+24 °С
Облачно

Уның рух ялҡыны

Һалҡын фермала резина итектәрҙә йөрөп, һыуыҡ алдыра ферма мөдире. Инфекция тәрәнгә китә лә операция өҫтәлендә уның ғүмере өсөн алты сәғәт көрәшә хирургтар. «Көслө ауыртыуға сыҙай алмай ята инем, ҡапыл еңел булып китте лә ҡайҙалыр остом.

Уның рух ялҡыныУның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны

«Биш йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнем. Һәйбәт булдылар. Тәүге сабыйыбыҙға өс ай ҙа тулманы, эшкә саҡырып сығарҙылар. Ҡәйнәм – сөгөлдөрҙә, ҡайным – төҙөлөштә, мин – фермала, иптәшем – колхозда водитель. Кем бушай, шул бәпес ҡарай.   Шунан ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бәләкәс-тән эш белеп үҫте балалар. Өс-дүрт йәшлек кенә үҙҙәрен өйҙә бикләп китә инек, тәҙрәнән, түбәләре саҡ күренеп, ҡарап ҡалған булалар – бөгөн инде был башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Биш йәшлек өлкәнебеҙ көтөү ҡаршылай ҙа малдарҙы ябып ҡуя», – тип һөйләй әңгәмәсем. Бөгөн инде үҙҙәре һөнәрле, ғаиләле ҙур кешеләр улар.

Резина итек һәм үлем менән алыш

Һалҡын фермала резина итектәрҙә йөрөп, һыуыҡ алдыра ферма мөдире. Инфекция тәрәнгә китә лә операция өҫтәлендә уның ғүмере өсөн алты сәғәт көрәшә хирургтар. «Көслө ауыртыуға сыҙай алмай ята инем, ҡапыл еңел булып китте лә ҡайҙалыр остом. Мәрхүм күршебеҙ мине саҡырырға килгән икән тип күрәм. «Юҡ, мин әле бара алмайым, балаларымды кеше итмәгәнмен бит», – тием уға.  Йөрәгем туҡтап бөткәс, табиптарҙың мине үлем тырнағынан көскә йолоп ҡалыуы юҡҡа булмағандыр. Хоҙай биргән был ғүмерҙе тағы ла күберәк изгелектәр ҡылып үтергә тейешмендер, тип уйланым. Тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Үҙемә һәм башҡаларға мөнәсәбәтем йомшарҙы», – тип үҙе менән булған хәлде бәйән итә героинябыҙ. 

Колхозда эшләү дәүерендә Фәһимә Ғаяз ҡыҙы өлгөлө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ғәҙел етәксе, йәмәғәтсе бер нисә тапҡыр ауыл һәм район советтары депутаты итеп тә һайлана.

Мәҙәни усаҡ йылыһы

Гөрләп торған колхоздар бер мәл килеп көрсөккә терәлә. Хеҙмәт хаҡы түләнмәй башлай.  Тап шул мәлдә Фәһимә Ғаяз ҡыҙына ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире эшен тәҡдим итәләр. Ундағы хеҙмәт хаҡының 480 һум икәнен белгәс, аптырап ҡала колхозда ҡулаҡса күрмәгән баш зоотехник.

«Йәшем бара, фермала резина итектә йүгереп йөрөрлөк һаулығым юҡ, балаларҙы ла уҡытырға кәрәк, клубҡа мөдир эҙләйҙәр. Шунда ризалашайым да ҡуяйым», – тип иремә, дискотекаға барып ҡарарға булып киттем. Ул, ҡуй инде, был йәштә кеше көлдөрмә, тигәс, Зәбирҙең үҙен дә ҡултыҡлап алып сығып: «Бына, күрәһеңме? Беҙҙең балаларҙан да йәш бала-саға йөрөй, мин халыҡ менән эшләп өйрәнгәнмен, психологияны ла яҡшы беләм, ҡулымдан килер ул», – тинем. Клубҡа инһәк, «шаром покати» – бер нәмә юҡ. Ең һыҙғанып керештем: мәктәптән иҫке өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар килтерттем, эргә-тирәһен кәртәләнек. Шулай буяп, биҙәп, ҡулдан килгәнсә йыһазландырып алдым. Ауылдаштар ярҙамы менән клубтың бер мөйөшөндә милли музей ҙа ҡороп ҡуйҙыҡ: боронғо һауыт-һаба, милли ҡомартҡылар, һандыҡ, кейем, фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре – һәр өйҙән тигәндәй йыйҙыҡ. Бына ҡыҙҙарым менән балаҫ һуғырға ла, ҡорама ҡорарға ла, милли биҙәүестәр эшләргә лә өйрәнеп алдыҡ», – тип музейҙағы һәр экспонат менән таныштыра клуб мөдире.

Мәҙәниәт йортонда тормош ҡайнай. Матур йырлаған, гармунда, ҡумыҙҙа уйнаған, оҫта һүрәт төшөргән Фәһимә Ғаяз ҡыҙы ижади түңәрәктәр ҙә алып бара. «Оҫта ҡулдар»ҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары боронғо сигеү, тегеү һәм бәйләү техникаһын үҙләштерә, биҙәүестәр эшләй; бейеүҙә балаларҙан башлап һикһән йәшлектәр ҙә шөғөлләнә; вокалда онотолған ауыл йырҙары тергеҙелә; рәсемдә балалар тыуған яҡ пейзаждарын төшөрөп кинәнә; «Халыҡ йолалары»нда төрлө милли байрамдарҙың тәртибе, әһәмиәте өйрәнелә, шәжәрә төҙөйҙәр. Рухлы ханым милләтебеҙҙең уңыш кодын һаҡлаған халыҡ ижады ынйылары өлгөләрен киләсәк быуынға еткереүҙе маҡсат итеп алған.  Улай ғына ла түгел, ауылдаштарын, райондаштарын һәр төрлө йәмәғәтселек эшенә әйҙәй белеү маһирлығы ла бар егәрле апайҙа: бергәләшеп МХО өсөн селтәр үрәләр, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итәләр, экологик өмәгә сығалар, ағас ултырталар.

Хеҙмәтенең емешен дә татый ул: Бишауыл-Уңғар мәҙәниәт йорто биш тапҡыр «Иң яҡшы ауыл клубы» исеменә лайыҡ була. 2014 йылда Фәһимә Абдрафиҡова тәүгеләрҙән булып «Сыңла, салғы!»  республика фольклор проектын булдыра һәм был райондың матур брендына әйләнә. «Табынфест» төбәк-ара фестивален үткәреүгә өлөш индерә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы, 2020 йылда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһендә ҡатнашып, «Ҡатын-ҡыҙ – лидер» номинацияһында еңә. 2023 йылда «Муниципаль райондың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» грантына эйә була. Һанай китһәң, Фәһимә апайҙың эштәре, уңыштары үҙе бер китап хәтлем.

Көс сере

    Өҫтәп ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе, инде егерме йыллап  участка һайлау комиссияһы рәйесе һәм староста йөгөн тартҡан апайҙың өлгөрлөгөнә, таһыллығына хайран ҡалырлыҡ. «Беҙҙең заман кешеләре шулай ныҡлы инде ул. Үҙ иңенә берәй яуаплылыҡ алһа, намыҫ менән үтәй. Беҙ, ҡара тупраҡтан ышаныслы атлап йөрөгән ауыл халҡы, гел мал араһында физик эш башҡарып та арымай инек. Ер, тәбиғәт, бәлки, ҡош-хайуандар ҙа көс биреп торғандыр. Хәҙер заман технологиялары кешенең елек майын һура – мин социаль селтәргә мәғлүмәт ҡуйған арала ғына йонсойом. Көнө буйы компьютерға текәләп ултырған йәштәрҙе йәлләйем шуға. Клубта балаларға ижад, йыр-моң, боронғо йолалар аша тәрбиә бирергә тырышам, көс тупларға өйрәтәм, уй-фекерҙәрен тыңлайым, аралашам. Юғиһә, өлкәндәрҙең ваҡыты юҡ, ә балалар, шул компьютерға йомолоп, күңелдәре ярлыланып, хәлдәре бөтөп ултыра. Тыуған яҡ тәбиғәтенең хозурлығын, ҡайҙа ниндәй ағастар үҫкәнен һүрәт төшөргәндә генә аңғарып ҡала күптәр. Йәшәйешебеҙҙең ысынбарлығын, тыуған төйәгебеҙҙең, кешеләрҙең матурлығын күрә, тоя, уларға һоҡлана белеү һәм ижад аша сағылдырыу күңелде үҫтерә, рухи емеш бирә», – ти яғымлы ханым.

Ошондай баһалы йәштә лә шундай әүҙем тормош алып барыу өсөн ҡайҙан көс алаһығыҙ, тигән һорауыма: «Ирем, ғаиләм – ышаныслы таяуым бар. Балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең хөрмәтен, яратыуын тойоп йәшәйем. Мәҙәниәт йортонан кеше өҙөлмәй: мәктәптән һуң, әсәй-өләсәйҙәрен эйәртеп, балалар килә: ижад итәбеҙ, көләбеҙ-уйнайбыҙ, йырлап-бейеп алабыҙ. Яҡташтарым һәр яңы идеямды күтәреп ала. Халҡым үҙ асылына ҡайта, ауыл терелә – был үҙе көс-ҡөҙрәт биреп торған оло бәхет түгелме!» – тип йылмая ул.  

Ауыл, район тормошона йән өргән был уттай апайҙың маҡсаттары ла ҙур. «Ҡулымдан килгәндә эшләйем әле, мәҙәниәт йортона «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь     ремонт яһатып, уны матур өлгө итеп халыҡҡа ҡалдырырға ине. Ҡыйығын, фасадын, тамаша залын яңыртһаҡ, яңы ҡәнәфиҙәр алып ебәрһәк, ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнеп китәсәк. Сөнки мәҙәниәт йорто – ауылдың йөрәге ул», – тип тамамлай һүҙен ғүмер буйы тыуған ере, туған халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән зыялы ханым.

Альбина Ғөбәйҙуллина.

Мәҡәләне тулыһынса баҫмабыҙҙың февраль һанында (226 )уҡығыҙ

Уның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны
Автор:
Читайте нас