-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
25 Сентябрь 2019, 17:22
Йомшаҡ ҡына таҫтамалым...
Йомшаҡ ҡына, тәнде иркәләгән йөнтәҫ таҫтамалдар, халат, йоҡо кәрәк-ярағы һәр өйҙә бар. Улар яңы килеш оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк.
Кер йыуыу машинаһында таҫтамалды 60 градустан да юғары булмаған эҫелектә йыуалар. Башҡа керҙәр менән бергә һалғанда, осло ырғаҡ-эләктергестәр, ҡаптырмалар йөнтәҫ таҫтамалдың ептәрен тарттырып боҙоуы бар. Әммә, ептәре тартылып китһә, уларҙы ҡайсы менән ҡырҡып алырға була. Таҫтамал бәйләнгән туҡыманан түгел – һүтелеп китер тип ҡурҡмағыҙ.
Таҫтамалдарҙы машинала “экономиялы” ысул менән йыуыу килешмәй. Уларҙы яҡшылап, һыуҙы йәлләмәй сайҡатырға кәрәк. Ә саф һауала киптерһәгеҙ, яңырып киткәндәй булырҙар.
Йөнтәҫ таҫтамалдарҙы үтекләмәйҙәр, юғиһә уның йомшаҡлығынан бер ни ҙә ҡалмаҫ. Кәрәк тапһағыҙ, быу менән эшкәртергә мөмкин. Таҫтамалдар йомшаҡ булып ҡалһын өсөн, йыуғандан һуң бер аҙ тоҙ һалынған һыу менән сайҡаталар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин