүешләнгән саңғы ботинкаларының эсенә йомарлап гәзит тултырҙы. Ғәҙел аңлатып бөткөһөҙ хистәр солғанышында мейес янындағы ултырғысҡа лып итеп килеп ултырҙы. Кисәнән бирле бер туҡтауһыҙ хәрәкәттән талсыҡҡан кәүҙәһе өй йылыһынан мамыҡ кеүек таралып төштө. Ул арала ҡатын соланға сығып, бәләкәй тимер сеүәтәгә туң ҡаҙ майы һалып индерҙе, уны плитәгә иретергә ҡуйҙы. Үҙе мейес ауыҙын асып, төптә, көл араһында беленер-беленмәҫ йымылдашып ятҡан ҡуҙҙарҙы йәмкә менән тартып ситкә өйҙө лә өҫтөнә ҡоро утын һалды. Мейес ауыҙын ябыу менән аҫтағы бәләкәй тишектән геүелдәтеп тартып уты тоҡанып та китте, ҡоро утындың сарт-сорт яныуы бүлмәгә күңелле көй өҫтәне.
– Баҡырсалағы һыу йылы ине, хәҙер сәй ҡайнап сыға. Бынауы мейес соңҡаһында йылы аш та бар. Ҡана, битеңде ҡаҙ майы менән майлап ебәрәйем дә...
Үҙ ғүмерендә тәүгә күргән ҡатындың «Һин», – тип үҙ итеп өндәшеүенә аптыраманы ла Ғәҙел, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итте лә ҡуйҙы.
– Эй, Аллам, бөтөнләй туңғанһың да һуң... Юҡ, былай булмай! Бар, тиҙ генә мунсаға, эҫеһе шул килеш кенә... Эләүкәгә менеп, сабынып йылын! Шунһыҙ һыуыҡ үтер... Бар, бар!..
...Иң яҡын кешеһе өгөтләп орошамы ни... Ғәҙел бер мәлгә генә ҡайғыһыҙ бала сағына ҡайтҡан кеүек булды. Бер ни өндәшмәй, ҡатын биргән йомшаҡ таҫтамалды яурынына һалып, күндәм генә артынан эйәрҙе. Мунсаның ҡайҙа икәнлеген, уты нисек ҡабыҙылып-һүндерелгәнен юлаусыға күрһәтте лә Миңлегөл, йүгереп ҡайтып, өҫтәл әҙерләй башланы... Тышта һыҙылып ҡына таң ата... Ҡәҙер кисенең тамамланып, яңы көнгә тоташыуы ине. Өмөт, ниндәйҙер серле һиҙенеү менән тулы яңы көнгә...