+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
23 Март 2020, 14:39

Ҡайын һыуы

Иң һомғол ағас булып танылған ҡайындың туҙы ла, асылмаған бөрөһө лә, япрағы ла шифалы. Ә инде иртә яҙҙан беҙҙе ҡыуандырған ҡайын һыуы мөғжизәле көскә эйә.

Тәбиғәт үҙе беҙгә бүләк иткән файҙалы матдәләр йыйылмаһы ул. Организм тарафынан еңел үҙләштерелеүсе В6, В12 витаминдарына, фруктоза, кальций, калий, магний, марганец, дуплы матдәләргә бай дауалы һут ҡышын бер ни тиклем миктәгән тән-йәнебеҙгә тик файҙа ғына булыр. Ул ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һыуы бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шешенеүҙе бөтөрә, матдәләр алмашыныуын, эсәктәрҙең эшен көйләй, вируслы һәм микроблы ауы­рыуҙар мәлендә организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығарыу сифатына эйә. Ҡан баҫымын да тигеҙләй. Ҡайын һутын йөклө ҡатындарға, бәпес имеҙеүсе йәш әсәләргә лә эсергә тәҡдим ителә. Күремдән ҡалыу осорондағы ҡатындарға ул бик файҙалы.
Ҡайын һыуын йәш булмаған, олоно 20-30 сантиметр диаметрлы ағастан алыу хуплана. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төнөн ул яйыраҡ аға. Һутын алғас, был урынды балауыҙ йә баҡса ыуары (ағастарҙың яраһын һылар өсөн махсус шыйыҡса), һис булмаһа мүк йә балсыҡ менән һылап китергә кәрәк. Машиналар күп йөрөгән юл буйында, ҙур ҡалалар янында үҫкән ҡайындарҙан һут йыйыу кәңәш ителмәй, уларҙа һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр туплана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шифалы һут тиҙ боҙолоп бара, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Уны ошолай консервалайҙар. Ҡайын һутын һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар. Файҙалы матдәләрен юғалтмаҫ өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.
Ҡайын һутынан төрлө эсемлектәр эшләп тә һаҡлайҙар.
Ҡайын һыуынан кеүәҫ
3 литр ҡайын һутына 25 бөртөк ҡара төҫтәге эре йөҙөм кәрәк була.
Йөҙөмдө йыуып киптерәбеҙ, һутты һөҙәбеҙ. Быяла һауытҡа ҡойоп, йөҙөмдө һалабыҙ. Ябып, һалҡынса урынға ҡуябыҙ.
Йөҙөм менән бергә киптерелгән гөлйемеш, 3 ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә лә була.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: