Бересенән, йорттоң дөйөм күренешенең төҫөн һайлауға ныҡ етди ҡарар кәрәк. Йыһаздың, обойҙарҙың төҫөнөн күп нәмә тора. Түбәндәге төҫтәр тураһында белешмәгә күҙ һалһағыҙ, унда һандар менән ошолар күрәтелгән: 1 – төҫ өҫкө яҡтан ҡулланылһа; 2 – ян – яҡтан ҡулланылһа; 3 – аҫҡы өлөштә ҡулланылһа.
Аҡһыл-көрән, алһыу, асыҡ һары:
2. йылылыҡ бирә, аралыҡты тарайта
3. өмөтһөҙлөк, тотороҡһоҙлоҡ тойғоһо тыуҙыра
Ҡыҙыл, көрән, һарғылт-йәшел:
1. иҙә, үҙ-үҙеңә бикләнеү теләге тыуҙыра
2. тарайта, яҡынайтып күрһәтә
3. тотороҡлолоҡ, хәүефһеҙлек тойғоһо бирә
Асыҡ зәңгәр, асыҡ йәшел, асыҡ һоро:
1. яҡтыраҡ итә, бейегәйтә
2. иркенлек, еләҫлек тойғоһо бирә
3. хәүеф, ышанысһыҙлыҡ тыуҙыра, тотороҡоһ һәм тайғаҡ булып күренә
Һоро, зәңгәр, ҡара йәшел:
2. Хис-тойғоларҙы һыуыта, ситләштерә
3. Тотороҡлоҡ тойғоһо бирә, һалҡынса итә
Күренеүенсә түшәмде аҡ, аҡһыл көрән һәм башҡа наҙлы төҫтәргә буярға кәрәк. Стенаны иһә ниндәй итһәң дә мөмкин, әммә шулай ҙа, ҡыҙыл йәки һары төҫтө яратаһығыҙ икән, уларҙы ванна бүлмәһендә ҡулланыу отошлораҡ. Яңғыҙ ҡалып уйланырға яратҡан кешеләр бүлмәләрҙең береһен асыҡ зәңгәр төҫкә мансый ала.
Өйҙә булырға тейеш нәмәләр:
- Вазала торған киптерелгән сәскәләр бәрәкәтлек, муллыҡ, һаулыҡ килтереүгә һәләтле, тип иҫәпләнә. Улар бар насар нәмәне юҡҡа сығара икән. Өйҙөң энергетикаһын шулай уҡ айырым урындарға эленгән сәскә, үлән шәлкемдәре лә таҙарта. Элекке ауыл йорттарын хәтерләгеҙ әле, унда бындай бәйләмдәр күҙ алдына тиерлек элеп ҡуйылған бит, тимәк, юҡҡа түгел.
- Йәнлек-хайуан һындары йортто бәлә-ҡазанан һаҡлай, матди тотороҡлоҡто хәстәрләй. Эт, айыу, юлбарыҫ, аждаһа йортта йәшәүселәрҙе ҡурсалай. Бер-бер артлы килгән, бәләкәсәйә барған фил һындары йортто таҙарта. Бесәйҙәрҙеке өйҙө яман көстәрҙән һаҡлай, бәлә-ҡазанан ҡотҡара.
- Мендәрҙәр ир менән ҡатындың мөхәббәтен һаҡлай. Улар гобеледан тегелгән, сигеүле һүрәт менән биҙәлгән, сағыу икән, яратҡаның менән айырылыуҙан ҡурсай, бер-береңә иғтибарҙы арттыра. Яҫтыҡта сәскә һүрәттәре булһа, улар – һаулыҡты, кеше йәки хайуандар төшөрөлһә – хәүеф-хәтерҙән һаҡлай; тәбиғәт күренештәре, ҡаралтылар һынландырылғаны башланғыстарығыҙға уңыш килтерер.
Бөгөнгө көндә өйҙә “аҡса ағасы” тотоу киң таралған. Көнсығыштың Фэн Шуй фәлсәфәһенә ярашлы, был үҫемлек эшҡыуарлыҡты йәки ғаилә бюджетын кәүҙәләндерә. Ағас үҫә, емеше – йәғни, тәңкәләр барлыҡҡа килә. Үҫенте, үҙ эшең кеүек үк, һаҡлауға мохтаж. Шуға ла янына зирәк төнгө һаҡсы – өкөнө ҡуйыу һәйбәт.
Өйҙә нимәләр тоторға ярамай:
- иҫкереп бөткән аяҡ кейемдәрен, кейем-һалымды. Сөнки улар насар энергияны тарта. Уларҙың артабан кейеләсәгенә ысынлап та шикләнәһегеҙ икән, ырғытығыҙ.
- Иҫке, теткеләнгән түшәк кәрәк-яраҡтарын. Улар ғаилә тормошона тиҫкәре йөғонто яһай.
- Ярыҡ һауыт-һабаны, сөнки аш-һыуҙың файҙаһын кәметә. Тәрилкә ғаиләне симоллаштыра. Ундағы етешһеҙлектәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙҙәге ҡытыршылыҡтарға ишара яһай.
- Һабаҡтары сырмалып үҫкән үҫентеләрҙе лә өйҙә тоторға ярамай. Улар төрлө сирҙе тарта тип, иҫәпләнә. Шуға уларҙы тышҡы яҡтан ултыртыу һәйбәт, был осраҡта йорт ҡурсаулы була.
- Ҡамышты. Кипкән ҡамыш бәлә-ҡазаны, үлемде тартып тора. Ҡылған да шул уҡ мәғәнәгә эйә. Башҡа кипкән үҫемлектәрҙең байтағы, киреһенсә, насар энергияны йотоуға һәләтле.
- Ала миләүшәне лә (анютины глазки) өйҙә үҫтермәү хәйерле. Шулай уҡ шыршы ботаҡтарын да Яңы йыл байрамында ғына ҡуйырға мөмкин. Ә бына бегония ғаиләләге бәрәкәтте арттыра. Пальманы бер ҡасан да өйгә индермәгеҙ – ҡайғы алып килеүе бар.
Иң мөһиме – йортҡа кире мәғлүмәт тейәп, насар кәйеф менән ҡайтмаҫ кәрәк. Йорттоң күҙгә күренмәҫ ҡоршауын, заманса әйткәндә, аураһын һаҡлау мөһим. Тыныс холоҡло булған, эсендә насарлыҡ йөрөтмәгән кешегә хатта сихыр ҙа йоҡмай, тиҙәр. Әгәр ҙә әҙәми зат ҡомһоҙ, маһайыусан икән, бер генә кире уй ҙа уны сығырынын сығарырға һәләтле. Ундай кешенең үҙ-үҙенә күҙе тейеүе бик тә мөмим.
Ғөмүмән әйткәндә, йорттоң энергетикаһын таҙартыуҙы йыуыу, йүнәтеү йә әйберҙәрҙең урындарын алыштырып ҡуйыуҙан башларға кәрәк. Иҫке обойҙарҙы, буяуҙарҙы һыҙырып, яңынан йәбештерергә, ҡайтанан буярға һәм башҡалар. Шунан инде еүеш сепрәк менән туҙанды һөртөп алырға, иҙәндәрҙе йыуырға була. Һыуҙың таҙартыу көсө ифрат юғары. Йыуып булмаған әйберҙәргә һыу һиптереп сығырға мөмкин. Көмөш йәки ҡәҙимге тоҙ менән сафландырылған һыу айырыуса файҙалы. Кире энергия туплана торған урындарға ҡайын, уҫаҡ, шыршы йә имән ботаҡтары һалырға була. Саған, муйыл, миләш, артыш кире энергияны әйләндереүгә лә һәләтле икән.
Ошо ябай ҡағиҙәләр өйҙөң нәфис кенә аураһын боҙмаҫҡа ярҙам итер. Тик шуны хәтерҙә тотоу мөһим: йорттоң энергетикаһын таҙарта башлағансы, иң башта иҙәнде булһа ла йыуырға кәрәк. Юғиһә, энергетик бысраҡ физик бысраҡҡа йәбешеп, таҙартауҙың рәте булмаҫҡа мөмкин. Күҙгә күренгән таҙалыҡ күҙгә күренмәгәне менән бергә күҙәтелһә, йортҡа насарлыҡ кермәҫ.
Башҡортостан ҡыҙы, №4, 2009 йыл.