-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
30 Сентябрь 2019, 16:28

Төҫтәр көрәше, йәки беҙ ниндәй?

Әҙәми зат үҙенең ниндәй мөғжизәле көскә эйә булыуын аңлап етмәй. Йыһан киңлеге – оло мәғлүмәт селтәре, тибеҙ. Ә бит Ер йөҙөндә һәр йән эйәһе үҙендә үткәне, киләсәге, бөгөнгөһө хаҡында тулы мәғлүмәт йөрөтә. Баҡтиһәң, тере кешенең тәне күҙгә күренмәгән пәрҙә – йәйғор нурҙары менән уратып алынған. Уны аура ла, чакра ла, энергия ла, ҡеүәт тә тип әйтәләр. Ғәҙәттә, ябай кеше уны күрмәй. Ә бағымсылар аура ярҙамында кеше яҙмышын ғына түгел, холҡон да, сирҙәрен дә еңел билдәләй. Аураның төҫө, тығыҙлығы төрлөсә һәм һәр ҡатлам, бер-береһенә үрелеп, шыйыҡса рәүешендә туҡтауһыҙ хәрәкәт итә икән. Улар төрлө төҫтә булыуы менән генә түгел, ә төрлө эшмәкәрлек өсөн яуап биреүе менән дә айырыла.

Ғалимдар кеше аураһын ете төп ҡатламға бүлеп ҡарай. Әлбиттә, тәндә өҫтәмә ҡатламдар ҙа була. Улары юғары көскә өлгәшкәндә барлыҡҡа килә. Йыш осраҡта кешенең ҡеүәттәре бер-береһе менән дуҫ түгел һәм хатта үҙ-ара көрәш алып бара икән. Улар ике төп төркөмгә ҡарай һәм төрлө төҫтәрҙән хасил. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары төҫтәр – тән энергиялары. Күк, зәңгәр, шәмәхә иһә аң, рух өсөн яуап бирә. Уларҙы берләштереү вазифаһын йә­шел ҡеүәт башҡара. Ул – беҙҙең йән. Йәшел төҫ хис-тойғолар менән идара итә һәм һоҡланыуға ихтыяж уята.


Йәйғор балҡышын хәтерләткән ҡеүәттәрҙең һәр төрөн айырым “Мин”дәргә лә бүлеп ҡарайҙар. Кеше аураһы ете төҫтән, йәғни, ете “Мин”дән тора. Һәр “Мин”дең – үҙ хис-тойғоһо, үҙ образы, үҙ маҡсаты, үҙ тәртибе.


Бының ысынбарлыҡҡа тап килеүен үҙегеҙҙә һынап ҡарай алаһығыҙ. Бер-бер артлы ете төҫтө күҙ алдына килтерегеҙ. Һәр төҫкә 5–10 минут бүлегеҙ. Үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, һәр төҫкә төрлөсә тәьҫир итеүегеҙҙе тойорһоғоҙ. Күңел торошоғоҙ ғына түгел, уйҙарығыҙ ҙа, теләктәрегеҙ ҙә, тирә-яҡҡа мөнәсәбәтегеҙ ҙә үҙгәреп торасаҡ.


Йәш саҡта тән ҡеүәттәренең йо­ғонтоһо көслө. Улар кешенең ҡылыҡ­тарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләй. Шуға ла йәштәр күңел асыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә, дуҫтар менән осрашыуға күп ваҡыт бүлә. Әҙәми заттың ғаилә ҡороуы ла ошо дәртле осорға тура килә. Ә зәңгәр, күк, шәмә­хә төҫтәр, йәғни аң менән рух баҫы­рыла. Улар киҫкен осраҡта ғына әүҙем эшләй башлай. Мәҫәлән, уҡыусылар­ҙың, студенттарҙың имтихан тапшыр­ған мәлендә.


Бының яҡшы йәки насар булыуы хаҡында һүҙ йөрөтмәйбеҙ. Бары йәшәйешебеҙ йыһан ҡанундарына бәйле һәм беҙ теләйбеҙме, юҡмы, ошо көскә буйһонабыҙ, тип әйтмәк­себеҙ. Әлбиттә, бөтә “Мин”дәре тигеҙ үҫешкән йәштәр ҙә осрай. Әммә көслө рух ихтыяжы иртә уянған кешенең һынылыш кисереүе ихтимал. Туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған энергиялар ағымы тулышып, үҙ-ара һы­йышмай башлауы ла бар. Был осраҡта көсәйеп өлгөргән аң, рух энергияһы тән энергияһының үҫешен тотҡарлай. Һөҙөмтәлә эске көсөргәнеш барлыҡҡа килеп, ул әҙәми затҡа шәхес булараҡ үҫеүгә ҡамасаулай.


Үҙегеҙҙәге “Мин”дәр ниндәй мөнәсәбәттә икәнен белер өсөн үтә күренмәле һабын ҡыуығын күҙ алдына килтерегеҙ. Уйығыҙ менән уны ҡыҙыл төҫтәге томан йәки һыу менән тултырығыҙ. Башҡа төҫтәрҙе лә шул рәүешле ҡыуыҡтарға өрөп сығығыҙ. Артабан зәңгәр ҡыуыҡты ҡыҙылына ҡушығыҙ. Әгәр еңел ҡушылһалар, тимәк, һеҙҙә тән менән рух энергиялары татыулыҡта “йәшәй”. Ошо ҡыуыҡ эсенә үҙегеҙ ҙә ингән кеүек хис итегеҙ. Шунда уҡ хәлегеҙҙең яҡшырып, кәйефегеҙҙең яҡтырып киткәнен тойорһоғоҙ.


Әммә йыш ҡына төҫтәр бер-береһен этәрә, хатта ҡушылған хәлдә лә, бысраҡ, тоноҡ төҫ хасил итә. Ундай ҡыуыҡ эсенә инергә кәңәш итмәҫ инем, әлбиттә. Әгәр төрлө төҫтәр менән шундай уҡ тәжрибә яһап ҡара­һағыҙ, үҙегеҙ өсөн байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ.


Ҡырҡ йәштәр етеүгә, тән энергия­лары үҙ көсөн юғалта башлағас, рухты билдәләгән зәңгәр, күк, шәмәхә төҫ­тәр тәүге урынға сыға. Кеше йәшәү мәғәнәһе, рухи байлыҡтар, дин менән ҡыҙыҡһына башлай. Ошоғаса рухи аң үҫешмәй ҡалһа, тормошта ҡатмар­лыҡтар тыуыу хәүефе арта. Ғалимдар кешенең күңел төшөнкөлөгөнә бире­леүен, үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының йышайыуын ошо йәштең психология үҙенсәлегенә бәйләй. Урта йәштәрҙә тән энергияһына ҡарата нәфрәт уяныуы ла ихтимал.


Кешеләрҙең һәр йәшкә хас ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәрен элек халыҡ менән идара итеү өсөн оҫта ҡулланғандар. Мәҫәлән, бағымсылар менән ентекле эш алып барған һәм халыҡҡа нисек итеп йоғонто яһау үҙенсәлеген өйрәнгән КГБ хеҙмәт­кәрҙәре ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары төҫтәр кешегә зыян итә, тип ышандырған. Ә йәшел, күк, зәңгәр, шәмәхә, ҡара төҫтәрҙең маҡсатҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итеүенә инандырғандар. Һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡҡан һуң? Йәшел энергия хөкүмәт һәм партия идеалдарына тоғролоҡ һаҡларға булышлыҡ иткән. Зәңгәр һәм күк энергиялар ярҙамында логик фекерләү үҫешкән, ә ҡара төҫ ҡеүәтте арттырған.


Идеалдарға һуҡыр тоғролоҡто ҡаҡшатыу көсөнә эйә ҡыҙыл, ҡыҙ­ғылт һары, һары төҫтәр инҡар ител­гән. Сөнки улар системаны емереү хәүефе менән янаған. Әммә кеше йәнһеҙ ҡурсаҡ түгел, ундай өҙлөкһөҙ көсөргәнешкә оҙаҡ түҙмәй – һына. Тәбиғәттә бар нәмә иҫәпле: тән энергияһы һүрелһә, рух та тарҡала башлай. Ул заманда инҡар ителгән төҫтәр нимәһе менән ҡурҡыныс булған һуң?


Ҡыҙыл төҫ тәнде һаҡлау, яҡлау бурысын үтәй. Ул кешегә үҙен ҡорбан итергә юл ҡуймай. Ҡанда эритроциттар бүленеүе өсөн яуап бирә һәм матдәләр алмашыныуын көйләй. Ҡыҙыл энергияһы әүҙем кеше көслө һәм сәләмәт була. Тиҙ ҡыҙып, ярһып барыусандар. Ҡыҙыл үҙ биләмәһен һәм мөлкәтен ышаныслы һаҡлай. Үҙе генә хакимлыҡ иткәндә, көнсөллөк, асыу, нәфрәт, башҡаларҙы юҡ итеү теләге уяна. Әммә ундай осраҡтар һирәк. Ғәҙәттә, энергиялар бергә эш итә. Кеше бәхете өсөн ҡыҙыл төҫтөң әһәмиәте ҙур – ул маҡсатты ғәмәлгә ашырырға, аяҡта тотороҡло баҫып торорға ярҙам итә. Ҡыҙыл энергияһы ташып торған кеше менән башҡалар ҙа һаҡ ҡылана. Сөнки ул үҙен бер ҡасан да йәберләтмәй, яҡындарын да ҡурсалай.


