Хыянат – хәләл булмаған кеше менән тән яҡынлығына барыу ғына түгел, энергия алмашыу ҙа. Ул осраҡлы бәйләнешме, даимиме – барыбер, сөнки яҡынлыҡ ҡылыусылар бер-береһенең эске ҡөҙрәтенә инә, ҡотона үтә. Йорт стеналары ла унда әллә ҡасан йәшәп, күсеп киткән кешеләрҙең ҡотон һаҡлағанда, тере йәндәр хаҡында ни һөйләргә ҡала һуң. Ят энергетик хәтер кешегә вирус һымаҡ урынлашып, уның ошоғаса булған энергетика ҡырын боҙа. Ят есем булып ингән ҡөҙрәт ғаиләлә ир менән ҡатындың йылдар буйы ҡорған эске ҡәлғәһен емерә. Шуға күрә лә хыянат күңелде сөңгөлгә төшөрә, йәшәү көсөн ала, ғаиләнең ҡотон ҡасыра.
Ғүмер буйы сәскәнән сәскәгә осҡан күбәләктәй, бер түгел, бер нисә кеше менән яҡынлыҡҡа инеүселәр үҙҙәрендә күпме энергетик хәтер һаҡлай һәм үҙ ҡотон күпме кешегә таратҡан булып сыға. Был тәңгәлдә апостол Павел былай ти: “Һеҙ уйнашсы ҡатын менән ҡушылып, уның менән бер тәнгә әйләнеүегеҙҙе белмәйһегеҙме әллә? Сөнки икегеҙ берәүгә әүереләһегеҙ”.
Был һүҙҙәр шуныһы менән ғәжәп: ғаиләлә рухи, күңел яҡынлығы берләштергән ир менән ҡатын бер йән һәм бер тәнгә әүерелә лә баһа! Ләкин, баҡһаң, ситтәге бер яҡын бәйләнеш тә эҙһеҙ үтмәй. Ир кеше, бәлки, ул ҡатынға тәне менән генә тартылғандыр, ләкин йәне, рухы менән дә ҡушыла. Йәне ул ҡатындың йәнен, булмышын бөтөнләй ҡабул итмәгән хәлдә лә. Тән яҡынлығы өҙөлгән, инде хәтер төпкөлдәренән юйылған халәттә лә, кеше быны теләйме, юҡмы – йән бәйләнеше ҡала. Мәҫәлән, ҡасандыр иренә хыянат итеп, ғаиләһенә ҡайтҡан, үҙ хатаһын аңлаған ҡатын бөтә күңеле менән хәләлен яратырға теләй. Ләкин, баҡһаң, йәненең бер өлөшө икенсе кешеләрҙә ҡалған, шул иркен тотҡарлап тора. Ҡайҙалыр, меңдәрсә саҡрым йыраҡта тормошон ҡора алмаған, эскелеккә бирелгән һөйәренең һағышы уның йәненә һарыла, ихтыярын быуа. Күп ваҡыт бындай ғаиләләрҙә өй йылыһы ғына түгел, тапҡан малдың бәрәкәте лә юғала – эшләп-эшләп тә, ир менән ҡатын донъяһын алға ебәрә алмай, аҡсалары йоҡмай, үҙҙәре, балалары тиҙ генә сиргә бирешеп бара башлай.
Нисек кенә булмаһын, берәүһенең хыянатын кисергән парҙарҙың тормошо артабан ҡәҙимгесә булмаясаҡ. Был парҙарҙы, әлбиттә, уртаҡ мәшәҡәттәр-эштәр, балаларҙы бергә хәстәрләү, шатлыҡтар, бәхетле минуттар көтөр. Ләкин бәхет-ҡыуаныс эргәһендә һағайыу күләгәһе торасаҡ. Берәүһенең үкенеүе, икенсеһенең уны кисереүе генә аҙ, юғалтылған ҡотто ҡайтарыу өсөн күңелдәрҙе бик оҙаҡ һәм сабыр имләргә кәрәк.