Алманың тышын әрсеп, үҙәген алырға ла эмаль кәстрүлгә һалырға. Бер аҙ ғына һыу һалып, алма йомшарғансы быҡтырырға. Һыуынғас, ваҡ иләк аша үткәрергә йәки блендер ярҙамында иҙергә. Шунан иҙелмәне ҡайнау хәленә еткерергә лә стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. Шуныһы – иҙелмәгә шәкәр кәрәкмәй.
Армыт (груша) иҙелмәһе лә шулай яһала. Әммә артыҡ татлыһынан иҙелмә ҡырҡыу булыуы бар. Бындай саҡта уға тәме әскелтерәк иҙелмә ҡушырға мөмкин. Мәҫәлән, алма, ҡара емеш иҙелмәләрен.
Шафталы (персик), ҡара емеш (слива), өрөктө лә осһоҙораҡ сағында алып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйырға була.
Емештәрҙе туңдырып һаҡлау бигерәк яйлы. Ҡышын уларҙы туңдырғыстан сығарып, бүлмә йылылығында иретергә генә ҡала. Кескәйҙәр өсөн иҙелмәләрҙе лә туңдырып әҙерләргә мөмкин. Еләк-емеште йыуып, әрсеп, таҙартып, йомшарғансы быҡтырырға ла иләк аша үткәрергә кәрәк. Бер ашарлыҡ ҡына итеп бүлгеләп, туңдырғысҡа урынлаштырырға. Туңдырыр өсөн пластик һауыттар һәйбәт, бигерәк тә йогурттан бушағаны уңайлы. Быяла банкалар иһә ярылып ҡуйыуы бар.