-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
27 Сентябрь 2019, 17:16

Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә ризыҡтары

“Көҙгө йәйғор” турамаһы Берәр килограмм кәбеҫтә, кишер, татлы борос, помидор, башлы һуған, баклажан һәм бер литр көнбағыш майы, ҡалаҡ ярым тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, ярты стакан аш һеркәһе алына.

Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, кәбеҫтәне туҡмаслап, ҡалған йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турарға. Ҡаҙанға йәки эмалле кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойорға ла, тоҙ, шәкәр, туралған һуған һалып, 10 минут быҡтырырға. Кишер һалғас, тағы 10 минут талғын утта тоторға. Унан баклажанды өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Борос һалғас, тағы 20 минут быҡтырырға. Артабан кәбеҫтә менән помидор өҫтәп, 20 минут талғын утта тоторға. Аш һеркәһе ҡойорға ла, тағы бер аҙ быҡтырғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға. Одеялға төрөп, һыуынғансы тоторға.




Биш килограмм кәбеҫтә, бер килограмм башлы һуған, бер килограмм кишер, бер стакан шәкәр ҡомо, ике стакан көнбағыш майы, тәмләп тоҙ, бер стакан аш һеркәһе алына.

Нәҙек итеп ҡырҡылған кәбеҫтәгә туҡмаслап туралған һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән кишер, шәкәр, көнбағыш майы, тоҙ һалып, 40 минут ҡайнатырға. Артабан аш һеркәһе өҫтәп, тағы 10 минут утта тоторға. Әҙер тураманы стерилләнгән банкаларға һалырға, ябырға.



Маринадланған борос


Ун килограмм татлы борос, бер литр көнбағыш майы, бер литр аш һеркәһе, 900 грамм шәкәр, лавр япрағы, бөртөклө ҡара борос алына.

Татлы боросто орлоҡтарынан таҙартып, яҡшылап йыуабыҙ ҙа дүрт өлөшкә ҡырҡабыҙ.

Ҡаҙанға көнбағыш майы һәм аш һеркәһе ҡоябыҙ. Болғата-болғата шәкәр һибәбеҙ. Борос киҫәктәрен һалып, 5–10 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә өс лавр япрағы, биш бөртөк ҡара борос төшөрәбеҙ. Унан сәнске ярҙамында борос киҫәктәрен тултырабыҙ.

Банкаларҙы стерилләнгән ҡапҡас менән ҡаплап, 10–20 минутҡа

ултыртып торабыҙ. Бер аҙ баҫырыҡланғас, өҫтәп борос

һалабыҙ ҙа, маринадты ҡойоп, ҡапҡастарын ябабыҙ. Банкаларҙы йөҙтүбән әйләндереп, бер тәүлек тотабыҙ, унан һалҡын урынға

урынлаштырабыҙ.




Өс килограмм помидор, 1,7 литр һыу, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы, 150 грамм шәкәр, 100 грамм тоҙ, 50 миллиграмм 6 процентлы аш һеркәһе талап ителә.


Бер ҙурлыҡтағы һәм тышы ҡалын помидорҙарҙы яҡшылап йыуабыҙ. Бер литрлы банкаларҙың төбөнә 5-6 лавр япрағы, 5-6 бөртөк ҡара борос төшөргәс, помидорҙарҙы тығыҙлап тултырабыҙ. Ҡайнаған һыуға аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр һалып ҡайнатабыҙ ҙа банкаларға ҡоябыҙ. Банкаларҙы, өҫтәренә ҡапҡастарын һалып, ҡайнаған һыуҙа 10 минут стерилләйбеҙ. Ябабыҙ.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.

В. СТРИЖЕВСКИЙ фотолары.
Читайте нас в