Ҡыҙғылт һары шәхестең абруйын күтәрә. Енси дәртте уята, ғаилә ҡороуҙы, атай-әсәй ҡыуанысын татыуҙы, нәҫел ебен дауам итеүҙе тормошҡа ашыра. Башҡалар өсөн яуап­лылыҡ тойғоһон үҫтерә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ғаиләһенә, яҡындарына мө­киббән кеше партия идеалдарына тоғро ҡала алыр инеме?!


Һары төҫ әүҙем эшмәкәрлекте, ҡыуаныс кисереүҙе, күңел асыуҙы, аҡса эшләүҙе, тормоштоң матди яғына иғтибар йүнәлтеүҙе күҙаллай. Аурала һары төҫ кәмеһә, кальций элементы насар үҙләштерелә һәм быуын, һөйәктәр менән бәйле сирҙәр барлыҡҡа килә. Һары энергия кешене матурлай – уны хәрәкәтсән, наҙлы, һығылмалы итә. Киләсәккә маҡсат ҡуйыу һәм уға ынтылыу өсөн көс-ҡеүәт өҫтәй.


Йәшел “Мин” – ул йәнебеҙ. Төп бурысы – эскерһеҙ һәм тынғыһыҙ хеҙмәт итеү. Йәнгә аҡса ла, мөлкәт тә кәрәкмәй. Бары сикһеҙ мөхәббәт хаҡында хыяллана. Үҙенә ихтирам, маҡтау, һоҡланыу талап итә. Орден-миҙалдарға, маҡтау ҡағыҙҙарына алдана. Дан-шөһрәт артынан ҡыуа. Әгәр билдәләп үтмәһәләр, үпкәләй, рәнйей, ғауғалай. Һөҙөмтәлә күңе­лендә кире хис-тойғолар тупланып, тормошҡа ышанысы һүрелә. Йәндәге бысраҡлыҡ тәнде лә сиргә һабыштыра.


Зәңгәр “Мин” – һүҙ оҫтаһы, йырсы, рәссам. Уның маҡсаты – башҡалар әйтергә теләгәнде һүҙ менән еткереү. Әгәр һөйләү һәләте үҫешмәгән һәм кешеләр алдында телмәр тотоу һынау кеүек ҡабул ителә икән, тимәк, зәңгәр энергия самалы. Ул иммунитет, ҡал­ҡан биҙе эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә.


Күк энергия уйлауға, логик фекерләүгә, эске кисерештәр көрәшенә йүнәлтелгән. Был төҫ кешене туҡтау­һыҙ шикләнергә, ҡурҡырға мәжбүр итә. Шуға күк төҫө көсәйгән кеше бар нәмәне күҙәтеү аҫтына алырға тырыша. Йыш ҡына ҡаты бәғерле заттар. Аҡылдарын тәртиптә тотҡанда, донъя серҙәрен үҙләштереү, белем алыу өсөн мөмкинлектәр асыла.

Шәмәхә төҫө күҙәтсе, ҡарауылсы ролен башҡара. Белем, мәғлүмәт туп­лау һәләтенә эйә. Шәмәхә төҫө бал­ҡыш, йылылыҡ, ҡөҙрәт менән һуғара. Бындай әҙәм Ерҙәге поляр көстәрҙе нескә тоя һәм ошо бәйләнеш аша мәғ­лүмәт йыя. Тупланған мәғлүмәтте зәң­гәр “Мин” ярҙамында эшкәртә. Шуға төҫтәрҙең, бер-береһен тулыландырып, үҙ-ара татыу йәшәүе мотлаҡ.


Күреүегеҙсә, кешене шөрөп урынына файҙаланыр өсөн энергиялары менән идара итеү ҙә етә.


Донъяла рух энергиялары менән генә йәшәү мөмкин түгел. Кешенең камил үҫеше өсөн тән энергияларының эшмәкәрлеге мөһим. Юғиһә, бәндәнең хыялыйға әйләнеп, бер ниәтен дә тормошҡа ашыра алмай, тилмереп йөрөүе бар. Тик ерлекле, тотороҡло, ышаныслы уй-маҡсаттар­ҙы ғына йәмғиәт ҡабул итеү көсөнә эйә. Һәр кем Хоҙайҙан бирелгән көс­тө, һәләтте дөрөҫ файҙаланып, үҙ энергиялары менән идара итергә өй­рәнһә, Ер шарында мәғәнәһеҙ бәрелештәр ҙә булмаҫ ине, моғайын.

Альбина ШӘҺИТОВА әҙерләне.
Читайте нас: