-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Архив
18 Ғинуар 2019, 11:13

Күҙҙәре тулы моң, һағыш...

...Эштән урамға сыҡҡас, саф һауа һулап бер аҙ ҡуҙғалмайыраҡ торҙом. Һулап танһыҡ ҡанмай!.. Ләззәтлелекте оҙаҡҡараҡ һуҙыу маҡсаты менән, туҡталыш яғына яй ғына атлап киттем. Талғын ғына атлаһам да, минән алда китеп барған бәләкәс кенә кәүҙәле, өлкән йәштәге инәйҙе ҡыуып еттем. Аҙымдарымды яйаттым.

Күренеүенсә әбей бер ҡайҙа ла ашыҡмай. Тирә - йүнен битараф ҡына күҙәтеп, үҙ юлы менән китеп тик бара. Урамда һауа һулап, ял итеп, йөрөргә сыҡандыр... Юлдың ситенәрәк күсеп, ҙур һаҡлыҡ менән, инәйҙең йөҙөнә күҙ һалам: һары, йыйырсыҡлы йөҙө, төпкә батҡан бәләкәс кенә күҙҙәре тулы моң, һағыш, юҡһыныу, өмөтһөҙлөк,.. Өҫтөндә ябай ғына, ҡара төҫтәге кейем. Пальтоһының көләпәһен башына кейеп, бауын эйәге аҫтына ҡымтып бәйләп ҡуйған. Аяғындағы балондан тегелгән иркен итеге, атлағанда ҡамасаулап, ваҡыт-ваҡыт һөрлөгөп китә. Тик ул быға артыҡ иғтибар бирмәй, яйлап ҡына юлын дауам итә.


Әлбиттә, ваҡытында бабайы ла, гөрләп торған донъяһы ла, бөтәһе лә бөтә кешенеке кеүек, хатта яҡшыраҡ та булғандыр . Тик ваҡыт үтеү менән, әле кисә гөрләп торған донъя тарала, юҡҡа сыға. Һинең уға, уларҙың һиңә кәрәге бөтә. Донъя төҫһөҙләнә . Кеше үҙенең тормош һуҡмағында яңғыҙ тороп ҡала ...


Кәйефем бермә-бер ҡырылды. Ниндәй күңелһеҙ финал! Мин үҙемә бындай ҡартлыҡ теләмәйем...
Читайте нас: