280 г он, 130 мл ҡатыҡ (кефир), 80 мл һөт, 100 г адыгей сыры (брынза, сулугуни, фета ла ярай), 4 ҡалаҡ самаһы (тәменсә) киптерелгән үләндәр (әнис, шәфәри, райхан йәки үҙегеҙ яратҡан тәмләткес үләндәр), 1 балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы талап ителә.
Сырҙы бәләкәс киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә киптерелгән үләндең бер өлөшөндә әүәләйбеҙ, шунан быяла һауытҡа һалып торабыҙ.
Он, аш содаһы, тоҙ, киптерелгән үләнде ҡушып бутайбыҙ. Һөт һәм ҡатыҡтың яртыһын ҡойоп болғатабыҙ. Ҡалған яртыһын өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Һәр өлөштө ҡул менән йәйеп, уртаһында йәшел үләнле сыр киҫәге ҡалдырып йомарлайбыҙ. «Йомро икмәк»тәрҙе майлы табаға теҙеп сығабыҙ ҙа 200 градус эҫелектә 20 – 25 минут бешерәбеҙ.
150 г ҡаты сыр, 80 г аҡ май, ярты стакан һөт, 150 г он, 5 г ҡамыр күперткес кәрәк.
Ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы бүлмә йылылығында тороп йомшарған аҡ майға ҡушып бутайбыҙ. Он, күперткес, һөт һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ҡамырҙы 5 мм ҡалынлығында йәйәбеҙ ҙә 1,5 – 2 см киңлегендәге таҫмалар итеп киҫәбеҙ. Таҫмаларҙы ағас таяҡҡа урайбыҙ. Таяғын алабыҙ ҙа пергамент йәйелгән табаға теҙәбеҙ. 220 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.
300 г һоло йәйпәге, 300 мл ҡатыҡ (кефир), 3 ҡалаҡ бал, 40 г йөҙөм (киптерелгән емештәрҙең башҡа төрлөһө лә ярай), тәменсә тоҙ, дәрсен (корица) кәрәк.
Һоло йәйпәген ҡатыҡҡа һалып ҡуябыҙ. 40 минут самаһы тотҡас, бал, тоҙ, дәрсен, йыуып эҫе һыуҙа ебетелгән йөҙөмдө ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ.
Махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға ҡамырҙы ҡалаҡ менән һалып сығабыҙ. 180 – 200 градус эҫелектә ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.