

Эйе, ҡыҙғанмаҫлыҡ та түгел шул Илүзә. Иҫ киткес сибәр, һәләтле, оптимистик рухлы ул. Башҡортса ла, русса ла матур һөйләшә, моңло итеп йырлай. Һөнәре буйынса ул “Ашығыс ярҙам” фельдшеры. Төн уртаһындамы, көндөҙмө – кемгәлер ярҙам кәрәк булһа, ул шул уҡ минутта барып етә, ҡотҡара, ярҙам итә. Эше ҡатмарлы: көн һайын уға ҡан, күҙ йәштәрен күрергә, стресс кисерергә, кешеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡ алырға тура килә.
Әммә уны өйҙә лә көтәләр. Илүзә 10 йыл инде кейәүҙә. Ире Рөстәм менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкәненә-9, кесеһенә — 2,5 йәш. Ике ҡыҙ, ике һылыуҡай. Һәм быларҙың барыһына ла Илүзә өлгөрөргә тейеш: ашатырға ла, кейендерергә лә, мәктәпкә, балалар баҡсаһына алып барырға ла.
Былар бөтәһе лә түгел әле. Төп эшенән тыш, Илүзә шәп хужабикә лә, иренә яҡшы ярҙамсы ла. Ул трактор йөрөтә, аттарҙы тәрбиәләй! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ашығыс ярҙам фельдшерының ат ҡарауын һәм трактор йөрөтөүен!
Һәм шул уҡ ваҡытта ул көслө, маҡсатҡа ынтылыусан ҡатын булып ҡала. Тик үҙенә, ғәҙәттәгесә, ваҡыт етмәй. Стилистар Илүзәгә матур образ уйлап табалар. Һөҙөмтәлә, тәбиғәттән былай ҙа һылыу булған Илүзәгә кәүҙәһе һәм бай эске донъяһына тап килерҙәй матур, нәзәкәтле, күҙ яуын алып торған килешле кейемдәр кейҙерәләр. Сәсенә прическа эшләп, битенә макияж һалғас, ире тағы ла нығыраҡ ғашиҡ була, ҡыҙҙары ғорурлана. Эвелина Хромченко хатта башҡортсалап “Ҙур рәхмәт!”- ти был матур парға.
Ғөмүмән алғанда, беҙҙең Башҡортостан ҡыҙҙары ҡайҙа ғына бармаһын, һәр ваҡыт үҙҙәренең асыҡлығы, бай рухи донъяһы, яҡты йөҙө, сибәрлеге, һәләтлелеге менән айырылып тора.
Роза Хөснуллина